«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИПОТЕКАЛА ЙӘШЕРЕН "ТИШЕКТӘР" БАРМЫ?
+  - 

Ипотекаға фатир алырға тәүәкәлләп, үҙәк банктарҙың береһенә мөрәжәғәт иткәйнек. Банкта урынлашҡан консультация биреүсе компания хеҙмәткәре кредиттың ике төрө барлығы тураһында белдерҙе. Тәүгеһе буйынса - ай һайын түләнә һәм кәмей торған сумма, ә икенсеһе буйынса - кредит срогы буйына ул сумма үҙгәрешһеҙ һаҡлана. Беренсе вариантты һайлаған хәлдә, беҙҙең айлыҡ түләү суммаһы 30 мең һум, ә икенсе осраҡта иһә - 26 мең самаһы булыр ине. Беҙ икенсе вариантты ҡулайлы тип таптыҡ та, ғариза ҡалдырҙыҡ. Күпмелер ваҡыттан һуң банктан ыңғай хәбәр килде. Шулай ҙа ҡыуанысыбыҙ күпкә булмаған икән. Кредит килешеүе төҙөр көн еткәс, кредит белгесе беҙгә тәүге вариант (айлыҡ түләүе 30 меңлек) буйынса ғына кредит бирә алыуҙары тураһында белдерҙе. "Һеҙгә дөрөҫ консультация бирмәгәндәр, бынан тыш, беҙҙең программалар был төр кредитҡа (банкҡа ай һайын бер үк сумма ҡайтарыу мөмкинлеге) көйләнмәгән", - тине. Беҙ тәүге консультация биреүсе хеҙмәткәрҙең беҙгә биргән яҡынса түләүҙәр графигын күрһәткәс һәм кредит алыуҙан баш тартасағыбыҙ тураһында белдергәс кенә банк вәкилдәре беҙҙең өсөн генә иҫкәрмә эшләргә булды... Ошо хәлдән сығып, һорау тыуа: банк системаһында йәшерен "тишектәр" ҙә бармы ни? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ҡадир Барый улы МӘҒӘФҮРОВ менән башлаған һөйләшеүҙе ("Киске Өфө", №36) дауам итмәксебеҙ.

- Бөтөн йәшерен "тишектәр" - кешенең белеме булыуы һөҙөмтәһе генә. Шуға, әлеге осраҡты "йәшерен юл" тип атау дөрөҫлөккә тап килеп етмәй, минеңсә. Эшҡыуарҙар ҙа бит, закондарҙы, положениеларҙы яҡшы белә икән, сығымдарын кәметеү юлын таба. Белемең бар икән - рәхим ит...
Кредит консультанты менән һөйләшеп алыуығыҙ бик урынлы, дөрөҫ булған. Һеҙ алған кредит "аннуитет түләү" тип атала. Был төр кредитты ҡайҙан уйлап тапҡандар? Уның мәғәнәһе, әтнәкәһе ниҙә? Был һорауҙарға яуап табыр алдынан "дифференциацион", йәғни, айырмалы түләүҙе ҡарап үтәйек.
Үткән һөйләшеүҙә әйткәнемсә, процент кредиттың ҡалдығынан иҫәпләп сығарыла. Дифференциацион түләү (йәғни, ай һайын түләнә торған сумманың йылдан-йыл кәмеүе) шарты менән бер йылға 120 меңлек кредит алдыҡ икән, ти. Тәүге айҙа процентты 120 мең һумлыҡ, икенсе айҙа - 110 мең һумлыҡ төп бурысҡа ("основной долг") ҡарап түләйәсәкбеҙ. Һуңғы айҙа иһә - 10 меңгә генә процент түләү талап ителә. Беренсе айҙа, әлбиттә, тулы суммаға түләгәс, процент та күберәк була. Кәмей-кәмей барып, һуңғы айында процент бәләкәй генә ҡала. Әйткәнемсә, был - дифференциацион түләү, тип атала. Әйтәйек, 20 йылға 1 миллион һумлыҡ кредит алғанһың, ти. 20 йылда - 240 ай. Миллионды 240-ҡа бүлдең дә, килеп сыҡан һан буйынса төп бурыстың тигеҙ өлөшөн түләйһең. Шул тигеҙ өлөшкә процент ҡушыла. Ул процент ай һайын кәмей бара. Бынан тыш, банк "аннуитет түләү"ҙе лә юҡтан ғына уйлап сығармаған. Кредиттың был төрөндә айлыҡ түләү ай һайын бер суммала ҡала килә. Нимә иҫәбенә шулай килеп сыға һуң? Яуабы анһат ҡына. Аннуитет түләүҙә төп бурыс башта - әҙерәк, аҙаҡ нығыраҡ кәмей. Аннуитет түләүҙе икенсе төрлө эшләп булмай. Бындай түләү банкҡа нимәһе менән уңайлы? Ай һайын бер үк суммала хаҡ түләтеү банкҡа дифференциацион түләүгә ҡарағанда күберәк процент алып килә, сөнки, ҡабатлап әйтәм, төп бурыс тәүҙә аҙыраҡ кәмей. Был осраҡта икенсе айҙа алдағы дифференциациялы түләү миҫалындағы һымаҡ, процентты 110 меңгә түгел, ә күберәккә түләйһең. Был да тәүге өс айҙа төп бурысты ҡайтармаҫҡа мөмкин, тигән система кеүек килеп сыға.

Тимәк, аннуитетлы түләүҙе һайлап, беҙ яңылышҡанбыҙмы?

- Баштан уҡ әйтеп ҡуяйым - һеҙ дөп-дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Шуға, хеҙмәткәрҙәр һеҙгә был төр кредитты бирергә ашҡынып бармаған. Күрәһең, кәңәшләшеп алғандар ҙа, 20 йылға аннуитетлы түләү ярамай, тигәндәрҙер. Бында әтнәкә 20 йылда. 1-2, 3 йылға алынған аннуитетлы кредит банкҡа бик уңайлы. Ул яҡшы итеп аҡса эшләп ҡала. Әммә 20 йылда был төр кредит банк өсөн уңайһыҙ. Әлеге лә баяғы, инфляция ғәләмәте. 20 йылда инфляцияның ниндәй кимәлгә етерен бер кем дә белмәй. Ә һин һаман да бер үк сумма түләйһең. Шуға, оҙайлы ваҡытҡа кредит алғанда аннуитетлы түләү отошлораҡ. Айлыҡ түләүең бөгөн 26 мең булһа, 20 йылдан һуң да шул уҡ ҡаласаҡ. Шулай ҙа, ҡулыңа алғас та, килешеүҙе бик ентекләп уҡырға кәрәк. Уның аҙағында элек ваҡ ҡына хәрефле яҙыу була торғайны. Хәҙер ундай яҙыу тыйылған. Әммә, барыбер, документты ентекләп уҡырға кәрәк. Кеше уҡып тормаһын, тип, күп һәм ҡатмарлы итеп яҙалар. Әйтәйек, "берәй хәл килеп сыҡһа, банк бер яҡлы рәүештә был килешеүҙе үҙгәртә ала" тигән яҙыу ҙа булыуы мөмкин. Ундай килешеүгә ҡул ҡуйырға ярамай, әлбиттә. 1998 йылғы кеүек көрсөк була ҡалһа, банк процентын 25-30 процентҡа күсереүе мөмкин. Ә хеҙмәткәрҙең эш хаҡы - үҙгәрешһеҙ ҡалыуы көн кеүек асыҡ. Ундай хәлдәрҙән һаҡланыр өсөн килешеүҙе бик яҡшы итеп өйрәнеү кәрәк.
Һығымта шулай: 1-2 йылға кредит алғанда - айырмалы, йәғни, дифференциацион түләү, ә 20-30 йылға ипотека алғанда - аннуитет түләү отошлораҡ.

Иҙел РӘХИМОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.14 | Ҡаралған: 1468

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru