«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАНДА ЙӘШӘП БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛМӘҮ – ХУРЛЫҠ
+  - 



Олимпиада һүҙе кемдәлер йәйге һәм ҡышҡы спорт уйындарын хәтерләтһә, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар өсөн ул, тәү сиратта, төрлө фәндәр буйынса уҙғарылған аҡыл һәм отҡорлоҡ бәйгеһен кәүҙәләндерә. Олимпиада барышында һәр бала үҙенең ижади фекерләү һәләтен, стандарт булмаған уйлау ҡеүәһен аса, булдыҡлылығын яңы бейеклеккә күтәрә.

Ошо көндәрҙә баш ҡалала 27-се тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙған төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәренең белем ҡаҙаныштарын башҡа йәштәштәренең уңыштары менән сағыштырыу, ярыш рухын тойоу мөмкинлеген алды. Дөйөм белем биреү учреждениеларының 9-11-се класс уҡыусылары араһында үткән олимпиадала быйыл 281 бала ҡатнашты. Республика мәктәптәре уҡыусылары менән бер рәттән, Ҡурған, Һамар, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һәм Татарстан Республикаһынан килгән уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һәйбәт әҙерлек кимәле күрһәтте. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр баҫтырыу бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Ғиниәт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова белдереүенсә, олимпиада һөҙөмтәләре уҡыусыларҙың башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яҡшы белеүе хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Был - уҡыусыларҙың телде һәм әҙәбиәтте теләп үҙләштереүе һәм уҡытыусыларҙың йыл дауамында маҡсатлы һәм ныҡлы әҙерлек эше алып барғанлығын күрһәтеүсе фактор.
Олимпиада быйыл өс йүнәлештә - милли мәктәптә башҡорт телен туған тел булараҡ, уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптә башҡорт телен туған тел булараҡ һәм уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар араһында айырым уҙғарылды. Тәүге ике төркөмдәгеләр инша яҙыу, тел һәм әҙәбиәткә ҡағылышлы викторина һорауҙарына яуап биреү һәм Мостай Кәрим әҫәрҙәрен тасуири һөйләү буйынса конкурстарҙа көс һынашты. Өсөнсө төркөм уҡыусылары иһә викторина һорауҙары урынына текст менән эшләү оҫталығын, тәржемә итеү йәһәтенән үҙ белемдәрен күрһәтте. Уҡыусылар белдереүенсә, конкурстарҙың береһе лә еңел булмаған. Ҡайһы берәүҙәр өсөн инша яҙыу ауырға төшһә, икенселәр викторина һорауҙарына яуап биреү ҡыйынға тура килде, тип билдәләй. Ә тасуири ятлау конкурсында күптәргә жюри алдында сығыш яһау анһат бирелмәгән. "Әҙерләп килгән әҫәремде яҡшы белһәм дә, ағай-апайҙар алдына сыҡҡас, бер аҙ баҙап, юғалып ҡалдым. Ләкин үҙемде тиҙ үк ҡулға алдым һәм мөмкин булған 10 мәрәйҙең 8-ен йыйыуға өлгәштем", - тине үҙ тәьҫораттары менән бүлешеп Силәбе өлкәһе Ҡорманай урта мәктәбе уҡыусыһы, 9-сы кластар араһында еңеү яулаусы Эльзида Сәйфетдинова.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән һәм әлеге олимпиадаға килгән уҡыусыларҙың эшен баһалап, жюри ағзаһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зәки Әлибаев: "Был балаларҙың эшенә ҡарап, уҡытыусыһы талап иткән өсөн йәки ниндәйҙер билдә алыу маҡсатында ғына түгел, ә телдең бар нескәлеген төшөнөргә тырышып, уны ихлас күңелдән өйрәнергә ынтылыуы хаҡында әйтергә була. Мин бигерәк тә тасуири ятлау конкурсында ҡатнашҡан сыуаш милләтле уҡыусыларҙыңың сығышын билдәләп үткем килә. Мәләүез, Бишбүләк, Бәләбәй районынан килгән сыуаштар башҡорт телендә бер ниндәй акцентһыҙ һөйләшә, шиғырҙар ятлай, уның йөкмәткеһен яҡшы аңлай. Ҡайһы бер башҡорттарға хатта уларҙан өлгө алырға һәм телде белеү кимәле буйынса тиңләшергә ынтылырға ла тырышырға кәрәк", - тине.
Ысынлап та, был төркөмдәге ҡайһы бер уҡыусылар олимпиадала йыл да ҡатнашып, үҙ категорияһында еңеүгә өлгәшә. Быйыл 11-се кластар араһында еңеүсе исеменә лайыҡ булыусы Ейәнсура районы 1-се Иҫәнғол урта мәктәбе уҡыусыһы Алина Кириллова ошондайҙар рәтенән. "Яғымлы, матур башҡорт телен 9-сы кластан дәүләт теле булараҡ өйрәнәм. Башҡортостанда йәшәгән һәр милләт вәкиле ошо ерҙең хужаһы, аҫаба халыҡ телен - башҡорт телен - белергә тейеш тип уйлайым. Шәхсән үҙемә килгәндә, башҡорт телен белмәү минең өсөн хурлыҡ булыр ине", - тип үҙ ҡарашын белдерҙе уңған ҡыҙ. Ата-әсәләре башҡа милләт вәкиле була тороп та, балаларҙың башҡорт теленән уҙғарылған төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыуы, ғаиләләге телгә ҡарата булған ихтирам хаҡында ла асыҡ һөйләй. Үҙ телендә аралашыуҙан оялған, ситһенгән, балаһына туған телен өйрәтмәгән башҡортҡа өлгө булырҙай бындай миҫалдар.
Белем бәйгеһенә сит өлкәләрҙән килеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары айырым билдәләп үтте. Рәсәйҙең төрлө төбәгендә, бихисап төрлө милләт араһында йәшәп тә үҙ телен онотмай, уны тәфсирләп өйрәнеү яйын тапҡан милләттәштәребеҙгә "Афарин!" тиергә генә ҡала. Быйылғы олимпиадала бигерәк тә ут күршебеҙ, Силәбе өлкәһе исеменән ҡатнашыусылар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яҡшы белеүе менән айырылды. Олимпиаданың өс конкурсы һөҙөмтәһендә нәҡ силәбеләр призлы урындарҙы яуланы ла инде. Ләкин башҡа өлкәләрҙән килеүселәр ҙә һынатмай, барлыҡ конкурстарҙа ла уңышлы сығыш яһаны. Еңеү пьедесталына етергә әҙ генә ҡалған юлды улар киләһе йылдарҙа мотлаҡ уҙасаҡ, сөнки бының өсөн уларҙың барыһы ла - теләктәре, белемдәре, еңеүгә ынтылыштары - бар. Татарстан Республикаһы Яр Саллы ҡалаһынан килгән Эльвина Карамова быйылғы олимпиада уға сәм өҫтәүен һәм киләһе йылда ла ҡатнашырға теләген белдерҙе. Туған телен йәкшәмбе мәктәбенә йөрөп уҡыусы Эльвина ғаиләләрендә тик башҡортса аралашыуҙарын, башҡортса йырҙар тыңлауҙарын һәм башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре менән танышып барыуҙарын белдереп: "Кеше ниндәй генә төбәктә йәшәмәһен, үҙенең әсә телен белергә һәм балаларына ла өйрәтергә бурыслы. Милләтте бар итеүсе лә, юҡ итеүсе лә - тел, шуға күрә һәр кем туған телен хөрмәт итергә, башҡаларҙан кәм-хур иттермәҫкә тейеш. Теленән яҙған кешенең киләсәге юҡ. Быны барыһы ла ни тиклем иртәрәк аңлаһа, үҙенә лә, халҡына ла яҡшыраҡ буласаҡ", тине. Уның һүҙҙәрен йөпләргә генә ҡала.
Олимпиада барышында күңелде ҡырған күренештәргә лә тап булынды. Мәҫәлән, ҡайһы бер башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының уҡыусылары менән тик рус телендә генә аралашыуын ишетеп йән әсене. Ошо рәүешле улар бала алдында олимпиаданың баһаһын төшөрөүен аңлаймы икән, тигән һорау тыуа. Бындай аҙым уҡытыусының уҡыусыһы менән оҙайлы һәм ныҡышмалы әҙерлектәр үтеп, уны республика кимәлендәге олимпиадала ҡатнашыуға тиклем алып килеп еткереүе балала телгә ҡарата ихтирам, иғтибар тәрбиәләү теләге түгел, ә үҙ портфолиоһына сираттағы маҡтау ҡағыҙы һалып ҡуйыу өсөн генә эшләндеме икән ни, тигән шиктәргә лә урын ҡалдыра.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, жюри ағзаһы, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, профессор Әхмәт Дәүләтҡолов: "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы - ул бөтә республика байрамы. Был сарала ҡатнашыусыларға миллион ярым башҡорттоң күҙе төбәлгән, сөнки һеҙ беҙҙең киләсәк", - тигәйне. Ысынлап та ошондай рухлы, аҡыллы, белемле, телебеҙҙе һәм тарихыбыҙҙы яҡшы белгән уҡыусылар республикабыҙ, халҡыбыҙ терәге. Ләкин олимпиадала милләт ҡалҡаны, илебеҙ таянысы буласаҡ егеттәрҙең әҙ булыуы күҙгә ташланды. Мәктәптәрҙә ошо йәһәттән дә эшмәкәрлек әүҙемләшер һәм артабанғы олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр рәтендә егеттәрҙең дә күберәк булыуын күрербеҙ, тип ышанғы килә. Ә быйылғы бәйгелә тик бер генә егет - башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе, Әбйәлил районы Асҡар ауылының Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Сергей Боков ҡына ҡыҙҙарға лайыҡлы ярышташ була алыуын күрһәтеп, еңеүсе исемен яуланы.
Еңеүселәр араһында бер үк мәктәп вәкилдәренең күп булыуы был белем биреү учреждениеларында телгә ҡарата иғтибарҙың көслө икәнлеге тураһында асыҡ һөйләй. Бигерәк тә Әбйәлил районының Т. Кусимов исемендәге гимназияһын, Борай районының 1-се һәм 3-сө урта белем биреү мәктәптәрен, 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, Өфөнөң М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһын, Ишембайҙың З. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын билдәләп үтергә кәрәк. Шулай уҡ Әлшәй районы Раевка ауылының М. Буранғолов исемендәге Башҡорт лицейы, Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ мәктәп-интернаты һәм Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының 1-се урта мәктәбе уҡыусылары ла олимпиадала уңышлы сығыш яһаны.

Шулай итеп...
Һәр ҡатнашыусының күңелендә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырған сираттағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаға йомғаҡ яһалды. Бәйгенән һәр кем - уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа - үҙҙәре өсөн фәһем алып, һығымталар эшләп таралышты. Башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә һөйөү мәктәптәге дәрестәр һанының нисәү булыуынан сығып түгел, ә баланың үҙенең туған теленә, сит милләттерҙең ерле халыҡ теленә ҡарата булған хөрмәтенән, иғтибарынан ярала. Зал тултырып олимпиадаға килеүсе уҡыусыларға, уларға башҡорт теле матурлығын һәм байлығын аңлата алыусы уҡытыусыларға ҡарап, телебеҙгә бер ниндәй һынауҙар ҙа ҡурҡыныс түгеллегенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.

Мирас ИҘЕЛБАЕВ, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, жюри рәйесе:
Мин 11-се класс уҡыусыларының эштәренә баһа биреүсе булараҡ, түбәндәгеләрҙе әйткем килә. Һуңғы дүрт-биш йыл эсендә уҙғарылған олимпиадаларҙың бер үҙенсәлеге бар һәм ул Берҙәм дәүләт имтиханы менән бәйле. 10-сы, бигерәк тә 11-се класта мәктәптәрҙә БДИ исемлегенә индерелмәгән дәрестәргә иғтибар ҡырҡа кәмей. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән хатта һайлап алыу рәүешендә лә имтихан биреү ҡаралмаған, шуға күрә сығарылыш кластарында телгә ҡарата булған битарафлыҡ үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Әлбиттә, был уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да ғәйебе түгел, ә бәләһе. Шулай ҙа ошондай шарттарға ҡуйылып та, телгә иғтибарҙы кәметмәгән уҡыусылар хуплауға лайыҡ. Нәҡ ошондай көслө белемле уҡыусылар килә лә инде был олимпиадаға. Әлеге олимпиадала, мәҫәлән, ҡайһы бер иншаларҙы уҡып, хатта күңел тулды. Грамоталы, үҙҙәренең фекерҙәрен еткерә белгән, эҙмә-эҙлекле итеп яҙа алған, дөйөмләштереү оҫталығына эйә уҡыусылар байтаҡ килгән. Викторина, дөйөм алғанда, йомшағыраҡ булһа ла, күп һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән киң ҡарашлы, мәғлүмәтле уҡыусылар ҙа етерлек булды. Нисек кенә булмаһын, башҡорт телен үҙенең киләсәге итеп күргән, телде бар күңеле менән яратҡан уҡыусылар өсөн тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итеүсе, этәргес көс булып тороусы, уларҙы алға әйҙәүсе сара булып торған олимпиаданың киләсәге бар һәм ул йәшәйәсәк.

Гөлназ МАНАПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.01.15 | Ҡаралған: 2107

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru