«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘӘК АРХИВ БОРОНҒОЛОҠ ҺАҒЫНДА
+  - 

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Үҙәк тарих архивы август айында үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңай менән архив хеҙмәткәре Зөфәр Ғәбит улы ҒӘТИӘТУЛЛИН ойошманың тарихы, әһәмиәте, бөгөнгө көндәге эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итә.

Тарихсылар һәм архив

Тарихсылар архивта даими эшләй, әммә артыҡ әүҙемлек күрһәтәләр, тип әйтмәҫ инем. Ғалимдар ҡулы теймәгән өлкәләр етерлек әле. Ни өсөн айырым темалар ситтә тороп ҡала? Быға, моғайын, юғары уҡыу йорттарында алып барылған йүнәлеш һуңғы роль уйнамай ҡалмайҙыр. Сөнки профессорҙар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары студенттарға, аспиранттарға ниндәйҙер яңы теманы түгел, ә үҙҙәре тикшергән өлкәне тәрәнерәк өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шул сәбәпле бер урында тапаныу килеп сыға, тикшеренеүҙәр даирәһен киңәйтеү күренмәй. Әлеге ваҡытта тарихты өйрәнеү башлыса урта быуаттарға ҡайтып ҡала. Әйтеүемсә, был осор беҙҙең архивтарҙа һаҡланмай, һөҙөмтәлә студенттар һәм аспиранттар Мәскәүгә барып эшләргә мәжбүр була. Әлбиттә, ул осорҙо ла өйрәнергә кәрәк, хатта тәрән өйрәнергә кәрәк, әммә яҡыныраҡ булған осор хаҡында ла оноторға ярамай. XIX быуатҡа тарихсыларҙың ҡулы әҙ тейә. 1800 йылдарҙан һуң, кантонлыҡ заманында, крепостнойлыҡ булған осорҙа һәм ул бөтөрөлгәс халыҡтың нисек йәшәгәне, уның көнкүреше ғалимдарҙы аҙыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Эйе, дөйөм рәүештә ул осорға тарих фәне аша һүрәтләмә бирелгән, ә ентекле рәүештә тикшеренеүҙәр әлегә башҡарылмаған. Ә был осор беҙҙең архивта бик яҡшы сағылдырыла.

Һуғыш темаһы

Һуңғы ваҡытта һуғыш темаһы ныҡлап өйрәнелә. Быға бер-бер артлы килгән тарихи ваҡиғаларҙың юбилейҙары йоғонто яһай. Мәҫәлән, ике йыл элек француздарға ҡаршы Ватан һуғышы башланыуға - 200 йыл, былтыр Парижды яулауға - 200 йыл, быйыл Беренсе Донъя һуғышының башланыуына 100 йыл тулды. Ошо юбилей даталары уңайы менән ҙур ғилми эштәр яҙылды. Икенсенән, беҙҙең ил етәкселеге тарафынан да хәрби-патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә башланы. Был кәрәкле эш, сөнки ҡасандыр ватансылыҡ тәрбиәһен ҡулдан ысҡындырғайныҡ, шул сәбәпле маңҡорттар күбәйҙе. Бөйөк Ватан һуғышында немецтар еңһә, яҡшыраҡ булыр ине, тип асыҡтан асыҡ әйтә башланы ҡайһы берәүҙәр. Ошо насар тенденцияларҙы бөтөрөү маҡсатында тарихсыларға ла ошондай йүнәлеш бирелде.
Был эштә мин дә ҡатнаштым, "Ватандаш" журналында мәҡәләләрем сыҡты. 2012 йылда француздар менән һуғышҡа 200 йыл тулыуға арналған йыйынтыҡҡа һуғышта үлеүселәрҙең исемлеген әҙерләгәйнек. Шул мәғлүмәттәр нигеҙендә тағы бер йыйынтыҡ сығарырбыҙ, тип уйлағайныҡ. Ләкин финанс ҡыйынлыҡтар килеп сығыу сәбәпле, быны тормошҡа ашырып булманы. Китапҡа инмәгән материалдарымды журналда баҫтырып сығарҙым.
Башҡорт тарихы хаҡында әйткәндә лә һуғыш темаһы ғәйәт ҙур урынды алып тора. Бигерәк тә тарих буйынса мәктәп программаһында ихтилалдарға, сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы походтарға ҙур урын бирелә. Бер яҡтан, был халҡыбыҙҙың батырлығы өсөн ғорурлыҡ уятһа, икенсе яҡтан, беҙҙең халыҡҡа кире ҡарашлы булған кешеләргә көс өҫтәүе лә мөмкин. Бына һеҙҙең мәғарифығыҙ ҙа, мәҙәниәтегеҙ ҙә, иҡтисадығыҙ ҙа булмаған, һеҙ һуғышып тик йөрөгәнһегеҙ, тип әйтеүҙәрен дә ишеткеләйбеҙ бит. Шуға ла уҡыу әсбаптарын да төрләндереү, күберәк темаларҙы яҡтыртыу кәрәктер.
Һуғыш темаһынан башҡа өлкәләр насар өйрәнелгән, тип әйтеп булмай, әлбиттә. Мәғариф темаһы буйынса бер нисә кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияһы яҙылды, монографиялар сыҡты. Әле яңыраҡ баҫылып сыҡҡан ете томлыҡ "Башҡорт халҡының тарихы" кеүек йыйынтыҡтар бик яҡшы күренеш, тип уйлайым. Сөнки бында халҡыбыҙҙың тарихы киң сағылыш таба. Ошондай уҡ формала мәғарифты, мәҙәниәтте, иҡтисадты күрһәт-кән, хөкүмәт тарафынан финансланған хеҙмәттәр ҙә күберәк булһа ине.

Башҡа архивтар менән бәйләнеш

Башҡа архивтар менән бәйләнеш күберәк тарихсыларҙың эше булырға тейеш. Беҙҙең төп эшебеҙ - документтарҙы һаҡлау. Әммә мөмкин булған тиклем икенсе ҡалаларҙа урынлашҡан архивтар менән дә бәйләнеш тоторға тырышабыҙ. Төрлө конференцияларға әҙерләнгәндә, мәҡәлә, хеҙмәттәр яҙғанда уларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Ләкин барыһы ла һаман да шул финанс мәсьәләһенә барып тоташа. Документтарҙың күсермәһен эшләү өсөн дә, икенсе ҡалаға барыу, унда йәшәү өсөн дә аҡса кәрәк. Әллә ҡайҙа йөрөп, архив документы эҙләү үҙе үк мәшәҡәтле эш. Мәскәүҙә мәҫәлән, архивтарҙан кәрәкле документты алыу өсөн ике көн көтөргә кәрәк. Етмәһә, ҡулға 5-тән күберәк документ бирмәйҙәр. Бәлки, архив бюджетына башҡа ҡалаларҙағы архивтарҙан Башҡортостанға, башҡорттарға ҡағылышлы документтарҙың күсермәһен эшләү өсөн сығымдар һалынһа, бик күп ҡиммәтле тарихи сығанаҡтар үҙебеҙҙә булыр ине, бик күп хеҙмәттәр яҙылыр ине.

Башҡорт ауылдарының йәше

Ауылдарға тәүге ревизиялар 1719 йылда үткәрелә башлай, ләкин тәүге дүртәүһендә башҡорттар иҫәпкә алынмай. Беренсе тапҡыр улар 1795 йылдағы ревизияла теркәлә. Бөгөнгө көндә шәжәрә байрамдары киң танылыу яулай. Республиканың төрлө райондарынан крайҙы өйрәнеүселәр килеп, үҙҙәренең ауылдары хаҡында мәғлүмәт туплайҙар. Йыш ҡына миңә, ауылыбыҙҙың йәшен белге килә, тип әйткәндәрен ишетергә тура килә. Шулай тип әйтеүселәргә мин һәр саҡ, башҡорт ауылдарының төҙөлгән йылын архивта тапмаясаҡһығыҙ, улар боронғо, тип яуаплайым. Татар, мишәр, урыҫ ауылдарының нигеҙ һалыныуы тураһында мәғлүмәттәр бар, сөнки улар һуңынан күсеп килгәндәр. Бары төп ауылдан йәйләү еренә күсеп ултырған башҡорт ауылдарының йәше тураһында ғына телгә алыныуы мөмкин. Ләкин ул осраҡта ла был ауылдың ниндәй ауылдан күсеп сыҡҡаны күрһәтелә. Шуға ла крайҙы өйрәнеүселәр ревизияла телгә алынған мәғлүмәттәргә генә таянып, ауылдарын "йәшәртеп" ебәрмәһә ине.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ яҙып алды.
(Аҙағы. Башы 36, 37-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.14 | Ҡаралған: 1696

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru