«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫБЫҘҘЫҢ ҺУҒЫШ ЯЛАНЫНДАҒЫ ҠАҺАРМАНЛЫҒЫ ТУРАҺЫНДА
+  - 

Кешелек тарихында иң аяуһыҙ һаналған һуғыштың тамамланыуына 70 йыл тула. Бынан 70 йыл элекке хәтәр ваҡиғалар әле бик оҙаҡ хәтерҙә һаҡланасаҡ. Хәтер ул үткәнде киләсәк менән бәйләй торған оло көс. Уның менән кеше - шәхескә, халыҡ - милләткә, ил дәүләткә әйләнә.

Ер йөҙөндәге ҡара көстө - немец фашистарын тар-мар итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың да өлөшө ҙур булыуы тураһында һөйләп үткем килә. Улар һуғыштың тәүге көндәренән үк тылда фронтҡа киткән ир-егеттәр урынына баҫты. Быға улар әҙер ине: илебеҙҙә социалистик ҡоролоштоң нигеҙҙә еңеүе, партияның милли программаһының уңышлы хәл ителеүе ҡатын-ҡыҙҙарға мәҙәни һәм белем кимәлен күтәрергә, төрлө һөнәргә эйә булырға, ил тормошонда әүҙем ҡатнашырға мөмкинлек бирҙе. Быны ошондай миҫалдар менән иҫбатларға мөмкин: 1940 йылда халыҡ хужалығында эшләүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар 39 процент, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә - 59, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 76 процент тәшкил итте. 1937 йылда СССР-ҙың Юғары Советына 189 (16,5 процент) ҡатын-ҡыҙ депутат итеп һайланды.
Ирҙәр менән бер рәттән фронт яуҙарында меңәрләгән ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. 1942 йылда комсомол саҡырыуы буйынса ғына ла 550 мең ҡыҙ фронтҡа юлланды һәм 300 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ (бөтә яугирҙарҙың дүрттән бер өлөшө) Һауа оборонаһы (ПВО) ғәскәренә саҡырылды, меңәрләгәне Совет Армияһының хәрби-медицина учреждениеларына, элемтә өлкәһенә эшкә килде. Дәүләт Оборона Комитеты 1942 йылдың майында 25 мең ҡатын-ҡыҙҙы Хәрби Диңгеҙ флотына хеҙмәткә йәлеп итеү тураһында ҡарар сығарҙы. Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы нигеҙендә 300 мең ҡатын-ҡыҙ медицина сестраһы, 300 меңе санитарка һөнәренә эйә булды. Ә Дөйөм хәрби уҡыу (Всевобуч) бүлектәрендә 222 мең ҡыҙ снайпер, элемтәсе һ.б. һөнәрҙәр үҙләштерҙе. Мәҫәлән, 1942 йылдың апрелендә Илеш районынан рус теле уҡытыусыһы Зәйтүнә Тимерханова етәкселегендә 32 ҡыҙ комсомол юлламаһы буйынса Сталинград эргәһендәге Хәрби-уҡытыу базаһына ебәрелә һәм 3 ай эсендә улар радист һөнәренә уҡып сығалар. З. Тимерханова патруль пост начальнигы итеп тәғәйенләнә. Йәш ҡыҙҙар 62-се армияның 14-се батальоны составында ҡулбаштарына рация аҫып, автомат, противогаз һәм башҡа кәрәк-яраҡ йөкмәп, меңәрләгән километр фронт юлы үтә. Сталинградты азат иткәндән һуң улар Польша һәм Белоруссия биләмәләрен азат итеүҙә ҡатнаша. Зәйтүнә Тимерханова Еңеү көнөн Польша ерендә ҡаршылый. Тыуған яғына 1945 йылда әйләнеп ҡайта һәм уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Советтар Союзы Геройы Марина Раскова (1912-1943) летчик-штурман ҡатын-ҡыҙҙарҙан ойошторолған бер авиаполк менән етәкселек итә. Уны немецтар "төнгө ҡарасҡы" тип атайҙар. Полкта Өфө аэроклубында тәрбиәләнгән, үҙ теләктәре менән фронтҡа китеп, дошманға ҡаршы аяуһыҙ һуғышҡан егерменән ашыу летчик ҡатын-ҡыҙ була. Улар араһында яҡташтарыбыҙ - Советтар Союзы Геройҙары Клавдия Серебрякова һәм Мәғүбә Сыртланова ла була. К. Серебрякова 1944 йылдың мартында 550-се осош яһаған ваҡытында самолеты менән атып төшөрөлә һәм бик ҡаты яралана. 1945 йылда ул икенсе Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнә. Ә Мәғүбә Сыртланова һуғыш юлын Төньяҡ Кавказ, 4-се Украина һәм 2-се Белоруссия фронттарында үтә, 780 тапҡыр яуаплы хәрби осош яһап, дошман объекттарын бомбаға тота. Ул һуғыштан һуң Ҡаҙан ҡалаһында йәшәп, 1971 йылдың октябрендә мәрхүм була.
Тағы ла бер Советтар Союзы Геройыбыҙ - гел ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған һәм тулыһынса тиерлек һәләк булған автоматсылар бригадаһында хеҙмәт иткән Илеш районы Үрге Йәркәй ҡыҙы Рәхимә Булатова. Ул фронтта Александр Матросов батырлығын ҡабатлап, фашистарҙың пулемет нөктәһенә ташлана һәм ҡаты яралана. Ул ырғытҡан граната дошман дзотын юҡ итә һәм беҙҙең һалдаттар яуға күтәрелә. Был батыр ҡыҙыбыҙ тураһында уның яҡташы күренекле ғалим һәм яҙыусы Суфиян Поварисов "Еңеүсе" исемле повесть-эссе яҙҙы.
Фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән батырлыҡтары өсөн 150 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Шуларҙан 200-ө Дан ордендарына лайыҡ булды, 86-һына Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Ошо Геройҙар араһында беҙҙең ике яҡташыбыҙ ҙа бар. Улар Наталья Ковшова (1920- 1942) һәм үрҙә әйтелгән Мәғүбә Сыртланова.
Һуғыш дәүерендә совет халҡының фронттағы һәм тылдағы уңыштары миллионлаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың хеҙмәтенә бәйле булды. Был дәүерҙә тылда төп эшсе көстө улар тәшкил итте, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Улар ҡорос ҡойҙо, нефть сығарҙы, диңгеҙҙә йөҙҙө, һауа караптарын йөрөттө, иген үҫтерҙе һәм аҙыҡ-түлек етештерҙе. Мәҫәлән, етештереү предприятиеларында фронтҡа киткән ир-атты 500 мең хужабикә, хаҡлы ялдағылар, юғары класс уҡыусылары алыштырҙы. 1941-1945 йылдарҙа эшсе һәм хеҙмәткәрҙәрҙең 15 миллионын (56 процент) ҡатын-ҡыҙ тәшкил итте.
Башҡортостанда эш тармаҡтарын эшсе көстәр менән тәьмин итеү бигерәк тә ауырлашты, сөнки республикаға үҙебеҙҙең эшселәрһеҙ бушап ҡалған предприятияларыбыҙға өҫтәлеп, 172 завод-фабрика, цехтар, айырым ҡоролмалар эвакуацияланып килде. Улар ҙа эшсе көстәр талап итте. Бында ла ярҙамға ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ дәррәү ҡуҙғалды. Мәҫәлән, Ишембай быраулау контораһында ҡыҫҡа ғына вакыт эсендә 110 ҡатын-ҡыҙ ир-ат һөнәрен үҙләштерһә, Өфө кабель заводында - 400, Өфө нефть эшкәртеү заводында 163 хужабикә эш башланы. Артабан нефть, металлургия, машиналар төҙөлөшө һ.б сәнәғәт предприятиеларында эшселәрҙең 50-60 процентын улар тәшкил итһә, ә ҡайһы берҙәрендә уларҙың нисбәте 60-90 процентҡа етте. Юғары квалификациялы эшселәрҙең яртыһы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булды.
Ауыл хужалығындағы эштәрҙе нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар башҡарҙы. Был өлкәлә барлыҡ эшсәндәрҙәң 75 процентын улар тәшкил итте. Ил күләмендәге башланғысҡа эйәреп, беҙҙең республикала ла ҡатын-ҡыҙҙарҙан трактор бригадалары төҙөлдө. 1941 йылда уҡ беҙҙә 13 мең тракторсы һәм комбайнсы ҡатын-ҡыҙ эшләй ине. Бының күпме-аҙмы икәнен күҙ алдына килтереү өсөн шундай сағыштырыу ҙа етә: 1940 йылда бөтә тракторсыларҙың, комбайнсыларҙың 12 проценты ҡатын-ҡыҙ булһа, 1944 йылда инде был нисбәт 59 һәм 48 булды (ил буйынса 56 һәм 62).
Иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар етәксе урындарға үрләтелде. Әйтәйек, республикала һуғыш алдынан 12 ҡатын-ҡыҙ колхоз рәйесе булһа, 1942 йылда улар һаны 193-кә етте. Ә бригада, ферма етәкселәренең яртыһы самаһын ҡатын-ҡыҙ тәшкил итте. Улар үҙҙәрен оҫта ойоштороусы, хәстәрлекле хужа итеп танытты.
Ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем хеҙмәттән тыш, хәрби осор талап иткәнсә, бөтә йәмәғәт эштәрен дә башҡарҙы. Фронт өсөн ҡан биреүсе, йылы кейем, төрлө бүләктәр әҙерләүсе лә улар булды. Республикала Совет Армияһы өсөн бөтәһе 500 мең дана йылы кейем, 1 миллиард һумдан артыҡ аҡса йыйылды. Хеҙмәтсәндәрҙең бүләктәре генә лә 362 вагонға тейәлеп, фронтҡа оҙатылды. Еңеүҙе тиҙерәк яулау хаҡына ҡатын-ҡыҙҙарҙың фиҙәҡәрлеген ошондай миҫал да раҫлай. Стәрлетамаҡ районы "Комбайн" колхозынан Гөлниса Солтанова Коммунистар партияһына һәм Совет хөкүмәтенә шундай хат менән мөрәжәғәт итә: "Мин фронтҡа дүрт улымды оҙаттым. Үҙемә 61 йәш. Дошманды тиҙерәк еңеп, алдағы көндә уландарым менән бәхетле йәшәү өсөн ихлас күңелдән бөтә булған аҡсамды самолет төҙөүгә бирәм. Минең 30 мең һум аҡсам еңеү сәғәтен яҡынайтыуға өлөш булһын". Бындай миҫалдар күп була ул саҡта.
Ошо дәүерҙә мәктәптәрҙә, башҡа уҡыу йоттарында, мәҙәни-ағартыу өлкәһендә эшләүселәрҙең дә күпселеген ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итте. Бигерәк тә был хәл ауыл ерҙәрендә күҙәтелде. Уҡытыусыларҙың 80-90, врачтарҙың 70-80 проценты ҡатын-ҡыҙҙар булды. Ә бына мәҙәниәт усаҡтарында кадрҙар буйынса киҫкен хәл килеп тыуғас, унан сығыу юлы ла табылды. Китапханаларға, клубтарға уҡытыусылар ярҙамға килде. Улар унда үҙҙәренең төп эштәренән һуң эшләне. Уҡытыусылар ауылдарҙағы йорттарҙы бүлешеп алып, уларға китап таратыу, гәзиттәр уҡыу эшен ойошторҙо, был маҡтаулы эшкә мәктәп балалары ла йәлеп ителде. Хәҙер ҙә ауылдарҙа, минеңсә, ошо яҡшы эште ойошторорға мөмкиндер.
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары республикабыҙҙан тыш, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә эшләне. 1942 йылдың урталарында яғыулыҡ өсөн торф эшкәртеүгә эшсе көстәр кәрәк булды. Республиканың 20-гә яҡын районынан 6485 ҡатын-ҡыҙ был эшкә йәлеп ителде. Улар Мәскәү, Ленинград, Свердловск, Силәбе, Пермь, Горький өлкәләрендә һәм үҙебеҙҙә лә яғыулыҡ әҙерләүҙә ҡатнашты. Ә күпме йәш-елкенсәк ҡыҙҙарыбыҙ комсомол юлламаһы буйынса Сталинград ҡалаһын тергеҙеүҙә ҡатнашты. Улар төҙөкләндергән бер урамға "Өфө", төҙөгән мәктәпкә "Салауат Юлаев" исеме бирелде.
Ҡыҫҡаһы, Совет иленең мәкерле дошманын еңеп сығыуҙа ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ индергән өлөш баһалап бөткөһеҙ. Шуға ла Партия Үҙәк Комитетенең Генераль секретары Л. И. Брежнев үҙенең бер сығышында былай тине: "Әгәр ҙә шундай бер үлсәү табып алып, ул үлсәүҙең бер яғына беҙҙең һалдаттарҙың һуғышта күрһәткән батырлығын, икенсеһенә совет ҡатын-ҡыҙҙарының хеҙмәт батырлығын һалып үлсәргә мөмкин булһа, был үлсәүҙең ике яғы ла, моғайын, тигеҙ тартыр ине, сөнки героик ҡатын-ҡыҙҙар һуғыш дәһшәте аҫтында үҙҙәренең ирҙәре һәм улдары менән бер сафта көрәште".

Клара ӘСФӘНДИЙӘРОВА,
тарих фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.15 | Ҡаралған: 1718

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru