«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛАР ТЕЛЕНДӘ БЕР ТЕЛӘК: ДОНЪЯЛАР ТЫНЫС БУЛҺЫН!
+  - 

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышындағы еңеүгә 70 йыл тулыуға арналған саралар уҙғарыла башланы. Баш ҡала округы хакимиәтендә һуғышта ҡатнашҡан ветерандарға "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл" миҙалын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Өфө мэры Ирек Ишмөхәмәт улы Ялалов 20 һуғыш ветеранын ошо миҙалға лайыҡ булыуы менән ҡотланы.

Төрлө яҙмышлы кешеләр... Ветерандарҙың һәр береһенең үҙ юлы, үҙ тарихы. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы иһә уларҙы берләштергән һәм һәр береһенең күңелендә күҙҙәрҙе йәшкәҙәткән ауыр бер иҫтәлек булып һаҡлана. Бөгөнгө көндә инде унынсы тиҫтәгә киткән бабай-әбейҙәрҙең бәғзеләренә ул ваҡытта 18 йәш тә тулмаған була әле. Улар һуғыштың бар афәтен, ҡыйынлыҡтарын, юғалтыуҙарын үтеп, кисереп, бөйөк Еңеүгә үҙ өлөштәрен индерә, киләсәк быуындарға тыныслыҡ бүләк итә. Ветерандарҙың асылында илһөйәрлек, фиҙаҡәрлек, тыуған ил алдында булған яуаплылыҡты тулы кимәлдә аңлау кеүек оло ҡиммәттәр ярылып ята.
Мәктәп партаһынан һуғышҡа үҙ теләге менән юлланған Фәрит Вәлиев дары еҫен тәүге тапҡыр Ленинградта татый, өс йылға яҡын һуҙылған блокаданы йырыуҙа ҡатнаша. Һуңынан 2-се Украина фронты составында Молдова, Австрия, Венгрияны азат итеп, 1945 йылдың 4 майында, һуғыш тамамланыуға бер нисә көн ҡалғанда, Берлин өсөн барған яуҙа яраланып, еңеүҙе госпиталдә ҡаршылай. Һуғыш уның өсөн Берлинда тамамлана, ләкин хәрби тормош артабан да дауам итә. Хәрби училищены тамамлап, Һауа-десант ғәскәрҙәрендә офицер булып хеҙмәт итә, артабан табипҡа уҡып сығып, 50 йыл Өфөләге хәрби госпиталдә эшләй.
2-се Украина фронтында яу юлын башлаған Хәмит Ваһапов иһә, офицер дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Ауыр алыштарҙан һуң бер нисә ҡат ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Һуңынан Балтика флотына күсерелә һәм еңеүҙе ошо подразделение составында Пиллау портында ҡаршылай. Быйыл фронтовик үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләгән.
- Беҙ бәләкәй саҡтан аслыҡты, фәҡирлекте күреп үҫтек. Икмәк киҫәгенең тәмен яҡшы беләбеҙ. Йәшлек йылдарыбыҙ һуғыш осорона тура килде, йәшләй фронтҡа юлландыҡ. Бик күптәр унан ҡайта алманы. Һуңынан дәүләтте төҙөкләндереүҙә ҡатнаштыҡ. Тормошобоҙ еңелдән булманы, ләкин зарланманыҡ. Бар ошо мәхшәрҙе үтеп, тере ҡалғандан һуң, ҡабаттан ошондай бәләне, һынауҙарҙы күрергә яҙмаһын, тип теләр инем. Йәштәр ғаиәләләр ҡорһон, ил киләсәге өсөн хеҙмәт итһен, донъялар тыныс булһын, - тигән ышанысын белдерҙе һуғышта хәрби осоусы булған Илһам Хәмитов.

Шулай итеп...
Баш ҡаланың бөтә райондарында ла һуғыш һәм тыл ветерандарына "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл" миҙалын тапшырыу тантаналары үтте. Өфөлә йәмғеһе 14214 ветеран ошо миҙалға лайыҡ булды.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.03.15 | Ҡаралған: 1532

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru