«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫШ БАБАЙ ҺӘМ ЭҪЕ БАБАЙ
+  - 

Яңы йылды барыһы ла ярата һәм көтөп ала. Шуға күрә Яңы йылға бәйле ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле факттарҙы иҫкә төшөрөү урынлы булыр. Шулай итеп, башланыҡ!

- Яңы йылды ҡаршылау төрлө халыҡта ныҡ айырыла. Мәҫәлән, Боронғо Вавилонда байрам яҙ айына тура килгән. Был ваҡытта батша ярандары менән ҡаланан сығып китер булған һәм ҡала халҡы иркенләп байрам иткән, күңел асҡан.
- Микронезияла (Океанияның бер өлөшө) Яңы йыл, беҙ өйрәнгәнсә, 1 ғинуарҙа башлана. Был көндә утрауҙа йәшәүселәрҙең барыһы ла яңы исемгә эйә була һәм уларҙы шым ғына яҡындарына әйтә. Ә яңы исемде яуыз көстәр ишетмәһен өсөн байрам ваҡытында бар көскә барабан һуғыла.
- Яңы йыл төнөндә Италияла иҫке әйберҙәрҙән ҡотолоу ҡаралған. Уларҙы тәҙрә аша тышҡа ташлайҙар. Күберәк әйбер ташлаған һайын, Яңы йылда шул тиклем күберәк уңыш һәм байлыҡ киләсәк, тип ышаналар.
- X-XV быуаттарҙа Русь дәүләтендә Яңы йылды 1 мартта, 1348 йылдан һуң - 1 сентябрҙә ҡаршылағандар. Ә 1699 йылдан, Петр Беренсенең указына ярашлы, уны 1 ғинуарға күсергәндәр.
- Тере шыршылар ҡыуаныс һәм байрам рухы алып килеүҙән тыш, күңелһеҙ моменттар тыуҙырырға ла мөмкин. Ғалимдар билдәләүенсә, шыршыларҙа бәшмәктәр бар. Улар йылы өйҙә тиҙ үрсей һәм йүткереүгә, йоҡоһоҙлоҡҡа, һүлпәнлеккә, ауыр тын алыуға, хатта бронхит һәм пневмонияға килтергән саң-һеркәләр бүлеп сығара. Шуға күрә яһалма шыршы ҡуйыу күпкә отошлораҡ, ти белгестәр.
- Ҡыш бабайға йәки Санта Клаусҡа балалар ғына түгел, ололар ҙа мөрәжәғәт итә икән. Балалар күберәген төрлө уйынсыҡ, текә телефон, планшет, компьютер теләһә, ололар етәксеһен туңдырыуҙы һорай.
- "Ирония судьбы, йәки еңел быу менән" фильмын һәр йылдың һуңғы көнөндә 35 йылдан ашыу күрһәтәләр.
- Тибетта Яңы йыл алдынан бөйөрөк бешерәләр һәм үтеп барыусыларға тараталар. Киләһе йылда байлыҡтың күләме таратылған бөйөрөктәрҙең һанынан сығып билдәләнә, тип ышаналар.
- Бразилияла Яңы йыл табынының төп ашамлығы яҫмыҡтан (чечевица) бешерелгән аш. Ул байлыҡты һәм именлекте символлаштыра.
- АҠШ-тың Аҡ йорто алдындағы шыршыла 1895 йылда тәүге электр гирляндаһы тоҡандырыла.
- Австрияла Яңы йыл персонаждары араһында Бәхет ҡошо ла бар, шуға күрә байрам өҫтәленә ҡош ите ҡуйылмай.
- Япон телендә Яңы йыл "Akimashite Omedetto Gozaimasu" тип яңғырай.
- СССР-ҙа 1 ғинуар ял көнө булараҡ 1947 йылдың 23 декабренән, Юғары Совет Президиумы ҡарарынан һуң ғына, ял көнө итеп иғлан ителә.
- Германияла Санта-Клаус бүләктәрҙе тәҙрә төбөндә, ә Швецияла мейес янында ҡалдыра.
- Һәр ваҡыт тиерлек һыуыҡ булған Гренландияла боҙ табыу кеүек мәсьәлә юҡ. Шуға күрә урындағы халыҡта бер-береһенә боҙҙан ҡырҡылған аҡ айыу һәм морж һындары бүләк итеү традицияһы бар.
- Һыуыҡ та, ҡар ҙа булмаған йылы яҡтарҙа Яңы йыл өсөн икенсе персонаждарҙы ҡулланалар. Мәҫәлән, Камбоджала Эҫе бабай бар.
- Францияла Яңы йыл табынына күркә ите, сыр, ҡаҙ бауырынан паштет һәм устрица бирәләр.
- 2001 йылда Рәсәй менән Финляндия сигендә ике илдең Яңы йыл персонаждары - Йолупукки һәм Ҡыш бабай осрашҡан.
- Скандинавияла байрам өҫтәленә бер генә баҙам (миндаль) сәтләүеге һалынған дөгө бутҡаһы бирәләр. Сәтләүек кемгә эләгә, уны йыл буйы уңыш оҙатып барасаҡ, тип һанала.
- Англияла Яңы йыл ҡаршылағанда сәғәт һуға башлағас та, өйҙөң артҡы ишеген асып, уҙып барыусы йылды оҙатып ҡалалар, ә сәғәттең һуңғы һуғыуы менән бергә төп ишекте асып, Яңы йылды ҡаршылайҙар.
- "В лесу родилась елочка" шиғыры беренсе тапҡыр 1903 йылда "Малютка" балалар журналында баҫыла. Ә ике йылдан Раиса Кудашеваның шиғырын композитор Леонид Бекман көйгә һалып, билдәле йыр тыуа.
- Кубала Яңы йыл алдынан бөтә һауыт-һабаға һыу тултыралар һәм Яңы йыл төнөндә уны урамға сығарып түгәләр. Ошо рәүешле улар бар гонаһтан ҡотолабыҙ, тип уйлайҙар.
- Болгарҙар өсөн Яңы йылдың иң яҡшы моменттарын мүшмел ағасы ботаҡтары кәүҙәләндерә. Уларҙы Яңы йылға бүләк итәләр.
- Чех һәм словак балаларына Яңы йыл бүләктәрен бейек шапка кейгән һәм көлөп-балҡып торған Микулаш тарата.
- Ҡар бабайҙы XIX быуатта яһай башлайҙар. Уның алыштырғыһыҙ атрибуттары булып танау урынына ҡуйылған кишер, ҡулындағы һепертке һәм башына кейҙерелгән биҙрә тора.
- Шундай ышаныу бар - 30-нан 31-нә ҡарай күргән төш алдағы йылды юрай.
- Эквадорҙа Яңы йыл алдынан бөтә күңелһеҙлектәрҙе ҡағыҙға яҙып һалам ҡарасҡы менән бергә яндырыу киң таралған.
- Көньяҡ ярымшарҙа Яңы йыл эҫе йәйгә тура килеү сәбәпле, ғәҙәттә, эвкалипт ағасын биҙәйҙәр.
- Ҡарһылыуҙы уҙған быуаттың 50-се йылдарында яҙыусылар Лев Кассиль һәм Сергей Михалков уйлап таба.
- Грецияла ғаилә башлығы Яңы йыл төнөндә тышҡа сығып, өй стенаһына анар (гранат) емешен бәрә. Орлоҡтары төрлө яҡҡа таралһа, киләһе йыл был ғаилә өсөн уңышлы буласаҡ, тип һанала.
- Шыршыға эленгән быяла уйынсыҡтарҙы XIX быуат урталарында Скандинавияла эшләп сығара башлайҙар.
- Мексикала йәшәүселәр бүләкте - ботинка, ә ирландтар һәм инглиздәр - ойоҡбаш эсендә таба.
- Боронғо Египетта Яңы йыл Нил йылғаһы таша башлаған көндә билдәләнгән. Ул йәй башына тура килгән.
- Кубала Яңы йыл Батшалар көнө тип йөрөтөлә.
- Европала иң күп шыршылар Данияла һатыла.
- Француздар бер-береһенә Яңы йылға, ғәҙәттә, сувенир һәм открытка бүләк итә.
- Шотландияла Яңы йылдың тәүге көнөндә кейәүгә сығырға тәҡдим яһамайҙар һәм сүп-сар ташламайҙар.
- СССР-ҙа Ҡыш бабайҙы өйгә 1970 йылдарҙан башлап саҡыра башлайҙар.
- Беренсе Яңы йыл открыткаһы Лондонда, 1843 йылда баҫыла.

Яңы йыл үҙенсәлектәрен Сәлимә АРЫЌЛАНОВА барланы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.12.14 | Ҡаралған: 1642

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru