«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫМА ҺӨЙӨҮ ҺҮҘЕ БАШҠОРТСА ЯҢҒЫРАРҒА ТЕЙЕШ!
+  - 

Мәктәп коридорҙары буйлап иң бәхетле бала саҡ йүгерә, тиҙәр. Шуға ла мәктәп йылдары һәр кешенең күңелендә матур хәтирәләр генә ҡалдыралыр ҙа, сөнки был ваҡытта беҙ ғүмеребеҙҙең иң хәстәрһеҙ осорон йәшәйбеҙ. Әммә бөгөнгө йәш әңгәмәселәрем ошо мәлдән үтә мөһим төшөнсәләргә - халҡының киләсәге өсөн яуаплылыҡҡа, йәмғиәткә кәрәкле кеше булырға өйрәнә. Халҡыбыҙ борондан ирек, кешелеклелек, изгелек, ғәҙеллек идеалдары нигеҙенә ҡоролған тәрбиәгә өҫтөнлөк биргән. Милли гимназия-интернаттар баланы ошо ҡиммәттәр ярҙамында тәрбиәләүгә өлгәшә аламы? Уҡыусыларын илһөйәр, телһөйәр, рухлы итеү өсөн уҡыу йорто, унда белем биргән уҡытыусылар ниндәй булырға тейеш? Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының юғары класс уҡыусылары Зәриә МОРАТОВА, Нәғим ШӘРИПОВ, Азат МӘҺӘҘИЕВ, Айсинә ЙОСОПОВА ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләй.

Һәр кеше өсөн үҙе белем алған уҡыу йорто яҡын була, шулай ҙа һеҙҙең тап 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын һайлауығыҙҙың сәбәбе нимәлә?

Азат: Мин башланғыс класта уҡығанда уҡ был гимназияның республикала иңдән-иң икәнен белә инем. Ни өсөн бындай фекергә килгәнемде хәтерләмәйем хәҙер. Әммә һинең унда уҡырға теләүең - бер, бының өсөн һин үҙең дә яҡшы уҡырға, иң күркәм сифаттарға эйә булырға тейешһең, сөнки минең һымаҡтар күп, ә гимназия берәү икәнен аңлай инем. Атайым үҙе шахмат уйнарға яратҡас, мине лә өйрәткәйне. Бөтөн зиһенемде яуланы бит был уйын бер мәл, кеше тапмаһам, үҙ-үҙем менән уйнарға ла ғәҙәтләнеп алдым. Ярыштарҙа ҡатнашып, төрлө кимәлдә еңеүҙәр ҙә яуланды. Үҙем дә һиҙмәҫтән, хыялымдағы гимназияның уҡыусыһы булып киттем, сөнки артабан камиллашыу өсөн яҡшы тренер кәрәк ине. Тик аҙаҡтан шахмат уйнауҙан баш тарттым. Хәҙер бар күңелемде уҡыуға һалам. Шулай ҙа шахмат сабыр, түҙем булырға, төрлө ситуацияларҙан сығыу юлдарын эҙләргә өйрәтте. Кеше һәр ваҡыт үҫеш юлында булырға тейеш, ә был сифаттар миңә һәр ваҡыт ярҙам итә.
Нәғим: Бәләкәй саҡтан йырларға яратам, ынтылышымды күреп, атай-әсәйем был һәләтемде үҫтереүгә булышлыҡ итте. 2009 йылда "Сулпылар"ҙа ҡатнашып, Гран-при алғас, ойоштороусылар миңә 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға бар, тигән кәңәш бирҙе. Гимназияға 8-се класҡа уҡырға алалар, миңә тағы өс йыл көтөргә кәрәк. Шул саҡта атай менән әсәй тағы хәл иткес аҙым яһаны. "Әминбәк" әкиәтендәге кеүек, "Бар, балам, һөнәр ал", тип, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернатына уҡырға ебәрҙе. Ҡурайҙа, фортепианола, кларнетта уйнарға өйрәндем. Тик бер ҙә генә әртис булырға теләгем юҡ ине, шуға 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына имтихан биреп, бында уҡырға килдем. Үҫә килә маҡсаттар үҙгәрә. Эйе, йыр менән кешеләрҙең күңелен дауаларға була, тик халҡыма икенсе өлкәлә хеҙмәт иткем килә. Унан һуң, минән башҡа ла йырсылар күп, башҡорт йырын данлаусылар булыр әле.
Зәриә: Өйҙә атайың менән әсәйеңдең иркә ҡыҙы булып йәшәүе рәхәт тә ул, тик киләсәккә нигеҙ мәктәп йылдарында һалына. Һағынһам да, бында белем алыуыма ныҡ шатланам. Буш ваҡытымда "Аҡйондоҙ" ансамблендә бейейем, шиғырҙар яҙам.
Айсинә: Зәриә дөрөҫ әйтә, бында ижад итергә бөтөн мөмкинлектәр бар. Бөрйәндә уҡығанда уҡ "Йәншишмә" гәзитенә, "Аманат" журналына яҙыша инем, бында "Интернатым - пар ҡанатым" гәзитендә ҡәләм шымартам. Минеңсә, мәктәптә уҡығанда үҙеңде бөтөн яҡтан һынарға - спорт менән шөғөлләнергә, йырлап, бейеп ҡарарға кәрәк. Аҙаҡтан был теләктәргә ваҡыт булмаясаҡ, күңелдә үкенес тойғоһо ҡалмаһын. Гимназияға уҡырға килгән һәр баланың маҡсаттары бар, мөхит тә тәрбиәләй, юғарыға ынтыла башлайһың. Кемдең яҡшылар араһында насар булып йөрөгөһө килһен?..

Һеҙҙе рухи яҡтан үҫтереүсе, ҡанатландырып тороусы уҡыу йортонда уҡыйһығыҙ, башҡа мәктәптәрҙә уҡыусы тиҫтерҙәрегеҙгә ҡарағанда, һеҙгә еңелерәкме, әллә, киреһенсә, был оло яуаплылыҡмы?

Нәғим: Гимназияла уҡыусы һәр баланың уйҙары, маҡсаттары халҡыбыҙҙы, туған телебеҙҙе яратыу тойғолары менән бәйлелер, тип ышанам. Моғайын да, ҡысҡырып әйтмәһә лә, һәр кем өсөн Рәми Ғарипов өлгө булып торалыр. Сөнки туған тел һәм Рәми - улар хәҙер синоним һүҙҙәргә әйләнеп бөткән.
Айсинә: Һис шикһеҙ, яуаплылыҡ. Беҙҙе Рәми рухы, мөхит үҙе тәрбиәләй, шағир исемен йөрөткән гимназияла белем алыуы ҙур ғорурлыҡ. Шағирҙың көндәлектәрен уҡығандан һуң Рәми миңә үҙем тормошта аралашып, танып-белгән кеше кеүек яҡын. Уның тәрән уйлы, киң ҡарашлы булыуына һоҡланам. Шулай ҙа шағирҙың тормош юлынан алған төп һабаҡ шул: уның һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған, был ҡараш бер ҡасан да халыҡҡа ҡаршы йүнәлтелмәгән һәм ул бер ваҡытта ла үҙ фекеренән баш тартмаған, уны үҙгәртмәгән дә, тимәк, үҙен ихтирам иткән - кеше тап шулай булырға тейеш. Ныҡ икеләнеп киткән саҡтарымда, минең урынымда булһа, Рәми нимә эшләр ине, тип йыш уйлайым. Халҡыңды Рәми Ғарипов һымаҡ яратырға кәрәктер ул. Һәр кемебеҙ йөрәгендә ошо тойғоно йөрөтһә, бөгөн башҡорт халҡы бөтөн донъяға билдәле булыр ине. Әммә йышыраҡ киреһен эшләйбеҙ, хатта яуыз уйлыларҙан туған телебеҙҙе лә яҡлай алмайбыҙ.
Азат: Һәр мәсьәләлә лә киңерәк фекер йөрөтөү урынлы. Әгәр ҙә һинең ниндәйҙер проблемаң бар икән, бында иң тәүҙә һин үҙең ғәйепле. Телгә, башҡа милли мәсьәләләргә килгәндә лә шулай. Айсинә телебеҙҙе һаҡларға кәрәк, ти ҙә ул, тик башҡорт теленең бөгөн хәле яҡшынан түгел икән, бында беҙ, башҡорттар, ғәйепле. Етәкселәргә, башҡа милләттәргә, хатта ҡырыҫыраҡ иҫкән елгә лә япһарып була бәләләрҙе. Тик тәүҙә үҙеңде яуаплы тойоп, башыңды эшләтеп ҡарарғалыр, бәлки? Ошо тойғоға һәм берҙәмлеккә өйрәтә беҙҙе гимназия.
Нәғим: Бәлки, ҡайҙалыр башҡорттар кемдәндер нимәлер көтөп ултыралыр, әммә мин үҙебеҙҙе алдынғы ҡарашлылар рәтенә ҡуям, сөнки беҙ халҡыбыҙҙың киләсәген яҡшыраҡ итер өсөн тырышып белем алабыҙ, хыялланабыҙ, пландар ҡорабыҙ. Гимназия беҙҙең йөрәктәребеҙгә рух орлоҡтары сәсә. Бында уҡырға килгәндә лә мин рухлы инем, юғары үрҙәргә менерлек көсөм барлығына ышана инем. Ошо хистәрем тағы ла нығынды. Шулай ҙа кемдер һине, шулай, тегеләй бул, тип өйрәтеп ултыра тип аңларға кәрәкмәй, һин ниндәй сифаттарың менән Башҡортостаныңа кәрәкле кеше буласағыңды үҙең тоҫмаллап, һығымталар яһарға бурыслыһың.

Әңгәмәбеҙҙә йыш ҡабатланған "халҡымды яратыу" тигән төшөнсәгә нимә һалаһығыҙ? Ундай кеше ниндәй сифаттарға эйә була?

Айсинә: Халҡың менән ғорурланыу һәм үҙеңдең тормошоңдо уға бағышлау күҙаллана был төшөнсәлә, тип уйлайым.
Зәриә: Халҡыңды яратыуҙың төп билдәһе - туған телеңдә һөйләшеү ул. Әгәр мин башҡалар араһында үҙ милләтем менән ғорурланам икән, быны башҡаларға белдереүҙең төп сараһы - туған телдә һөйләшеү. Туған телеңә йырланған маҡтау йыры ла туған телдә яңғырарға тейеш. Унан һуң, милли мәҙәниәтеңде үҫтереү шулай уҡ халыҡты бар итә. Күптәр хәҙер рус, инглиз телендә йырҙар тыңларға ярата, тик улар ҙа тәбиғәте менән башҡорт булып ҡала. Шуға ла ваҡытлыса мауығыуҙарҙың телгә лә, мәҙәниәткә лә ҡурҡынысы юҡ.
Нәғим: Халҡың булмаһа, һин кеше түгелһең, тип, Рәми Ғарипов лайыҡлы билдәләгән. Ҡыҙҙар менән килешәм, тел - милләттең һаҡсыһы. Гимназияла үҙ-ара аралашыу башҡорт телендә бара. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡыҙҙар русса ла һөйләшеп ташлай, әммә күреп йөрөүемсә, егеттәр тик башҡортса ғына аралаша. Ниндәйҙер сәбәп менән телде белмәгәндәрҙе тиҙ генә өйрәтеп алабыҙ.
Азат: Улай ғына ла түгел, төрлө райондарҙан йыйылған егеттәр менән бергә йәшәй торғас, башҡорт теленең диалекттарын белеп бөттөк. Мин Ейәнсура егете, мәсетлеләрҙе башта аңламай бер була инем, хәҙер өйрәндем инде.
Нәғим: Һуғыша яҙып, бәхәсләшеп киткән саҡтар ҙа була ине әле! Бер ваҡыт мин "иҙелгән" тигән һүҙ дөрөҫ була, тием, иптәшем "изылған" тип ныҡыша. Ярай, икеһе лә булһын башҡорт телендә, бынан ул байыраҡ ҡына була, тип килештек һуңынан...

Бөгөн йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә интернет киңлектәрендә виртуаль аралашыуға күп ваҡытын бүлә. Ә һеҙ унда ниндәй телдә аралашаһығыҙ?

Нәғим: Ә беләһегеҙме, беҙ ата-әсәләр һәм уҡытыусыларыбыҙҙың тәҡдимен хуплап, уҡыған саҡта бик ныҡ ҡамасау итеүсе интернеттан баш тартып торорға булдыҡ. Хәҙер беҙҙә текә телефондар юҡ, тыуған йорт менән бәйләнештә булыр өсөн кеҫәбеҙҙә иң ябай телефон йөрөтәбеҙ. Беҙ шундай быуын, бәләкәй саҡтан уҡ компьютер, заманса технологиялар ҡулланып үҫкәнбеҙ. Телефонһыҙ бер көн дә йәшәй алмайымдыр ул, тип уйлай торғайным, йәшәп була икән. Кеҫәлә телефон ятһа, уны сығарып ҡарағы килә, сығарһаң инде, башкөлләй уға сумаһың да ҡуяһың. Хәҙер тыныс, иғтибарҙы ситкә йүнәлтеүсе әйбер юҡ. Был сара БДИ тапшырғанда телефонға ышаныу мөмкинлеге тураһындағы уйҙарҙан да һаҡлай.
Азат: Үҙеңдең ихтыяр көсөң ныҡ булһа, телефондың зыяны юҡ та, тик был тәжрибә лә үҙенсә ҡыҙыҡлы. Элек тә үҙ-ара етерлек аралаша инек, бынан һуң аралашыу йышайҙы, тип әйтә алмайым. Сығарылыш уҡыусылары булараҡ, беҙҙең хәҙер бер генә бурысыбыҙ бар - яҡшы итеп уҡырға, белгәнеңде ҡабатлап, бер системаға һалырға.

Бөгөн мәктәп стандарттары мифик "уртаса статистик" балаға тәғәйенләнеүен, ә күпселек уҡыусыларҙың был сиктәргә һыймауын белгестәр күптән таныны инде. Күңелһеҙ тестар, ялҡытҡыс стандарттар белем алыу процесын күңелһеҙ сараға әүерелдермәйме?

Айсинә: Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу, тиҙәр, ҡасан уҡыуы еңел булғаны бар икән? Бар ерҙә тырышлыҡ кәрәк. Нимәнелер аңламайһың икән, ятаҡта йәшәгәс, башҡаларҙан һорарға була. Бер ауырлығын да тоймайым.
Нәғим: Хатта Берҙәм дәүләт имтихандары ла аптыратмай беҙҙе. Тиҙ генә аңламаған тема тураһында һөйләшеп алабыҙ, ҡурҡырлыҡ нәмәһе лә ҡалманы. Шаярып әйткәндә, БДИ - ул еңел генә бер имтихан. Дуҫтар менән бөтөн нәмә лә еңел тойола.
Зәриә: Уҡыуҙан тыш, төрлө саралар күп үтә, түңәрәктәр, спорт секциялары күп, күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт та юҡ. Беҙҙең гимназия-интернат хатта башҡа башҡорт гимназияларынан да айырыла, беҙҙә уҡыу ҙа күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Күп кешеләрҙең тормошонда был гимназия ҙур роль уйнағандыр, тип уйлайым. Уҡыу йортоноң үҙ президенты, төрлө йүнәлештәрҙе етәкләгән министрҙары бар. Нәғим, мәҫәлән, спорт министры. Уларҙың иғтибарынан бер нәмә лә ситтә ҡалмай.
Нәғим: Гимназия - ул ҙур бер ғаилә кеүек. Әлеге мәлдә хатта БДИ түгел, ә дуҫтар менән айырылышыуҙы уйлау күпкә ауырыраҡ. Ошо йылылыҡты һәр башҡорт балаһы татып ҡарарға тырышырға тейеш.

Һәр йәмғиәтте татыулыҡ, кешеләрҙең бер-береһе менән дуҫ йәшәүе ныҡлы итә. Һеҙ хәҙер дуҫлыҡтың нимә икәнен яҡшы аңлайһығыҙ, уларҙы ниндәй сифаттарына ҡарап һайлайһығыҙ?

Азат: Ауылда уҡығанда класташтарың менән мәктәптә генә осрашаһың, уларҙы яҡшылап белмәйһең дә. Бында иһә, уҡыуҙа ла бергәһең, ятаҡта ла, шуға кешене бар яҡлап күрәһең. Кемдең кем икәне шунда уҡ беленә. Башҡа уҡыу йорттарындағы кеүек, кластарға бүлеп, айырмайбыҙ бер-беребеҙҙе, киреһенсә, өлкәндәр бәләкәйҙәрҙе яҡлап йөрөтә.
Нәғим: Гимназияла нисә уҡыусы бар, уларҙың барыһын да беләһең, барыһын да дуҫ иҫәпләйһең. Минеңсә, кешенең яҡшы сифаттарын да, кире яҡтарын да аңлап ҡабул итергә кәрәк. Ә дуҫлыҡ өсөн бер генә талап барҙыр ул - ауыр саҡта дуҫ кеше һине ташламай, ул аҙағынаса һинең менән була. Тоғролоҡ йылдар дауамында һынала. Киләсәктә лә бер-беребеҙ менән дуҫ булып булмаһа ла, яҡшы мөнәсәбәттә ҡалырбыҙ, тип ышанам. Хәйер, йылдар үтеү менән дуҫлыҡ хистәре тағы ла нығынырға тейеш.
Зәриә: Дөрөҫөрәге, дуҫлыҡ ваҡыт иләге аша үтергә тейеш. Мин районда ҡалған дуҫтарымдың күбеһе менән аралашмайым хәҙер, сөнки уларҙың терәген тоймайым. Шуға ла дуҫтар күп булмай, тигән уйҙамын.
Айсинә: Дуҫтың күп булыуына ҡарағанда, тоғро булыуы хәйерлерәк. Гимназияла дуҫлыҡ төшөнсәһе туғанлыҡҡа яҡыныраҡ, шуға ла ул ҡәҙерлерәк тә. Элек тә төрлө конкурс-бәйгеләргә күп йөрөй инем. Ләкин бындағы кеүек, минең уңыштарыма һөйөнгән дуҫтарым һирәк ине. Кәрәк булһа, барыһы ла ярҙам итә, еңһәң, ихлас ҡыуаналар. Директорыбыҙ үҙе изге теләктәр әйтеп оҙатып ҡала, маҡтап ҡаршы ала. Шуға ла уларҙың ышанысын гел аҡлағы килә.
Нәғим: Спорт ярыштарына барһаҡ та, үҙ-ара ярышмайбыҙ, ә башҡа мәктәптәрҙе уҙып китергә тырышабыҙ. Гимназиябыҙға беҙҙән бүләк булһын, тигән уртаҡ уй бейек үрҙәргә илтә ала.
Азат: Волейбол, баскетбол буйынса көслө командабыҙ бар, яңы спорт комплексы асылғандан һуң, бокс үҫеше өсөн шарттар яҡшырҙы. Милли көрәш буйынса бәйгеләрҙә егеттәр тик беренсе урындар яулай. Бейеүселәребеҙҙе лә бар республика белә, һуңғы йылдарҙа "Байыҡ" телевизион конкурсында ла уңыштар байтаҡ булды. Ҡурайсылар ансамбле, хор - үҙеңде үҫтерәм тиһәң, гимназиябыҙҙа бөтөн йүнәлештә лә түңәрәктәр эшләй.

Ябай уҡытыусы - белем бирә, яҡшы уҡытыусы - аңлата, алдынғы ҡарашлы уҡытыусы - күрһәтә, ә бөйөк уҡытыусы яңы бейеклектәргә илһамландыра, тиҙәр. Һеҙ уҡытыусыларығыҙҙы ниндәй итеп беләһегеҙ?

Азат: Гимназияның уҡытыусыларын бер һыҙат берләштерә - улар иҫ киткес кешелекле һәм һине һәр ваҡыт аңларға, ярҙам итергә тырыша. Бөгөн йәмғиәттә уҡытыусының абруйы төштө, тиҙәр, әммә был беҙҙең гимназияға һәм уҡытыусыларға һис ҡағылмай. Уларға ихтирамыбыҙ сикһеҙ. Тыуған ауылдан ситтә уҡығас, ҡайһы саҡта күңел төшөп киткән саҡтар була. Шул саҡта йылы һүҙ әйтеп, кәйефте лә күтәреп ебәрәләр. Бушҡа әрләгән, күңелде ҡыйған бер уҡытыусыны ла белмәйем. Хәҙер иң яҡшы, иң яратҡан уҡытыусыларығыҙҙы һанап сығығыҙ, тиһәгеҙ, мин уларҙың барыһын да әйтеп сығыр инем, сөнки уларҙың һәр береһенең үҙенә генә хас өҫтөнлөгө бар.
Зәриә: Директорыбыҙ Әлфир Сулпан улы Ғайсиндың да беренсе күргәндә үк кешелекле булыуына иғтибар иткәйнем. Гел күтәренке кәйефтә, әйтерһең, уның бер хәсрәте лә юҡ.
Нәғим: Ысынлап та, ундай етәксе һирәктер ул. Уны көнөнә, иң кәмендә, ун тапҡыр ғына күрәһең. Иртән ете тулмаҫ элек беҙ зарядкаға сыҡҡанда беҙҙе ишек төбөндә ҡаршылай. Беҙҙең менән зарядка эшләй, ҡар көрәй. Шаян һүҙҙәр менән кәйефте күтәреп ебәрә. Йыуынып, ашап, мәктәпкә килгәндә ул һине тағы ла ҡаршы алып тора. Ул уҡытҡан предмет - кеше һәм йәмғиәт фәне лә иң мөһим дәрестәрҙең береһе.
Азат: Асыҡ күңелле кеше ул, кабинетына инеп, үҙеңде борсоған һорауҙарға яуап алырға, һөйләшеп сығырға ла була. Дәресте лә матур алып бара. Бына әле генә гимназияның юбилейына арналған китап сыҡты, унда ла уның тырышлығы һалынған.
Нәғим: Беҙ Әлфир Сулпан улын Башҡортостанға кәрәкле кеше, тип иҫәпләйбеҙ һәм үҙебеҙ ҙә уның кеүек булырға ынтылабыҙ. Шулай уҡ тәрбиәселәр тураһында ла йылы һүҙҙәрҙе күп әйтергә булыр ине. Ситтә булғас, әсәй, атай һөйөүе етмәй, тәрбиәселәребеҙ кәрәк саҡта дәртләндереп, кәрәк саҡта йәлләп ебәрһә, рәхәт булып китә.

Уҡыу, үҙеңде үҫтереү өсөн бар шарттар булдырылған ғәжәп матур бер донъяла йәшәйһегеҙ, йөҙөгөҙҙән нур бөркөлөп тора, интернатығыҙ тураһында башҡаларға һөйләгәндә уны ниндәй итеп һүрәтләйһегеҙ?

Нәғим: Әйткәйнем инде, бындағы йылылыҡты һәр кем татырға ынтылһын ине. Бер мәктәпте лә бәләкәсәйтеп күрһәткем килмәй, әммә ауылда уҡығандар йышыраҡ үҙе тураһында ғына уйлай. Ә бында халҡың, илең тураһында уйларға өйрәнәһең. Мәҫәлән, миндә Өфөгә килгәс кенә ошо тойғолар уянды. Күңелеңдә ватансылыҡ тойғоһо ни тиклем иртәрәк барлыҡҡа килә, маҡсаттарыңа өлгәшеү өсөн мөмкинлектәр ҙә ҙурая. Шуға ла ситкә китеп белем алыуҙан ҡурҡмағыҙ. Бөгөнгө көндә белемдән дә ҙурыраҡ байлыҡ юҡ. Ә ул ни тиклем сифатлыраҡ булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Мин башта йырсы булам, тип кенә хыялланһам, аҙаҡтан хәрби кеше булыу теләге уянды. Бының өсөн музыка гимназия-интернатында спорт секциялары етерлек кимәлдә булмағас, был гимназияға күстем, уҡыуыма ла иғтибарҙы арттырҙым. Шуға ла Эске эштәр министрлығы мәктәбенә уҡырға барырға, киләсәктә генерал дәрәжәһенә етергә хыялланам. Хатта полиция эшен еңеләйтеү йәһәтенән үҙемдең тәҡдимдәрем дә бар, йәғни, мин әлегә хыял ғына булып тойолған вазифамда нимә эшләйәсәгемә тиклем беләм.
Азат: Бында күп нәмә ауылдағы тормоштан айырыла. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡарашың киңәйә, бөтөнләй икенсе төрлө фекер йөрөтә башлайһың, яңы мөмкинлектәр асыла. Ир-егет тормошта аяғына ныҡ баҫып торорға тейеш, шуға ла һөнәр һайлағанда уйлап эш итергә кәрәк. Ҡайҙалыр ситкә китергә теләмәйем, юғары белемде Өфөлә алыр инем. Уйҙарымды ысынбарлыҡ итеү өсөн әлегә ҡулымдан килгәнде эшләргә тырышам - белем алам, ҡалғаны минән түгел, ә имтихандарҙың нисек үтеүенән, мин һайлаған уҡыу йортонда конкурстың нисек булыуынан торасаҡ. Шулай ҙа хәл ителмәй торған нәмәләр булмай, барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанам.
Айсинә: Интернатта уҡыған осорҙа тормошҡа оло әҙерлек үтәһең. Кешеләрҙе генә өйрәнмәйһең, үҙең дә үҙгәрәһең. Ауылда атай-әсәй теге яҡтан да, был яҡтан да өйөрөлөп, ҡарап ҡына тора, ә бында үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа өйрәнәһең. Ауылда йәшәгәндә донъяла барған ваҡиғалар ҙа һине урап үтә кеүек, бында уларҙың ипкенен тояһың, һәр хәлдә, хәбәрҙәр булырға тырышаһың. Бөгөн Рәсәйҙең көнсығышҡа йөҙө менән боролоуын күреп торабыҙ, шуға ла мин киләсәктә ҡытай телен өйрәнер инем, бәлки, иҡтисадсы ла булырмын. Ауылда уҡыһам, бөтәһе кеүек, йә уҡытыусы, йә табип булырға хыялланған булыр инем, кем белә? Шуға ла милләтебеҙгә кәрәкле кеше булып үҫер өсөн бындай белем усаҡтары бик кәрәк.

Шулай итеп...
70 йыллыҡ тарихы булған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алып, хәҙер ҡайҙа һәм кем булып эшләп йөрөмәһендәр, был уҡыу йортоноң уҡыусыларын бер нәмә берләштерә - улар үҙ халҡын ярата белә һәм ғүмере буйына уның өсөн кәрәкле кеше булырға ынтылып йәшәй. Гимназияның киләсәге тураһында һөйләшкәндә, йәш әңгәмәселәрем: "Унда беҙҙең кеүек алдынғы ҡарашлы уҡыусылар тағы ла күберәк буласаҡ", - тип яуап биргәйне. Ә мин, улар менән һөйләшкәндән һуң, халҡыбыҙҙың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа икәненә инандым. Рәми рухына, халҡыбыҙҙың әхлаҡи принциптарына, гуманлылыҡ идеяларына тоғро булыу - ул үҙ асылыңа тоғро ҡалыу менән бер. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә ошонан ла дөрөҫ юл юҡтыр, моғайын.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.15 | Ҡаралған: 1865

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru