«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙМАҠТАНМЫ?.. ӨФӨГӘМЕ?.. САҢҒЫЛАМЫ?..
+  - 

24 февраль көндө 7 ир-егет Баймаҡтың үҙәк майҙанынан саңғыла Өфөгә юлланғайны. Был марафонды улар Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнаны. Егеттәр ун көн эсендә 400 саҡырым юл үтеп, 5 март 14 сәғәттәр тирәһендә баш ҡаланың Еңеү Паркына килеп етте. Саңғысылар Баймаҡтан килтерелгән сәскәләр гөлләмәһен Еңеү паркындағы Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов (Шәкирйән Мөхәмәтйәнов) һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндар һәйкәленә һалды. Уларҙы бында баш ҡала халҡы, ветерандар, яҡташтары йыр-бейеү, алҡыштар менән ҡаршы алды.

Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығын ҡаршылаған саҡта, 1975 йылда, Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәстән старт алып, ошо юл менән Өфөгә ун саңғысы килеүе тураһында ишетеп белә инек. Ошо марафонды ҡабатларға дәрт иткәс, әлеге егеттәр башта бик ентекләп үтеләһе юлдың планын өйрәнгән, осраясаҡ ҡаршылыҡтарҙы иҫәпкә алып, барлыҡ факттарҙы бизмәнгә һалғандан һуң ғына юлға сығырға тәүәкәлләгән...
Еңеү паркындағы тантана мәлендә, уңайын тура килтереп, марафонсылар менән аралашып алдыҡ. Уҙыштың иң өлкән ҡатнашыусыһы (уға 54 йәш) Хәйҙәр Моталлапов был ун көндө үҙ ғүмерендәге иң сағыу, иң ҡыҙыҡлы ваҡиға тип атаны. "Туғандарым өсөн дә, минең өсөн дә бик етди һынау булды был. Әммә уны беҙ лайыҡлы үтә алдыҡ. Шул ҡыуандыра мине", - тине ир-уҙаман. Район хакимиәтенең физкультура һәм спорт бүлеге мөдире Айнур Әминев юл буйында осраған ауылдарҙа уларҙы көтөп торған ветерандарға, ауыл биләмәһе башлыҡтарына, өйҙәрендә ҡундырған, ашатҡан, эҫе сәй эсергән, мунса яғып ҡуйған ихлас ауыл халҡына, мәктәп уҡыусыларына оло рәхмәтен еткерҙе. "Әгәр беҙҙе шулай йылы ҡаршылап, дәртләндереп тороусылар булмаһа, был юлды үтеүе күпкә ҡыйыныраҡ булыр ине", - тине әңгәмәсебеҙ.
Баймаҡ ҡалаһының "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры, билдәле көрәшсе Илшат ағай Хәмитов, төркөмдөң етәксеһе булараҡ, көнөнә нисә саҡрым юл үтергә кәрәклеген үҙе билдәләр булған. "Иртән иртүк торабыҙ ҙа, юл картаһы буйынса бөгөн нисә километр үтәсәгебеҙҙе билдәләп алабыҙ. Мәҫәлән, 17 сәғәткә тиклем 40 саҡрым уҙып, Ҡолғонанан Красноусол ҡасабаһына тиклем барып етергә тейешбеҙ, тигән маҡсат ҡуябыҙ икән, шуны үтәйбеҙ. Ләкин билдәләнгән аранан ары китке килмәй ҙә ҡуя, малай, арыған тән ял һорай..."
Дүртенсе әңгәмәсебеҙ - Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбенән физкультура уҡытыусыһы Рәфис Вәлиев фекеренсә, ошондай артылыш-марафондар был донъяла бер-береңә ярҙам итеп йәшәү кәрәклеген аңларға ярҙам итә."Мин үҙем тағы шуға инандым, - ти ул, - фронт һәм тыл батырҙарына ихтирамыбыҙ арҡаһында беҙҙе һәр ауылда йылы ҡаршы алдылар. Патриотлыҡ идеяһы таныш түгел кешеләрҙе бер туғандай яҡын итә. Башҡортостандан сығып китеп, төрлө фронттарҙа һуғышҡан яугирҙарыбыҙ Берлинғаса йәйәү барып етеп, тыуған ергә ниндәй ғорурлыҡ менән ҡайтыуын үҙебеҙ ҙә татыған кеүек булдыҡ. Был тойғоно бер генә һүҙ менән аңлатып та булмай", - тине Рәфис Вәлиев. Был ялҡынлы һүҙҙәрҙе бүтән саңғысылар - Айҙар Ишбулатов, Азат Сыңғыҙов менән Динар Юлдашбаев та йөпләп ҡуйҙы.

ЙОМҒАҠЛАП...
Саңғысылар бөгөнгө марафон менән генә туҡталып ҡалырға уйламай, ахыры. Айнур Әминев йәйге осорҙа тағы берәй оло ваҡиғаға арналған марафон ойоштороп, ошо араны йүгереп йә велосипедта үтеү мөмкинлеген күҙ уңында тотһа, Илшат Хәмитов берәй һыбайлылар акцияһы ойоштороу уйы менән яныуын белдерә. Баймаҡтар был идеяларҙы ла тормошҡа ашырмаҫ, тимә.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.15 | Ҡаралған: 1598

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru