«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРҠЫУЫҢДЫ ЕҢЕР ӨСӨН ТАП ОШО МИНУТТАН ҮҘЕҢДЕ ҮҘГӘРТӘ БАШЛА!
+  - 

Тарих китаптарында, әҙәби әҫәрҙәрҙә башҡорттарҙы ҡурҡыу белмәҫ, ғәййәр халыҡ итеп һүрәтләйҙәр. Хәйер, был сифатҡа миҫал эҙләп әллә ҡайҙа алыҫҡа ҡараш ташларға ла кәрәкмәй: Бөйөк Ватан һуғышында милләттәштәребеҙҙең һыбай килеш танкыларға ҡаршы барыуы, тылдағы рейдтары, дошман амбразураһын күкрәктәре менән ҡаплауҙары һәм башҡа тиңһеҙ батырлыҡтары хаҡында күпте беләбеҙ. Улар менән ғорурланабыҙ, уларға һоҡланабыҙ. Әммә ҡурҡыу тойғоһо йылдан-йыл күңелдәребеҙҙе нығыраҡ яулай бара һымаҡ, хатта үҙ фекере, үҙ һүҙен әйтергә ҡурҡып йөрөүселәр ҙә бар арабыҙҙа. Был нилектән килеп сыға һуң? Һәр кешелә генә түгел, ә һәр тере йәндә булған ҡурҡыу хисе тыумыштан, булмыштан, тәбиғәттән киләме, әллә беҙ уны үҙебеҙ яһалма рәүештә тыуҙырабыҙмы? Ошондай һорауҙарҙы бөгөн педагогика фәндәре докторы Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВҡа һәм космоэнергет Рауфан МОРТАЗИНға төбәйбеҙ.

Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ Самат Мөхәмәтйәнов: Мин был һорауҙы ике өлөшкә бүлер инем - ҡурҡыу һәм ҡурҡаҡлыҡ. Ысынлап та, барлыҡ тереклектә ҡурҡыу сифаты бар һәм беҙ уны бер ваҡытта ла юҡҡа сығара алмайбыҙ. Барлыҡ тере йән эйәләре был ерҙә үҙҙәренең тоҡомон, нәҫелен ҡалдырырға теләй һәм тәбиғәттән һалынған башланғыстарын һаҡлап ҡалыр өсөн бер урынға тупланырға, бер урынға тартылырға тейеш. Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән ситкәрәк китһә, уны Йыһандың көстәре юҡҡа сығарырға мөмкин. Шуның өсөн дә һәр тере йән ҡурҡҡан ваҡытта юлдарын өймәкләшеп дауам итәләр. Мәҫәлән, балыҡтар көтөү булып, барыһы бергә үҙҙәренең тыуған еренә китә, береһе лә артта ҡалмай. Берәүһе лә, миңә ошо ерҙә еңелерәк бит әле, тип, шунда ыуылдырыҡ сәсмәй, тәғәйен еренә барып етә. Был осраҡта ҡурҡыу булмай, сөнки барып етергә тейешмен, тигән маҡсат ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта, әсәйҙәр-атайҙар, хатта хайуандар ҙа, ниндәйҙер хәл иткес мәлдә, балаларына хәүеф янағанда, үҙҙәрен йәлләмәйенсә, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡаһарманлыҡҡа баралар һәм тәбиғи ҡурҡаҡлыҡты еңеп сығалар. Хатта ошо мәлдә ғүмере өҙөлгән кеше үҙенең тормошон дауам итеү көсөн һаҡлап алып ҡалған кешеһенә биреп ҡалдыралыр, тип тә уйлайым.
Ә ҡурҡаҡлыҡ - ул бер мәлдәге, ҡапыл ғына килеп тыуған хәл-торош. Мәҫәлән, мин китеп барғанда ҡапыл алдымдан бер нәмә үтеп китте икән, ти, шул ваҡытта мин ҡапыл артҡа сигенәм. Сөнки ниҙер килеп сығыуына мин әҙер түгелмен, уны көтмәйем. Йәғни хәүефле мәл килеп тыуһа, мин икенсе, хәүефһеҙ ергә күсәм. Бына был сифаттың ҡайҙан килгәнен, ниңә улай икәнен аңлата алмабыҙ, тип уйлайым. Был мәсьәләлә минең шәхси фекерем шул - бында ике сәбәп бар: береһе - Йыһан менән, икенсеһе кешенең үҙенә бәйле.
Рауфан МОРТАЗИН Рауфан Мортазин: Ҡурҡыу тойғоһон алғанда, уны яҡшы тип тә, насар тип тә әйтеп булмай. Ниндәйҙер осраҡта ул кәрәк тә, сөнки ҡурҡыу үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты нигеҙендә килеп тыуа. Тик торғанда, ҡыҙыҡ өсөн генә боҙло һыуға индең икән, сирләүең, ул ғына ла түгел, үпкәңә сир эләктереүең мөмкин. Бындай ҡыйыулыҡтың кәрәге лә юҡ. Икенсе яҡтан, әгәр кеше һәр саҡ ҡурҡып йөрөй икән, мәҫәлән, эштә - етәксеһенән, өйөндә - иренән йәки ҡатынынан, мәктәптә - уҡытыусыларҙан, урамда - эттәрҙән йәки эскеселәрҙән, яңғыҙлыҡтан һ.б. - бындай тойғолар насар. Кеше ҡайһы ваҡытта, мәҫәлән, белеме етмәгәнлектән ҡурҡа. Бәләкәй бала ҡараңғынан ҡурҡа, әммә үҫә килә ҡараңғынан да ҡурҡмай башлай, сөнки утты яндырһаң, яҡты буласағын белә. Киләсәк тураһында уйлап, туғандары, балалары өсөн ҡурҡырға мөмкин бәғзеләр. Шул уҡ ваҡытта уйҙарҙың матди икәнен дә оноторға ярамай. Мәҫәлән, әсәһе, бөгөн боҙлауыҡ, балам һаман ҡайтмай, моғайын, юл сатында йығылғандыр, өҫтөнән машина үтеп киткәндер, шуның өсөн шылтыратмайҙыр, тип уйлай икән, бер нисә тапҡыр шулай кире уйлағандан һуң, ысынлап та, шул ваҡиға булыуы мөмкин. Ә был ваҡытта бала, ҡайтыуын да онотоп, урамда уйнап йөрөүе ихтимал.
Уйҙың матдиләшеүе элек-электән билдәле. Хәҙерге осорҙа был бигерәк тә актуаль, сөнки нимә уйлайбыҙ, шунда уҡ тормошҡа аша. Шуға күрә, уй-тойғолар һәр саҡ ыңғай һәм матур булырға тейеш. Насар уй - ул бысраҡ, ҡара энергия, тип иҫбат итә ғалимдар. Насар, кире тойғолар - нәфрәтме, көнләшеүме, ҡурҡыумы, үпкәләүме - булды икән, кеше үҙенең аураһын бысрата. Ә организм ошо ауралағы энергия менән туҡлана. Аура бысраҡ икән, тимәк, эске ағзалар ҙа бысрана һәм сирләй башлай. Әгәр ниндәйҙер ағза тирәһендә энергия таҙа икән, ул саҡта ағза ла таҙа була.
Икенсе яҡтан, кеше ҡурҡҡанда уның бөйөр өҫтө биҙҙәре адреналин бүлеп сығара. Быны ҡуяндар миҫалында аңлатыуы урынлы. Мәҫәлән, төлкөнө күреү менән уларҙа адреналин ҡанға һикерә. Адреналин - ул энергия. Ҡуян төлкөнән ҡасып барғанда ҙур соҡорҙо ла "һә" тигәнсе һикереп сығыуы мөмкин. Хатта төлкө уның артынан ҡыумаһа ла, ул саба ла саба. Ул саҡта адреналин организмға насар тәьҫир итмәй. Ә кеше һәр ваҡыт нимәнәндер ҡурҡып йөрөһә, бөйөр өҫтө биҙҙәре адреналин эшләп сығара һәм ул адреналин бөйөрҙәргә бәрә. Шунан инде бөйөр ауырыуҙары килеп сыға, мәҫәлән, таш барлыҡҡа килә. Ташты хәҙерге үҫешкән медицина ваҡлай, бер йылдан һуң тағы таш барлыҡҡа килә. Ни өсөн? Сөнки ҡурҡыу тойғоһо юҡҡа сыҡмаған. Ә бына кеше йыһан ҡанундарын белеп, уларҙы ихтирам итеп йәшәһә, ул саҡта, бәлки, нимәнәндер ҡурҡыуҙың мәғәнәһе лә юҡ. Сағылыш ҡануны буйынса, беҙ йыһанға нимә ебәрәбеҙ, шул беҙгә кире ҡайта. Үҙеңде һаҡлау инстинкты өсөн ҡурҡыу тойғоһо булырға ла тейеш, әммә һәр ваҡыт нимәнәндер ҡурҡып йөрөргә лә ярамай.

Ошо һөйләшеү үҙе үк кешене ҡурҡыуға һалмаймы: мәҫәлән, мин ниҙер уйлап, ҡурҡып йөрөйөм икән, ул тойғо ҡайҙа, нимәгә бәрелеп кире ҡайта? Йыһанда бит көҙгө һымаҡ нәмә йәки шаршау кеүек ҡаҡлыҡтырып торған әйбер юҡ...

Рауфан Мортазин: Ысынлап та, йыһанда беҙҙең ҡурҡыуҙы, башҡа кире уйҙарҙы ҡаҡлыҡтырыр күҙгә күренгән матди нәмә юҡ, әммә йыһандың үҙ ҡанундары бар. Улар ныҡ ҡатмарлы, беҙ уны беләбеҙме-белмәйбеҙме, әммә улар ғәҙел. Кеше ниндәй ғәмәл ҡыла - ул мотлаҡ уның үҙенә әйләнеп ҡайтасаҡ. Кем менәндер әрләшә икән - уның үҙен дә әрләйәсәктәр, кемделер үпкәләтә икән - үҙен дә үпкәләтәсәктәр. Әгәр кеше башҡаларҙы ихтирам итһә, уларҙы рәнйетмәһә, уның үҙенә лә шундай мөнәсәбәт буласаҡ. Насар тойғолар, насар уйҙар беҙҙең аураны бысрата. Физик тән - ул эфир тәндең күсермәһе. Менталь тән - тойғолар тәне. Ул тәндәрҙең барыһы ла физик тән торошона йоғонто яһай.
Самат Мөхәмәтйәнов: Башҡорттар борон-борондан тәбиғәт балаһы булған, Рауфан әйткәнсә, йыһан ҡанундары буйынса йәшәгән. Етеш йәшәгән, тәбиғәт менән аралашҡан, уның телен аңлаған ата-бабаларыбыҙ ниндәйҙер ҡурҡытыу-тыйыуҙарҙы ҡабул иттеме икән? Ана шул асылыбыҙҙан, тәбиғәттән айырылыу төрлө ҡурҡыу-өркөүҙәргә, фиғелебеҙҙең башҡа төрлө үҙгәрештәренә алып килгәндер ҙә инде ул.
Беҙ үҙебеҙгә тәғәйен үҫештә, йыһанда, Ер шары әйләнешендә ниндәйҙер бер көрсөккә килеп еттекме икән әллә ошо һуңғы 50 йыл эсендә? Ни өсөн тигәндә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙа ҡурҡыу көслө. Улар үҙҙәре өсөн түгел, ә яҡындары: бигерәк тә балалары һәм ейәндәре өсөн ҡурҡа һәм төндәрен йоҡлай алмай сыға. Беҙ бит йыһанда үҙебеҙ генә түгел, беҙҙән башҡа әллә күпме йән эйәһе бар һәм уларҙың ҡайһыларылыр йыһан гиҙгәндә беҙгә ҡурҡыу хисен таратып, беҙҙән көс аламы икән, тип тә уйлап ҡуям.
Рауфан Мортазин: Гүзәл заттарҙа, ысынлап та, балалары һәм тыуасаҡ сабыйҙары өсөн ҡурҡыу тойғоһо ныҡ көслө, сөнки бөгөн йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың 20 проценты бала таба алмай. Был күрһәткес биш процент булғанда уҡ тауыш күтәрергә кәрәк ине лә бит. 20 процент булғас та әле өндәшеүсе юҡ, шулай 50 процентҡа ла барып етербеҙ, ахры. Ә медицинала, беҙ 1 миллион ЭКО операцияһы эшләнек, тип маҡтаналар. Был бит көрсөк! Балалар тәбиғи юл менән яралып, тәбиғи юл менән тыуырға тейеш. Ә әле Рәсәйҙең генофонды аңлы рәүештә юҡҡа сығарыла. Ҡыҙҙар беренсе тапҡыр 13-14 йәштә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына барҙы икән, уға "Һиңә аналыҡ яман шешен профилактикалап, прививка эшләргә кәрәк", тиҙәр. Әгәр ҙә бындай прививканы өс тапҡыр эшләһәләр, был ҡыҙҙың балаһы булмаясаҡ. Сөнки прививка шундай һөҙөмтәгә килтерә. Һәм тағы: телевизорҙан көн-төн прокладка-тампондар рекламалайҙар. Был әйберҙәр ҙә түлһеҙлеккә алып килә. Шуның өсөн күптәрҙең балалары юҡ. Космоэнергеттар съезында Себерҙән килгән педиатр, медицина фәндәре докторы Кожевникова "Себерҙә һау-сәләмәт тыуған бер генә бала ла юҡ, тотош Рәсәйҙә лә шулайҙыр тип уйлайым", тип белдергәйне. Ни өсөн? Сөнки ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһын да хәҙер ультратауышлы аппараттарҙа нурландыралар. Йәнәһе лә, тыуасаҡ баланың енесен асыҡлайҙар. Хатта бер тапҡыр ғына нурландырғанда ла бала 100 проценты менән сәләмәт булып тыумай. Петр Гаряев үткәргән тикшеренеүҙәр УЗИ нурландырыуының кеше организмында ДНК ептәрен өҙөүен асыҡлай. Ә бит ДНК-ла мәғлүмәт яҙылған. Мәғлүмәт өҙөлгәс, бала нисек сәләмәт булһын?
Һуңғы 5-6 йылда бәләкәй балаларға йөрәктәге физик кәмселек диагнозын ҡуя башланылар. Баҡтиһәң, яңы КТГ тигән аппарат уйлап сығарғандар икән. Уның менән 40 минут буйына донъяға тыуасаҡ яралғының йөрәген тикшерәләр. Бындай тикшереүҙең, әлбиттә, зыянынан башҡа файҙаһы юҡ. Был - алкоголь, наркотик кеүек үк, генофондты аңлы рәүештә юҡҡа сығарыу.

Ҡурҡмайынса йәшәп булмай, сөнки ҡурҡыу аша кешегә, өлкәндәргә ихтирам сағыла, тигән фекер ҙә йәшәй. Ошоға ҡарашығыҙ?

Самат Мөхәмәтйәнов: Етәксеңдән, үҙеңдән көслөрәк кешенән ҡурҡыу, мәҫәлән, бер нисек тә ихтирам билдәһе була алмай. Сөнки һин ул кешенең һинең кеүек үк йән эйәһе, Аллаһы Тәғәләнең яратҡан балаһы икәнен белеп тораһың, әммә уның биләгән вазифаһынан йәки көсөнән ҡурҡаһың, уның бер һүҙе йәки бер хәрәкәте яҙмышыңды хәл итеүе мөмкин, тип уйлайһың. Ә был идара итеү өсөн иң ҡулай алым: ҡурҡаҡтар, бахырҙар, ҡулайлаша белеүселәр менән идара итеү еңелерәк. Бөгөнгө көрсөк заманында барлыҡ кешелә эштән ебәрелеү, килем сығанағынан яҙыу ихтималлығы ҙур хәүеф уята. Һәм үҙенең эш урынын һаҡлап ҡалыу өсөн кеше ниндәй генә сүрәткә кермәй.
Икенсе яҡтан, ҡурҡыу - үҙ-үҙеңде ихтирам итмәү билдәһе, тиер инем. Сөнки асылың, булмышың бөтөнләй икенсе йүнәлештә барырға, телең бөтөнләй икенсе һүҙҙәр һөйләргә теләй, әммә кемгәлер яраҡлашыу маҡсатынан, дөрөҫөн әйткәндә, ҡурҡып, үҙеңә-үҙең ҡаршы килергә мәжбүрһең. Һөҙөмтәлә кеше үҙ-үҙе менән килешмәй башлай, үҙе менән көрәшә, үҙен эстән ашай һәм былар барыһы ла ҡәнәғәтһеҙлек булып, теге йәки был ағзала үҙен һиҙҙертә башлай. Был хаҡта Рауфан әйтеп китте инде.

Вәли Бикташев тигән ағайҙың "Мы старше своей смерти" тигән китабы бар. Ул үҙе фашистик концлагер аша үтеп, тере ҡалып, кисергәндәрен тасуирлай. Шунда ул барактарға овчаркалар эйәртеп килеп ингән, ҡандары ташып торған фашистарҙың ябыҡ, хәлһеҙ әсирҙәрҙең нәфрәтле, ныҡлы ҡарашы менән осрашып, хатта күтәргән ҡулын һуҡмайынса төшөрөп, кире боролоп сығып китергә мәжбүр булыуы тураһында яҙа. Бына ни өсөн шундай шарттарҙа ла кешеләр үлемдең күҙенә тура ҡарарға ҡурҡмаған икән? Ә ни өсөн бөгөн хатта һүҙ әйтергә лә, нимәлер эшләргә лә ҡурҡабыҙ, кеше ни әйтер, тигән фекер менән ҡоралланып, үҙебеҙҙе сик-ләйбеҙ?

Рауфан Мортазин: Ҡурҡыуҙан алда борсолоу барлыҡҡа килә. Бигерәк тә хәҙерге ваҡытта. Әгәр ошо борсолоуға иғтибар итмәй йөрөһәң, артабан ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ни өсөн шулай һуң? Сөнки 1987 йылдан алып Ерҙең тирбәлеше күтәрелгәндән-күтәрелә бара. Был хаҡта, шулай уҡ ерҙең магнит үҙәге үҙгәреүе тураһында ла элек-электән мәғлүмәт бар ине. Хәҙер ғалимдар Ер тирбәлеше 8 процентҡа үҙгәргән, ти. Шул уҡ ваҡытта ныҡ һәләтле балалар тыуасаҡ, тип тә иҫкәрткәйнеләр. Бөгөн шундай балалар бар. Беҙ мәктәптә уҡығанда, ҡандың дүрт төркөмө бар, тип өйрәнә инек, хәҙер ғалимдар бишенсе һәм алтынсы төркөмдәрҙең дә булыуын билдәләй. 5-6-сы төркөм оло кешеләрҙә юҡ, бәләкәй балаларҙа ғына бар. Әгәр ҡатын-ҡыҙ ауырлы ваҡытта УЗИ үтмәй, балаларға прививкалар эшләнмәй икән, уларҙан тыуған балаларҙың ҡаны 5-6-сы төркөмгә тап килә. Тимәк, яйлап ҡына беҙҙең бишенсе раса алтынсы расаға күсә бара. Оло кешеләрҙең дә ҡан составы үҙгәргән осраҡтар бар. Быны фәнни медицина ла раҫлай. Әле күптән түгел Өфөлә лә бер ҡатын үҙенең ейәнсәренең ҡаны бишенсе төркөм булыуын хәбәр итте. Тимәк, кеше Аллаға ышаныу ғына түгел, Уның бар икәнен аңларға һәм Уны яратырға, ҡурҡыу хисенән сығып, мөхәббәт хисенә инергә тейеш. Йәғни ул Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡмай, ә уны ярата. Быға тиклем бит Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡытып йәшәткәндәр һәм балаларҙы әле лә, Алла бабай башыңа һуға, тип ҡурҡытабыҙ. Артабан инде "Был ярамай, теге ярамай" тип тыябыҙ. Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡыу хисе бар, ә уны яратыу хисе юҡ. Беҙ аҡрынлап Алланы яратыу хисенә күсәсәкбеҙ. Шундай ваҡытҡа килеп еттек. Әгәр кеше Алланы яратыу хисенә күсеп, үҙенең ҡол түгел икәнлегенә ышанһа, һүҙ көсөн кире ҡайтарһа, ул аңы менән төрлө мөғжизә тыуҙыра аласаҡ.

Минеңсә, ҡурҡыу хисе кешенең үҙ-үҙенә ышанысы булмауҙан килеп тыуалыр. Ышаныс булһын өсөн, бәлки, тәүҙә үҙеңде яратырға өйрәнергә кәрәктер. Үҙеңде яратырырға өйрәнһәң, Аллаһы Тәғәләнең бер өлөшө булараҡ, Алланы ла, башҡаларҙы ла яратасаҡбыҙ.

Самат Мөхәмәтйәнов: Әле беҙ кешенең ни өсөн ҡурҡа икәнен асыҡларға, был һорауҙың төбөнә "тоҙ ҡойорға" маташабыҙ. "Һинең ҡурҡҡаныңды беләбеҙ, һин ҡурҡма", тибеҙ. Ә бит ошо ҡурҡыуҙан арындырыр өсөн тәүҙә уны кәметергә, һуңынан бөтөнләй юҡҡа сығарыу өсөн нимәлер тәҡдим итергә тейешбеҙ. Әйҙәгеҙ, ҡурҡыу тойғоһон еңһен өсөн кешегә ниндәйҙер кәңәш бирәйек.
Рауфан Мортазин: Тәү сиратта беҙҙе уратып алған мөхиттең тере булыуын аңларға һәм һәр нәмәне ихтирам итергә өйрәнергә кәрәк. Бер нә-мәгә лә үпкәләргә, башҡаларҙы әрләргә ярамай. Нимәнән башларға, тигәндә, шундай кәңәш: үҙегеҙҙең йөрәкте күҙ алдына килтерегеҙ, йөрәгегеҙ уртаһында мөхәббәт хисен туплағыҙ. Ошо мөхәббәтте бәләкәй ҡояш-шар кеүек итеп күҙ алдына килтерергә лә, уның йылыһынмы, яҡтылығынмы, тирбәлешенме тойорға кәрәк. Йөрәктә мөхәббәт ҡояшы туплағас, уның нурын һәм йылыһын башҡаларға өләшергә өйрәнеү зарур. Бының өсөн мөхәббәт-ҡояштың нурҙарын ерҙең уртаһына ебәреп, бөтөн ерҙе мөхәббәт менән тултырырға кәрәк. Унан тәнегеҙҙе көсөргәнештән арындырып, ерҙән кире килгән тулҡынды һиҙергә тырышығыҙ. Ошо күнекмәне көн һайын эшләһәгеҙ, һеҙ үҙгәрә, мөхәббәттең нимә икәнлеген аңлай башлайһығыҙ. Ошоно аңлағас, беҙҙе уратып алған барлыҡ мөхитте аңларға була. Ошо ябай ғына күнекмәне ҡабатлап, үҙеңде үҙгәртергә мөмкин.
Самат Мөхәмәтйәнов: Ә мин былай тим: йоҡлар алдынан тыныслан, барлыҡ арыу-талыуҙарыңдан арын, кире хис-тойғоларыңды ситкә ҡуйып тор ҙа, күкрәк уртаһында ҡояш яндыр. Ул ҡояш, бәлки, беренсе тапҡырҙан янмаҫ та, ике көндә лә яндыра алмаҫһың. Йөҙ көндә лә яныуы икеле. Ә бына йөҙ ҙә беренсе көндә ул ҡояш мотлаҡ балҡып китеүе мөмкин.
Тағы шул. Һин гел бер төрлө генә йәшәйһең һәм бер төрлө генә уйлайһың. Шуның өсөн бөгөндән башлап, мәҫәлән, битеңде йыуыу тәртибен үҙгәрт. Теләйһеңме, теләмәйһеңме, кискеһен һәр ваҡыт тешеңде таҙалайһың бит инде. Бөгөндән уң ҡулың менән түгел, һулы менән атҡар был ғәмәлде. Үҙеңде яйлап ҡына, ябай ғына ғәмәлдәр башҡарып, үҙгәртә башларға тейешһең. Быға тиклем уң ҡулың менән генә яҙһаң, бөгөндән һул ҡул менән яҙа башла. Шул ваҡытта уң яҡ ярымшар хәрәкәткә килә һәм әүҙемләшә башлай. Был ысул һинән икенсе кеше яһаясаҡ. Әммә был бер көндә өлгәшә торған үр түгел, уларҙы оҙаҡ, кәм тигәндә өс ай эшләргә кәрәк. Шулай яйлап быға тиклем эшләп өйрәнгәндәреңдән ҡотолорға кәрәк. Эйе, бәлки, элеккесә йәшәү уңайлыраҡтыр, әммә элеккесә йәшәп, икенсе төрлө һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкин түгел. Сөнки элек эшләгәндәреңде йылдар дауамында автоматик рәүештә ҡабатлау һине ошо кимәлгә, ошо дәрәжәгә алып килеп еткергән бит инде.
Мин көн һайын иртән йүгерәм. Сәләмәтлек өсөн түгел, ҡасандыр үҙем булдырған рухты, ихтыяр көсөн, үҙемә ышанысты кәметмәҫ өсөн генә булһа ла йүгерәм. Бынан егерме йыл элек беренсе тапҡыр йүгерергә сыҡҡайным. Бөгөн дә сыҡтым. Рухың, ихтыяр көсөң булһа, һин ҡурҡмайһың. Был донъяға йылмайып ҡарайһың. Көлмәйһең, ә йылмайып ҡарайһың. Сөнки һин был донъяға килдеңме - килдең, үҙеңде үҙгәртергә хәлеңдән килгәнсе тырыштыңмы - тырыштың, үҙгәртеү килеп сыҡмаймы - юҡ, килеп сыҡмай. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, һин иртәнсәк тораһың да, тағы ла йүгереп китәһең. Тирә-яғыңдағылар, бәлки, һиңә алйот, тип ҡарар, был ғәмәлдәрең, бәлки, һиңә бер нәмә лә бирмәҫ, ләкин үҙеңде еңеп, 20 минут йүгергәндән һуң, башыңда кире уйҙар ҙа ҡалмай, күңел күтәрелә, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнәһең...

Шулай итеп...
Әңгәмәне ҡурҡыу темаһынан башлаһаҡ та, һүҙ йомғағы барыбер ҙә үҙеңде үҙгәртеүгә барып тоташты. Бөгөн ниндәй генә әңгәмә ҡорма, ҡатнашыусыларҙың һәр кеме "Ғәмәлдәрҙе үҙебеҙҙән башлайыҡ" тип әйтеп һала. Ысынлап та, ниндәйҙер етешһеҙлегебеҙ, кәмселегебеҙ йәки үҙебеҙҙе ҡәнәғәтләндермәгән сифатыбыҙ бар икән, быға бит эргә-тирәләгеләр түгел, ә үҙебеҙ ғәйепле һәм сәбәбе лә үҙебеҙҙә. Шуға ла яһалма ситлектәргә ҡыуалап индереү маҡсатынан махсус уйлап табылған ҡурҡыу һәм ҡурҡаҡлыҡ тойғоһонан арыныр өсөн үҙебеҙҙе үҙгәртә башларға кәрәктер. Яңы йылдан да, иртәгәнән дә түгел, ә бына тап ошо минуттан!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.14 | Ҡаралған: 1762

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru