«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫЛДА ЛА ЕҢЕЛ БУЛМАНЫ
+  - 

Һуғыш яфаларын кисермәгән ғаилә булмағандыр инде ул йылдарҙа. Минең дүрт ағайым китте илде һаҡларға, иң олоһо Әхмәҙулла ағайым 1942 йылда Сталинград янында һәләк булды. Ҡайғы яңғыҙ килмәй, тиҙәр. Шул йылдарҙа ағайым Салауат, ҡустым Әнүәр, һеңлем Үлмәҫбикә төрлө ауырыуҙарҙан вафат булып ҡалды.

Фронт менән тыл араһында айырма бик аҙ ине. Унда бомба шартлауы, пулялар һыҙғырыуы, ҡан ҡойолоуы булһа, тылда ауыр эш, аслыҡ һәм яланғаслыҡ хөкөм һөрҙө. Ул осорҙағы ваҡиғалар ҡайһы саҡта берәм-берәм иҫкә төшә. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен бәйән итәйем әле.
Көҙ көнө бер нисә малай менән башаҡ йыйырға сыҡҡайныҡ. Баҫыуҙа беҙҙең ауылдан бер ауырлы ҡатындың ҡанға батып ятҡанына шаһит булдыҡ. Мин ауылдан атайымды алып килдем, арбаға тейәнек, тәүҙә ыңғырашты, һуңынан тынды. Атайым уның йән биргәнен әйткәс, беҙ илап ебәрҙек. Унан алда ире һуғышта һәләк булды, ҡәйнәһе аслыҡтан үлгәйне...
Егеттәр һуғышҡа китте, ауылда ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ғына тороп ҡалдыҡ - бөтә эш беҙҙең өҫкә өйөлдө. Бала ғына булһам да, ололар эшен дә башҡарырға тура килде. Ғаиләбеҙ менән кирбес һуҡтыҡ, быйма баҫтыҡ, һарыҡ тиреһе эшкәрттек. Ярты ауыл халҡы беҙҙең кирбестән мейес сығарҙы, быймаларыбыҙҙы, тундарыбыҙҙы кейеп йөрөнө. Өйөбөҙ янындағы тимерлеккә йөрөп өйрәнеп, тәүҙә әсәйем биргән һауыт-һабаларҙы яманым, һуңынан миңә апай-инәйҙәр ҙә ҡаралтыларын алып килә башланы. Хеҙмәтем өсөн миңә май, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек биргеләйҙәр ине...
Беҙ алты малай Түбә мәктәбендә уҡый башланыҡ. Зиннур Ҡыҙрасов менән бер апайҙа фатирҙа йәшәнек. Рус белен белмәй инек әле. Бер көндө фатир хужаһынан: "Әгәр дәрескә һуңлаһаҡ, нисек итеп русса рөхсәт һорап инергә?" - тип һорашабыҙ. "Можно зайти?" тип һорағыҙ", - тине апай. Мин был һүҙҙәрҙе яҙып алдым, ә Зиннур яҙманы. Бер көндө ул рус теле дәресенә һуңланы, ләкин класҡа инергә ҡыймай, бүлмәнең ишеген аса ла яба, аса ла яба - "Можно зайти?" тигән һүҙҙе онотҡан икән. Был хәл ике, өс тапҡыр ҡабатланғас, балалар көлә башланы, шунан уҡытыусыбыҙ Клавдия Ивановна уны үҙе саҡырып индерергә мәжбүр булды...
Бер көндө класта Зиннурҙың аҡсаһын урланылар. Минең икмәк менән генә туҡландыҡ та, тамаҡ асыҡҡас, урамға сығып, ҡысҡырып иланыҡ, шунан ауылға ҡайтып киттек. Ошо хәлдән һуң беҙ көн дә 15 саҡрым араны йәйәүләп үтеп, йөрөп уҡый башланыҡ. Бер көндө ауылға ҡайтып барғанда бер тоҡ табып алдым, асып ҡараһам, унда ике түтәрәм икмәк, бер нисә кило шәкәр, кәнфит һәм сәй бар ине. Аҙыҡтарҙы туйғанса ашаным да, күлдән ятып һыу эстем һәм ҡалған ризыҡтарҙы әсәйемә алып ҡайтып бирҙем. "Улым, һин был әйберҙәрҙе урламаныңмы?" - тип ҡурҡып һораны әсәйем. Ошо ваҡиғаға күпме ваҡыт үтте. Ләкин шул аҙыҡтарҙы ғүмеремдәге иң тәмлеһе тип һаман иҫкә алам...
Атайҙары һуғышта үлгән балаларға кейем таратҡан көн дә хәтерҙә ҡалған. Морат Ишбирҙинға таҙа, бөтөн бушлат эләкте, ә Фуаттың бушлаты тишек, етмәһә, эсенә ҡарайып ҡан ҡатҡан. Һабын булмағас, Фуаттың уны Талҡаҫ күле ҡомо менән оҙаҡ ҡына ышҡып йыуғаны күҙ алдымда...
Химия уҡытыусыһы Шакир ағай класҡа ингәс тә сумкаһын өҫтәлгә ташлай һәм протезлы ҡулы менән уҡыусыны таҡтаға саҡыра торғайны. Был юлы уның протез ҡулы миңә төҙәлде. Һорауына яуап биреп, химия тигеҙләмәләрен таҡтаға яҙғас, аҡбурым ҡулдан төшөп китте. Уны алырға тип иңкәйгәндә, кеҫәмдән һөт тултырған шешә төшөп, иҙән буйлап тәгәрәне һәм уҡытыусының аяҡтары янына барып ятты. Класс тын ҡалды. Ә мин уңайһыҙланып ҡына баҫып торам. Уҡытыусы йомшаҡ ҡына итеп: "Һөтөңдө ал", - тине һәм миңә "4" билдәһе ҡуйҙы. Шунда мин быға саҡлы уҫал кеүек күренгән уҡытыусымдың бик кешелекле икәнен аңлағайным...
7-се синыфта уҡығанда Зиннур менән уҡытыусыбыҙ Фәриҙә Ғәриф ҡыҙы Бикбулатоваға йомош менән индек. Ул беҙҙе күрҙе лә, аптырап, һүҙһеҙ ҡалды: икебеҙ ҙә яланбаш, иҫке күлдәктән һәм салбарҙан, Зиннур яланаяҡ, мин ҙур ғына галошымды аяғыма бәйләп ҡуйғанмын. Уҡытыусыбыҙ бүлмәнән сығып китеп, оҙаҡ ҡына юғалып торҙо һәм ҡулына иҫке бер пар ботинка, ике пар носки тотоп инде һәм беҙҙе кейендереп ҡайтарып ебәрҙе...
Тормош ауыр булыу сәбәпле, Зиннур 8-се класты уҡыманы, ауыл малын көтөргә ялланды, ләкин көҙ көнө мәктәп директоры Б.М. Мәмбәтҡолов ағай уны саҡыртып алып, имтихандарын тапшырттырҙы һәм 9-сы синыфҡа күсерҙе...
Мәктәптә уҡыу тамамланды һәм мәктәп директоры Мәмбәтҡолов ағай мине саҡырып алып: "Сығарылыш кисәһенә килеүсе ҡунаҡтар күп, ашамлыҡтар аҙ, һин балыҡ тота алаһыңмы?"- тип һораны. "Уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн барыһын да эшләйем", -тинем мин. Икенсе көн ат егеп, биш уҡыусыны ултыртып, беҙҙең класс етәксеһе Александр Иванович Антонов ауылға килде. Бәхеткә ҡаршы, балыҡ бик күп тотолдо, әсәйем бешергән бер күнәк балыҡты туйғансы ашаныҡ. Ошо ваҡиғанан һуң директорыбыҙ Мәмбәтҡолов ағай миңә: "Балыҡсы икәнлегеңде иҫбатланың, хатта уҡытыусыларға ла таратып бирҙек, бының өсөн һиңә ҙур рәхмәт", - тип әйтте.
Сығарылыш кисәһе бик яҡшы үтте, атайымды президиумға ултырттылар, мәктәп директоры һәм уҡытыусылар беҙгә матур теләктәр әйтте. Оҙон, ҡатмарлы тормош юлы үткәндә беҙ уларҙың теләктәрен һәр саҡ иҫтә тоттоҡ. Улар бөгөн дә беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа, хәтеребеҙҙә.

Исмәғил МӨХӘМӘТЙӘНОВ.
Баймаҡ ҡалаһының һәм районының Почетлы гражданины.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.15 | Ҡаралған: 1416

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru