«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛЕНДӘ ҺӨЙЛӘШКӘН - БӘХЕТЕНӘ НИГЕҘ ҠОРҒАН
+  - 

Баш ҡалабыҙҙа тиҫтәләп башҡорт балалар баҡсаһы уңышлы эшләп килә. Совет районының 249-сы башҡорт балалар баҡсаһы етәксеһе Алһыу Буранбаева әйтеүенсә, был учреждениеға ҡаланың ошо өлөшөндә йәшәүсе башҡорт ғаиләләре балаларын алып килә. "Әлеге көндә балалар баҡсаһының ике төркөмөнә бөтәһе 60 бала йөрөй. Беҙҙә эшләүсе тәрбиәселәр бөтәһе лә башҡорт телендә яҡшы һөйләшә, шуға күрә, килгәндә туған телендә бик матурлап аралаша белмәгән балаларҙың да яйлап телдәре башҡортса асыла башлай. Улар бында тиҙәйткестәр, йырҙар өйрәнә, йомаҡтар ҡоя, тәрбиәселәр уларҙы көн һайын башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡып йоҡлата, мәҡәл-әйтемдәр ярҙамында тәртипкә өйрәтә. Үҙебеҙҙең милли уйындарҙы уйнатып, йолаларҙы өйрәтеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Әйтергә кәрәк, беҙҙең тәрбиәләнеүселәр йыл да "Һаумы, һаумы әкиәт!" кеүек кескәйҙәр араһында үткәрелгән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, "Тамыр" балалар студияһы түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәр бар, үҙебеҙҙең ҡурай түңәрәгенә лә бик теләп йөрөйҙәр. Тағы ла бер шатлыҡлы яңылығыбыҙ менән уртаҡлашып китмәйсә булмай: тиҙҙән яҡында ғына ун ике ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында филиалыбыҙ асыласаҡ, унда ла ике төркөмгә башҡорт балаларын йыябыҙ", - тип һөйләне Алһыу Фәнил ҡыҙы.
249-сы башҡорт балалар баҡсаһы менән танышыуын танышҡас, уның эсендәге иң ҡиммәтлеһе - кескәй тәрбиәләнеүселәр икәнен иҫтә тотоп, улар менән дә һөйләшеп алдыҡ. Бала саҡ хыялдары кешене бөтә ғүмере дауамында оҙата бара, тиҙәр. Кешенең үҫкәс ниндәй булыры ғына түгел, хатта милләттең киләсәге лә тап шул бала саҡ хыялдарына бәйле. Ә бөгөн беҙҙең балалар нимә тураһында хыяллана, киләсәктә кем булырға теләй, ниндәй алмаш үҫеп килә? Был һорауҙарға яуапты Нариман Мағашев, Гөлфинә һәм Эмиль Иҫәндәүләтовтар, Тимерхан Кейекбирҙин менән бергәләп эҙләнек.


Үҫкәс, кем булырға теләйһең?

Нариман: Мин полицейский булам, бандиттарҙы тотҡом килә.
Эмиль: Футболсы буласаҡмын, уларҙың аҡсаһы күп була.
Гөлфинә: Үҫкәс, врач булам да, әсәйемде дауалайым.
Тимерхан: Ә мин машина йөрөтәм.
Эмиль: Ә нимәшләп самолет, йә берәй вертолет йөрөтмәйһең?
Тимерхан: Машина йөрөткөм килә, водитель булам мин.
Нариман: Ә кем ҡурайсы була инде? Береһе лә булмаһа, мин атайым кеүек ҡурайсы булам!

Яратҡан геройҙарығыҙ барҙыр, моғайын. Һеҙ уларға оҡшарға теләр инегеҙме?

Эмиль: Минең геройым икәү. Береһе Халк - ул ҙууу-ур, йәп-йәшел кеше, шундай көслө. Икенсеһе - Леонардо тигән черепашка-ниндзя. Ул кешеләрҙе ҡотҡара, Шредер тигән яуызға ҡаршы ҡылыс менән һуғыша.
Гөлфинә: Минең Принцесса булғым килә, король һарайында ғына йөрөй ул.
Нариман: Человек-Паукты яратам, ул кешеләрҙе ҡотҡара, тик яҡшылыҡтар ғына эшләй.

Ә башҡорт батырҙарын беләһегеҙме?

Нариман: Кешеләрҙе аждаһанан ҡотҡарған Урал батырҙы беләм.
Тимерхан: Тәрбиәсе апай беҙгә йоҡлар алдынан башҡортса әкиәттәрҙе күп уҡый ул былай.
Гөлфинә: Ә миңә әсәйем башҡортса мультик күрһәтә. Өләсәйемә барһаҡ, ул әкиәттәр һөйләй, унда ла батырҙар күп. Исемдәрен генә оноттом...

Һеҙгә аттар оҡшаймы?

Гөлфинә: Эйе, минең уйынсыҡ атым бар.
Нариман: Ә миңә Салауат Юлаевтың аты оҡшай.
Эмиль: Уның аты миңә лә оҡшай, Салауат Юлаев - ул башҡорт халыҡ батыры бит.
Тимерхан: Мин уның эргәһенә барғаным бар, мин дә беләм Салауат Юлаевты. Унда боҙҙан эшләнгән матур ҡаланы ҡараным, тауҙан шыуҙым.

Тышта уйнарға яратаһығыҙ инде улай булғас?

Тимерхан: Эйе, мин ағайым, ҡустым менән тышҡа уйнарға сығам.
Нариман: Мин күберәк өйҙә уйнайым, телевизор ҡарайым. Йәйгеһен Таштуғайға ҡартатайыма барам, унда еләк ашайым, алма ашайым. Өфөгә ҡарағанда ауыл миңә нығыраҡ оҡшай.
Гөлфинә: Беҙ быйыл тышта Ҡарбабай эшләнек. Тик ҡышҡыһын ныҡ һыуыҡ, шуға мин мультиктар ҡарап ҡына өйҙә ултырғым килә.
Эмиль: Мин өләсәйемдәргә ҡайтҡанда урамда уйнарға яратам. Сибайҙа минең дуҫтарым күп,"Сулпылар" балалар баҡсаһына йөрөйҙәр.
Тимерхан: Минең дә дуҫтарым бар ул. Тик минең менән уйнаған малайҙарҙы ғына, дуҫтарым, тип әйтәм, шуға Байрас менән Артур - улар ысын дуҫтар.
Нариман: Минең Нәркәс исемле дуҫым бар, ул мине ярата. Бында балалар баҡсаһына йөрөмәй, мин уның өйөнә уйнарға барам.

Телевизорҙан һуғышҡан, атышҡан кешеләр тураһында кинолар ҡарайһығыҙмы?

Эмиль: Теге атайҙар киноһынмы? Мин ҡарайым инде ул, как всегда.
Тимерхан: Мин Джеки Чан тураһында ҡарарға яратам, ул шундай шәп итеп һуғыша.
Эмиль: Миңә Халк оҡшағайны ныҡ. Джеки Чан да оҡшай.

Дуҫтарығыҙ менән ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?

Нариман: Мин Руслан ағайым менән русса һөйләшәм. Башҡалар менән башҡортса ғына һөйләшәм.
Эмиль: Руслан менән Ғәзиз башҡортса ла белә, русса ла белә. Шуға беҙ бер-беребеҙ менән русса һөйләшәбеҙ ҙә ҡуябыҙ.
Тимерхан: Минең балалар баҡсаһына йөрөгөм килмәй, шуға береһе менән дә һөйләшмәйем.
Гөлфинә: Балалар баҡсаһына минең йөрөгөм килә, иртәнсәк йоҡонан тороуы ла ауыр түгел. Миңә бында уйынсыҡтар оҡшай, тәрбиәсе апайҙарҙы һәм әсәйемде тыңлап ҡына йөрөйөм. Мин тыңлағас, әсәйем ҙур, матур күбәләк алып бирҙе.
Нариман: Мин дә бөтәһен дә тыңлап ҡына йөрөйөм. Тик ҡайһы берҙә өйҙә, тыңлашмай, компьютерҙа оҙаҡ уйнаһам, ҡайыш эләгә.
Эмиль: Мине лә мөйөшкә ҡуйғандары бар.

Ярамаған, насар эш эшләгәнегеҙ бармы?

Эмиль: Юҡ, ата-әсәйем әйткәнде мин аңлайым. Шуға шырпы менән дә уйнамайым, газда кәстрүлдә бешеп ултырған ашҡа ла теймәйем.
Нариман: Розеткаға тейергә, уның тишегенә бер нәмә лә тығырға ярамай. Шунан компьютерҙа күп уйнарға ярамай, күҙҙәр күрмәй башлай.
Гөлфинә: Тышта оҙаҡ торһаң, Ҡыш бабайға әйләнәһең.
Эмиль: Тәҙрә төбөнә менергә ярамай, атыу самолет ҡолап төшөргә мөмкин.
Гөлфинә: Әсәйем миңә юбка, кофталар бәйләй матур итеп. Тик миңә әле, өйрәнгем килһә лә, энәгә тейергә ярамай, сәнселеп ҡуйыуың бар.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Балалы өй - хәйләһеҙ өй", тип юҡҡа ғына әйтелмәйҙер. Бала үҙе ишеткән, күргән һәр нәмәгә ихлас ышана, серҙәрен дә һораған һәр кешенең күҙенә ҡарап сисеп бирә ала. Ололарҙың һәр ҡылығын да "шулай булырға тейеш икән" тип ҡабул итә, атаһы йә әсәһе кеүек эшләһә, һөйләһә, үҙен үҫеп еткән, үҙаллы тип һанай. Йәш быуын, киләсәгебеҙ тураһында һөйләгәндә нәҡ шул балаларҙың пластилин кеүек еңел генә үҙгәреп тороуын иҫтән сығармаһаҡ ине. Сөнки уларҙың рухи донъяһын, ниндәй һөнәр һайлауын, тәрбиә-тәртибен, ниндәй хыял менән янып йәшәрен ата-әсәләр, иң яҡын кешеләре билдәләй. Ә инде балалар баҡсаһында ошо башлап һалынған нигеҙҙе нығыталар, үҫтерәләр генә. Был йәһәттән, Өфө ҡалаһы Совет районы 249-сы балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәребеҙ бәхетле, тиһәк тә яңылышмабыҙ. Баш ҡалабыҙҙың, республиканың бүтән ҙур ҡала, ауылдарындағы башҡорт балалар баҡсаларында ла ошондай мөхит тыуҙырылһа, рухи тәрбиәгә әһәмиәт бирелһә, туған телгә иғтибар етерлек булһа, киләсәктә балаларыбыҙҙың ғына түгел, үҙебеҙҙең дә хыялдар тормошҡа ашыр, иншаллаһ.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.02.15 | Ҡаралған: 2316

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru