«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
+  - 

Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.

Гәрәй ырыуы. Кәрәиттәр

Гәрәй ырыуының тамырҙары, тикшеренеүселәр фекере буйынса, кәрәит тип аталған ҡәбиләгә барып тоташа. Кәрәит монгол теленән "ҡоҙғондар" тип тәржемә ителә.
XVI быуатта йәшәгән фарсы тарихсыһы Рәшид әд-Дин фекеренсә, "...улар монгол ырыуын тәшкил итәләр, уларҙың йәшәгән урындары Онон һәм Кэрулен йылғалары буйында, монгол ерҙәрендә. Уларҙың ерҙәре Ҡытай сиктәренә яҡын". Был сығанаҡтан ғына сығып, гәрәйҙәрҙең тарихы тулыһынса монголдарға барып тоташа, тип фекерләү дөрөҫ булмаҫ ине, әммә был ырыуҙың килеп сығыуында төрки компонентының да булыуын әйтергә кәрәк. Беренсенән, Рәшид әд-Дин тел мәсьәләһендә монголдар менән төркиҙәрҙе айырмаған. Икенсенән, ул Монгол иленең ҡәбиләләрен ике төркөмгә, дәрләкин монголдарға һәм нирун монголдарға бүлеп, кәрәиттәрҙе ошо ике төркөмдөң береһенә лә индермәгән. Өсөнсөнән, тәүге сығанаҡтарҙан күренеүенсә, кәрәиттәр менән монголдарҙың бәйләнеше төҫмөрләнмәй. Етмәһә, был ырыу вәкилдәренең титулдар һәм исемдәре төркисә яңғырай (мәҫәлән, Бойороҡ хан, Тоғрул хан). Монголстандың, найман һәм онгуттарҙан тыш, башҡа ҡәбиләләрендә бындай атамалар булмай. Билдәле монгол белгесе Л.Л. Викторова бушҡа ғына "кәрәиттәр төрки-уйғур менән кидан-монгол компоненттарынан торған ҡатнаш составҡа эйә була", тип яҙмағандыр.
Кәрәит ҡәбиләһенең тарихы бик тәрән, мауыҡтырғыс ваҡиғаларға бай була. Бөтә өлөшөнә лә туҡталып тормайынса, шуны ғына әйтергә ҡала: тап ошо ҡәбиләнең һуңғы ханлығы башлығы Ванхан (ысын исеме Тоғрул хан) Сыңғыҙхан менән берлектә татар, мәркәит, найман, тайджиут һәм башҡа күп ҡәбиләләрҙе ҡыйратып, Монголстандың хужаларына әйләнә. Заманында ата-бабаларына күп ғазаптар килтергән татар ҡәбиләһе улар тарафынан тулыһынса юҡҡа сығарыла. Е. И. Кычанов яҙыуынса, бер нисә тиҫтә йылдан һуң Сыңғыҙхан ғәскәрҙәре Көнбайышта йәшәгән халыҡтарға һәм илдәргә ҡаршы ҙур яу башлай. Яуланған халыҡтар уларҙы "татарҙар килә" тип ҡурҡып ҡаршы алһа ла, яу менән килеүселәр араһында татарҙар бик аҙ була, бары тик уларҙың дәһшәтле исеме генә һаҡланып ҡала. Шулай итеп, татарҙар тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡһа ла, уларҙың атамалары артабан да йәшәй. Лев Гумилев әйтеүенсә, халыҡтың исеме комуфляжға әйләнә.
Татарҙарҙы тар-мар итеү Үҙәк Азия тарихында һынылыш ваҡиға була. В.В. Бартольд яҙыуынса, татарҙарҙы еңеү кәрәит ханын Көнсығыш Монголияла төп башлыҡ итә. Әммә уның беренселеге шартлы рәүештә генә була, сөнки был ваҡытта Сыңғыҙхандың абруйы артҡандан-арта бара. Бәлки, Ванхан, башҡа хандар кеүек, Сыңғыҙхандың өҫтөнлөгөн таныһа, уның яҙмышы ла башҡасараҡ булыр, үҙенә һәм улдарына Бөйөк Монгол иленең етәкселегендә урын табылыр ине Ләкин тарих башҡаса боролош ала.
Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Сыңғыҙхан һәр саҡ кәрәиттәрҙең хан династияһы менән туғанлашырға тырыша. Бер ваҡыт ул үҙенең улы Джучиға Ванхандың ҡыҙы Саурбикәнең ҡулын һорай һәм үҙенең туғаны Хочжинбикәне Ванхандың ейәне Тусахеға тәҡдим итә. Әммә кәрәит ханының улы Сангун, үҙ нәҫеленең зыялылығы менән тәкәбберләнеп, Сыңғыҙхандың нәҫелен кәмһетергә тотона. Был һөйләшеүҙән һуң Сыңғыҙхан Ванханға һәм уның улына һыуына. Был турала әле генә Сыңғыҙхан менән Ванханға ҡаршы тупланған һәм тәүгеләр тарафынан тар-мар ителгән союздың гурханы булған Джамуха белеп ҡала. Ул, Сангун менән осрашып, хан улын Сыңғыҙханға ҡаршы көйләй һәм улар Ванханды үҙ яғына ауҙарыу эшен башлайҙар. Ҡарт хан, үҙенең улы кеүек күреп йөрөгән вассалы - Сыңғыҙханға ҡаршы сығырға теләмәй, ләкин улының ныҡышмалығына күнергә мәжбүр була.
Килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡтар ике хан араһындағы һуғышҡа алып килә. Тәүҙә кәрәиттәр еңеп килһә лә, Сыңғыҙхандың хәрби оҫталығы һәм мәкерлеге үҙе ҡасандыр "атай" тип йөрөткән кешеһенең дәүләтенең ҡыйралыуына килтерә. Яу барышында ул илселәре аша Ванхандан: "Минең ниндәй ғәйептәрем өсөн һин асыуландың, ханым һәм атайым?",- тип һорай. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Торғулдың йөрәге елкенеп китә: "Һәләк булырға миңә! Улымды ғына оноттоммо мин? Дөрөҫлөк ҡанунын оноттом..." - ти. Сыңғыҙхан үҙен Ванхандың улы һәм вассалы тип атап, тәүгеһенең иғтибарын ситкә алып китә. Һуңынан ҡарт хан, еңдем, тип уйлап, алтын тирмәһендә күңел асҡанда, көтмәгәндә һөжүм яһап, кәрәит ханлығын һәләкәткә килтерә. Ванхан илен ҡалдырып ҡасырға мәжбүр була һәм Найман дәүләте сиктәрен үткәндә ҡарауыл тарафынан үлтерелә.
Шулай итеп, күктә бер ҡояш ҡына булған кеүек, ерҙә лә бер генә хаким булырға тейеш. Был ғибрәтле тарих баштан уҡ Сыңғыҙхан менән Ванхан араһындағы сәйәси тандемдың дауамлы буласағына шик тыуҙыра. Асылында ошо ике хандың береһен һайлау Монголстандың киләсәк юлын һайлау була. Бар оло йәштәге монгол зыялыларыныҡы кеүек үк, Ванхандың идеалы, элекке ырыу төҙөлөшөн һаҡлап, күрше дәүләттәр менән ошо ерлектә йәшәү була. Сыңғыҙхан һәм уның тарафташтары иһә, "ҙур ихтыяр кешеләре", элекке традицияны өҙөп, аттарға һыбайланып, бар донъя менән хакимлыҡ итергә хыяллана.
Тарихсылар фекеренсә, Ванханды тар-мар итеү Сыңғыҙхандың иң оло еңеүҙәренең береһе була. Бының менән уға башҡа дәүләттәрҙе яулау өсөн һуңғы кәртәләр юҡҡа сыға. Ә кәрәиттәр ҡәбиләһе менән нимә була һуң? Татарҙарҙан айырмалы рәүештә, уларҙы тулыһынса юҡ итмәйҙәр, ә дәүләттең төрлө ерҙәренә күсереп ултырталар. Сыңғыҙхан менән аңлашылмаусылыҡ сәбәпселәренең береһе булған Ванхандың улы Сангун Си Ся ерҙәренә ҡаса, ләкин тангут властары уны үҙ ерҙәренән ҡыуып ебәрә. Һуңынан ул Көнсығыш Төркөстанға китә, унда уйғыр хакимы Ҡылысҡара тарафынан үлтерелә. Был ханлыҡ Сыңғыҙхан хакимлығына күскәс, Ҡылысҡара Сангундың ҡатыны һәм улын дәүләттәр падишаһына бирә. Ҡыйралған кәрәит династияһы ханбикәләренең яҙмышы башҡа була. Ванхандың бер туған ағаһы Джакамбуның ҡыҙы Әбикәне Сыңғыҙхан үҙенә кәләш итеп ала. Уның ҡарындашы Биктутмышты үҙенең улы Джучиға кәләш итеп алып бирә, кесе улы Тулуйҙы Джакамбаның өсөнсө ҡыҙы Соркуктаниға өйләндерә. Соркуктани дүрт монгол ханы - Менгехан, Хубиләй ҡаған, Хулагухан, Ариг-Бугиҙың әсәһе була. Бынан тыш, Ванхандың ейәнсәре Дуғуҙ хатунды Хулагухан оло ҡатынлыҡҡа ала, ә икенсе ейәнсәре Урук хатунды Сыңғыҙхандың туғаны Аргун ханға кейәүгә бирәләр. Күреүебеҙсә, Монгол улысының күп ҡағандары, шулай уҡ Ирандың ил башлыҡтары яртылаш кәрәит, йәки уларҙың кәләштәре кәрәит ҡәбиләһенән сыҡҡан була. Монголстандың иң билдәле династияһы менән туғанлашырға теләгән Сыңғыҙхан, ниһайәт, үҙенең моратына өлгәшә.

Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.15 | Ҡаралған: 1530

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru