«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИНДӘЙ ГЕНӘ ЗАМАНДА ЛА ҮҘГӘРЕШҺЕҘ ҠАЛЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ҒАИЛӘ ҠИММӘТТӘРЕ БАР
+  - 

Кешелек донъяһындағы төп ҡанундарҙың береһе булған ғаилә ҡороу йолаһы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. Был үҙгәрештәр беҙҙең башҡорттар араһында ла урын ала бара. Һәр замандың - үҙ заңы, үҙ көйө, тиһәк тә, был хәл һағайырға мәжбүр итә барыбер. Шуға ла ғаилә, законлы никах мәсьәләләре ата-әсә, йәштәр өсөн генә түгел, ә бар йәмғиәт, шулай уҡ ғалимдар, төрлө кимәлдәге етәкселәр өсөн дә иғтибар үҙәгендә булыр бер темаға әүерелде. Бөгөн беҙ Белорет районының йәш етәкселәре - Нура ауылы хакимиәте башлығы Азат Фәрит улы Шәнгәрәев, Ишле ауылы хакимиәте башлығы Фәнис Рәшит улы Данъянов һәм Сосновка ауылы хакимиәте башлығы Айгиз Динислам улы Мусин менән ғаилә ҡиммәттәре хаҡында һөйләшергә булдыҡ. Вазифалы урын биләүсе етәксе, шулай уҡ ғаилә башлыҡтары ла булараҡ, улар үҙ биләмәләрендә ғаилә институтын һаҡлау, уға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән нимәләр эшләй, ниндәй өлгө күрһәтә? Етәксе дәрәжәһенә үрләгәнһең икән, халҡыңа ла күтәрелергә, уңышҡа өлгәшергә, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итергә тейешһең, тигән ҡағиҙәне улар үҙҙәре нисек үтәй?

Бөгөн рухи ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә дәүләт ҙур финанс ярҙамы күрһәтә. Шулай ҙа ғаилә ҡиммәттәре иң тәүҙә кешенең үҙендә, башында булырға һәм кешенән-кешегә, быуындан-быуынға күсергә тейеш. Был сифаттарҙы дәүләт программалары менән генә үҫтереп булмай. Мәҫәлән, 2008 йылды Ғаилә йылы тип иғлан иткәндә, йылды үткәреү саралары өсөн 95 млрд һум аҡса бүленде. Был йәһәт-тән күпләп аҡса түгелеүе дөрөҫмө?

Айгиз Мусин: "95 млрд һум" тип әйтһәң генә күп күренә ул. Уны Рәсәй субъекттарына бүлә башлаһаң, әллә ни ҙур булмаған сумма килеп сығасаҡ. Ашаған белмәй, тураған белә, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Минең ҡулда булһа, был маҡсатҡа тағы ла күберәк аҡса бүлер инем. Нимә генә тиһәк тә, мәҙәни сараларҙың бөгөнгө тормошта роле бик ҙур. Бөтә кеше лә етәксе кабинетының ишеген ҡағып йөрөй алмай. Ә ошондай сараларҙа кеше бер-береһе менән аралаша, фекерҙәре, ниндәйҙер яңы идеялары менән бүлешә, башҡаларҙың тормошона байҡау яһай, фекеренә ҡолаҡ һала. Халыҡ бер ҡайҙа ла йөрөмәй, ҡатнашмай, тип зарлана алмайбыҙ. Был йәһәттән беҙҙә эштәр яйға һалынған. Баш ҡала артистарын да концерт, спектаклдәр менән саҡырып торабыҙ. Бюджет аҡсаһын ауылдың киләсәген булдырыу, төҙөкләндереү эштәренән тыш, йәш быуынды тәрбиәләүгә, рухи ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә, сәләмәт тормошто пропагандалауға, традицияларыбыҙҙы һаҡлауға ла тигеҙ бүлергә тырышабыҙ. Сығымдар үҙен аҡлай. Мәҫәлән, "Айыҡ ауыл" акцияһында ҡатнашыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе бик ҙур булды. Эскелек ҡырҡа кәмене, магазин хужалары менән килешеп, һатыуҙан спиртлы эсемлектәрҙе алдыҡ. Йәштәребеҙ әүҙемләште, хәҙер дискотекалар эскеһеҙ, һуғышһыҙ үтә. Өйләнеүселәр һаны ла артты. Эскән ир-егеттәребеҙ менән әңгәмәләр үткәрҙек, уларҙың күбеһе эш табыуға өлгәште. Клубта йәштәр өсөн вокаль, бейеү, ҡул эштәре түңәрәге эшләй. Рысыҡай клубына бильярд өҫтәле һатып алдыҡ. Яңы идеялар менән рухланған йәштәребеҙ үҙҙәре төрлө тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итә, бар башланғыстар-ҙы ла ыңғай күтәреп ала. Ти-мәк, уларҙа өмөт, сәм бар, тигән һүҙ был. Әйҙәп йөрөүселәр булғас, күп кенә эштәрҙе өмә, акциялар уҙғарып башҡарабыҙ. Кескәйҙәр өсөн балалар майҙансыҡтарын да халыҡ менән бергәләп урынлаштырҙыҡ. Әлбиттә, бюджет аҡсаһына ғына күҙ терәп ултырмайбыҙ, бағыусылар табырға, улар менән хеҙмәттәшлек итергә тырышабыҙ. Ошондай ваҡ, ләкин ауыл өсөн мөһим эштәрҙе башҡарғанда, Рәсәй өсөн 95 млрд һум аҡсаның әллә ни күп булмауы яҡшы аңлашылалыр хәҙер. Шуға ла, дәүләт программалары рухи ҡиммәттәрҙе, мәҙәниәтте үҫтерә, традицияларҙы һаҡлай, тип түгел, ә ошо өлкәлә күп эштәр башҡарырға ярҙам итә, тип ҡарарға кәрәк.
Азат Шәнгәрәев: Ысынлап та, бары тик кешенең мәҙәни кимәле юғары булыу һөҙөмтәһендә генә һаҡлап ҡалып була торған рухи ҡиммәттәрһеҙ ныҡлы, заманса, тотороҡло йәмғиәт төҙөп булмай. Рухи мәҙәнилек үҙ эсенә күп нәмәне ала. Юғары мәҙәниле кешеләр законды ла, әхлаҡты ла, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә, динде лә, белемде лә берҙәй аңлай һәм хөрмәт итә. Шуныһы ҡыуаныслы, мәҙәниәтте, төрлө ҡиммәттәрҙе үҫтереүҙе дәүләтебеҙ бөгөнгө көндөң актуаль проблемаһы тип таныны. Шуға күрә, бөтә яҡтан да үлсәп, иҫәпләп ҡараһаң, 95 млрд һумдың ҙур сумма булмауы яҡшы аңлашылырға тейеш. Дәүләт программаларын ҡабул иткәндә тормоштағы социаль-иҡтисади проблемаларҙы иҫәпкә алыу мөһим. Шул осраҡта ғына уның һөҙөмтәһе юғары буласаҡ һәм ул уңышлы тормошҡа ашырыласаҡ.

Балаларһыҙ Рәсәйҙең ки-ләсәге юҡ, тиһәләр ҙә, йәшерен-батырыны юҡ, күп балалы ғаиләләргә бөгөн барыбер ҙә ғәжәпләнеберәк ҡарайҙар. Эш биреүселәр ҙә хеҙмәткәренең йыш декретҡа китеүен, больничныйға сығыуын өнәп бөтмәй. Күп балалыҡты ғәҙәти күренешкә әйләндереү өсөн дәүләт тарафынан нимә эшләнергә тейеш?

Фәнис Данъянов: Күп балалыҡты пропагандалау өсөн тәү сиратта дәүләттең ярҙамы мотлаҡ. Шәхси торлаҡ булдырыуға, төҙөлөш эштәренә ярҙам күрһәтеүгә баҫым яһарға кәрәк. Арҡа терәр ныҡлы нигеҙең булмайынса тороп, бала тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәр, традицияларҙы һаҡлау тураһында нисек һүҙ йөрөтәһең? Күп балалы ғаиләләргә балалар пособиеһын арттырһалар, ниндәйҙер льготалар булдырылһа, ошо ғаиләнең яҡшы уҡыған, өлгөлө тәртибе булған балаларын төрлө ҡалаларға экскурсияларға йөрөтһәләр, ял йорттарына юлламалар бирһәләр, башҡаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уяныр, күп балалыҡтың бәҫе күтәрелер ине. Бөгөн балалар пособиеһы иҫәпкә бар, һанға юҡ күләмендә. Уны һәр кемгә лә 140-ар һумлап бүлеп биргәнсе, шул аҡсаны бүлгеләмәй-йолҡҡоламай ғына күп бала тәрбиәләүселәргә өҫтәп түләһәләр, файҙалыраҡ булмаҫ инеме икән?
Азат Шәнгәрәев: Әгәр ҙә дәүләт ихласлап тотонһа, һис шикһеҙ, күп балалыҡтың баһаһын күтәреп, популярлаштырып булыр ине. Ысынлап та, бер кемгә лә сер түгел, арабыҙҙа балалар аҡсаһына ғына йәшәргә мәжбүр булыусылар ҙа, ошо аҡсаны араҡыға исраф итеүселәр ҙә етерлек. Хөкүмәт өс балалы ғаиләләргә 1500 һум, дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә 2000 һум аҡса бүлә. Ғаилә был аҡса иҫәбенә йәшәргә түгел, ә уны баланың кәрәк-ярағына тотонорға тейеш тә бит... Әгәр ҙә был аҡса ҡулға бирелмәй, ниндәйҙер айырым маҡсат өсөн махсус иҫәпкә күсерелһә, аҡсаның тәғәйенләнеше һөҙөмтәлерәк булыр ине.
Республикабыҙҙа күп бала тапҡан ҡатындарға миҙал тапшырыу ҙа матур традиция булып китте. Тик был миҙалға ысынлап лайыҡ булмағандар ҙа эйә булыуы күңелде ҡыра, миҙалдың бәҫен төшөрә. Күп бала табыу менән генәме ни, әгәр уларға тейешле тәрбиә, өлгө бирә алмаһаң. Иҫәп менән сифат тура килмәй икән, 5 түгел, 15 бала тапһалар ҙа, миҙал тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Был йәһәттән дәүләт тарафынан айырым күҙәтеү органдары булдырыу ҙа дөрөҫ булыр ине. Күп бала табып та, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләй алмаған ҡатындар ни илгә кәрәкле кешеләр үҫтерә алмай, ни үҙҙәренең йүнле хеҙмәт стажы булмай.

Йәштәр араһында законлы никахҡа инмәй генә, гражданлыҡ никахы менән йәшәү ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Һандар теле менән әйткәндә, бөгөн ғаиләләрҙең 10 проценты самаһы никахын рәсми теркәмәүҙе хуп күрә икән. Шул сәбәпле, балаларҙың өстән бер өлөшө никахһыҙ ғаиләлә тыуа. Бурыстарыңды закон менән нығытмай ғына гражданлыҡ никахы менән йәшәү дөрөҫмө?

Фәнис Данъянов: Бөгөн ниндәй генә өлкәне алма, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, тотош ил, милләт мәсьәләһе булһынмы, һәр ҡайһыһы ҙур үҙгәреш кисерә. Заман елдәре ғаилә ҡиммәттәрен дә урап үтмәне. Шуға күрә, гражданлыҡ никахын да бөтөнләй үк кире ҡағыу, бәлки, дөрөҫ түгелдер. Минеңсә, бөтәһен дә тиҙ хәл итергә яратҡан бөгөнгө йәштәр өсөн бындай никах хистәр ныҡлығын тикшереү өсөн һынау ролен үтәй. Сер түгел, хәҙер йәштәр ысын мөхәббәтте көтөп, зар-интизар булып йөрөргә теләмәй, дөрләп ҡабына ла, һүнә, йәғни ысын хистәр менән түгел, теләк менән эш итә. Ошондай шарттарҙа гражданлыҡ никахында йәшәп алыу яҡшылыр ҙа, бәлки. Шулай ҙа бындай никахты бары тик ғаилә ике кешенән торғанда ғына ҡабул итергә була. Әгәр ҙә бала тыуа икән, мөнәсәбәттәр мотлаҡ рәсмиләштерелергә тейеш, сөнки бындай никах балалар яҙмышына кире йоғонто яһаясаҡ, үҙ яуаплылығын аңламаған әҙәмдәрҙең намыҫһыҙлығына, әхлаҡһыҙлығына юл ҡуйыласаҡ. Айгиз Мусин: Ҡатыным менән ике ҡыҙ, бер малай тәрбиәләйбеҙ. Үҙебеҙҙең йола буйынса өйләнештек. Нисек кенә ышандырырға тырышмаһындар, гражданлыҡ никахы менән йәшәүҙе дөрөҫ түгел, тип һанайым. Бындай никах менән яуаплылыҡтан ҡасҡандар, үҙ-үҙенә ышанмағандар ғына йәшәй. Әгәр ҙә тойғолар ысын икән, уны закон менән рәсмиләштереүҙән ҡурҡырға ярамай.

Дәүләтебеҙ һәр кемгә шәхси тормошҡа хоҡуҡ бирә. Ғаилә кодексы тормоштары алға бармаған парҙарҙың айырылышыуын да сикләмәй, кемгә ғашиҡ булырға, өйләнергә кәрәклеген дә һәр кем үҙе хәл итә. Тик шулай ҙа бөгөн ғаилә ҡороу мәсьәләһе үтә еңел хәл ителмәйме?

Фәнис Данъянов: Өйләнеү мәсьәләһе элек-электән етди хәл ителгән. Кем менәндер туғанлашыу алдынан буласаҡ ҡоҙаларҙың ете ырыуына тиклем байҡау яһалған, сөнки никах тотороҡлоғо яңы туғандар араһындағы мөнәсәбәттәргә лә ныҡлы бәйләнгән. Шуға күрә, тормош юлдашы һайлар алдынан атай-әсәй кәңәшенә ҡолаҡ һалыу ҙа мөһим. Табышып, ҡауышҡандар икән, үҙҙәре беләлер, тип, балаңдың кем менән йәшәп ятыуын да күреп белмәү ҙур хата. Әгәр ҙә йәштәр тормош юлдашы итеп һайлаған кешеһен ата-әсәһе менән таныштырмай ғына гражданлыҡ никахы менән йәшәүҙе хуп күрә икән, был осраҡта мотлаҡ ололар тәүге аҙым яһарға, үҙе башлап буласаҡ килене йә кейәүе, ҡоҙағыйҙары менән танышырға, туғанлашырға тейеш.
Азат Шәнгәрәев: Ғаилә ҡороу еңел-елпе генә эш түгел, сөнки иңеңә икенсе яртың менән иҫәпләшеү, уртаҡ хужалыҡ алып барыу, балалар тәрбиәләү кеүек яңы бурыстар, мәшәҡәттәр йөкмәтелә. Бында йәштәрҙең генә ризалығы етмәй, мотлаҡ атай-әсәйҙең фатихаһы, кәңәше лә кәрәк. Әгәр ҙә егет менән ҡыҙҙың хистәре ышаныслы икән, атай-әсәй уларҙың мөнәсәбәтенә фатихаһын бирергә, буласаҡ киленен йә кейәүен нисек бар, шулай ҡабул итергә, балаһының хистәрен хөрмәт итергә тейеш. Бында "оҡшамай" йәки "яратмайым" тип ауыҙ асыу урынһыҙ.

Һәр ғаиләнең үҙ традициялары, ҡиммәттәре булырға тейешме? Баланы хеҙмәткә өйрәтеү, дин мәсьәләләрен аңлатыу нисек атҡарылырға тейеш?

Фәнис Данъянов: Тәрбиә бала саҡтан аңға һалынырға һәм һеңдерелергә тейеш. Бала ғаиләлә алған сифаттары менән йәмғиәткә аяҡ баҫа. Әгәр ҙә был сифаттар кире ғәҙәттәр менән һуғарылған икән, тимәк, дәүләткә лә ауырға тура киләсәк. Дәүләтебеҙ бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса төрлө закондар сығара. Тик ошо закондарҙы бер яҡлы ғына ҡабул итеүселәрҙең дә булыуы үкенесле. Мәҫәлән, элек мәктәптәрҙә алмашлап дежур итеү, Тимур командалары ғәҙәти күренеш ине. Бер кемдең дә ата-әсәһе был йәһәттән дәғүә белдермәне. Ә бөгөн иһә класс иҙәнен йыуған өсөн, бала хоҡуҡтарын боҙаһығыҙ, тип, директорға йүгерәләр. Был осраҡта ата-әсәләр йыйылышында үҙ-ара килешеп, закон боҙмай ғына бер ҡарарға килеү уңышлы булыр ине. Бөтәһе лә бер һүҙҙән булғанда хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында бәхәстәр ҙә килеп сыҡмаҫ ине. Ә инде дин мәсьәләһе балалар тәрбиәләгәндә бигерәк тә сетерекле. Һүҙ ҙә юҡ, диндең тәрбиә, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрендәге роле баһалап бөткөһөҙ. Тик был йәһәттән бик һаҡ һәм белеп эш итеү зарур. Хиджап ҡабул иткәндә лә тәү сиратта баланың үҙе менән һөйләшергә кәрәк: теләйме ул быны, әллә инде ата-әсәһенең баҫымы аҫтында ғына ошо юлға баҫырға мәжбүрме?
Азат Шәнгәрәев: Элек беҙҙең ҡыҙҙарҙың бала саҡта яланбаш йөрөүе бер ҙә хилаф һаналмаған, был йәһәттән тыйыу ҙа булмаған. Бөгөн дин юлынан киткән йәштәрҙең кейеменә күҙ һалһаң, беҙҙең милләткә хас булмаған көнсығыш ҡатын-ҡыҙы кейемен мода итеп алыуҙарын күрәһең. Ә бит башҡорттар бер ваҡытта ла улай кейенмәгән. Йәшкә ҡарап, яулыҡ ябыныуҙың да үҙ тәртибе булған. Еткән ҡыҙҙар уны ҡыя ябынһа, оло инәйҙәр иһә арҡаларына төшөрөп, эйәк аҫтынан бәйләгән, эш менән мәшғүл саҡта яулыҡты сөйөп ябыныу ҙа ғәйеп булмаған. Ҡыҙыҡ өсөн генә белергә ине, хиджап ҡабул иткәндәрҙең барыһы ла бөтә күңеле менән динде аңлап эш итәме, әллә инде уны заман модаһы итеп кенә күрәме? Дин ҡабул итеү өҫтөңә үтә яуаплы, етди бурыс алыу ул. Башланғыс класс уҡыусыһының үҙ аллы ғына дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе икеле. Динде ныҡлап аңлағас, бындай бурыстарҙы үтәй алыу-алмауын ул үҙе генә хәл итә ала.
Ә инде баланы хеҙмәткә өйрәтеүгә килгәндә, элекке тәрбиәнән дә ҡулайлыраҡ сара белмәйем. Элек бала өйҙә генә түгел, мәктәптә лә хеҙмәт серҙәренә өйрәнде. Ул саҡта дәрестәрҙән тыш, йәмғиәткә файҙалы эш тигән айырым дәрес була торғайны. Бындай дәрестәрҙә уҡыусылар фермаларҙа, төрлө ойошмаларҙа ярҙам күрһәтте, ысын хеҙмәт кешеһе менән яҡындан аралашты. Дәрестән тыш, мәктәп, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан балаларҙы өлгө итеп ҡуйҙылар, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙылар. Бындай дәртләндереү саралары башҡаларҙа ла әүҙемлек, шундай эштәрҙә ҡатнашыу теләге уята торғайны. Мәктәп, ата-әсәләр менән килешеп эшләгәндә әле лә был алымды ҡулланырға була. Беҙҙе, эшләгәнең кешегә булһа, өйрәнгәнең үҙеңә, тип үҫ-терҙеләр. Хәҙерге ата-әсәләр ҙә ошо принципҡа таянып эшләһә ине лә бит.

Ауылдың киләсәге булһын, йәштәр ауылда ҡалһын өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? Етәксе булараҡ, был йәһәттән ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?

Айгиз Мусин: Был йәһәттән беҙҙең биләмәлә эштәр зарланырлыҡ түгел. Биләмә территорияһында "Ар ташы", "Ҡарағайлыҡ" турбазалары, ҡайһы бер етештереү предприятиелары эш урындары менән ярҙам итә. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла бар. Перспектива ҙур булғас, йәштәр ҙә күпләп ауылда ҡала, ер ала, йорт һала. Хакимиәт йәштәргә төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша, ер алыу, төҙөлөш башлау буйынса консультация биреү өсөн ҡаланан белгестәр саҡыртабыҙ. Биш кеше йыйылһа, уларҙы бергә йыйып, документтар юллау буйынса ярҙам итәбеҙ, кәңәштәр бирәбеҙ. Йәштәребеҙ дәртле, бер-береһенән күреп, сәмләнеп йәшәй, төрлө дәүләт программаларында ла әүҙем ҡатнаша. Яңы йорттар һалып инә. Мәктәпһеҙ, йәштәрһеҙ ауылдың киләсәге юҡ икәнен дә яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә ауылдарҙы төҙөкләндереү, юлдар һалыу, урамдарҙа автоматлаштырылған яҡтыртыу системаһы ҡуйыу, һыу скважиналары ҡаҙҙырыу буйынса бик күп эштәр башҡарабыҙ. Алла бирһә, 2015 йылда "Ауылдарға газ үткәреү" дәүләт програмаһына эләгәсәкбеҙ. Шул арҡала Сосновка ауылында 160 саҡрым ергә газ үткәреләсәк.
Азат Шәнгәрәев: Ауылдың киләсәге туранан-тура ауылдаштарҙың әүҙемлегенә, битараф булмауына бәйләнгән. Беҙҙең биләмә бәләкәй генә, халыҡ иҫәбе биш йөҙгә лә тулмай. Оптималләштереүгә бәйле, ауылдағы тулы булмаған урта мәктәп башланғыс мәктәп итеп ҡалдырылды. Эш урыны булмағанлыҡтан, йәштәр ҙә ситкә китергә тырыша. Йәштәр өсөн төрлө программалар эшләй ҙә бит, барыһы ла уның менән файҙалана алмай. Кемеһенеңдер мәшәҡәтләнеп йөрөргә түҙемлеге етмәй, икенсеһенең документ юлларға аҡсаһы юҡ. Хакимиәт ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышһа ла, әлегә был тырышыу бер яҡлы ғына килеп сыға. Ғәмһеҙлекмелер инде, ҡайһы берәүҙәр яҙып биргән белешмәләрҙе лә ваҡытында килеп алмай. Шулай ҙа һуңғы ваҡыттарҙа башҡаларҙың торлаҡ төҙөү, ер алыу өсөн нисегерәк итеп дәүләт ярҙамы менән файҙаланыуын беҙҙекеләр ҙә ишетә, күрә башланы шикелле. Халыҡ яйлап ҡына күҙен асҡандай булды. Тик улар ныҡлап уянып, ярҙам, кәңәш һорап килгәнсе, ауыл хакимиәте генә түгел, хатта ауыл да булмаҫҡа мөмкин. Ярҙам итергә тырышһаҡ та, дәүләт ярҙамы менән үҙ мөйөшөн булдырырға теләүселәр әлегә бик һирәк, бер нисә ғаилә әсәлек капиталын файҙаланып, йорт күтәрҙе. Шуныһы күңелде ҡыра: был аҡсаны ла маҡсатҡа ярашлы тотонмаусылар бар. Ә бит аҡса менән уйлап эш итмәһәң, ул иртәгә булмай. Һөҙөмтәлә - йортоң да юҡ, кеҫәңдә лә елдәр уйнай. Көтөүлектәр булмағанлыҡтан, беҙҙә малсылыҡ менән шөғөлләнеү отошло түгел. Ә бына ҡош-ҡорт үрсетеү, баҡсасылыҡ, туризмды үҫтереү буйынса мөмкинлектәр бар. Тәүәккәлдәр, ныҡыштар бынамын итеп үҙ эшен асып ебәрә алыр ине.

Ир - баш, ҡатын -муйын, тибеҙ. Ҡайһы бер осраҡтарҙа баштың муйын ролендә йөрөүен ниcек аңларға?

Айгиз Мусин: Ирмен тигән ир ҡайҙа булһа ла ир булып ҡалырға тейеш. Был мин-минләнеп, ҡатын менән кәңәшләшмәй, үҙеңсә генә эшләүҙе аңлатмай, әлбиттә. Килешеп эшләүгә бер ни ҙә етмәй. Шулай ҙа ғаиләне ҡарау, уның киләсәген планлаштырыу, балаларҙы оло тормошҡа аяҡ баҫтырыу кеүек бурыстар тәү сиратта ир иңендә ятырға тейеш. Ҡатын - ғаилә усағын һаҡлаусы, өйҙә тыныс, матур мөхит булдырыусы. Тәрбиә биреүҙә атай-әсәйҙең аныҡ ҡына айырым бурыстары юҡ тип уйлайым. Баланың бөтә ғәҙәт-ҡылыҡтары өсөн улар икеһе лә берҙәй яуаплы, шулай ҙа был йәһәттән ҡатындың роле ҙурыраҡ булырға тейештер. Беренсенән, ул күберәк ваҡытын бала менән үткәрә, баланың һәр аҙымы тиерлек уның күҙ алдында. Ғаилә ҡарайым, тип, көнө-төнө эш менән йүгергән атайҙың абруйын балалары алдында күтәреү, ир абруйын хөрмәт итергә өйрәтеү ҙә ҡатындан тора.
Азат Шәнгәрәев: Ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡатын-ҡыҙҙың лидер булыуы менән килешмәй ҙә булмай, сөнки арабыҙҙа ирлек бурысын тулыһынса үҙ өҫтөнә алмаған көслө заттарыбыҙ ҙа етерлек. Бына шундай саҡтарҙа, булмағанды көтөп ултырмай, үҙе тормош арбаһына егелгән ҡатын-ҡыҙҙы хупларға ғына ҡала. Быны булдырмау өсөн малайҙарҙа бәләкәй саҡтан уҡ ирлек сифаттары тәрбиәләү мөһим. Бөгөн күп кенә ата-әсәләрҙең улдарын армияға ебәрмәҫ өсөн бихисап аҡса түгеүен, әллә күпме тупһаларҙы тапауын да беләбеҙ. Армия - ул бөтә ир-егеттәр ҙә мотлаҡ үтергә тейеш булған сынығыу мәк-тәбе. Улын хеҙмәттән алып ҡалырға тырышҡан атай-әсәйҙәр ҙур хата эшләй. Ғөмүмән, ир-егетте үтә наҙламай, иркәләтмәй, һәр нәмәлә сама белеп үҫтереү кәрәк. Ир кеше ағас ултыртырға, өй төҙөргә, ул үҫтерергә бурыслы, тигән ҡағиҙә кесе йәштән малайҙарҙың мейеһенә һеңдерелергә тейеш. Һәр көнгә ышаныс менән ҡарап, ысын ир-ат булып йәшәр өсөн белемле булыуың да мөһим. Белемең бар икән, эшең дә, аҡсаң да булыр. Ҡыҙҙарға был йәһәттән әллә ни ҡурҡыныс юҡ, сөнки йүнле генә кейәүгә сығып, балалар үҫтереп, иренә ярап, эшләмәй ҙә бынамын тигән итеп йәшәй ала. Шуға күрә, улым ҡатын-ҡыҙ ҡурайына бейемәһен, һүҙен дә әйтә, эшен дә эшләй белһен, тиһәң, белем алыуҙың тәүге урында тороуын аңлау кәрәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ошо диалогтан һуң, етәксе вазифаһында эшләүселәр менән бындай темаға ла әңгәмәләр кәрәк икән ул, тигән һығымта яһалды бына. Ни өсөн икәне тураһында үҙегеҙ һығымталар яһағыҙ һәм әңгәмәләге фекерҙәрҙе дауам итә алаһығыҙ. Хаттар көтәбеҙ.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.12.14 | Ҡаралған: 1933

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru