«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫСЫН ҠУРАЙСЫЛАР БАРМАҠ МЕНӘН ҺАНАРЛЫҠ
+  - 

Ишмулла Дилмөхәмәтовтың "Һайра, әйҙә, һары һандуғасым", "Йылайыр буйы" һәм башҡа көйҙәре халҡыбыҙ күңелендә ҡабырсаҡ эсендәге мәрйендәй һаҡланған һымаҡ, ҡасандыр ул эшләгән, уйнаған ҡурайҙарҙы ла вариҫтары күҙ ҡараһылай ҡәҙерләй. Хәйбулла районы Подольск ҡасабаһында йәшәүсе ҡурай яһау оҫтаһы Риф Дилмөхәмәтов - Ишмулла Дилмөхәмәтовтың бер туған ҡустыһының улы - беҙгә олатаһынан һәм атаһынан ҡалған үлән ҡурайҙарҙы үҙе яһаған семәрле һауыттарҙа ғына тотоуы тураһында бәйән итте. Риф Сәйфулла улы ҡурайҙы матур итеп яһай ҙа белә, был илаһи музыка ҡоралында оҫта һыҙҙыра ла икән. "Ҡурай эшләүе ауыр ул. Бының өсөн ҡул оҫталығы ғына етмәй - күңелеңдә моң булыуы ла шарт", - тине ул беҙҙең менән һөйләшкәндә. Уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Һеҙ ҡурай эшләргә, ҡурайҙа уйнарға кемдән өйрәндегеҙ?

- Ҡурай уйнарға 6 йәшемдә өйрәндем. Олатайым Ишмулла, ҡартатайым Ишҡәле, атайым Сәйфулла - барыһы ла ҡурайсы булды. Халыҡта "Ишмулла ҡурай тартһа, ҡайһы бер үлән ҡурай сатнап киткән", тигән һүҙ бушҡа ғына йөрөмәй. Ысын ул. Ишҡәле ҡартатайым да, 2 метрҙан ашыу кәүҙәле бәһлеүән, шундай көслө ҡурайсы булған. Ошондай ҡурайсылар менән аралашып үҫкән бала инде мин һәм ҡурай тартырға ла бик иртә өйрәндем. Гәрсә, 4-5 йәшлек сағымда уҡ әбейҙәрҙе бейетеүем хәтеремдә. Ҡурай моңо бер тапҡыр ҙа тынмаған төбәктә тыуғанғамылыр, дәрт итеп, селек һындырып, уны ҡурай һымаҡ итеп ауыҙға терәп, бейеү көйҙәрен ыжғылдатып көйләп, үҙемсә ҡурай "тарта" инем, оло-оло инәйҙәр, минең көйгә баҫып, бейеп китә торғайны. Ҡурай эшләү һөнәренә атайымдан өйрәндем. Атай мәрхүм ныҡ оҫта кеше булды: ҡулынан килмәгән эше юҡ ине. Ул үлән ҡурайҙар эшләне. Уның янында ярҙамлашып йөрөп, балта оҫтаһы эштәренә, ҡурай эшләргә һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәндем. Әле ике йәшлек улыма ла, ҡурай бирһәң, дәртләнеп, үҙенсә "уйнап" ебәргән була. Ҙурайғас, ул да ҡурай уйнар, миңә ярҙамсы булыр, Алла бирһә. Тағы өс йондоҙом - өс ҡыҙым бар.

Күреүебеҙсә, һеҙ ҡурайҙы үләндән дә, фанеранан да эшләйһегеҙ. Ауыл ерендә өй шарттарында шпон ҡурайҙарҙы эшләү бик ауырға төшмәйме?

- Шпон ҡурайҙы эшләү өсөн оҫтаханаң булыуы шарт. Өйҙә генә эшләү зарарлы: елеме, саңы тын юлдарына зыян килтерә. Минең оҫтаханам бар, эш ҡоралдарым да етерлек. Ҡурайҙы төрлө ағастарҙың шпондарын төрөү ысулы менән яһайҙар. Үҙемә йыла, сит илдәрҙә үҫкән сапеле, бук, макоре тигән ағастар менән дә эш итергә тура килә. Был ағастарҙы Өфөгә - Мәскәүҙән, Мәскәүгә башҡа ҡалаларҙан алып киләләр. Өфөгә шылтыратһам, улар кәрәкле ағасты миңә ебәрә. Һәйбәт ҡурай эшләү өсөн кәмендә 3-4 көн кәрәк. Ҡабаланып эшләһәң, тиҙерәк тә эшләргә була, әммә ул сағында ҡурай сифатлы булмай. Тағы, ҡурай моңло булһын өсөн күңелеңдә моңоң булыуы шарт.

Моң тигәндәй, ҡурайҙы дөрөҫ уйнау традицияһын ныҡлы һаҡлаған ғаиләнән сыҡҡан кеше булараҡ, әйтегеҙ әле: бөгөнгө ҡурайсылар уйнаған саҡта халыҡсан стилде һаҡлаймы?

- Ҡайһы бер ҡурайсыларҙың ҡурайҙы флейтаға әйләндереп ебәреүен иҫәпкә алмағанда, ысын ҡурайсы тип атарлыҡтары бар. Шулай ҙа ҡурайсылар күкрәккә, аңҡауға һалып уйнауҙы онотоп бара һымаҡ. Быны бөтөрһәк, ҡурай тигән исем дә бөтәсәк икәнен уларҙың хәтеренә төшөрөргә ине. Ҡурайсымын, тип кем генә әйтмәй бөгөн. Миңә ҡалһа, ысын ҡурайсы кәмендә 200 башҡорт халыҡ көйөн, уның тарихын яттан белергә бурыслы. Ысын ҡурайсылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Иң беренсе - Юлай Ғәйнетдинов. Уның алдына билет рәүешендә бер-нисә йөҙ йыр һал - барыһын да уйнаясаҡ, тарихын да һөйләйәсәк. Азат Айытҡоловты, Аҡъярҙан Илдар Юнысовты, Рәйес Низаметдиновты, Роберт Юлдашевты һәм Мөхәмәт Түләбаевты ысын ҡурайсы, тип әйтә алам. Был ҡурайсылар эшен дауам итеүсе бер төркөм йәштәр барлығы ла күңелде йылыта. Форсаттан файҙаланып, Юлай ағайҙың ҡурайсылар конкурстарында билет ярҙамында һынау ысулы индереүен хуплайым. Ҡалған конкурстарға ла нигеҙ итеп алынһын ине ул. Юғиһә, 5-6 көйҙө генә ятлап, шул көйҙәрҙе генә уйнап, ҡурайсы булып иҫәпләнгән кешеләр ҙә осрай бит. Үрҙә әйтелгән конкурстарға әҙерләнгән саҡта йәшерәк, тәжрибәне яңы туплай ғына башлаған ҡурайсылар көйҙәрҙе, уларҙың тарихын белеүгә етдиерәк ҡарай башлар, тигән ышаныс барлыҡҡа килде хәҙер. Беҙҙең тоҡомда бик етди әҙерлек үткәс, ғүмер буйы белем, моң туплағас, 45-50 йәштәрҙә генә ҡурайға киләләр. Миңә быйыл 45 йәш тулды, күкрәгемдең асылыуын, сәхнәгә сығырға әҙер икәнлегемде яңыраҡ ҡына тойҙом. Ваҡыт үтеү менән халҡыбыҙ моңо онотолмаһын тиһәк, балаларыбыҙҙы моң мөхитендә тәрбиәләргә тейешбеҙ. Кәрәкле мәғлүмәтте 5-8 йәшлек саҡта балаға төшөндөрһәң, ул белем ғүмерлеккә һалына. Мәктәптә үткән күп белем онотолған. Ә бына өләсәйем 5 йәшемдә өйрәткән доғалар бер ваҡытта ла онотолмай. Ҡурай моңон да шулай һеңдереп була балаға.

ЙОМҒАҠЛАП...
Моң - ул Хаҡ Тәғәлә тауышы түгелме ни? Халҡыбыҙ моңо яңғырап торһа, йәмғиәтебеҙҙә һәйбәт кешеләр ҙә күберәк булыр. Башҡорттар араһында динде бар тулылығында тотҡан кешеләр һирәк булыуына аптырарға кәрәкмәйҙер - халҡыбыҙ үҙенең моңо ярҙамында илаһи йән менән аралашалыр, бәлки. Һәр хәлдә, Риф ағай менән әңгәмә беҙҙе ошондай уйҙарға алып килде.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.15 | Ҡаралған: 1568

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru