«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАМАШАСЫҢДЫ БУФЕТ ТУРАҺЫНДА ОНОТТОРОРЛОҠ ИТЕП УЙНА
+  - 

Билдәле актер, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Валентин Гафт замандашы, СССР-ҙың халыҡ артисы Армен Джигарханянға арнап яҙған эпиграммаһында: "Ер йөҙөндә әрмәндәр Джигарханян төшкән фильмдарға ҡарағанда күпкә әҙерәк", - ти. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артисы Рауил Ғәлин тураһында ла, шаяртып, шулай тип әйтергә мөмкиндер, моғайын. Сөнки ул уйнаған спектаклдәрҙе лә тиҙ генә ултырып һанап бөтөрлөк түгел: ҡырҡ йылдан ашыу театр артисы булып эшләү дәүерендә Рауил Әхтәрйән улы башҡорт милләтен характерлаған бөтөн образдарҙы ла һынландырып өлгөргән төҫлө. Күптән түгел 65 йәшлек юбилейын билдәләгән актер менән ярты сәғәт эсендә оҙон ижад юлы дауамында тыуған уй-фекерҙәрен барланыҡ.

Мин Инйәр буйы башҡорто, Архангел районы Ҡыҙылъяр ауылында тыуғанмын. Атайым сығышы буйынса Сысҡан ауылынан, ә әсәйем - Йомран ауылы ҡыҙы. Шуға күрә, ҡайһы саҡта үҙем тураһында "Мин берәй "Алйырҙан" ауылынан булырға тейешмендер", тип шаяртып та алам. Мәктәп йылдарында уҡ сәхнәгә ынтылышым бар ине, 1970 йылда әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтыуыма, Өфө дәүләт сәнғәт институтын асып ҡуйғандар, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, шунда уҡырға индем. Аллаға шөкөр, актер булып эшләргә лә, үҙем белгәндәрҙе йәштәргә өйрәтергә лә тура килде - ун йыл студенттарға актерлыҡ оҫталығы дәрестәре бирҙем. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, Салауат башҡорт дәүләт драма театрында 17 йыл эшләнем. Шунда эшләгәндә үк Башҡортостан ҡалалары араһында ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Стәрлетамаҡта башҡорт театры булмауына көйөнөп, уйланып йөрөй торғас, коллегам, режиссер Гөлдәр Ильясова менән теләктәр берегеп, бөтөн донъябыҙҙы ташлап, Стәрлетамаҡта театр асып ебәрҙек. Әлбиттә, Стәрлетамаҡ театры унан күп йылдар элек булған, ләкин республиканың баш ҡалаһы статусы Өфөгә бирелгәс, театр ҙа шунда күсерелә. Театр - ул кеше кеүек тере организм. Кеше лә ҡайһы берҙә сөскөрөп, йүткереп, сырхаулап ала, кире терелеп китеп, эшләп китә лә, йоҡо баҫып, тағы ла һүлпәнләнә. Театрҙың да төрлө хәле була, әҙерәк түбәнәйгән ваҡыттары, шау-гөр килеп эшләгән осорон да күрҙек. Кемдәрҙер килә, кемдәрҙер китә - кеше ағзаларына операция яһауҙы нисек ауыр кисерһә, театр ҙа шундай уҡ ваҡиғалар менән йәшәй.
Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында йәш актерҙар күп эшләй, шуға күрә беҙ күңелле йәшәйбеҙ. Әйткәндәй, эшен "Күңелле йәшәйбеҙ" тигән көләмәстәр циклынан башлаған киностудиябыҙ хәҙер тулы метражлы фильмдар ҙа төшөрә. Иң башта "Сәк-сәк", һуңынан "Бәхет ҡошом" фильмы төшөрөлдө, быйыл "Сиреүсе" күп сериялы кино сығарҙыҡ. Фильмдың атамаһы булған сиреүсе һүҙе - һалдат, яҡлаусы, сиреүҙең бер яугиры тигәнде аңлата. Яңыраҡ ҡына "Башҡортостан" телестудияһында режиссер Таңсулпан Бураҡаеваның "Ике егет" тип аталған фильмында төп ролдәрҙең береһен башҡарырға тура килде, ул май айында прокатҡа сығырға тейеш. Тамашасылар, бәлки, сәхнә һәм кино актерҙары араһындағы айырманы артыҡ аңлап та бөтмәйҙер. Барыбер икеһе лә бер үк - бүтән кешеләрҙе, башҡа яҙмыштарҙы уйнай, тип уйлауы бар. Әммә был улай ябай ғына мәсьәлә түгел, драма һәм кино актеры араһында айырма бик ҙур, был хәҡиҡәткә тәүге тапҡыр киноға төшкәндә үк төшөнөргә тура килде. Өфө дәүләт сәнғәт институтында актер һөнәрен үҙләштереүселәрҙең дипломына "Драма театры һәм кино артисы" тип яҙып сығарһалар ҙа, уҡығанда драма артисын әҙерләүгә баҫым күберәк яһала. Беҙҙе сәхнәлә үҙеңде нисек тоторға, артҡы рәткә тиклем тауышыңды нисек еткерергә, һүҙҙәреңде, һәр бер өнөңдө ишеттереп һөйләшергә өйрәтәләр. Спектакль барышында һин зал тулы тамашасының мәнфәғәтен ҡайғыртып, хатта өҫтәл артында тыныс ҡына сәй эсеп ултырған осраҡта ла ҡысҡырып өндәшергә тейешһең. Ә киноға төшкәндә, киреһенсә, ҡәҙимгесә генә аралашырға һәм үҙеңдең уйҙарыңды, образыңды асып бирергә тырышаһың. Өҫтәүенә, камера алдында һөйләүе лә ҡайһы берәүҙәр өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙыра, кеше баҙап ҡала. Сәхнәлә уйнағанда 300, 500, 1000 кешенең ауыҙын астырып, үҙеңә ҡаратып ултыртып ҡуйғанда ла, фильм төшөргәндә оператор һәм режиссерға ярап булмай, дубль артынан дубль эшләп, 15-20 тапҡыр яңынан төшөргә тура килә. Бәлки, "Башҡортостан" киностудияһы аяҡҡа баҫып, матурлап эшләп китһә, ысын кино артистары тәрбиәләүгә лә иғтибар артыр, сәнғәт училищеларында, академияла айырым дәрестәр үткәрелә башлар, тигән өмөт бар. Минән йыш ҡына башҡарған ролдәремдең ҡайһыһы үҙемә нығыраҡ оҡшауы, яратып уйнаған спектаклдәремде атауҙы һорайҙар. Актер өсөн әлбиттә, бөтөн ролдәр ҙә яҡын, ҡәҙерле ул. Шулай ҙа, әгәр күңелеңә ятҡан әҫәр, характеры менән оҡшаш образды башҡарһаң, режиссер менән эшләүе еңел булһа - был спектаклдә айырым бер кинәнеү тойғоһо кисереп уйнайһың. Ҡырҡ йылдан ашыу театрҙа эшләү дәүерендә миңә төрлө ролдәрҙе башҡарырға тура килде, күңелемә ятмағандары, этләнеп эшләгәндәре лә булды. Комедияла уйнауы еңел кеүек тойолһа ла, киреһенсә, шуҡ кешене трагик образға ҡарағанда һынландырыуы күпкә ауыр ҡайһы саҡта. Нисек кенә булмаһын, Флорид Бүләковтың "Мөхәббәт ҡарағы" спектаклендәге Хәйбүш ҡартты нисек яратмай уйнарға мөмкин! Ролгә ҡарата булған мөнәсәбәтең тамашасыға һиҙелә, әҙ генә ихласһыҙлыҡ күрһәтһәң, кеше лә илтифатһыҙ ғына ҡабул итә. Хәмит Ирғәлиндың "Инә бүре ҡарғышы" трагедияһында Әбделмәлик Солтанғолов ролен башҡарыуы еңел түгел, сөнки халыҡ ирке тип көрәшкән батыр образын һынландырыу өсөн күп эшләргә кәрәк. Беҙҙең хеҙмәткә баһаны тамашасы ҡуя, баһаларын ишетеп торам. Йыш ҡына агроном, ябай эшселәрҙе уйнауымды оҡшаталар, булмышыңа тап килгән образдар, тиҙәр. Бер ваҡыт "Кисер мине әсәй, ғәфү ит!" спектаклендә мин бер шабашникты уйнағайным, бер тамашасы: "Һин үҙең шулайтып йөрөнөңмө әллә?" - тине. Артист кеше бер һөнәрҙе үҙләштереп кенә туҡтап ҡала алмай, һәр һөнәрҙе саҡ ҡына булһа ла белергә тейеш. Шуға күрә, шағир булмаһам да, шиғыр яҙмай күңелем бушамай минең, тейем. Балалар өсөн "Буя уйлап, ҡуйма бутап", "Дүрткүҙ" тигән ике китабым донъя күрҙе, тәүгеһендә шиғырҙар бирелгән, шуның буйынса ниндәй һүрәт икәнен ҡарап буярға кәрәк. Кескәйҙәр өсөн рус телендә баҫылған бындай китапсыҡтар күп, уларҙың әкиәт батырҙарын һынландырғандары ла бихисап, ә үҙебеҙҙең башҡорт балаларына тәғәйенләнгән бындай сағыу китаптар юҡ кимәлендә. Ошоно иҫәптә тотоп, тырыштырғайным да, хәҙер ул китабым ҡулланыуҙа бармы-юҡмы, белмәйем. "Дүрткүҙ"ҙә балалар өсөн хикәйәләр, шиғырҙар, пьесалар тупланған.
Кешегә тыуғас та төрлө мөмкинлектәр бирелә, ул ниндәй һәләттәрен үҫтерергә, ҡайһы юлдан китергә теләй, үҙе һайлай. Шул ваҡытта уға кәңәш биргән, яҡшыға юл күрһәткән берәү кәрәк. Актер булыу өсөн һәләтең булырға тейеш, әммә артабан уны камиллаштырыу үҙеңдән генә тора. Үҙ миҫалымдан сығып әйтәм, спортсы кеүек, көн дә үҙ өҫтөндә эшләмәһәң, шөғөлләнмәһәң, талант юғала. Салауат башҡорт дәүләт драма театрында бер аҙ эшләгәндән һуң, ике йылға киренән армияға замполит итеп алдылар, хәрби званием бар ине. Ҡайтҡас, сәхнәгә сығырға ҡаушап, ҡурҡып ҡалаһың. Күберәк эшләргә, сәхнәгә йышыраҡ сығырға, уйнарға тырышырға кәрәк. Артисҡа эш булмаһа, ролдәр бирмәһәләр һүрелә, күңеле төшә, ҡыйыуһыҙлана һәм үҙ-үҙенә ышанысын юғалта. Әлбиттә, актерҙың дәртләнеп эшләүе, профессиональ яҡтан үҫешеүендә режиссерҙың да роле ҙур. Ул береһен дә "яратҡан" һәм "яратмаған" ға айырып ҡарарға, һәр ваҡыт тик берәүҙәр менән генә эшләргә тейеш түгел, был театрҙағы иң алама күренеш.
Стәрлетамаҡ ҙур ҡала, бында 280 мең кеше йәшәй. Спектаклдәргә һәр ваҡыт теләп киләләр, бер йылға ремонтҡа ябылып торғанда ғына халыҡ һүрелеп, залдар ярым бушап киткәйне, хәҙер киренән театр донъяһына ылыҡтырып барабыҙ. Үткән йыл "Мәҙәниәт йылы" тип нарыҡланғас та ҙур үҙгәрештәр көткәйнек, ысынлап та, театрыбыҙ тормошона байтаҡ ҡына яңылыҡтар индерелде. Стәрлетамаҡ ҡалаһының театр, филармония, бейеү ансамбле, оркестры бергә ҡушылды, коллектив составында үҙгәрештәр булды. Быйыл, Әҙәбиәт йылында, яңы пьесалар яҙылыр, улар буйынса яңы спектаклдәр ҡуйылыр, тип өмөтләнәм. Бөгөн минең тик бер генә теләгем бар - Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры бер ҡасан да һүнмәһен, киләсәктә бөтә ауырлыҡтар уны урап үтһен, ябылып ҡуймаһын инде. Ул бит ошо ҙур ҡалала башҡорт мәҙәниәтен, телен, милли үҙаңыбыҙҙы һаҡлап торған үҙәк. Стәрлетамаҡта яҙыусылар, драматургтар бик күп, башҡорт батырҙарын, рухын, көнкүрешен, әҙәбен сағылдырған пьесалар буйынса спектаклдәр йышыраҡ ҡуйылһа ине. Әлбиттә, драматург - ул дәрәжәле исем, ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәр. Ысын драматург үҙенең фекерен, донъяға ҡарашын ғына сағылдырмай, ул режиссерҙың ниәтен, йүнәлешен дә күҙ уңында тоторға тейеш. Шуға күрә, өйҙә генә ултырып, театрға бер тапҡыр ҙа барып урамайынса, пьесалар яҙып ятыусы драматург бер ҡасан да юғары кимәлгә күтәрелә алмай. Бәлки, комедия жанрында ижад итеүе еңелерәктер, теҙеп, теләһә ниндәй көлкө хәбәрҙәр яҙып сығырға ла була. Ләкин ундай сценарийҙың актер өсөн ҡыҙығы табылмай, беҙ халыҡты бармаҡ күрһәтеп, күҙ ҡыҫып көлдөрөүгә ҡарағанда, нескә юмор, сатира аша күңелен күтәрергә яратабыҙ. Кеше һәр ваҡыт һыҡтап ултыра алмай, ләкин көлгәндә лә үҙенә: "Нимә өсөн мин былай көләм? Туҡта, был нимәне аңлатты әле?" - тигән һорауҙы бирергә тейеш. Юморы кендегенән аҫта, фекере иҙәндә булмаһын ине. Әйтергә кәрәк, башҡорт менталитетын, характерын, тарихын сағылдырған спектаклдәр ауыр ҡуйыла, ауыр ҡарала. Әммә башҡорт батырҙарын, халыҡ яҙмышын күрһәтеү ҙә кәрәк, сөнки был йәш быуында рух тәрбиәләй, ололарҙы уйланырға мәжбүр итә.
Мине тағы ла драма әҫәрҙәрен тәржемә итеү мәсьәләһе борсой. Беҙгә профессиональ тәржемәселәр етмәй, башҡортса һүҙ һөйләй беләм, тип, телдең грамматикаһын, бөтә нескәлектәрен өйрәнмәй тороп, аҡса эшләү өсөн генә тәржемәгә тотоноусылар бар. Ләкин "ж" урынына "с", "с" урынына "ҫ" ҡуйып ҡына, ул әле башҡорт теле була алмай. Тәржемәгә ошондай яуапһыҙ мөнәсәбәтте күреп, хатта ҡайһы ваҡытта Нәжиб Асанбаев кеүек тәржемәселәр юҡтыр ул хәҙер, тигән фекергә лә килеп ҡуям.
Драматург заман менән бергә атларға тырышһа ла, хатта уның әҫәрендә сағылдырылған проблема актуаллеген юғалтмаған осраҡта ла, ваҡыт үтеү менән артта ҡала. Ниндәй генә классик әҫәр булмаһын, уға саҡ ҡына төҙәтмә индерергә, яңыртырға тура килә. Әйтәйек, Шекспирҙы ла үҙгәрткәндәр, Мостай Кәримдең пьесаларына ла хәҙер яңыса ҡараш өҫтәйҙәр. Беҙ йышыраҡ сит ил драматургтарының әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итергә күнегеп киттек, уның урынына иле, халҡы, Уралы, теле өсөн йәнен аямай көрәшкән батырҙар тураһында заманса спектаклдәр ҡуйылһа, театрҙарҙа тамаша залдары шығырым тулы булыр ине. Ундай пьесалар бар, әммә уларҙы сәхнәләштерергә батырсылыҡ итеүселәр һирәк. Башҡорт менталитетын, йәшәйешен белмәгәс, фольклорын һәм тарихын уҡымағас, был әҫәрҙәрҙән ҡурҡалар. Еңел-елпе әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереп, актерҙы күберәк йырлатып-бейетеп, ҡыландырып рәхәт ҡотолалар. Ә актерҙың тәғәйенләнеше - ул иленә, халҡына, тыуған төйәгенә ҡарата булған һөйөүен бөтөн кешеләргә аңғартыу, уларҙа ла ошо хисте, рухты тәрбиәләү. Бына шул турала ла оноторға ярамай.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Билдәле яҙыусы, һүҙ оҫтаһы Аркадий Давидович: "Тамашасыны буфет тураһында оноторға мәжбүр иткән актер - бөйөк", - ти. Ә бөгөнгө замана тамашасыһын ниндәй тамаша менән тамаҡ туйҙырыу тураһында оноттороп була һуң? Был һорауға үҙе шығырым тулы тамаша залын әсир итә белгән әңгәмәсебеҙ яуап бирҙе лә кеүек. Тик үҙ халҡы, иле өсөн янып йәшәгән, шул борсолоуҙарын сәхнә аша милләттәштәренә еткерә алған актер ғына шул кимәлгә күтәрелә ала шул.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.03.15 | Ҡаралған: 1642

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru