«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛДӘРГӘ УЙ ҺАЛА
+  - 

"Киске Өфө" гәзитен Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында ла көтөп алалар. Беҙ уны бер нисә дана алдырабыҙ, сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә лә ебәрәбеҙ. Сөнки гәзиттә башҡорт донъяһына - мәҙәниәтенә лә, мәғарифына ла, тарихына ла ҡағылған һәр төрлө мәғлүмәтте табып була.

Буталсыҡ заманда, бәндә бәндәне аңлай алмай йонсоған мәлдә "Киске Өфө" гәзитендәге фәһемле фекер, донъя, тормош, милләттең хәле тураһында уйланыуҙар, кешелектең киләсәге хаҡындағы фараздар һәр кемгә файҙалылыр, тип уйлайбыҙ. Бигерәк тә баҫманың "Монолог", "Диалог" рубрикаларындағы аналитик сығыштар уҡымлы. Ҡара-ҡаршы ултырып фекер алышыуҙар донъяуи мәсьәләләрҙә генә түгел, ә сәйәсәттә, башҡа өлкәләрҙә лә уртаҡ фекергә килергә, ауырлыҡтарҙы еңеләйтергә ярҙам итә икәнен беләбеҙ. Әлеге рубрикаларҙағы сығыштар ҙа, бөтә мәсьәләләрҙе лә диалогтар аша хәл итергә кәрәк, тигәнгә ишаралай, уҡыусыға ла үҙенсә һығымталар яһата.
Ғөмүмән, "Киске Өфө"ләге рубрикаларҙың, темаларҙың төрлө булыуы йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә, хатта балаларҙы ла үҙенә ылыҡтыра. Бөгөнгө йәштәрҙең, мәктәп уҡыусыларының ниндәй маҡсаттар, уйҙар менән йәшәгәне, уларға ниндәй ҡиммәттәр яҡыныраҡ икәне тураһында беҙ, өлкәндәр, уларҙың гәзиттәге әңгәмәләре аша танышабыҙ. Мәктәпкәсә йәштәге балалар менән ойошторолған әңгәмәләр ҙә ҡыҙыҡ - улар ҙа заманса фекерләй белә, заман талаптары уларҙың да телендә.
Һәм тағы. Ошо арала "Киске Өфө"лә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байтаҡ мәҡәләләр донъя күрҙе. Һуғышҡа бәйле ваҡиғаларҙы, унда ҡатнашҡан геройҙарҙы беҙ киноларҙа ғына күрәбеҙ, башлыса рус телендәге китаптар аша ғына танышабыҙ. Ә "Киске Өфө"лә баҫылған мәҡәләләр беҙҙе үҙ геройҙарыбыҙ, улар ҡылған батырлыҡтар, ваҡиғалар менән үҙ телебеҙҙә, үҙ ерлегебеҙҙә таныштырҙы. Беҙ киноларҙа күргән геройҙарҙан бер ҙә кәм түгел, хатта уларҙың батырлыҡ өлгөһө байраҡ итеп күтәрерлек. Үҙ батырҙарыбыҙҙы киноларҙа күрергә күптән хыялланабыҙ ҙа бит. "Киске Өфө" халҡыбыҙҙың ана шундай тормошҡа ашыра алған, ашырырға тейешле хыял-ниәттәрен, проблемаларын күтәреүе, ул хаҡта даими аңғартып тороуы, уларҙы атҡарыу юлдары, алымдары тураһында фекер еткереүе, күңелдәргә уй, ойотҡо һалыуы менән ҡиммәт беҙгә.

Рәйсә КҮЗБӘКОВА,
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының сектор мөдире.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.06.15 | Ҡаралған: 1302

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru