15 октябрҙең болотло йонсоу был кисендә эштән һуң һәр кем йылы өйөнә ашығалыр төҫлө ине. Баш ҡалабыҙҙың мәҙәни-ял үҙәктәре бушап ҡалғандыр инде, йәш ғаилә конкурсын ҡарарға кеше килерме икән, тип икеләнә-шикләнә Химиктар мәҙәниәт һарайының ишеген асып ебәреүгә, бөтөн хафаларым бындағы шат тауыштарҙан иреп, юҡҡа сыҡты: алма төшөр урын юҡ!
Ғаилә байрамы фойенан уҡ башланып киткән бит, ана, конкурста ҡатнашыусылар жюри ағзаларын, тамашасыларҙы "Ғаиләм - минең хазинам" күргәҙмә-презентацияһы менән таныштыра. Бында "Ғаилә ағасы" төп урынды алып тора. Стендтар иһә ғаиләләр тормошон, мәҙәни йолаларын, нәҫел-нәсәп бәйләнештәрен, ҡыҫҡаса тарихын сағылдырыусы фотоһүрәттәр менән биҙәлгән. Был "Йәш ғаилә -2014" конкурсының беренсе имтиханы булһа, артабанғы этаптар тамаша залына күсте.
Өфөнөң ете районынан йөҙөк ҡашылай ете ғаилә: Воротниковтар (Ленин районы), Юриндар (Киров районы), Шакировтар (Совет районы), Вәлиевтар (Орджоникидзе районы), Мостафиндар (Калинин районы), Карповтар (Дим районы), Шабановтар (Октябрь районы) йыр-бейеүгә, нәфис һүҙ оҫталығына маһирлығын күрһәтте, ғаилә тормошонда осрап торған донъяуи күренештәрҙе сәхнәләштереп, теге йәки был хәлдәрҙән изгелек, юмор һәм йыр ярҙамында мөнәсәбәттәр юғарылығына өлгәшеү юлдарын эҙләп тапты.
Бала тәрбиәләү - камил ғаиләнең иң изге бурысы икәнлеген дә онотманы конкурсанттар. Был ижади имтихан ата-әсәләренең иң яҡшы сифаттарын туплаған, шул уҡ ваҡытта заманға ярашлы, үҙ һыҙаттары ла беленә башлаған өр-яңы быуат таланттары үҫеп килеүен кәүҙәләндерҙе.
Конкурстың финал өлөшө - "Берәү - бөтәһе өсөн, бөтәһе - берәү өсөн!" тип аталған өйгә эш сәхнәһе тамашасылар алҡышынан бүленә-бүленә барҙы. Кемделер айырып билдәләүе лә ауыр ине (жюри комиссияһы ни хәл ҡылғандыр): береһенән-береһе матурыраҡ, талантлыраҡ, татыуыраҡ был ғаиләләр үҙ райондары буйынса иң-иңдәрҙән һайлап алынғайны бит!
Һөҙөмтәлә һәр ярыш төрөнә бирелеп, тупланып барған баһа - мәрәйҙәр һаны буйынса Киров районынан Гөлнара менән Михаил Юриндар ғаиләһе Гран-при бүләге - автомобилгә лайыҡ тип табылды. Гөлнара менән Михаил икеһе лә ваҡытында Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡып, ошо вуздың иң әүҙем КВН-сылары булған. Асҡын һылыуы менән Йылайыр егете, шулай итеп, баш ҡалала матур ғаилә ҡороп, өс бала үҫтерә. Ҡыҙҙары Полина бал һәм спорт бейеүҙәре буйынса ҡала, республика һәм хатта Бөтөн Рәсәй конкурстары призеры. Игеҙәк улдары Демид менән Владислав та йыр-бейеүгә ынтылып тора, теремек, шуҡ, шаяндар.
- Өфө - йәшлек ҡалаһы. Баш ҡалабыҙҙың һәр икенсе гражданын 35 йәшкә тиклемге йәш кешеләр тәшкил итә, - тине Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов еңеүсе ғаиләне тәбрикләп. - Йәш ғаиләләрҙең дә арта барыуы ҡыуаныслы күренеш. Уларға буш ваҡыттарын файҙалы итеп үткәреү, бергәләп ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн баш ҡалабыҙҙа уңайлы шарттар булдырыла, спорт ҡоролмалары, мәҙәниәт үҙәктәре, парктар төҙөлә. Уникаль мәҙәни һәм тәрбиәүи сараларҙың береһе булған йәш ғаилә конкурстары ла йылдан-йыл камиллаша, популярлаша бара. Дәүләт ғаилә программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Бөтөн был саралар йәш ғаиләләрҙең бөтөнлөгөн тәьмин итеүҙә, уны нығытыуҙа баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә, сөнки ныҡлы һәм татыу ғаилә йәмғиәтебеҙ ҡеүәтен, уның нигеҙен тәшкил итә.
Сынтимер Баязитов Гөлнара менән Михаил Юриндарға төп приз - өр-яңы автомобиль асҡысын тапшырҙы.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА