«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ЕРЕБЕҘГӘ ҮҘЕБЕҘ ХУЖА БУЛМАҺАҠ УНДА СИТТӘР ХУЖА БУЛЫР БИТ
+  - 

14 апрелдә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы уҙғарылды. Ул быуаттар буйына көнүҙәк булып торған ер мәсьәләһенә арналды. Сараға урындағы ҡоролтайҙарҙың башҡарма комитеттары рәйестәре генә түгел, ауыл хужалығына, ер мәсьәләһенә бәйле министрлыҡтар һәм учреждениелар вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла килгәйне. Ултырышҡа тиклем Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты йылдан ашыу эҙмә-эҙлекле эш алып барҙы, махсус рәүештә ҡыҙыҡһыныусы ведомстволар вәкилдәре лә индерелгән эш төркөмө төҙөп, республика райондары буйлап күсмә ултырыштар уҙғарҙы, уңышлы эшләгән предприятиелар эше менән танышты, БР Дәүләт Йыйлышы - Ҡоролтай үткәргән ерҙең уңдырышлылығын күтәреү буйынса парламент тыңлауҙарында, республиканың Фермер һәм крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһының йыллыҡ йыйылышында, Ауыл хужалығы министрлығының эш башлаусы фермерҙарға субсидиялар бүлеү буйынса ике ултырышында ҡатнашты. Был эштәр барыһы ла бер маҡсаттан - нисек итеп ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү, хужалыҡ итеүҙең алдынғы ысулдарын һәм формаларын таратыу, иҡтисад нигеҙен тәшкил итергә тейешле фермерҙарҙың проблемаларын бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләү маҡсатынан сығып башҡарылды. Был йәһәттән сығыш яһаусыларҙың фекерҙәре иғтибарға лайыҡ һәм уларҙың иң әһәмиәтле мәлдәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

Шарттар тыуҙырмай тороп...

Румил АҘНАБАЕВ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты:
Санкциялар индерелгәнгә тиклем Рәсәй сит илдән йыл һайын 10 миллиард долларлыҡ аҙыҡ-түлек һатып ала ине. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙә йөҙҙәрсә миллион гектар экологик таҙа ер эшкәртелмәй ята. Һуңғы ваҡытта уларҙы ҡыуаҡтар һәм йәш ағастар баҫып бара. Әммә, икенсе яҡтан, ошо битарафлығыбыҙ һөҙөмтәһендә беҙҙә Ер шарындағы иң таҙа ерҙәр һаҡланып ҡалды, уларға пестицидтар, ГМО индерелмәне. Әлеге ваҡытта экологик таҙа аҙыҡ-түлек - донъяла иң ҡиммәтлеләрҙән һанала һәм уға һорау йылдан-йыл арта. Беҙ үҙебеҙҙең ер ресурстары менән 1,5 миллиард кешене туйындырып, йыл һайын 500 миллард һумлыҡ килем ала алабыҙ. Әгәр ошо мөмкинлекте тормошҡа ашырһаҡ, иҡтисад 2020 йылға 2-3 тапҡырға артып китәсәк. Ә был инде илдең ҡеүәте һәм социаль тотороҡлоғо билдәһе. Юҡҡа ғына Евросоюз ил бюджетының 42 процентын ауыл хужалығы сәйәсәтенә йүнәлтмәй, ә беҙ иң яҡшы осраҡта ла ни бары 2 процент менән мөрхәтһенәбеҙ.
Бындай хәл-торош нимәнән килеп сыҡты һуң? Уҙған быуаттың 30-сы йылдарынан башлап ауыл хужалығы ерҙәре төрлө формалағы ауыл хужалығы предприятиеларыныҡы булып иҫәпләнһә лә, ғәмәлдә, улар дәүләттеке ине. 2006 йылдан халыҡҡа ер пайҙарын бүлеп биреү башланды. Бөгөн нимә күрәбеҙ: ерҙәр бар, әммә хужалары юҡ. Закон буйынса, ер пайына эйә кешеләр уны һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш. 2015 йылдың 1 апреленә республикала 307 мең граждан ергә хоҡуғын закон менән нығытып ҡуйған. Был 1,9 миллион гектар тәшкил итә. Шуларҙың 1,6 миллион гектары ауыл хужалығы предприятиеларына оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға бирелгән. Әммә ҡуртымға алыусылар ер хужаларына аренда хаҡын түләмәй, сөнки улар араһында килешеү рәсми рәүештә теркәлмәгән. Бында шуны ла әйтеп китергә кәрәк: әлеге ваҡытта 60 мең кеше үҙенең пайына документ алмаған һәм улар ер хужаһы булып иҫәпләнмәй. Закон буйынса, әгәр кеше өс йыл буйы ерен файҙаланмай икән, улар суд ҡарары менән муниципалитетҡа - ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарамағына күсерелә. Әлеге ваҡытта муниципалитеттарҙа бындай ерҙәр барлыҡ дөйөм пай ерҙәренең 4 процентын (14329 пай ере, 101 мең гектар) ғына тәшкил итә.
Үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа булмаһаҡ, ситтәрҙең хужа булыуы ихтимал. Ҡайһы бер ауылдарҙа буш торған йорттарҙы, пай ерҙәрен ситтән килгән кешеләрҙең һатып алыу процесы башланды. Был бигерәк тә Ырымбур, Силәбе менән сиктәш булған райондарҙа күҙәтелә. Ерҙе файҙаланыуҙың әле ике генә варианты бар. Беренсеһе - үҙең эшкәртеү, икенсеһе төрлө формалағы ауыл хужалығы предприятиеларына ҡуртымға биреп, файҙа күреү, дивиденттар алыу. Республикала бындай хужалыҡтар бар һәм улар уңышлы эшләп килә, йыллыҡ килемдәре 16-30 миллион һумға етә. Шулай уҡ һөҙөмтәле эшләгән фермер хужалыҡтары ла юҡ түгел. Ауыл хужалығы министрлығының эш башлаусы фермерҙар үҙҙәренең бизнес-проекттарын яҡлаған ултырышында ҡатнашыу шуны асыҡланы - уларҙың ҡайһы берҙәре бөтөнләй фермер хужалығының иҡтисадын төшөнмәй, һандар ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен дәлилләй алмай, фермер хужалығы тураһында саҡ ҡына ла белеме юҡ. Ундайҙар бары тик дәүләт ярҙамын алыу тураһында ғына хыяллана. Шуға күрә фермер булырға теләүселәр өсөн даими рәүештә семинарҙар үткәреү, ауылдарҙа шәхси хужалығында күпләп мал аҫыраусылар өсөн уҡыу ойоштороу көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Юғиһә, закондарҙы сығарҙыҡ та, ҡасан ауыл гөрләп эшләй башлар икән, тип көтөп ултырабыҙ. Эйе, ауыл кешеһенең бөгөн төп байлығы - ер. Ә унан килем алыу тураһында төрлө ҡараш йәшәй. Беҙ әлегәсә илде кем туйындырыуын асыҡлай алмайбыҙ: фермермы, дәүләт ҡатнашлығы булған кооперативтармы, шәхси хужалыҡтармы йәки барыһы бергәме? Уларҙың эшмәкәрлегендә дәүләттең ҡатнашлығы ниндәй кимәлдә? Был һорауҙар һаман да асыҡ ҡала. Ә улар әһәмиәтһеҙ һорауҙар түгел. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районында дүрт йыл һуҙымында халыҡтың пайын төрлө һылтауҙар табып рәсмиләштереүҙе һуҙып киләләр. Һөҙөмтәлә фермерҙар дәүләт теркәүе булмаған ерҙәрҙә эшләргә мәжбүр. Әммә улар дәүләт ярҙамынан мәхрүм: субсидия, банктан кредит ала, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша алмайҙар. Ә бында ике фермер ике ауылдың 182 кешеһен һалам, иген, мал аҙығы һ.б. менән тәьмин итә, әммә уларҙың эшмәкәрлеге закондан тыш тип һанала, хатта уларға ҡарата штраф санкциялары ҡулланылыуы ла мөмкин.
Ауыл хужалығы етештереүен яңы шарттарҙа алып барыу өсөн ҡануниәт базаһы ла, шарттар ҙа бар. Әммә, күп осраҡта, барлыҡ башланғыстар урындағы бюрократик мөнәсәбәткә барып төртөлә. Муниципаль милектәге ерҙәрҙе бүлеү өсөн төрлө кимәлдәге советтарға намыҫлы, грамоталы, илһөйәр депутаттарҙы һайларға кәрәк. Юҡһа, айырым кешеләр ошо күсеү осоронда бары тик үҙ кеҫәләрен генә ҡайғырта. Барлыҡ кимәлдәге депутаттарға ла, ниһайәт, ауыл хужалығының төпһөҙ түгеллеген, уның илдең киләсәге, уның уңышы, именлеге, үҙаллылығы икәнен аңларға ваҡыт. Ауыл хужалығы етештереүсеһенә эшләү өсөн шарттар тыуҙырмай, ауыл халҡының тормош-көнкүрешен яйға һалмай тороп, беҙ бер ваҡытта ла етерлек күләмдә аҙыҡ-түлеккә эйә булмаясаҡбыҙ. Үҙендә етерлек продукт булмаһа, илде һәр саҡ көрсөк ҡаҡшатасаҡ, башҡаларҙан бәйле буласаҡбыҙ.

Илде ерҙә эшләгәндәр туйындыра

Николай КОВАЛЕНКО, БР ауыл хужалығы министры:
Пай ерҙәренә килгәндә, улар ҡуртымға ҡыҫҡа ваҡытҡа бирелә. Бының төп сәбәбе булып халыҡтың ҡуртым түләүен алыу-алмау мәсьәләһе тора. Шул уҡ ваҡытта ҡыҫҡа мөҙҙәткә ҡуртымға алыусы ерҙе тейешенсә эшкәртә алмай һәм уны ҡыҫҡа ваҡыт ҡәнәғәтләндермәй. Ул агротехник сараларҙы тулыһынса үткәрә алмай, иң мөһиме - дәүләттән субсидия алыуҙан мәхрүм ҡала. Республика буйынса һөрөнтө ерҙәрҙең 570 мең гектары (17 процент) рәсми теркәлмәгән. Шул күләмдән ҡыҫҡа килешеү нигеҙендә файҙаланылған ерҙәр 80 процентты тәшкил итә. Баймаҡ (61 процент), Хәйбулла (51 процент), Көйөргәҙе (32 процент), Баҡалы (19,5 процент) һ.б. райондарҙа килешеүһеҙ файҙаланылған пай ерҙәренең майҙаны ҙур. Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк, марттан башлап теркәлмәгән ерҙәрҙе файҙаланған өсөн штраф күләме артып, хәҙер ул ер участкаларының кадастр хаҡынан сығып баһалана һәм 100 меңдән 200 мең һумға тиклем булыуы ихтимал. Ауыл хужалығы ерҙәрен теркәү һәм уларҙы файҙаланыу район хакимиәттәре өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки ҡуртым килешеүе булмаһа, урындағы бюджетҡа килем инмәй.
Шуға күрә ер хужалары араһында ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе менән оҙайлы ваҡытҡа килешеү зурарлығын аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Быйыл шундай шарт ҡуйҙыҡ: компенсацияны бары тик ҡуртым килешеүен 3 йылдан да кәм булмаған ваҡытҡа төҙөгән, яҡшы орлоҡ сәскән хужалыҡтарға ғына бирәсәкбеҙ. Әгәр сәсеү әйләнешен, ашлама индереү, башҡа технологияларҙы үтәһәк, һөҙөмтә лә буласаҡ. Беҙҙе сәселгән ҙур майҙандар ҡыҙыҡһындырмай, ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыу һәм ер хужалары алған продукт ҡыҙыҡһындыра. Сөнки илде ергә ваҡытлыса ғына түгел, оҙаҡҡа килгән уның ысын хужалары ғына туйҙырасаҡ, ерҙе киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡаласаҡ.
Пай ерҙәрен нисегерәк файҙаланырға була, тигән һорау менән мөрәжәғәт итеүселәргә төрлө йүнәлештәр тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә йәшелсәләрҙе ерҙә үҫтереү, теплицалар төҙөү һәм уларҙы модернизациялау, йәшелсә һәм картуф һаҡлағыстар төҙөү, логистик үҙәктәр булдырыу ҙа өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Был да көнүҙәк мәсьәлә, сөнки республикаға 2 миллиард һумлыҡ йәшелсә индерелә. Халыҡ үҙебеҙҙең етештереүсегә түләргә тейешле сумманы ситкә ебәрәбеҙ. Былтыр ошо программаны тормошҡа ашырыуға 160 миллион һум аҡса бүленеп, республика буйынса 12 гектар теплица модернизацияланып, реконструкцияланып, төҙөлдө. Быйыл кәм тигәндә 25 гектарҙа төҙөү планлаштырыла. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан теплица төҙөүгә тотонолған сығымдарҙың 20 проценты компенсацияланһа, республика бюджетынан тағы ла 5 процент өҫтәләсәк. Был бик ҡыҙыҡтырырлыҡ һәм ылыҡтырырлыҡ тәҡдим. Картуф һәм йәшелсә һаҡлағыстар төҙөүҙе дәртләндереү маҡсатынан шулай уҡ 25 процент сығым компенсацияланасаҡ. Яңыны төҙөп йәки иҫке бинаны модернизациялап, конкурсҡа документтар тапшырырға мөмкин. Сөнки халыҡ картуфты, йәшелсәне күп үҫтерә, әммә уларҙы оҙайлы ваҡыт ҡайҙа һаҡларға белмәй.
Фермер хужалыҡтарына ярҙам күрһәтеүсе "Эш башлаусы фермер", "Ғаилә малсылыҡ фермаларына ярҙам" программалары бар. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй һәм республика бюджеттарынан 180 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла. Бөгөнгә 361 ғариза бирелгән. Уларҙың һәр ҡайһыһына барып, тикшереп, ай һуңында гранттар бүлә башларбыҙ, тип уйлайым. Быйыл фермерҙар етештергән ауыл хужалығы продукцияһы күләмен арттырыу бурысын ғына ҡуймайбыҙ, ә уларҙы кооперативтар аша һатыуҙы ла күҙаллайбыҙ. Сөнки бөгөн фермер алдында торған иң ҙур проблемаларҙың береһе - аҙ күләмдәге тауар партияһын һатыу. Шуға күрә РФ Ауыл хужалығы министрлығының "Кооперацияны үҫтереү" программаһына инергә ғариза бирҙек, мәсьәлә ошо айҙарҙа хәл ителер тибеҙ, уны тормошҡа ашырыу өсөн проектыбыҙ әҙер. Тәү сиратта ул һөт йыйыу һәм һыуытыу пункттарына ҡағыла. Шулай уҡ картуф, йәшелсә йыйыу, эшкәртеү һәм һауыттарға тултырыу, уларҙы һаҡлау буйынса ла проекттар бар. Ваҡ хужалыҡтарға продукцияһын сауҙа талаптарына тап килтереү һәм уларҙы һатыу буйынса ярҙам күрһәтелергә тейеш.

Аҙыҡ-түлек етештереүсенең үҙен дә хәстәрлә!

Зифҡәт СӘЙЕТҒӘЛИЕВ, Фермер һәм крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе:
Бөгөнгә республикала 5800 фермер иҫәптә тора. Шуларҙың 4200-ө ауыл хужалығы продукцияһы етештерә. Беҙ уларҙың барыһына ла етештереүселәр тип ҡарайбыҙ. Баҫыуҙарҙың 20 процентын фермерҙар сәсә. Улар менән эшләүе лә еңел, сөнки техникалары ла, орлоҡтары ла сәсеүгә әҙер. Йәғни улар үҙ эшен белә. Әммә башҡа проблемалары ла бар. Ауылда улар айырым социаль ҡатлам булып иҫәпләнә. Күпселек ауылдарҙа фермерҙан башҡа халыҡҡа ярҙам итерлек берәү ҙә юҡ һәм булмаясаҡ та. Йәғни ул ҙур социаль әһәмиәтле эш башҡара. Бынан тыш, ул дәүләттең иҡтисадын нығытыуға ла өлөш индерә. Әгәр дәүләт үҙ алдына шунса ит, шунса һөт һ.б етештереп, халыҡты туйҙырыу бурысын ғына ҡуйһа, ул дәүләт булмаясаҡ. Дәүләт иң тәүҙә аҙыҡ-түлек етештереүсенең үҙен хәстәрләргә тейеш. Мәҫәлән, миңә килгән фермерҙарҙан һәр саҡ "Район хакимиәте башлығы һиндә булғаны бармы?" тип һорайым. Ун кешенең икеһе генә ыңғай яуап биреүе мөмкин. Йәғни етәкселек үҙенең районындағы фермерҙарҙы белмәй ҙә, күрмәй ҙә.
Күптән түгел Мәскәүҙә Президент Советы ултырышы үтте, унда илдең, субъекттарҙың барлыҡ етәкселәре ҡатнашты. В. Путин "Ни өсөн фермерлыҡ, микро, урта, бәләкәй хужалыҡтар үҫешмәй?" тигән һорау ҡуйҙы. Улар ил буйынса уртаса 11 процентты тәшкил итә. Ә Германияла был һан 60-65 процент. Ни өсөн беҙҙә аҙ? Сөнки фермерҙарҙың йоҡоһоҙ төндәрен, ауырыуҙарын, тырышлығын һөҙөмтә аҡламай. Ә бөгөн иҡтисадта иң мөһим кеше, иң мөһим звено - етештереүсе. Үҙенең статусы, килеме буйынса етештереүсе иң юғары урында булырға, башҡалар уны хеҙмәтләндерергә тейеш. Беҙҙә киреһенсә килеп сыға. Шуға ла һуңғы дүрт йыл эсендә фермерҙар һаны артмай.
Рәсәй һәм Башҡортостан иҡтисадының көсһөҙлөгө нимәгә бәйле? Мәҫәлән, 1961 йылда Японияла барлыҡ эшкәртеүсе предприятиеларҙы дәүләт һатып алып, уларҙы фермерҙарға бирҙе. Америкала, Скандинавияла, Европа илдәрендә лә шундай уҡ хәл. Ә беҙҙә етештереүсе үҙенең продукцияһын, мәҫәлән, һөтөн эшкәртеүсегә алып барып, уны һатып алыусы ҡуйған хаҡҡа тапшырырға тейеш. Шулай итмәҫ ине, һөт әсей, боҙола, һаҡлар урын юҡ. Ә эшкәртеүсе фермерҙы түгел, үҙенә килем алыу тураһында уйлай. Был проблеманы хәл итеүҙе кем уйларға тейеш? Әлбиттә, дәүләт. Беҙ ярҙамһыҙ эшләй алмайбыҙ. Әммә фермерҙар тураһында хәстәрлек етерлек түгел. Шуға ла ҡайһы бер районда эре фермерҙар юҡ. Бынан ары райондарҙың ауыл хужалығы идаралығы етәкселәрен, хатта район хакимиәте башлығын тәғәйенләүҙе лә беҙҙең менән ассоциацияға йөкмәтеүҙе, йәки кәңәшләшеп эшләүҙе һораясаҡмын. Бөгөнгө хәл-торошта шулай итмәйенсә мөмкин түгел.
Кооперация мәсьәләһенә килгәндә, дөрөҫөн әйткәндә, Рәсәйҙең бер генә төбәгендә лә Европала булған классик кооперация юҡ. Сөнки әйтеп үтеүемсә, эшкәртеү предприятиелары икенсе хужа ҡулында. Ә продукция етештереүсе фермер сеймалын нисек эшкәртергә тейеш? Фермер ярты тонна һөт етештерҙе икән, ти. Һөт заводы директоры унан һөттөң литрын 13 һум менән һатып аласаҡ. Икенсе фермер бер тонна килтерһә, уныҡы 15 һум буласаҡ. Өсөнсөһө 20 тонна килтерә икән, хаҡы 20 һумға күтәрелә. Ә Европала мал һаны күп түгел. Германияла бер фермала 120 баш һыйырҙан артыҡты тотмайҙар. Шулай ҙа фермерҙары 100 миллион халҡы булған илен, тағы ла шул сама сит ил халҡын ашата. Ә беҙ ниндәйҙер районда 10 мең баш һыйырға иҫәпләнгән комплекс төҙөнөк, тип яр һалабыҙ.
Нигеҙҙә, республика фермерҙары картуф, бал, йәшелсә (90 процент), һарыҡ ите (80 процент) етештерә. Әммә фермерҙар аҙ. Башҡортостан өсөн 4 мең түгел, 40 мең фермер кәрәк. Сөнки был - йәшәү рәүеше. Әллә ҡайҙан килгән инвестор, әгәр ауыл халҡы уға бушҡа йәки аҙ эш хаҡына эшләргә теләмәһә, тота ла гастарбайтерҙарҙы саҡыра. Ә беҙҙең халыҡ нисек йәшәргә тейеш? Шуға күрә, ҡайҙандыр килеп һатып алған түгел, бары тик ошо ерҙә тыуған, ошонда эшләгән кеше генә ысын мәғәнәһендә инвестор була ала.
Фермерҙар өсөн страховка мәсьәләһе лә бик ауыр проблема булып ҡала. Дәүләт страховкаһы булырға тейеш. Сөнки фермер страховка өсөн түләй, әммә бәлә-ҡаза килгәндә, аҡса юллап ала алмай. Шулай уҡ фермерҙар һалым органдарында шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлә. Әгәр бурысын түләргә аҡсаһы етмәй икән, ул өйөн, машинаһын һ.б. һатырға тейеш була. Был мәсьәләне хәл итеүҙе Башҡортостан Башлығына еткерергә кәрәк.

Мөмкинлектән сығып...

Рәмил ТУҠАЕВ, Көйөргәҙе районының Киров исемендәге ауыл хужалығы производствоһы кооперативы директоры:
Беҙ Өфө-Ырымбур трассаһында көньяҡ ҡапҡа булып торабыҙ. Һөрөнтө еребеҙ 17500 гектар. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 23 мең 421 гектар. 2500 баш эре малыбыҙ, 5 һөт-тауар фермаһы бар. Элек беҙҙең районда 12 ҙур хужалыҡ эшләй ине, хәҙер икәү генә ҡалды. Барлыҡ һөрөнтө ерҙәрҙең өстән бер өлөшөнә эйә булып, ошо ике хужалыҡ ауыл хужалығы продукцияһының өстән ике өлөшөн етештерәбеҙ, районыбыҙ республикала иң яҡшы 10 хужалыҡ иҫәбенә инә. Мораптал ауыл советы хакимиәте биләмәһендә бер генә фермер хужалығы ла юҡ. Ҡайһы берәүҙәр шәхси хужалығында эшләй, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр, шәхси сауҙа нөктәләре асыусы эшҡыуарҙар бар. Беҙ кешеләргә шәхси хужалығын алып барыуҙа мал аҙығы менән ярҙам итәбеҙ, транспорт бүләбеҙ, йорт һалыусыларға ярҙамлашабыҙ. Урамдарҙы тәртиптә тотоу, һыу скважиналарын ҡарау, төрлө саралар үткәреү, социаль-мәҙәни объекттарға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеү һ.б. беҙҙең иңдә ята. Былар төп эштән - ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙән тыш эшләнә. Шуға күрә халыҡ хужалыҡтың шундай коллектив формаһын ҡулай күрә.
Пайсыларға дивиденттар түләүгә килгәндә, был бәхәсле мәсьәлә. Барыһы ла аҡыллы, барыһы ла ерҙән файҙаланған өсөн түләгеҙ, тип талап итергә генә белә. Әммә Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәй буйынса ҡанундар менән билдәләнгән берҙәм ҡағиҙә, ул ғына ла түгел, түләүҙе нисек башҡарырға, уны нисек иҫәпләргә өйрәткән бер генә күрһәтмә юҡ. Һәр кем үҙенең мөмкинлектәренән сығып, үҙенең тәртибен булдыра. Ауыл хужалығы производствоһы юғары килемле тармаҡ булып тормай һәм беҙ юғары дивиденттарға иҫәп тота алмайбыҙ. Пайҙарыбыҙҙы хужалыҡтарға ышанып тапшырғанбыҙ һәм дивиденттар аша финанс проблемаларыбыҙҙы хәл итеү реаль түгеллеген беләбеҙ. Халыҡтың күпселеге быны аңлай һәм артыҡ талаптар ҡуймай. Кемде бындай алым ҡәнәғәтләндермәй, улар үҙҙәренең ерен алып, үҙҙәре эшкәртә ала. Ә мыжыусылар һәр ваҡытта ла буласаҡ, уларға ҙур хужалыҡтарҙың аныҡ производство менән шөғөлләнеүен аңлатырға кәрәк. Производствоға күп иғтибар бүлгәндә, уңыш та күберәк буласаҡ. Шул ваҡытта дивиденттарҙың күләме лә артасаҡ. Барыһы ла асыҡ булһын өсөн беҙ үҙебеҙҙә Пайсыларҙың вәкәләтле советын ойошторҙоҡ. Унда һәр ауылдан бер ағза бар. Был совет бәхәсле мәлдәрҙе тикшерә, уңышты иҫәпләү һәм дивиденттарҙы бүлеү эшендә ҡатнаша.

Ер пайы һалым өсөн генәме?

Ирек БИКМӘТОВ, Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы доценты, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
Советтар Союзы тарҡалғандан алып сирек быуат буйы реформа дауам итә, һаман да осо-ҡырыйы юҡ, һаман да эшкәртелгән ерҙәр ҡыҫҡара, баҫыуҙарҙы әрем, ҡарағура баҫа. Ерҙең төп хужаһы була тороп, ауыл ер мәсьәләләренән ситләтелгән. Халыҡ ҡағыҙҙағы ер пайҙарының файҙаһын күрмәй, уларҙы һалым түләү өсөн генә тип һанай. Күптәрҙең был тәңгәлдәге наҙанлығы, вайымһыҙлығы һәм ватансыл булмауы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә кәртә ҡора. Хәлдәр шулай дауам итһә, әрһеҙ сит-яттар килеп, ергә хужа булып, милләттәштәребеҙ уларға ялсы булып ҡына ла ҡалмаҫ, тимә. Минеңсә, эште ыңғай яҡҡа бороуҙа түбәндәге саралар күрергә кәрәк: беренсенән, урындағы халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға. Сөнки ергә бәйле дәүләт ҡарарҙары һәм ҡанундар шул тиклем ҡатмарлы, ябай кешеләргә аңлайышһыҙ. Хәҙер Көнбайыш илдәренең санкциялары һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ҡабул ителә башланы, ярҙам күрһәтеү буйынса эшләнгән программалар бар. Үкенескә күрә, уларҙы халыҡ белеп етмәй. Үҙ эштәрен асырға маташыусылар урындағы чиновниктарға ҡат-ҡат, йылдар буйы йөрөп, ниәтенән һүрелә.
Беҙ Сибай ҡала башҡорттары башҡарма комитеты ҡарамағында Сибайҙағы төбәк тикшеренеүҙәр институты, БДУ-ның Сибай институты, БДАУ-ҙың Урал аръяғы филиалы, Урал аръяғының бизнес үҙәге, Сибайҙағы Бөтә Рәсәй юристар ассоциацияһы филиалы бергәләп эш төркөмө төҙөнөк, маҡсаттар аныҡланды. Һәм ҙур ауылдарға сығып, аңлатыу эштәре алып барырға уйлайбыҙ. Икенсенән, беҙҙең Урал аръяғында күпселек ауылдарҙа мал, бигерәк тә йылҡы һаны арта. Был, әлбиттә, ыңғай күренеш. Башҡа йәшәр сығанағы булмаған халыҡ мал аҫырап көн күрә. Шул мал арҡаһында йәшәй, торлаҡ төҙөй, балалар уҡыта. Әммә үҫентеләрҙе малдан тапатыу шундай киң ҡолас алды, хатта күп урында ерҙәргә бер нәмә лә сәселмәй. Сөнки йыл да тигәндәй ҡоролоҡ йонсота, икенсе яҡтан, көтөүһеҙ йөрөгән мал-тыуар аптырата.
Тоҡомсолоҡ эше лә хәл ителергә тейешле мәсьәлә. Халыҡ бит юҡҡа ғына, һигеҙ һыйыр аҫырағансы, һимеҙ һыйыр аҫыра, тимәгән. Шуға күрә һәр ауылда малдарҙың тоҡомлолоғо һәм продуктлылығы кәмемәһен өсөн яңы тороҡтороу пункттары асыу проблемаһы ла бар. Республика Башлығы Р. Хәмитов әйтеүенсә, уңышлы эшләгән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы фермер хужалыҡтарына тиклем үҫтереп, киләсәктә уларҙан эре коллективтар ойошторорға кәрәк. Һәм алдынғы илдәр миҫалына таянып, артыҡ ит, һөт һәм башҡа продукцияны халыҡтан махсус йыйыуҙы кооперациялар аша ойоштороп, логистик үҙәктәр булдырып, уларға таянып, үҙебеҙҙең ерҙә етештергән аҙыҡ-түлекте ваҡ һәм эре сауҙа селтәрҙәре аша ла һатыуға сығарырға кәрәк. Тап үҙебеҙҙең фермер, үҙебеҙҙең крәҫтиән етештергән продукция ятырға тейеш сауҙа кәштәләрендә.
Ҡасандыр ерҙә нефть тә, газ да бөтәсәк, тик Ер-әсә генә мәңгелек. Ауыл хужалығының ҡабаттан тергеҙелеүенә минең шигем юҡ. Ләкин ерҙә эшләү өсөн белгестәр ҙә кәрәк бит. Былтыр бер хужалыҡҡа агроном эҙләп таба алманыҡ. Быйыл зоотехник кәрәк - табып булмай, сөнки белгестәр юҡ, ә ҙур ҡалаларҙа студенттар уҡып бөтә лә, кибеттәрҙә һатыу итеп торһа тора, тик ауылға ҡайтмай. Шуға күрә лә БДАУ-ҙың Урал аръяғы филиалын ябыу тураһында ҡарар ҡабул итеү һис тә аңлашылмай. Беҙгә уҡырға килгән абитуриенттарҙың БДИ күрһәткестәренең түбәнлеге менән аңлаталар бына. Шуға күрә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән Хөкүмәттән, башҡа юғары уҡыу йорттарынан айырмалы, ауыл хужалығы вуздарына ҡабул ителеүселәрҙең БДИ нормативын 60-тан 50-гә тиклем кәметеүҙе һорарға кәрәк. Сөнки ауыл мәктәбен тамамлаған уҡыусыларҙың белем кимәле ҡаланыҡыларға ҡарағанда барыбер ҙә түбәнерәк, ә ҡала мәктәбен тамамлаған абитуриент бер ҡасан да аграр вузға бармаясаҡ. Беҙҙең район Өфөнән 500-600 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан. Шунда уҡығандарҙың күбеһе үҙ райондарына әйләнеп ҡайтып, эшләп йөрөй. Улар араһында үҙ эшен асып, Хөкүмәт грантын алыусылар ҙа бар. Әйткәндәй, Рособрнадзор беҙҙең Сибайҙағы филиалдың лицензия талаптарына яраҡлығын тикшереп, юғары баһа биреп китте. Тимәк, уҡыу йортон Мәскәү түгел, үҙебеҙ ябабыҙ. Ошо хаҡта ла уйланһаҡ ине.

Шулай итеп...
Ҡорҙа ҡатнашыусыларҙың фекеренән сығып ҡына ҡарағанда ла, ер, тәү сиратта, ил иҡтисадын аяҡҡа быҫтырыр ҡеүәткә эйә. Әгәр бөгөн Татарстан Республикаһында ер һалымы миллиард һумлап, ә беҙҙә миллионлап ҡына йыйыла икән, тимәк, уйланырға, эшләп еткерелмәгән урындарҙы төҙәтергә, ергә хужа булырлыҡ фермерҙарҙы үҫтерергә, уларға нығынып киткәнсе ярҙам итеү хаҡында формаль рәүештә түгел, ә ғәмәлдә уйларға кәрәктер. Һәм ошо ҡорҙа күтәрелгән мәсьәләләр, әгәр күңелдәрендә илһөйәрлек бар икән, райондар, республика етәкселегенең иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ, моғайын.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.15 | Ҡаралған: 1727

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru