«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛ МӨХИТЕН ЮҒАЛТҺАҠ, ЙӘН ЙЫЛЫҺЫН ЮҒАЛТАСАҠБЫҘ
+  - 

Күп ғалимдар туған телдә белем алыусы балаларҙың интеллектуаль үҫеше яҡшыраҡ булыуын билдәләй. Әле 1592-1670 йылдарҙа йәшәгән һәм үҙенең педагогик эшмәкәрлеген мәғариф, тәрбиә проблемаларына арнаған чех аҡыл эйәһе-гуманист Ян Амос Коменский шундай һығымта яһаған. Ул туған тел нигеҙендә киң белем биреүгә, һуңынан ғына сит телдәрҙе өйрәнеүгә саҡырған. Швеция һәм Венгрияның мәғариф реформаһын тап ул тормошҡа ашырған. Бөгөнгө заман ғалимдары ла, бала 1 йәштән 8 йәшкә тиклем тормош өсөн мөһим мәғлүмәттең һәм белемдең 80 процентын үҙләштереп өлгөрә, мәктәптә бары тик - 10, икенсе уҡыу йортонда 5 процентын ғына туплай, ә ҡалған 5 процентты ғүмер буйы йыя, тип белдерә. Әгәр бала өйҙә башҡортса һөйләшеп, балалар баҡсаһында рус төркөмөндә йөрөп, мәктәптә русса белем алһа, ул үҙенә тәғәйен 80 процент мәғлүмәтте туплауҙан мәхрүм ҡаласаҡ. Ошо хәҡиҡәтте аңлау кимәле ниндәй бөгөн? Йәғни, республикаға исем биргән милләттең туған теленең бөгөнгөһө һәм киләсәге ниндәй? Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы тап ошо сетерекле мәсьәләгә бағышланды ла инде. Уның эшендә Башҡарма комитет ағзалары, БР Президенты Аппараты, БР Хөкүмәте, БР Мәғариф министрлығы, мәғарифҡа ҡағылышлы башҡа ведомстволар вәкилдәре, район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары һәм мәғариф бүлексәләре вәкилдәре, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәре ҡатнашты.
Рәсәй Федерацияһында һан яғынан 4-се урында торған башҡорт халҡының туған теленең киләсәген ЮНЕСКО эксперттары "хәүеф аҫтында" тип билдәләй. Уның бөтөнләй юғалыуына юл ҡуймау маҡсатынан Башҡарма комитеттың Мәғариф һәм фән буйынса комиссияһы ағзалары, эшсе төркөмдәр Мәғариф министрлығы, урындағы хакимиәт башлыҡтары менән берлектә район һәм ҡала мәктәптәренең, балалар баҡсаларының эштәре менән танышты. Барлығы 19 район һәм ҡалала 50-нән артыҡ мәктәп һәм балалар баҡсаһы тикшерелгән. Был хаҡта төп сығышта Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев ентекле туҡталды. Артабан беҙ гәзит уҡыусылар иғтибарына тикшереү материалдарын үҙ эсенә алған ошо сығыштың иң мөһим урындарын еткерәбеҙ.


Өлгәшкән уңыштары етерлек

Күп мәктәптәрҙә, мәғариф өлкәһендәге туҡтауһыҙ барған реформаларға бирешмәйенсә, балаларға сифатлы белем бирергә тырышалар, - тип башлап китте докладсы һүҙен. - Быны Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре лә раҫлай. Бигерәк тә башҡорт лицей-гимназияларының эшен айырым билдәләп үтергә кәрәк. Уларҙа белем биреү сифаты күрһәткестәре 55-80 процент, БДИ һөҙөмтәләре республика күрһәткестәренән юғарыраҡ. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 2-се лицей-интернат математиканан БДИ һөҙөмтәләре буйынса республикала 5-се урын биләй. Юғары уҡыу йорттарына инеү проценттары ла юғары, йыл һайын 85-100 процент сығарылыш класс уҡыусылары төрлө вуздарҙың студенттары булып китә. Башҡорт милли гимназия һәм лицейҙары уҡыусылары республика, муниципаль кимәлдә уҙғарылған олимпиада һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары республика кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеп, Бөтөн Рәсәй кимәлендәге олимпидаларҙа сығыш яһай, призлы урындарға лайыҡ була. Афарин! Барлыҡ башҡорт лицей-гимназияларын да ошо кимәлгә күтәреү йүнәлешендәге эшмәкәрлекте дауам итергә кәрәк. Шулай итеп, бынан 20 йылдар самаһы элек Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәғариф министрлығы һәм йәмәғәтселек инициативаһы буйынса булдырылған башҡорт лицей-гимназиялары үҙҙәренең төп - милли кадрҙар әҙерләү бурысын әлегә үтәй, тип һығымта яһарға мөмкин.
Күп кенә мәктәптәр сифатлы белем биреп кенә ҡалмай, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә лә тырыша. Мәҫәлән, Йылайыр районының Йомағужа, Салауат районының Лағыр урта мәктәптәре, оптималләштереүгә бәйле бөтә түңәрәктәрҙең дә сәғәттәре киҫелеп, алынып бөткәс, түләүһеҙ түңәрәк эштәре алып барырға ҡарар иткән. Милли үҙаңды формалаштырыу, патриотик һәм рухи тәрбиә биреү буйынса маҡсатлы эш алып барған мәктәптәр бар (Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты, Баймаҡ лицей-интернаты, Өфө ҡалаһының 20-се, 158-се гимназиялары, 136-сы лицейы, Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты, Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге Башҡорт гимназияһы). Әммә беҙҙең тикшереүҙәр барышында милли мәктәптәрҙең белем биреүҙәге, тәрбиә эшендәге барлыҡ ыңғай ҡаҙаныштарының юҡҡа сығыу ҡурҡынысы алдында торғанын күрҙек…

"Әлифба" ғына башҡортса…

Был хәлдең сәбәбе - балаларҙы туған телдә уҡыуҙан мәхрүм итеү. Тикшереү барышында башҡорт ауылдары мәктәптәрендә башланғыс класс балаларын төп предметтар - математика, "Тирә-яҡ мөхит", хатта музыка дәрестәрен дә рус телендә уҡытыуҙары менән осраштыҡ. Беренсе класта тик "Әлифба" ғына башҡортса уҡытыла. Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, милли-төбәк компоненты һәр уҡыу предметының йөкмәткеһендә сағылыш табырға тейеш булып та, был үтәлмәй икәнен дә аңланыҡ. 5-се кластан уҡытыла башлаған тарих, география фәндәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел - дәрестәр рус телендә алып барыла. Беҙ тикшергән белем усаҡтарының барыһы ла ҡағыҙҙа башҡорт телендә белем биреүсе мәктәптәр иҫәбендә йөрөй. Сәбәбе ябай: башҡорт теле 5 сәғәтлек программа нигеҙендә өйрәнелһә - отчетта башҡорт мәктәбе итеп күрһәтелә, 3 сәғәтлек программа буйынса уҡытылһа - рус телендә белем биреүсе мәктәп иҫәпләнә. Уҡытыусыларға: "Ни өсөн беренсе кластан башҡорт балаларына математиканы русса уҡытаһығыҙ?"- тигән һорау бирәбеҙ. "БДИ-ға әҙерләйбеҙ", тигән яуап алабыҙ. "Ә "Тирә-яҡ мөхит" дәресе ни өсөн беренсе кластан русса уҡытыла?" - тигәнгә: "Сөнки Мәғариф министрлығынан контроль-тикшереү материалдары рус телендә килә", - тип яуаплайҙар.
Ҡайһы бер район үҙәктәрендә бөгөн бер генә башҡорт мәктәбе лә, хатта башҡорт кластары ла юҡ. Башҡорт балаларының туған телендә белем алыу хоҡуғын сикләүсе бындай райондар иҫәбенә Архангел, Иглин, Миәкә, Федоровка һ.б. индерергә мөмкин. Күмертау ҡалаһының бер нисә мәктәбендә башҡорт теле башланғыс кластарҙа туған тел булараҡ түгел, хатта дәүләт теле булараҡ та уҡытылмай (Туған башҡорт телендә уҡытыу тураһында һүҙ барғанда әҙәби телдә һөйләшкән башҡорттар йәшәгән райондарҙы ғына түгел, төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән көнбайыш райондарын да күҙ уңында тотабыҙ).
"Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Законға ярашлы, барлыҡ субъекттарҙа ла балаларҙың туған телендә уҡырға хоҡуғы бар. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан туған телдә белем биреүсе мәктәптәр өсөн махсус уҡыу планы эшләнгән. Шулай уҡ туған телдәрҙе предмет булараҡ уҡытырға теләгән мәктәптәр өсөн дә уҡыу планы бар. Мәғариф органдарына, мәктәп директорҙарына тик ата-әсәләр менән эшләп, ошо мөмкинлекте киң файҙаланырға, туған телдә уҡытыуҙың ыңғай яҡтарын аңлатырға ғына ҡала. Ата-әсәләрҙең күбеһе, эйе, балаларын яҡшы уҡыу йорттарында, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта уҡытырға теләй. Ләкин, белеүебеҙсә, бөгөн Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта күберәк шул уҡ милли мәғариф учреждениеларын, мәҫәлән, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, Башҡорт республика лицей-интернатын, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын, башҡа башҡорт гимназия-лицейҙарын тамамлаусылар уҡый бит. Өфө ҡалаһында иң тәүге башҡорт мәктәбе булараҡ асылған 20-се гимназияла бөгөн башланғыс кластарҙа бөтә предметтарҙы ла башҡорт телендә уҡыталар. Кластан тыш саралар ҙа саф башҡорт телендә үтә. Ошо тәжрибәне башҡа башҡорт лицей-гимназияларына еңел генә таратып булыр ине. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары хакимиәттәре тарафынан мәктәптәрҙе билдәле территорияларға беркетеү тураһында ҡабул ителгән документҡа ярашлы, башҡорт милли уҡыу йорто булараҡ асылған гимназиялар үҙенең микрорайонындағы бөтә балаларҙы ла уҡырға ҡабул итергә мәжбүр. Һөҙөмтәлә, Өфө ҡалаһының 140-сы, 102-се, 158-се, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназияларының милли составын алып ҡараһаҡ, унда бөтә уҡыусыларҙың 50-60 проценты ғына башҡорт, ҡалғандары - урыҫтар, башҡа милләт балалары. Шул арҡала башҡорт теленән башҡа бөтә предметтар ҙа рус телендә алып барыла һәм шулай уҡ кластан тыш саралар ҙа рус теленә күсеп бөтөп бара…

Закон үтәлергә тейеш!

Башҡорт милләтле булмаған балалар араһында башҡорт телен өйрәнеүгә кире ҡараш юҡ икәнен дә күрҙек. Уларҙың күбеһе, киреһенсә, башҡорт телен теләп өйрәнә. Ә инде дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеүҙе уҡытыу процесына индереүгә ҡәнәғәтһеҙлек тыуыуы сәбәбен беҙ ата-әсәләрҙең һәм педагогик йәмәғәтселектең ошо актты ҡабул итеүгә әҙер булмауында күрәбеҙ. Педагогик коллективтар башҡорт теле дәрестәрен индергәндә уҡыусылар менән дә, уларҙың ата-әсәләре менән дә аңлатыу эштәре алып бара алмаған. Ә бит уларҙың ҡулында закон бар: Башҡортостан Республикаһында башҡорт теле дәүләт теле булып тора һәм ул барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла өйрәнелергә тейеш. Был барлыҡ дәүләттәрҙә лә ҡағиҙә булараҡ ҡабул ителгән. Закон һатыулашыу объекты түгел, ә үтәлергә, ҡанундарҙың, директив күрһәтмәләрҙең үтәлеше урындағы властар тарафынан тәьмин ителергә тейеш. Әммә, үкенескә күрә, был эш тормошҡа ашырылмай. В. В. Путин 2012 йылдың 23 ғинуарында "Независимая газета"ла донъя күргән мәҡәләһендә: "Рус "милли" моноэтник дәүләтен төҙөүҙе алға ҡуйырға тырышыуҙар беҙҙең мең йыллыҡ тарихыбыҙға ҡаршы килә. Ул ғына ла түгел, ул рус халҡын һәм рус дәүләтселеген тарҡатыуға иң ҡыҫҡа юл", - тип белдерҙе. Ил башлығының ошо юҫыҡта әйткәндәре ҡолаҡҡа эленмәүе ҡыҙғаныс...
Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын төҙөүселәрҙең береһе Кондаков, бөтөн уҡыу предметтарының йөкмәткеһенә лә төбәк компонентын индереү ҡаралған, башланғыс кластарҙа ул 80:20 нисбәтендә, урта звенола 70:30 нисбәтендә, ти. Ләкин был талап бөгөн мәктәптәрҙә үтәлмәй. "Тирә-яҡ мөхит" предметының уҡытыусылар өсөн төҙөлгән эш программаһының күбеһендә, мәҫәлән, төбәк компоненты бөтөнләй юҡлығы асыҡланды. Ошо уҡ хәл башҡа предметтар буйынса дәреслектәргә лә ҡағыла. Мәҫәлән, Яңы стандарттар буйынса уҡығандар быйыл сентябрҙән бишенсе класҡа барасаҡ, уларға тарих дәрестәре инә башлаясаҡ, ә төбәк компоненты буйынса дәреслек-әсбаптар юҡ. Уны кем эшләйәсәк, ул ҡасан баҫылып сығасаҡ? Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Яңы стандарттарға ярашлы дәреслектәр эшләнәме, улар ҡасан дөйөм Федераль исемлеккә индереләсәк? Ни өсөн Татарстан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы 35 дәреслеген дә был исемлеккә индереүгә өлгәшкән, ә беҙҙең бер дәреслек тә исемлеккә эләкмәгән? БР Мәғариф министрлығынан был һорауҙарға яуаптар көтәбеҙ. Министрлыҡҡа Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы сығарған дәреслектәрҙе башҡорт теленә тәржемә итеү мәсьәләһен дә тиҙләтергә кәрәк (Тәржемәләрҙең сифаты буйынса ла һорауҙар күп. Башланғыс кластар өсөн тәржемә ителгән математика китабына, мәҫәлән, дәғүәләр күплеге тураһында ишеттек).

Кадрҙар мәсьәләһе лә мөһим…

Тағы бер мөһим мәсьәлә - ул кадрҙар. Тикшереүҙәр барышында урындарҙа башланғыс кластарҙа башҡорт телендә белем бирә алырлыҡ белгестәр юҡлығы иң төп проблемаларҙың береһе булараҡ күтәрелде. Урта махсус белем биреү стандарттары индерелгәнгә тиклем педколледждарҙа башҡорт бүлектәре бар ине. Стандарттар индерелеү менән улар бөтөрөлдө. Ә бөгөн мәктәптәрҙә башҡортса уҡытырға һәләтле башланғыс класс уҡытыусылары ҡытлыҡҡа әйләнеп бара. Бынан 10-15 йыл элек Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында башҡорт телендә уҡытырға һәләтле тарих уҡытыусылары әҙерләү маҡсатында махсус төркөмдәр асылғайны. Аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, был төркөмдәр ҙә ябылды. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында күберәк башҡорт мәктәптәрен тамамлаған уҡыусылар уҡый. Был институт базаһында уҡыу предметтарын башҡортса уҡытырға һәләтле белгестәр әҙерләү проблемаһын еңел генә хәл итеп булыр ине.

Ғилемебеҙ юҡҡа сыға...

Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, "Тормош һабаҡтары" китабы авторы:
Мин туған тел уҡытыуҙы тәбиғәт ҡанундарына бәйләмәксемен. Беҙ, беренсенән, әсә телдәрен уҡытмау юлына баҫып, тәбиғәттән бирелгән бик күп хазинаны юғалтабыҙ. Тәбиғәт беҙгә иҫ киткес мөғжизә бүләк иткән, ул - моң. Һәм кеше моң нигеҙендә үҙенең нервы күҙәнәктәрен яйға һалып, сәләмәтлеген нығыта ала. Ә беҙ балаларҙы беренсе кластан ошо моңдан ғына түгел, бик күп нәмәнән мәхрүм итәбеҙ. Ата-әсәйҙәр өйҙә балаларына туған моңдарҙы тыңлатмай икән, тимәк, ғәзиздәрен үҙ-үҙен дауалау сараһынан мәхрүм итә. Икенсенән, йән йылыһы тигән нәмә бар. Инкубаторҙы күҙ алдына килтерһәк, ул тән йылыһы бирә ала һәм йомортҡанан себеш сыға. Себеш үҫә, тауыҡ була, әммә ул инде йомортҡа баҫа алмай. Сөнки ул себеш булып сыҡҡан ваҡытында йән йылыһы алмаған. Бына ошо йән йылыһының юғалғанлығын "Шәжәрә байрамы" асыҡ күрһәтә. Өлкәндәр шәжәрәһе янына килә, күрешәләр, ҡосаҡлашалар, илашалар, туғанлыҡтарын асыҡлайҙар. Ситтәрәк ҡиммәтле машиналарҙан килеп төшкән, ҡулдарына кока-кола тотҡан йәштәр тора. Уларҙың бер нәмәлә эше юҡ: үҙ-ара һөйләшеү ҙә, туғанлыҡтарын эҙләү ҙә, ҡосаҡлашыу ҙа. Йәғни, уларҙың йән йылыһы юҡ. Беҙ туған тел мөхитен юғалтһаҡ, йән йылыһын юғалтасаҡбыҙ. Әлбиттә, закон бар, стандарттар бар, әммә бынан тыш тәбиғәт ҡанундары ла бар бит әле.
Мәктәптәрҙә уҡытыу башҡортса алып барылған ваҡытта уларҙа күпме таланттар, ғалимдар тәрбиәләнде. Бөгөн башҡорт телендә һөйләшкән төрлө тармаҡ ғалимдарына ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Шуға ла башҡорт ғилеменә ҡағылған күп өлкәләр тикшерелмәй. Мәҫәлән, беҙҙең халыҡ медицинаһы тәжрибәһе иҫ китмәле, һәм ул әлегәсә өйрәнелмәгән. Ата-бабаларыбыҙ астрономияны яҡшы белгән - беҙҙең кемебеҙ ошо ғилем менән ҡыҙыҡһынғаны бар әле? Бөгөн бөтөн донъя ҡымыҙ эсә, бал ашай, ә бит тикшереләһе башҡорт ризыҡтары улар ғына түгел - ҡорот, ҡыҙыл эремсек, күбекмай, йылҡы ите үҙендә күпме асылмаған сер һаҡлай. Медицина институтында эшләгән бер профессорға: "Ниңә башҡорт аштарын тикшермәйһегеҙ, ниңә халыҡ дауалау ысулдарын фән юғарылығына күтәрмәйһегеҙ?" - тигәйнем, ул: "Мин бит, апай, русса уҡыным, башҡорт донъяһы менән бигүк таныш түгелмен", - тип яуапланы. Балаларыбыҙҙы русса уҡытып, беҙ башҡорттоң донъя кимәлендә күрһәтә торған башҡорт ғилемен юҡҡа сығарабыҙ шулай...

Һаман күҙ буяйбыҙ!

Фәнзил САНЪЯРОВ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Мәғариф һәм фән буйынса комиссияһы рәйесе:
Күптән түгел Татарстан Республикаһына барып ҡайттым. Уларҙа ла туған татар телен уҡытыу буйынса проблемалар бар, әммә был проблеманы хәл итеүгә бөтә булған ресурстарҙы йәлеп иткәндәр һәм ең һыҙғанып эшләйҙәр. Хөкүмәт туған һәм татар телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу өсөн йылына 390 миллион һум аҡса бүлә (Башҡортостанда был күрһәткес тиҫтәләгән тапҡырға аҙыраҡ). Республикала татар телен өйрәнеү фән кимәленә ҡуйылған. Беҙ Милли мәғариф проблемалары институты филиалын яптыҡ, күршеләр уны һаҡлап ҡалған. Иң мөһиме, уларҙы Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үҙе финанслай. Ниңә беҙгә лә ошо Милли мәғариф институты филиалын яңынан тергеҙеү сараһын күрмәҫкә?
Татарстандың Мәғариф һәм фән министрлығында 3 бүлектән торған милли мәғариф идаралығы бар, унда 12 кеше эшләй. Айырым бер бүлек дәреслектәр әҙерләү һәм баҫып сығарыу менән шөғөлләнә. Ә беҙҙә бөтә милли мәғариф мәсьәләләре Мәғариф министрлығының 5 кешелек бер бүлегенә йөкмәтелгән. Унда ниндәй генә шәп белгестәр ултырһа ла, улар көнө-төнө ҡуна ятып эшләһәләр ҙә, милли мәғариф проблемаларының осона сыға алмаясаҡ. Татарстандан айырмалы, беҙҙә 14 туған тел өйрәнелә, уларҙың һәр береһенең үҙ проблемаһы етерлек, шулай уҡ башҡорт милли мәғарифына бәйле хәл ителмәгән мәсьәләләр тулып ята.
Татарстанда татар телендә уҡыусылар һәм өйрәнеүселәр күрһәткесе - 87 процент. Беҙҙә ул һан күршеләрҙекенән күберәк түгел икәнен беләбеҙ. Әммә Башҡортостанда башҡорт телендә уҡыусылар һәм өйрәнеүселәр һаны 98 процент тип күҙ буяйбыҙ. Үҙ-үҙебеҙҙе алдауҙан туҡтайыҡ инде! Милли мәғариф өлкәһендә ниндәйҙер һынылыш булырға тейеш. Бының өсөн 2015 йылда Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһен милли мәғариф торошона бағышларға кәрәк, тип тәҡдим итәм.

Дәреслектәрҙә лә хикмәт бар

Нажиә БИКБОВА, Сибай ҡалаһы "Ирәндек" лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы:
Мин һәр ваҡыт өс һорауға яуап эҙләнем:
- Ни өсөн үтә лә бай телебеҙ була тороп, телмәребеҙ иҫ киткес ярлы һәм хисһеҙ?
- Туған телебеҙ һаҡлауға мохтажмы, әллә яҡлауғамы?
- Ни өсөн интернетта төрлө милләт халҡы башҡорт телен уҡытыуға кире ҡараш белдерә? Был нилектән тыуа?
Беренсенән, телмәребеҙҙең ярлы, хисһеҙ булыуын дәлилләү өсөн төрлө саралар мәлендә сәхнәләрҙән сығыш яһаусыларҙы, радиоға, телевидениеға интервью биреүсе милләттәштәребеҙҙе тыңлау ҙа етәлер. Былар республикабыҙҙа башҡорт теле уҡытыуҙың концепцияһы тураһында һөйләй ҙә инде. Башҡорт кластарында дәрестә килештәрҙе өйрәтеп, эйә-хәбәр аҫтына һыҙып ултырыуҙы мөһимерәк һанаған дәреслектәрҙең кәрәге бөткәндер, минеңсә. Һүҙ төркөмдәрен таптырып, уҡыусыны фәнгә алып инергә маташыуҙың һөҙөмтәһе шул: мәктәпте тамамлағанда бала ике һүҙҙе бергә ҡушып һөйләй белмәй. Бына был беҙҙең система.
Минең фекеремсә, беренсе кластан һигеҙенсе класҡа тиклем грамоталы яҙырға өйрәтергә һәм, һис шикһеҙ, һүҙ байлығын арттырыу өҫтөндә эшләү мотлаҡ, сөнки юғарыла әйтеп үтелгән етешһеҙлектәрҙең бөтәһе лә һүҙ байлығының етешмәүенән килә. Ә морфологияны, синтаксисты өйрәтеүҙе 9 - 11-се кластарға ҡалдырһаҡ, бала үҙ фекерен әйтер өсөн һүҙлек запасын туплай алыр, бәхәскә кергәндә лә кәрәкле һүҙҙәр менән үҙенең ҡарашын аңлата алыр һәм, минеңсә, юғары кластарҙа башҡорт кластарын рус кластарына ҡушыу мәсьәләһе лә үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр ине.
Икенсенән, Рәсәйҙә рус, татар һәм чечен телдәре генә һаҡланып ҡалған, тимәк, улар яҡлауһыҙ ҙа йәшәй ала. Беҙҙең башҡорт теле Хөкүмәт тарафынан да яҡланып, уҡытыусыға ижади эшләрлек шарттар, альтернатив дәреслектәр булмаһа, Мәғариф министрлығы үҙ эшен башҡорт теле уҡытыусыларын тикшереүҙә генә күреп, уларға реаль ярҙам күрһәтмәһә, телебеҙҙе һаҡлап ҡала алмаҫбыҙҙыр. Минеңсә, был һөйләшеүҙең дауамы Министрлыҡ кимәлендә лә булырға тейештер.
Өсөнсөнән, республикабыҙҙа төрлө милләт балаларын башҡорт теленә өйрәтеү мәсьәләһе ваҡытлы һәм урынлы күтәрелһә лә, уны уйлап еткермәйенсә тормошҡа ашыра башлау етди ҡаршылыҡтарға юлыҡтырҙы. Ғәҙәттәгесә, башҡорт теле уҡытыусылары был юлы ла экспериментҡа дусар ителде: концепция юҡ, программа юҡ, дәреслектәр юҡ, тик, эшләгеҙ, тигән бойороҡ ҡына бар. Ошо шарттарҙа башҡорт теле уҡытыусыһы рус балаларына башҡорт телен өйрәтергә мәжбүр булды. Аҙаҡтан баҫылған дәреслектәрҙең дә концепцияһы дөрөҫ түгел: рус милләтенең дә, халҡыбыҙҙың да телмәр үҙенсәлектәре иҫәпкә алынмаған. Теге йәки был яҙыусының ошо әҫәрен белмәһәгеҙ, башҡорт телен дә белмәйәсәкһегеҙ, тигән принципҡа таянып төҙөлгән булып сыҡты ул, һөҙөмтәлә белем дә юҡ, ихтирам да юҡ, тик интернетта телебеҙгә ҡаршы ҡотҡо һүҙҙәр генә бар.
Үҙем, ата-әсәләр башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы, тигән һүҙҙе ҡабул итә алмайым. Минеңсә, улар етлекмәгән программаға, дәреслектәргә генә ҡаршы. Үҙем ун туғыҙ йыл ошо категориялағы уҡыусылар менән эшләү дәүерендә ата-әсәләрҙән башҡорт теле тураһында бер генә лә насар һүҙ ишетмәнем, киреһенсә, ихтирам, ярҙамдарын тойоп эшләнем. Күрәһең, бының сәбәбе үҙ методикам булыуында һәм үҙ ҡулдарым менән әҙерләгән әсбаптар, һәр дәрес өсөн генә түгел, һәр уҡыусым өсөн дә етерлек материалдарҙы үҙем компьютерҙа баҫып, шуның өҫтөндә системалы эшләүемдә булғандыр. Әйткәндәй, ата-әсәләрҙең һорауы буйынса Хәйбулла районының Целинный ауылында башлап ебәргән был эшемдең һөҙөмтәһе 1-2-се синыфтар өсөн яҙылған дәреслектәрҙә авторҙаш булараҡ сағылыш тапһа, быйыл В.И. Хажин, Р.С. Зәйнитдинова, Ә.Р. Исрафилова менән бергәләп яҙылған ошо категориялағы уҡыусылар өсөн ҡулланмабыҙ баҫылып сыҡты. Башҡорт теле уҡытыусыларына ярҙамға сығарылған был ҡулланма ни бары йөҙ дана ғына, хәҙерге көндә эшебеҙ үҙ бағыусыһын көтөп ята...

Шулай итеп…
Ултырышта БР мәғариф министры Әлфис Суфиян улы Ғаязов та ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Әлбиттә, Башҡарма комитеттың тикшереү мәғлүмәттәре буйынса ниндәйҙер аңлатмалар бирергә әҙер түгел ине Әлфис Суфиян улы, шуға ла ул министрлыҡтың милли мәғариф өлкәһендәге ҡайһы бер эштәрен барлап сығыу менән генә сикләнде. Ә был өлкәләге ҡайһы бер күрһәткестәрҙең түбәнәйеүен, төбәк компоненты сәғәттәренең һаҡланмауын һәм уның кәмеүен, башҡа етешһеҙлектәрҙе яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына, шуға ярашлы атҡарылған сараларға япһарҙы. Был документтың мөһимлеген берәү ҙә инҡар итмәй. Ләкин "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында", "Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы закондар ҙа бит әле. Улар ҙа үтәлергә тейештер бит! Был закондарға ярашлы, милли мәғариф проблемалары, шул иҫәптән республикаға исем биргән халыҡтың телен йәки икенсе дәүләт телен өйрәнеү ҙә урындағы закондар нигеҙендә көйләнергә тейеш. Был эште иң тәүҙә Мәғариф министрлығы күтәреп сығырға тейеш түгелме ни? Ғөмүмән, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышында күтәрелгән мәсьәләләр бик күп һорауҙар тыуҙырҙы һәм уларҙың барыһы ла БР Мәғариф министрлығы адресына төбәлде. Тик ул һорауҙарға эшлекле, төплө яуап алынырмы икән?..

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.01.15 | Ҡаралған: 2607

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru