«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕҢ ЕТЕШТЕРГӘН РИЗЫҠҠА ЕТӘ БУЛАМЫ ҺУҢ!
+  - 

Халҡыбыҙҙың мәҡәл-әйтемдәренең тәрән мәғәнәһенә, ундағы тормош фәлсәфәһенең дөрөҫлөгөнә хайран ҡалырлыҡ. Ысынбарлыҡты шулай ҡыҫҡа һәм тос итеп әйтеп биреү, уларҙы быуындан-быуынға еткереү өсөн ни тиклем аҡыл, фекер тупларға кәрәк икән, тип ғәжәп итәһең. Кешеләр менән осрашып аралашҡанда "Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр", йә иһә, "Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән", "Аяғың тәп итмәй, ауыҙың сәп итмәй", "Эшләгән - ашаған, эшләмәгән - ҡаҡшаған" кеүек мәҡәлдәрҙең бушҡа ғына килеп сыҡмауына инанаһың. Бөгөнгө һүҙебеҙ ҙә ошо мәҡәлдәрҙәге хәҡикәтте асыҡ дәлилләүселәрҙең береһе - Белорет районының Абҙаҡ ауылы килене Илзирә ӘХМӘТЙӘНОВА хаҡында булыр.

Тыуған ояһында алған тәрбиәһе, ата-әсәһенән күскән эшһөйәрлеге менән ауыл тормошон яратып, уның бар матурлығын тойоп йәшәүселәрҙең береһе ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүсе, тормош иптәше Рөстәм менән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереүсе Илзирә. Әлбиттә, күптәргә өлгө булып, ауылда гөрләтеп донъя көтөүгә бөтәһенең дә барымы булмай. Берәүҙәр - алма, икенселәр хөрмә яратҡан кеүек, тормошта ла кемдер ауылды үҙ итә, икенселәр ҡалала йәшәүҙе хуп күрә. Ғөмүмән, бөгөн ауыл халҡын һис икеләнмәй ике төркөмгә бүлергә булыр ине: мал тотоп, ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса үҫтереп, рәхәтләнеп ауыл тормошо файҙаһын күреүселәр һәм быларҙың барыһын да файҙаһыҙға көс түгеү тип һанап, магазин кәштәләрендәге әҙер ризыҡҡа өҫтөнлөк биреүселәр. Ә бына Илзирәне бер һүҙһеҙ тәүгеләр рәтенә индерергә була. "Ауылдан башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Күңелең бошҡан саҡтарҙа баҡсаңа сығып, түтәлдә ҡаҙыныуҙан, йәиһә ҡураңдағы ҡош-ҡортоңа ем һибеүҙән генә лә әллә күпме йәм, тыныслыҡ табырға була", - ти ул. Бөгөн беҙ Илзирә менән ауылда мал тотоп йәшәүҙең өҫтөнлөгө хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Мал тотоп ыҙалағансы, теләгән нәмәне магазиндан ғына сығаһың да алаһың, тиеүселәр күбәйҙе, - тип һөйләп китте Илзирә. - Уйлап ҡараһаң, уларҙың һүҙендә лә хаҡлыҡ бар кеүек. Мал тотам, тиһәң, бесәнен эшләргә, бесән эшләйем, тиһәң, техникаһын, яғыулығын һатып алырға кәрәк. Ә инде баҡса үҫтерәһең икән, көнө-төнө тупраҡта соҡсонорға, баш ҡалҡытҡан һәр шытымыңды тәрбиәләргә, һыуын һибергә, сүбен утарға тура килә. Һин шулай баш күтәрмәй эш менән булғанда, икенсе берәүҙәрҙең йәй хозурлығына кинәнеп, рәхәтләнеп һыу инеүе, ҡояшта ҡыҙыныуы күптәрҙе уйланырға ла мәжбүр итәлер. Шулай ҙа иртә таңдан тороп мал менән булған, баҡса ҡараған кешеләр барыбер ҙә үҙенә күберәк хөрмәт, һоҡланыу уята. Малыңды, баҡсаңдағы йәшелсә-емешеңде көҙгә тиклем имен-аман ғына үҫтереп алыу - бер шөғөл булһа, уны ризыҡ итеп эшкәртеү тағы ла яуаплыраҡ һәм мөһимерәк эш. Ике һыйыр тотабыҙ, йыл һайын ҡаҙ, өйрәк, бройлер себештәре һатып алабыҙ. Ауылда йәшәп тә, мал тотмауҙы күҙ алдына ла килтермәйем. Шуға күрә, кәртә-ҡуралағы эштәрҙе күңелемде биреп, яратып башҡарам. Ҡасандыр атай-әсәй биргән тәрбиәнең бөгөн ни тиклем кәрәк, мөһим булыуын асыҡ тоям. Һуғым осоронда ла кәңәштәре ярап ҡала. Мәҫәлән, һуғымсының ҡулынан күп нәмә тороуын бәләкәй саҡтан ишетеп үҫтек. Шунлыҡтан, итебеҙ тәмле, татлы булһын өсөн был эшкә белгән кешене генә саҡырабыҙ.
Ғөмүмән, һуғым, ҡаҙ өмәләре беҙҙең өсөн үҙе бер йола үтәү ул. Был эштәрҙең үҙ рәте, нескәлеге бар. Бында эш ирҙәр һәм ҡатындар эшенә бүленә. Ирҙәр һуғымды һуйып, эсәкте төшөргәс, беҙ, ҡатындар, тиҙ арала эсәкте аралап алабыҙ. Әгәр ҙә яйлап тотонһаң, эсәк араһындағы май туңасаҡ һәм йыуғанда әйләндереүе ҡыйын буласаҡ. Эсәкте аралап бөткәс, уларҙы биҙрәләргә тултырып, йылғаға алып барып, ағын һыуҙа йыуаһың да, лайлаһы сыҡһын өсөн ағарғансы ҡарҙа яҡшылап тапайһың. Өйгә алып ҡайтҡас, эсәк-ҡарынға күп итеп тоҙ һалып, төнгөлөккә ҡалдыраһың. Ҡайһы берәүҙәр эсәкте бешекләй, теләмәгәндәр шунда уҡ уларҙы айырып, ас эсәкте, туҡ эсәкте, бөйәнен, ҡатлансығын, ҡарынын өлөштәргә бүлеп бәйләп, элеп ҡуя. Әгәр ҙә бешекләргә кәрәк булһа, йыуылған эсәктәрҙе саҡ ҡына ҡайнатып алып (оҙаҡ ҡайнатырға ярамай, ул саҡта эсәкте ҡырып булмаясаҡ) ҡырып, тағы берҙе йыуаһың.
Эсәк-ҡарынды эшкәртеү ҡатын-ҡыҙ эше булһа, итте өлөштәргә бүлеп элеүҙе ирҙәр башҡара. Йола буйынса, һуғым салған кешегә шунда уҡ салыу урынын, йәғни муйын өлөшөн биреп ҡайтарабыҙ. Итте 6 өлөшкә бүлеп, һүле аҡһын өсөн ышыҡ ергә элеп торабыҙ. Ит туңғас, уны үҙеңә кәрәккән бәләкәй өлөштәргә бүлеп, кипмәһен өсөн полиэтилен менән урап һалып ҡуябыҙ. Ҡайһы берәүҙәр итте ҡарға ла күмә. Тик улай иткәндә, иттең тәме, һуты юғала.
Тәүге көн ит, эсәк-ҡарынды тәрбиәләү менән булышһаҡ, икенсе көнгә яңы иттән күп итеп аш һалып, өмәселәремде ҡунаҡҡа саҡырам. Үҙем ҡырҡҡан һалмалы аш менән һыйлағас, ит менән картуф бирәм, баҡсамда үҫтергән йәшелсә-емешемде ултыртам. Әсәйем өйрәтеүенсә, һуйған көн - туйған көн булырға тейеш, шуға ла ризыҡты мул әҙерләргә тырышам. Был көн тәрбиәләп үҫтергән малыңды имен-аман ашарға насип булыу шатлығын яҡындарың, күрше-күләнең менән уртаҡлашыу ҙа ул. Ғөмүмән, һуғым һуйыу бер кешенең генә эше түгел. Был эште күмәкләп, дөрөҫ итеп башҡарыу шарт. Шуға күрә, ярҙамсыларымдың барыһын да ризалыҡта ҡалдырам.
Быйыл 20 өйрәк, 15 ҡаҙ бәпкәһе, 20 бройлер себеше лә һатып алдыҡ. Бройлерҙар йәйге осорҙа, иткә ҡытлыҡ ваҡытында яҡшы була. Бесән ваҡытында көтмәгәндә ҡунаҡ килеп төшһә лә салып ебәреүгә уңайлы. Уның күбеһен йәй буйы тотоноп та бөтәһең, шуға күрә көҙгөлөккә әллә ни мәшәҡәт тә ҡалмай. Өйрәкте ем яуы булмаһын өсөн 3 айҙан да артыҡ тотмайбыҙ. Артыҡ ҡараһаң, уның кире ябығыуы ла бар. Ә бына ҡаҙ бәпкәләре бөтә яҡлап та наҙлыраҡ була. Уға тәрбиә лә яҡшы, ашатыу ҙа оҙағыраҡ булырға тейеш. Ҡаҙ өмәләрен ноябрҙә генә башлайбыҙ. Һуйыр алдынан ҡаҙҙың ҡауырһындары аҫтындағы бер-ике бөртөк мамығын йолҡоп ҡарайһың. Аҫтында яңы сығып килгән мамығы булмаһа, һуйырға ярай, тигән һүҙ. Әгәр ҙә мамыҡтары яңы сығып килһә, тағы ла ашата бирәһең, сөнки ваҡ мамыҡты таҙартыуы ҡыйын була. Ҡаҙҙы салыусы йола буйынса иң башта уның тәпәйҙәрен бәйләй һәм башын ҡиблаға ҡаратып, рәхимен әйтмәй генә бисмилла әйтеп сала. Тышта ҡаҙан аҫып, һуйылған ҡаҙҙарҙың муйынын бәйләп, ҡанаттарын ҡырҡып алабыҙ. Ҡанат аҫтындағы айырылып торған бер нисә бөртөк ҡаты йөндәрҙе йолҡоп алабыҙ. Улар мендәргә тығыу өсөн бармай, сөнки халыҡ уны хәрәм йөнө тип йөрөтә. Ҡайнар һыуға тығырҙан алда ҡойроҡ, ҡанат өлөшөндәге ҡауырһындарҙы йолҡоп, айырым һауытҡа һалып барабыҙ. Аҙаҡ тағы бер тапҡыр өмә ойоштороп, ҡауырһын һыҙырырға була. Шунан ҡаҙҙы әйләндерә-тулғандыра һыуға тығып алабыҙ ҙа, парына бырығып, мамығы йомшарһын өсөн, ҡалын әйбергә урап һалып торабыҙ. Һыу мамыҡтарҙы сеткаға тултырып барабыҙ. Һуңғараҡ, әҙерәк бушағас, уны сетка эсендә көйө йыуабыҙ. Майын эсәктән айырып алыуы еңел булһын өсөн, йолҡонған ҡаҙҙарҙы ҡарға һалып, әҙерәк туңдырып алырға мөмкин. Алынған эсәктәр ҙә аҙыраҡ ҡарҙа ятһа, яҡшыраҡ була. Әгәр ҙә эсәктәрҙе лә эш итергә кәрәк икән, уны уртаға ярып, йыуып бешекләйһең. Иң һуңынан баш, тәпәйгә сират етә. Тәпәйҙәрҙең тышҡы тиреһен һыҙырабыҙ, баштың йөнөн йолҡоп, ауыҙ-томшоғоноң ҡаты ҡатламын, киңерҙәген алабыҙ. Һыҙырыуы еңел булһын өсөн уларҙы ҡайнар һыуға тығып алырға кәрәк. Йыуып бөткәс, тәпәйҙәрҙе ҡапма-ҡаршы һалып, йыуылған эсәк менән урайбыҙ. Был эштәрҙе тамамлағас, сират тағы ҡаҙҙарға күсә. Ҡаҙҙы тағы бер тапҡыр ҡайнаған һыуға тығып, тышын бысаҡ менән ҡырам да, ҡоро сепрәк менән һөртөп, аш содаһы һалып, мул һыуҙа тағы берҙе яҡшылап йыуам һәм һыуы һарҡһын өсөн ҡаҙҙарҙы кискә тиклем түңкәреп ҡуям. Кискеһен өмәселәрҙе ирҙәре менән бергә ашҡа саҡырам. Аш әҙер булғансы ҡатындар ҡаҙҙарҙы тоҙлап ҡуя. Күстәнәс итеп биреү өсөн ҡаҙҙың ботон, башын, тәпәйҙәрен бешереп, һәр береһенә өлөш итеп алдан әҙерләйем. "Кем эшләмәй, шул ашамай" тип дөп-дөрөҫ әйткәндәр. Ауылда йәшәр өсөн ауылды яратыу, эш рәтен белеү мөһим. Эш итә белгәндә, мал аҫрап, баҡса үҫтереп, әллә күпме ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Артығын һатып та ебәрәһең, килгән-киткән кешегә, туғандарға, дуҫтарға бына тигән күстәнәс тә була. Өйҙә йыл әйләнәһенә яңы ҡороттан, эремсектән, май-ҡаймаҡтан өҙөлмәйбеҙ. Ә инде үҙең эшләгән ҡойҡа (холодец), рулет, тултырмалар барҙа, магазин колбасалары ары торһон. Балалар өсөн дә файҙалы, аҡсаң да кеҫәңдә ҡала. Магазиндан составында нимә булғаны ла аңлашылмаған аҙыҡ-түлек алып ашағансы, үҙең үҫтергәнгә бер нәмә лә етмәй...

Шулай итеп...
Бына ошондай егәрле, дәртле килендәр йәшәй Абҙаҡта. Бәләкәйҙән эш һөйөп, атай-әсәйҙең өлгөһөнә эйәреп, улар кеүек булырға ынтылып, холҡо-фиғелдәрендә нәҡ уларҙы сағылдырып йәшәй белеү үҙе үк башта телгә алған мәҡәлдәребеҙҙең ни тиклем мәғәнәле, ысынбарлыҡты оҫта сағылдырыуына асыҡ дәлил булып тора ла инде.


Әнүзә ЗЫКРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.12.14 | Ҡаралған: 1549

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru