"Российская газета" аҙналығының быйылғы 26 март һанында журналист Гөлназ Данилованың "Шайморатов генерал яҙмышы" тигән күләмле мәҡәләһен уҡып, ҙур тулҡынланыу кисерҙем. Легендар шәхесебеҙ яҙмышына ҡарата күҙҙәрем асылғандай булды, үҙем өсөн ошоға тиклем билдәһеҙ булған бик күп мәғлүмәт алдым, һоҡландым.
Гөлназ Данилова 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов хаҡында режиссер Радик Ҡоҙаяров төшөргән ике сериялы яңы "Генерал" фильмы тураһында бәйән итә. М. Шайморатовтың М.В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлағас та махсус задание менән Ҡытайҙа эшләүе, нисек итеп күренекле хәрби начальник булып китеүе, һуғыштағы ҡаһарманлыҡтары һәм, ниһайәт, ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа һәләк булыуы ошоға тиклем серле билдәһеҙлек шаршауы артында ҡала килһә, Р. Ҡоҙаяров ентекле һәм тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә тупланған архив документтары, иҫән ҡалған шаһиттар күрһәтмәләре нигеҙендә комдивтың героик яҙмышын ғына түгел, ул ваҡыттағы ваҡиғалар һәм айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы тарихының ҡайһы бер билдәһеҙ биттәренә лә асыҡлыҡ индереүгә өлгәшкән.
Мәғлүм булыуынса, ваҡытында ошо ваҡиғаларҙың эҙен юллай барып, ҡиммәтле мәғлүмәттәр туплай алған урындағы тележурналисҡа ҡайһы бер юғарылағы чиновниктар был турала оноторға кәңәш итә, ләкин легендар шәхес халыҡ күңелендә йыр булып йәшәне, исеме барыбер бер ҡасан да юғалманы, хәтерҙәрҙән юйылманы, сөнки батырҙарыбыҙ беҙҙең, ысынлап та, утта ла янмай, һыуҙа ла батмай, таш зиндандар эсендә лә серемәй! Уларҙың исемен баҫырмалап, тыйып ҡына халыҡ күңеленән сығарып ташлап булмай. Тыуған иле, ере, халҡы өсөн йәндәрен фиҙа ҡылған батырҙар быуаттарҙан һуң да хатта үлемһеҙ йыр булып тыуған иленә ҡайта... Был фильмдан һуң да генерал М. Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исеме биреү һаман шулай тотҡарланып ҡалырмы икән, тигән һорау борсой. Йәмәғәтселек инде нисә тапҡыр был теманы күтәреп ҡарай, әммә халыҡ талабы һанға һуғылмай, уның юлына һәр саҡ күҙгә күренмәҫ ҡаршылыҡ кәртә булып ята... Фильм авторы ла был хаҡта йәшермәй тураһын әйтә: 1970 йылда уҡ әле генерал Шайморатовтың һәләк булыуы хаҡындағы хәҡиҡәт башҡорт журналисы һәм яҙыусы Мансаф Ғиләжевҡа билдәле булыуға ҡарамаҫтан, уға юғары даирәләр тарафынан был мәғлүмәттәр хаҡында өндәшмәҫкә ҡушыла.
Әйткәндәй, билдәле журналист-эҙәрмән, яҙыусы Рәүеф Насиров оҙаҡ йылдар буйы ныҡышмалы эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә Александр Матросовтың Шакирйән Мөхәмәтйәнов икәнлеген документтар һәм шаһиттар нигеҙендә иҫбатлап сығыуына ҡарамаҫтан, хәҡиҡәт һаман булһа рәсми танылыу ала алмай. Билдәле бер даирәләрҙә был фактҡа "штык менән" ҡаршы торалар һәм ишетергә лә теләмәйҙәр, бик булмаһа, көлкөгә һабыштыралар: шундай ҡаһарман ирҙең башҡорт булаһы бармы, йәнәһе... Былай уйлаусылар үҙҙәренең тарих өлкәһендә наҙанлығын ғына күрһәтә. Ә бит башҡорт халҡының шанлы һуғышсан тарихында ниндәй генә ҡаһарманлыҡ өлгөләре юҡ! Иле, халҡы өсөн аңлы рәүештә һәләкәткә барған батырҙарыбыҙҙың исемдәрен алтын хәрефтәр менән ташҡа уйырлыҡ! Шакирйән Мөхәмәтйәновтың үлемһеҙ батырлығын ҡабатлаған Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Илеш ҡыҙы Рәхимә Булатовалар ҙа бит беҙҙең милләттәштәр. Күренекле шәхестәребеҙ, геройҙарыбыҙ исемен ана шулай Рәсәй, донъя кимәленә күтәреүсе режиссер, яҙыусы, рәссам, тарихсыларыбыҙ күберәк булһын ине лә бит...
Радик Ҡоҙаяров төрлө йылдарҙа Даян Мурзин, Шарль де Голль, Евгений Примаков, Рудольф Нуриев, Кәрим Хәкимов һәм башҡа күренекле шәхестәр тураһында Үҙәк телевидениенан күрһәтелгән тиҫтәләгән фильмдары менән билдәлелек яуланы. Рәхмәт уға! Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткән көндәрҙә "Генерал" фильмы ла киң прокатта йә һис юғы Үҙәк һәм урындағы телевидение аша булһа ла Башҡортостан халҡы иғтибарына еткерелер, тип ышанғы килә.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА