Халҡыбыҙҙа кинәйәләп, икәү осрашһа - баҙар, өсәү йыйылһа - йәрминкә, тип әйтеү ғәҙәте бар. Был, аңлағанһығыҙҙыр, ҡатын-ҡыҙ хаҡында, әлбиттә. Ҡыҙыҡ, ирҙәр йыйылғанда ни хаҡында гәп һуғаларҙыр, мәгәр мин белгән ҡатын-ҡыҙ араһында буш хәбәр, ғәйбәт һатып, ваҡытын заяға уҙғарыусылар юҡ, сөнки улар бөтәһе лә эш кешеләре. Нисек осто осҡа ялғарға, тормоштоң өҙлөкһөҙ һынауҙары алдында нисек юғалып ҡалмаҫҡа, бының өсөн нисек итеп сәләмәт булырға - бына минең әхирәттәр әллә ниҙә бер осрашып сәй эскәндә гәпләшеп ала торған темалар даирәһе.
Был юлы ла әхирәттәрем Рауза менән Миләүшә, килеп сығабыҙ, тип шылтыратҡас, ауылдан килтергән күстәнәстәр - сейә ҡушып ҡайнатылған ҡорот, ҡыҙыл эремсек, хуш еҫле бал, үлән сәйен өҫтәлгә сығарып ултырттым, ҡоймаҡ ҡоя һалдым. Йән дуҫтарың өсөн шунан да затлыраҡ һыйҙы ҡайҙан табырһың! Ах итте әхирәткәйҙәрем. "Эмм..." - бисмиллаһын әйтеп ҡорот ҡапҡан Миләүшә ләззәтләнеп күҙҙәрен йомдо:
- Билләһи, пенсияға сыҡҡас та ҡайтам ауылға! - тине ул.- Ҡаланың бисмиллаһыҙ яһалма аҙығын ашап, эсеңә сир алып йәшәү етте! Ҡартым да ҡасандан бирле һаташа инде, ауылда умарта тотоп ҡына ятыр инем, тип...
- Ауылда, елкәң булһа, мул йәшәйһең инде ул, - фекер ебен Рауза эләктереп ала. - Хәҙер ауыл табынын күрһәң! Ҡош һөтө генә юҡ. Элек тә ауыл кешеһе ризыҡҡа аптырап ултырманы, уңғандарҙың табыны һәр саҡ мул булды. Ә бөгөн апайҙар, еңгәләр, килендәр һыйға шул тиклем оҫтарған: муллыҡ янына зауыҡ, нәзәкәтлек тә өҫтәлгән. Нимә генә әҙерләмәй улар: салаттары, бәлеш, тәм-томдары ресторандыҡынан һис ҡалышмай, артыҡ булмаһа... Тик был ғына етмәй шул әле ауылда йәшәү өсөн, иң мөһиме - күңел тыныслығы кәрәк. Беҙҙең ауылда, мәҫәлән, айыҡ ир һирәк күренеш. Күп ғаиләләр ҡатын-ҡыҙ ҡулына ҡарап тора. Ағайымдан алып ҡына әйтәм: мәңге ҡыҙмаса булып йөрөй. Ялға ҡайтҡан арала ла яғанан алышырҙай булабыҙ. Ярай еңгәм ут шикелле: район үҙәгенә яҡын булғас, көн аралаш баҙарға йөрөп, бына әле беҙ тәғәмләп ултырған ошондай һөт ризыҡтары алып барып һатыу итә: һөт, ҡаймаҡ, май, ҡорот,ҡатыҡ, айран, эремсек...Үҙенең һатып алыусылары ла бар хәҙер, килгәнен көтөп торалар.
- Көн дә баҙарға ла йөрөп булмай шул,- ти Миләүшә бошоноп. - Һәр хәлдә, эремсекте үҙеңә өйҙә лә яһап була инде, сөнки мин уны башҡаса магазиндан алмаҫҡа булдым. Төрөлгән ҡағыҙына, һаҡланыу ваҡыты 5 көн, тип яҙылһа ла иртәгәһенә үк күпсеп, еҫләнеп, боҙола башлай. Көн дә һатып алырға кәрәк булып сыға. Ҡыҙым интернеттан бер мәҡәлә уҡытты - сәстәрең үрә торор. Төрлө ризыҡ хаҡында мәғлүмәт бар. Минең үҙемде эремсек ҡыҙыҡһындыра: беҙҙең йәштә уны күберәк ашарға тура килә, кальций кәрәк организмға.Тик әлеге беҙ магазиндан алған эремсектә... эремсектән башҡа бөтәһе лә бар, тип яҙалар. "Бөтәһе лә" тигәне һөт ризығы өсөн ят булған шикле өҫтәмәләр, һәр төрлө үҫемлек майҙары, киптерелгән һөт, манный ярмаһы, ферменттар, кальций һәм башҡалар...
- Мин үҙем ситтән килтерелгәнде түгел, ә үҙебеҙҙә етештерелгәнде, мөмкин тиклем тәбиғи сифаттары һаҡланған ризыҡтарҙы һатып алырға тырышам, - тием һүҙҙе сәләмәтлек темаһына бороп ебәрергә тырышып, сөнки Раузабыҙ - медицина хеҙмәткәре, был өлкәлә берәй файҙалы мәғлүмәте менән уртаҡлашыр, моғайын, тигән өмөттә. - Хәйер, сәләмәт булыу өсөн дөрөҫ туҡланыу ғына етмәйҙер әле. Авторы хәтерҙә ҡалмаған, кемдер берәүҙең "Аҙыҡ-түлек тә, хатта дарыу ҙа кешене дауаламай" тигән һүҙҙәре иҫкә килеп төштө. Шул мәҡәләһендә ул кешене дауалаусы алты ҡағиҙә хаҡында яҙғайны...
- Һин, моғайын, яман шеш сиренән үҙен-үҙе һауыҡтырған Майя Гогуландың мәҡәләһенә тап булғанһыңдыр, - ти Рауза.- Был авторҙы хәҙер белмәгән кеше юҡ шул, китап магазиндарында бестселлерҙары тулып ята. Күберәк яман сиргә юлыҡҡандарға кәңәштәр бирһә лә, үҙен сәләмәт иҫәпләгән киң ҡатлам уҡыусылар өсөн дә китаптары бар уның. Япон профессоры Кацудзо Ниши тәғлимәтенә таянып, Майя дарыуһыҙ дауаланыу, күп сирҙәрҙе иҫкәртеү юлдарын өйрәтә. Әлеге һин әйткән алты алтын ҡағиҙәнең бөтәһендә лә сәләмәтлеккә умыртҡа бағанаһына тәьҫир итеү аша өлгәшеү маҡсат итеп ҡуйыла: тигеҙ ҡаты түшәктә баш аҫтына бәләкәй генә ҡаты яҫтыҡ (валик) һалып йоҡлауҙың организмдың бөтөн эшмәкәрлегенә лә туранан-тура йоғонто яһауын, көнө буйы тупланған шлактарҙы ҡыуҙырыуын, ҡан йөрөшөн яҡшыртыуы хаҡында белмәй инем әле. Умыртҡа бағанаһын кәкерәйеүҙән һаҡлау, турайтыу буйынса күнекмәләр - сәләмәтлек юлында ярты уңыш. Юҡҡа ғынамы ни ҡытайҙарҙа "Арҡаң төҙ икән, тимәк, һин йәш һәм сәләмәт," тигән әйтем йәшәй. Ҡағиҙәнең ҡалған дүрт пункты - дөрөҫ тын алыу системаһы, йәғни һулыш гимнастикаһы, һауыҡтырыусы махсус күнекмәләр. Уларын китаптан йә Интернеттан уҡып өйрәнергә була. Һәр хәлдә, үҙеңә яраҡлы физик күнекмәләрҙе һайлап алып, көн дә ни бары 20-30 минутыңды йәлләмәҫкә кәрәклеген яҡшы беләбеҙ ҙә бит...
- Үҙең яһайһыңмы һуң шуларҙы, файҙаһы ысынлап та бар микән, әллә гонорар өсөн генә яҙалармы шул китаптарын ?- тип һорай ҡуйҙы табибәбеҙҙән Миләүшә.
-Пенсияға сыҡҡас, Алла бойорһа... - тине Рауза.
- Ана шулай, яҡшы тормош, яҡты киләсәк алда әле, тип алданып китеп тик бара әҙәм балаһы. Унан ғүмер һуҡмағының ахырына яҡынлашыуын да һиҙмәй ҡала... -тип уфтанып ҡуйҙым.- Пенсияға сыҡҡанды көтөп йөрөр инем мин дә, сирләп кителмәһә. Ауырығас, тотондом китап-белешмәләр аҡтарырға. Ҡытайҙың бар донъяға билдәле легендар Шаолинь мәктәбе остазы Вон Кью Киттың ҡасандыр һатып алынған "Цигун сәнғәте" тигән бестселлеры ятҡан үҙемдә. Ябай методик ҡулланма ғына түгел, хазина булып сыҡты ул. Цигун магистры ҡытайҙарҙың быуаттар буйы сер итеп һаҡланған йыһан энергияһы, сәләмәтлек, йәшлек һәм оҙон ғүмер сығанағы - махсус күнегеүҙәр һәм уларҙы яһау ысулдарын ентекләп төшөндөрә. Башлап шөғөлләнеүселәр өсөн иң тәүҙә бөтөн цигун тәғлимәтенең төп нигеҙен тәшкил итеүсе ике генә күнекмәһен өйрәтә ул. Тәү ҡарашҡа бик ябай тойолһа ла, уларҙы яһауы еңелдән түгел, сөнки был тәңгәлдә ихтыярың менән идара итеү, эске торошоңдо көйләү һәләте, дөрөҫ һулыш алыу системаһын үҙләштереү кәрәк. Ғөмүмән, бөтөн дарыуһыҙ һауыҡтырыу системалары ла бына ошо "өс кит"ҡа бәйле лә инде.
- Ул тиклемен кем белһен, минең өсөн эргәләге дамба юлына сығып йүгерһәм дә ҙур файҙа,- тип бүлдерҙе һүҙемде Миләүшә. - Тик шуны ғына ла көндәлек ғәҙәткә әйләндереп булмай: иртә таң менән ҡырҡ мәшәҡәт һағалай. Аш-һыу яраштырып, эшкә ашығаһыңмы, ейәнсәрҙе баҡсаға илтәһеңме...
- Яҡшы ғәҙәтте көндәлеккә әүерелдерәм, тиһәң, иртәрәк тораһың инде, әхирәт, - тип йомғаҡлай был темаға һөйләшеүҙе табибәбеҙ. - "Булдырам!" тиһәң дә, "Минән булмай ул" тиһәң дә ике көйләнеш тә үҙ юлын таба һәм бойомға аша. Шуның яҡшыһын һайлайыҡ һуң, әйҙә. Үҙ-үҙеңде һауыҡтырыу системаһының бөтөн асылы шуға ҡоролған да инде: ихтыярыңды туплай алһаң ғына һиңә бер ниндәй сир ҙә яҡын юламаҫ.
Фирүзә ИШБИРҘИНА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА