Ҡорама оҫтаһы Рәшиҙә Ғиззәтуллина менән танышып китеүем осраҡлы булманы. Уның 2013 йылда сыҡҡан "Йәншишмә ҡайҙан башлана?" тигән китабы ҡулыма килеп эләккәс, мин уны сат йәбешеп уҡып сыға һалдым. Китап миңә электән белгән, бер ҡарауҙа ябай ғына күренгән тәғлимәттәрҙе икенсе юҫыҡта аңлатты. Рәшиҙә апайҙы саҡырып, уны ағинәйҙәребеҙ менән таныштырып, китабында яҙылғандар хаҡында уның үҙенән һөйләткем килде.
Бөрйән ерендә тыуып-үҫеп, оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп, балаларға белем биргән Рәшиҙә Хәй ҡыҙы беҙҙең саҡырыуҙы ҡыуанып ҡабул итте. Ағинәйҙәребеҙ, мәктәп уҡыусылары менән уның китабы буйынса осрашыуҙар үткәрҙек. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә бик файҙалы булды был осрашыуҙар. Инде хаҡлы ялда булһа ла, һаман да балаларҙы уҡытыу эше менән булып, ереккән ерен ташлап, тыуған яғына ҡайтып төпләнергә мөҙҙәте етмәйерәк торған Рәшиҙә апайыбыҙ быйыл бөтөнләйгә Бөрйәненә ҡайтты һәм ихласлап "Ағинәйҙәр ҡоро" эшенә тотоноп китте. Ағинәйҙәребеҙ үҙ сафына ихлас ҡабул итеп алды уны.
Белмәгән һөнәре юҡ Рәшиҙә Хәй ҡыҙының. Ҡорама ҡораһынмы, мәрйен теҙһенме, кейеҙ баҫһынмы, буҙа эшләп эсерһенме, махсус рецепт менән арыш икмәге бешереп ашатһынмы - торғаны бер хазина һандығы ул. Күптән түгел район китапханаһында ағинәйебеҙ үҙенең шәхси ҡорамалар күргәҙмәһен ойошторҙо. Төрлө сағыу төҫтәрҙәге ҡорама юрған-түшәктәр, рюкзак-сумкалар, кейем-һалым, баш кейеме, ҡашмау, милли кейемдәр - барыһы ла зауыҡ менән ҡорап-һырлап тегелгән. Халыҡ һоҡланып, ихлас ҡараны был күргәҙмәне. Сара ваҡытында Рәшиҙә апай үҙенең ҡорама ҡорарға нисек өйрәнеүен, теге йәки был ҡораманы ниндәй алымдар менән эшләүен матур итеп тәфсирләп һөйләп торҙо:
- Ҡорама ул - минең бала сағымдың яҡты һәм матур иҫтәлеге, - тип һөйләне ул. - Әсәйемдең төрлө тауар киҫәктәрен бергә йыйып, матурлап тегеп-һырлап ҡалдырған ҡорама юрған, түшәктәре әле лә йортомдо биҙәй. Ҡарап торғанда ҡатмарлы кеүек тойолһа ла, ҡораманың заманса технологияһы бик ябай. Уны ҡулына бер ваҡытта ла энә тотмаған кеше лә бер тотоноуҙа ҡорап ҡуя ала. Икенсе яҡтан, ҡорама ябай ғына әйбер ҙә түгел. Ҡорама ҡорауҙы ҡатын-ҡыҙҙың тормошто ҡороуы менән сағыштырам мин. Тормошоңдо төрлө мәшәҡәттәрҙән, ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан нисек итеп бер бөтөн итеп ҡораһың, ҡораманы ла шулай, төрлө киҫәктәрҙе йыйып, тегеп, бер бөтөн итеп тоташтырып ҡуяһың. Минең ҡорамалар яҡты, сағыу киҫәктәрҙән тора, уларҙа ҡара төҫтәр юҡ тиерлек. Тормошто ла ҡатын-ҡыҙ тик матур, сағыу хис-тойғо, күңелле хәл-ваҡиғаларҙан ғына ҡорорға тейеш. Тормошоңдо нисек ҡораһың, ул шулай була. Өҫтөнлөктө ҡара төҫтәргә бирәһең икән, тормошоң да негатив юҫыҡта китә һәм, киреһенсә, сағыу, яҡты төҫтәргә өҫтөнлөк бирһәң, тормошоң да яҡты була. Быны психологтар күптән иҫбат иткән инде. Минең улдарым бәләкәйҙән ҡорама түшәктә йоҡларға яратты. Керләнә, тип, өҫтөн аҡ япма менән ҡаплаһам, беҙҙең ҡорама түшәктә ятҡыбыҙ килә, тип ныҡыша торғайнылар. Әйткәндәй, ҡораманы ирҙәр ныҡ ярата. Уларҙы ниндәйҙер көс тарта шул ҡорамаларға. Ҡорамала ҡатын-ҡыҙҙың күҙ нуры, ҡул йылыһы ҡалалыр, шул көс ир-егеттәрҙе үҙенә тарталыр, күрәһең.
Әйткәндәй, ҡорама әсәй-өләсәйҙәребеҙҙән тапшырыла килгән аманат ҡына түгел, ул - йортобоҙҙоң ҡото-бәрәкәте, йылыһы, тормошобоҙҙағы ваҡ ярсыҡтарҙы бергә тоташтырыусы ла. Усаҡ йылыһы кеүек улар. Кеше ҡорамалы өйгә инһә, уның күҙе иң беренсе шул сағыулыҡҡа төшә. Тимәк, ҡорама һаҡлағыс магияға ла эйә...
Рәшиҙә апай ағинәйҙәр менән бергә ҡорама ҡорарға өйрәнеү буйынса дәрестәр үткәрергә лә йыйына, сөнки күргәҙмәгә килеүселәр араһында ошондай теләк белдереүселәр күп булды.
- Йәй Бөрйәнгә ҡайтһам, шуға аптырай инем: туристар күп, әммә уларға тәҡдим итерлек, сувенир итеп һатырлыҡ бер әйбер юҡ, - ти Рәшиҙә апай ни өсөн ошондай эшкә тотонорға ҡарар итеүенең сәбәбен аңлатып. - Шул уҡ ҡораманан түшәк, йә башҡа әйбер, кейем тегеп, Бөрйәнгә ял итергә килеүселәргә тәҡдим итһәң, моғайын да, теләп һатып алырҙар ине. Ҡораманы кәсеп итеп тергеҙһәк, халыҡ та әҙ-мәҙ килем алыр ине. Минең ошо күргәҙмәмде ойоштороуымдың да төп маҡсаты шул: әсәй-өләсәйҙәр һөнәрен дауам итәйек, уларҙы аҡсаға әйләндерергә лә өйрәнәйек. Иш эргәһенә ҡуш була бит ул...
Ысынлап та, заман хәҙер егет кешенән генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙан да етмеш һөнәрле булыуҙы талап итә. Рәшиҙә апайҙың ҡорамалары ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күңелен арбап, шул һөнәргә өйрәнергә әйҙәгән икән, ҡыуанырға ғына ҡала.
Фәриҙә АЙЫТБАЕВА.
Бөрйән районы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе.
КИРЕ СЫҒЫРҒА