«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИТАП ҺҮҘЕ АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ
+  - 

Баш ҡаланың үҙәк урамдарында бөйөк рус һәм башҡорт шағирҙары, яҙыусыларының цитаталары яҙылған реклама щиттары ҡуйылды. Бындай реклама кампанияһы Әҙәбиәт йылына старт бирелеүҙең үҙенсәлекле символы ла булып тора.

- Был акция беҙҙең "беренсе ҡарлуғас" түгел, сөнки башҡа тематик йылдарҙа ла әсәләргә, ғаилә ҡиммәттәренә арналған әйтемдәрҙе, мәҡәлдәрҙе, яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе реклама итеп урынлаштыра торғайныҡ. Ләкин уларҙың күләме аҙ булыу сәбәпле, бик күҙгә салынып барманы, ахыры. Әммә быйыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы булараҡ, яҙыусыларҙың "ҡанатлы" һүҙҙәрен, мәҡәлдәрҙе күпләп урынлаштырыу идеяһын "Ҡала реклама үҙәге" МБУ-һы ла ҡуш ҡуллап күтәреп алды һәм буш торған щиттарҙы рухи аҙыҡ менән "һуғарҙы". 180 самаһы үҙенсәлекле реклама шунда уҡ халыҡтың һәм баш ҡала ҡунаҡтарының, ул ғына ла түгел, барлыҡ киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын йәлеп итте...
Реклама щиттары Яңы йыл алдынан ҡуйылғанлыҡтан, күптәр уны байрам бүләге тип ҡабул итте һәм, "Ниһайәт, үҙебеҙҙе Башҡортостандың баш ҡалаһында йөрөгәндәй хис иттек, күңелдәр үҫеп китте", "Транспортта барғанда бер рекламаны уҡып, икенсеһендә нимә яҙылған икән, тип, түҙемһеҙлек менән ҡарап бара башланыҡ", тип тә, башҡорт милләтенән булмаған граждандар иһә, "Башҡортса яҙыуҙарҙың русса тәржемәһен биреп булмаймы, беҙ ҙә нимә яҙылғанын, ниндәй яҙыусы нимә тип әйткәнен бик белгебеҙ килә", тип мөрәжәғәт иттеләр. Әлбиттә, киләсәктә барлыҡ тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алырға тырышасаҡбыҙ. Ә реклама щиттары йыл дауамында алмашынып торасаҡ, уларҙың йөкмәткеһе генә түгел, дизайны ла үҙгәрәсәк, - тине ҡала хакимиәтенең Гуманитар мәсьәләләр буйынса бүлек етәксеһе Зөлфиә Ханнанова.
Ғайса Хөсәйенов һәм Антон Чехов, Баязит Бикбай һәм Виссарион Белинский, Рәми Ғарипов һәм Николай Гоголь, Әнүәр Бикчәнтәев һәм Михаил Салтыков-Щедрин, Роберт Байымов һәм Федор Достоевский, Әхнәф Харисов һәм Максим Горький, Ҡәҙим Аралбай һәм Иван Гончаров, Ризаитдин Фәхретдинов һәм Николай Чернышевскийҙың һүҙҙәре, бәлки, кемделер ҡулына китап алып, һүҙ оҫталарының әҫәрҙәрен уҡырға этәргес тә булыр әле...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.15 | Ҡаралған: 1659

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru