«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУБЕРКУЛЕЗ - ҠУРҠЫНЫС СИР, ТИК НИҢӘЛЕР ХАЛЫҠ УНАН ҠУРҠМАЙ...
+  - 

Бөгөн һүҙ алып барасаҡ ауырыуҙың тамырҙары тарих төпкөлөнә барып тоташа. Мысыр мумиялары табылған археологик ҡаҙыныу эштәре уларҙа умыртҡа һөйәге туберкулезы булыуын асыҡлай. Гректар уны phtisis, йәғни ябығыу, сихут тип атай. Был сир хәҙер донъяла кешенең һәм хайуандарҙың төрлө микобактериялар һөҙөмтәһендә киң таралған ауырыуы булып иҫәпләнә. Бөгөнгө медицина алға киткән тип һаналған ваҡытта уны булдырмау, артабан таратмау өсөн нимәләр эшләнә? Ошо һәм һүҙ ыңғайында килеп тыуған башҡа һорауҙарға Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерының баш табибы урынбаҫары, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш фтизиатры Миннинур АЗАМАТОВА һәм БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы Хәниф ӘМИНЕВ яуап бирә.

Республикала туберкулез сиренән дауалау буйынса ниндәй учреждениелар бар һәм был күрһәткес буйынса ниндәй хәл-торош күҙәтелә?

Миннинур АЗАМАТОВА М. Азаматова: Башҡортостанда өс ҙур диспансер: 1578 урынға иҫәпләнгән Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансеры, Стәрлетамаҡта - 275, Сибайҙа 185 койкалыҡ район-ара диспансер, шулай уҡ республика буйынса 51 тубкабинет эшләй. Мәғариф системаһында ла беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүсе учреждениелар, йәғни Шафранда һәм Өфөлә ике шифахана-мәктәп бар. Унда балалар реабилитация, ата-әсәһе туберкулез менән сирләгән ғаиләләр балалары артабан дауалау үтә. Баш ҡаланың үҙендә генә ошо йүнәлештәге 9 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй. Уларға ла фтизиатрҙар балаларҙы ата-әсәһенән айырып тороу талап ителгән йәки Манту реакцияһына ныҡ һиҙгерлек булған осраҡта йүнәлтмә буйынса ебәрә һәм бындай категория йыл һайын тикшерелеп тора. Шулай уҡ 575 урынға иҫәпләнгән һәм дүрт филиалға эйә "Толпар" балалар шифаханаһы бар.
Ололарҙы Шафран, Аксаков, Глуховская шифаханаларына дауаланырға ебәрәбеҙ. Уларҙың тәүге икәүһе үпкә туберкулезы сирлеләрен дауалау һәм реабилитациялау менән шөғөлләнһә, өсөнсөһө үпкә булмаған туберкулез сирлеләр өсөн. Ауырыуҙар бушлай дауалана. Бюджетта был сығымдар ҡаралған һәм һалынған. Ололар араһында ла реабилитация саралары уҙғарылып тора. Былтыр 1500 кеше бушлай санаторийҙарҙа дауаланды. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы "Голубая бухта" санаторийына ла путевкалар бүлә.
Илдә дөйөм алғанда ауырыуҙың кәмеүе күҙәтелә, ә Башҡортостанда ул Рәсәйҙә иң түбәндәрҙең береһе булып ҡала. Волга буйы, Урал федераль округында күрһәткестәр күпкә юғары. Мәҫәлән, Ырымбурҙа ул 100 мең кешегә 90 кешегә етә. Былтыр беҙҙә 100 мең кешегә 44 кеше ауырыны. Ҡаҙағстанда ауырыусылар һаны күп һәм улар Ырымбурға ныҡ йоғонто яһай. Күрше Татарстанда, Мордовияла, Удмуртстанда беҙҙәгегә ҡарағанда ауырыусылар күберәк.
Республикала былтыр йәмғеһе 1772 кеше сирләһә, шуларҙың 500-ө генә ауыл кешеһе. Күберәген ҡала халҡы ауырый. Ҡалалар буйынса Өфөлә кәмеү күҙәтелһә лә, республика буйынса ҡарағанда юғары булып ҡала. Бөрө, Салауат ҡалалары, Иглин райондары үҙҙәрендә был сирҙең күп булыуын тимер юл буйында урынлашыуҙары менән бәйләһә, әлшәйҙәр Шафран шифаханаһын сәбәп итә. Дөйөм алғанда, ҡала эргәһендәге райондарҙа туберкулез күберәк асыҡлана. Асоциаль тормош алып барыусылар, бигерәк тә ир-ат күп ауырый, сөнки улар тәмәке тарта, эсә, гигиена һаҡламай, төрмәгә эләгә. Хатта беҙҙең стационарҙа ла, 80-90 койкалыҡ бүлексәлә, нигеҙҙә, ир-ат ята. Балалар араһында күрһәткестәр төрлөсә. Иң хәүефле ваҡыт - 0-4 йәш араһы. Аҫаба халыҡ был сир менән аҙыраҡ сирләй. Сирҙе йоҡтороу мөмкинлеге булған хәүеф төркөмөнә шәкәр сире, тын алыу юлдары сирҙәре, гастрит, сей яра, гепатит, ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыуҙары менән яфаланыусылар инә. Шуныһы хәүефләнергә мәжбүр итә: нигеҙҙә хеҙмәткә яраҡлы категория - 25-50 йәшлектәр ауырый. Һирәк кенә балалар ҙа был сиргә дусар була.
Республикала мигранттар менән проблемалар ҙа бар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, улар поликлиникаларға беркетелә һәм, туберкулез осрағы асыҡланһа, мәғлүмәт миграция хеҙмәтенә ебәрелеп, граждандар депортациялана. 2013 йылда - 18, былтыр 15 кеше үҙ илдәренә ҡайтарылды. Әммә уларҙың бәғзеләре Башҡортостан теркәлеүен алған һәм республика граждандары булып иҫәпләнә. Ундайҙар араһынан беҙҙең пациент булып китеүселәр аҙ, әммә ауырыу асыҡлана икән, дауалайбыҙ.
Бынан тыш, туберкулездың башҡа төрҙәре лә бар. Бындай ауырыуҙар оҙаҡ ваҡыт дөйөм медицина селтәрендә дауалана. Мәҫәлән, умыртҡа һөйәге, бәүел юлдары, енси ағзалар, тире, күҙҙәр, һөйәктәр, быуындар, лимфа төйөндәре туберкулезы.
Дөйөмләштереп әйткәндә, туберкулез - ул социаль сир, иҡтисади көрсөк: аҡса юҡлығы, туҡланыу наҡыҫлығы, йәшәү шарттарының насар булыуы тап туберкулез ауырыуына туранан-тура йоғонто яһай.
Хәниф ӘМИНЕВ Х. Әминев: 2012 йылда донъяла туберкулез менән 8 миллион 600 мең кеше ауырыған. 2014 йылда был һан 9 миллионға еткән. Үлем күрһәткесе 1 миллион 300 мең булһа, былтыр - 1 миллион 460 мең.
Донъя буйынса 2013 йылда 100 мең кешегә 126 ауырыу иҫәпләнһә, сир 178 кешегә таралған, 16 кеше үлгән. Рәсәй буйынса 100 мең кешегә 63 кеше ауырый, 147 кешегә таралған, 11,4 кеше үлгән.
Ил буйынса сирләүселәрҙең иң юғары күрһәткесе Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта. Унда 100 мең кешегә 100 сирленән дә артып китә. Себер киңлектәренә ни тиклем төпкәрәк үтәһең - шул тиклем ауырыу киңерәк ҡолас ала. Быны инде унда элек-электән төрмәләрҙең күплеге менән бәйләйҙәр. Һөргөн ваҡытынан алып унда күп ауырыуҙар эләккән һәм таралған. Унда ла диспансерҙар эшләй, әммә быға тиклем туберкулезға етди иғтибар булмауы арҡаһында сир таралырға өлгөрҙө. Күршеләрҙә - Түбәнге Новгородта, Һарытауҙа хәлдәр беҙҙәгегә ҡарағанда күпкә насар. Әгәр етди иғтибар юҡ икән, һөҙөмтә лә булмаясаҡ.

Әйтеп китеүегеҙсә, иҡтисади көрсөк тә был сирҙең таралыуында үҙ ролен уйнай. Ләкин тотош илдә барған был күренеште тиҙ генә генә туҡтатып булмауы көн кеүек асыҡ. Шулай ҙа туберкулез тағы ла ниндәй факторҙар арҡаһында киң тарала?

Х. Әминев: Республикала вич-инфекциялыларҙың һаны арта. Уларҙың иммунитеты булмауы сәбәпле, тиҙ генә туберкулез йоҡтороуҙары мөмкин. Биш йыл элек вич-инфекциялы 193 кеше иҫәптә торһа, бөгөн ундайҙар һаны 464 кеше. 2013 йылда донъяла туберкулез менән ауырыусы 9 миллион кешенең 1 миллион 100 меңе - вич-инфекциялылар. Йәғни улар 13 процентты тәшкил итә. Шуға күрә лә хәҙер проблема киҫкенләшә бара. Әгәр вич-инфекцияны туҡтата алмаһаҡ, туберкулезды бөтөрөү тураһында хыялланырға ғына ҡала.
Төньяҡ һәм Көньяҡ Американы алып ҡараһаҡ, 100 мең кешегә сирләүселәр һаны 29, үлеүселәр - 2. Шул фонда Африкаға күҙ һалайыҡ. 100 мең кешегә ауырыусылар һаны 280, үлеүселәр - 74. Көньяҡ Африкала ауырыуҙарҙың яртыһы - вич-инфекциялылар. Шуға ла үлем кимәле юғары.
Беҙҙә, үкенескә күрә, вич-инфекциялылар арта бара һәм 60 процент осраҡта сир енси юл менән тарала. Былтыр республикала 2862 вич-инфекциялы кеше асыҡланған. Йыл дауамында уларҙың 10 проценты туберкулез йоҡторған. Шуға күрә, әгәр былтыр вич-инфекциялы 167 кеше ауырыһа, тиҙҙән был һан 280-гә етеүе мөмкин. Үкенескә күрә, вич-инфекциялы балалар һаны 144. Ошо фонда балаларҙың туберкулез менән сирләүенең артыу хәүефе бар һәм бында инде көрәш ауыр буласаҡ. Икенсе проблема - туберкулездың күп дарыуҙарға тотороҡло, киң спектр дарыуҙарға тотороҡло һәм дарыуҙарға бөтөнләй тотороҡло төрҙәренең артыуы. Былтыр беренсе тапҡыр күп дарыуҙарға тотороҡлолоғо асыҡланған ауырыуҙар 3,5 процент тәшкил итте. Быға тиклем дауаланыусылар араһында был күрһәткес 20, 5 процент ине. Йәғни һәр дүртенсе ауырыу - күп дарыуҙарға тотороҡло. Әгәр был процесты туҡтата алмаһаҡ, туберкулезды киң күләмле ауырыу булараҡ бөтөрөү хыялда ғына ҡаласаҡ. Был турала Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 1997 йылда уҡ иҫкәрткәйне. Шуға күрә барлыҡ тырышлыҡ шул йүнәлештә алып барылырға тейеш.
Былтыр бактерия бүлеп сығарыусы ауырыуҙар араһында беренсе тапҡыр дарыуҙарға тотороҡлолоҡ 56,5 процент кешелә асыҡланған. Иҫәптә тороусылар араһында - 83 процент. Күп дарыуҙарға тотороҡлолоҡ - 34 процент, киң спектр дарыуҙарға тотороҡлолоҡ - 7,2 процент.
Туберкулез буйынса Үҙәк институт мәғлүмәттәренә ҡарағанда, күп спектрлы дарыуҙарға тотороҡло ауырыуҙы дауалау 2 миллион 858 мең һум тора. Әгәр бындай төр ауырыуҙар һанының артыуын туҡтата алмаһаҡ, бик күп финанс сығымдары тотонорға тура киләсәк. Сөнки әле бүленгән аҡса бындай ауырыуҙарҙы дауаларға етмәй. Уларҙы дауалау ике йылға һуҙыла. Был беҙҙең генә мәғлүмәттәр түгел, ә американдарҙыҡы.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса туберкулезды һәм вич-инфекцияны дауалау һөҙөмтәлелеге 40-48 процент тәшкил итә. Әлбиттә, ваҡытында дауаланыусылар, ретровирусҡа ҡаршы терапия алыусылар ғүмерен оҙайта ала, вич-инфекциялы булып та 20 йылдан ашыу йәшәүселәр бар, туберкулез диагнозы 10 йыл элек ҡуйылыусылар ҙа иҫәндәр.

Халыҡтың шундай ғәҙәте бар: ниндәйҙер ауырыуҙан дауалана башлай ҙа, саҡ ҡына еңеллек тойһа, дауаланыуын туҡтата ла ҡуя. Туберкулез сирлеләр ҙә шундай уҡ "тыңлауһыҙмы"?

М. Азаматова: Эйе, дауаланыуҙы ахырынаса алып барып еткермәгән кешеләр ҙә бар. Әлбиттә, дауаланыу ваҡыты бик оҙайлы һәм ҡиммәтле. Әгәр ауырыуҙарҙы бушлай дауалауҙы иҫәпкә алып, уны бюджет аҡсаһына әйләндергәндә, бер кешеләге бәләкәй формалағы сирҙе дауалау өсөн 500 мең һум аҡса кәрәк була. Шуға күрә сирҙе ваҡытында асыҡлап, ваҡытында дауалау күпкә файҙалыраҡ та, отошлораҡ та. Былтыр республикала сирҙең аҙған бер генә осрағы теркәлде. Әммә хроник сирлеләр бар. Улар, нигеҙҙә, хөкөм ителеүселәр. Уларҙың ҡайһы берҙәрен дауаланыуға мәжбүр итеүҙең берҙән-бер юлы - хоҡуҡ һаҡлау органдары аша, суд ҡарары буйынса эшләү. 77-се Федераль закон ҡабул ителгән ваҡытта бындай категорияны дауалауҙы мәжбүри итергә кәрәк, тигән тәҡдим индерелгәйне, әммә был кеше хоҡуҡтарын боҙа, тип, ҡабул итмәнеләр. Шулай булһа ла, беҙ ошо ҡанундың 10-сы статьяһы нигеҙендә дауаланыу режимын яуыз ниәттә боҙоусыларҙы суд аша диспансерға килергә мәжбүр итәбеҙ. Был, үкенескә күрә, ҡайһы бер ошо категория сирлеләр беҙгә янаған осраҡтар булғанда ла - берҙән-бер юл. 2013 йылда суд аша 75 кешене дауаланырға мәжбүр иттек. Былтыр 300 кеше иректән мәхрүм итеү урындарынан сыҡһа, уларҙың 85 проценты ғына килеп дауаланды, ә 45 кеше менән мәсьәлә суд аша хәл ителде. Ҡалғандар һыуға төшкәндәй юғалды. Хәҙер уйлап ҡарағыҙ инде: әгәр ул кешеләрҙә сир аҙған булһа, тирә-яҡ мөхиткә ҙур күләмдә микобактериялар бүлеп сығарыуы менән республика халҡы өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Участка фтизиатрҙары ундай кешеләрҙе эҙләй, күрһәтелгән адрес буйынса йәшәһәләр, табабыҙ, әгәр инде икенсе яҡҡа сығып киткән булһалар, хәлдәр ҡатмарлана. Шулай уҡ Башҡортостан буйынса Яза башҡарыу федераль хеҙмәте (ФСИН) менән берлектә эш алып барабыҙ. Уларҙың ауырыуҙарҙы дауалауҙың барлыҡ шарттары, үҙҙәренең СИЗО-һы, республика дауаханалары бар. Былтыр унда 410 урын ине, быйыл 300 самаһы ҡалған. Ләкин был кәмеү сағыштырмаса ғына. Сөнки хөкөм ителеүселәр араһында 100 мең кешегә ауырыусылар һаны 1200-гә етә. Республика күрһәткесе эргәһендә был бик юғары. Ҡайһы бер тотҡондар иреккә сығып, күпмелер ваҡыттан һуң ҡабат ниндәйҙер тәртип боҙоп, ҡабат тимер рәшәткә артына эләгә.
Х. Әминев: Былтыр БР Фәндәр академияһы менән берлектә 323-сө Закон проектына бактерия бүлеп сығарыусы һәм дауаланырға теләмәүсе яуыз ниәтле ауырыуҙарҙы ҡайһы бер илдәрҙәге кеүек мәжбүри изоляциялау тәҡдиме менән сыҡҡайныҡ. АҠШ-та был хаҡта ҡысҡырып һөйләмәһәләр ҙә, бактерия бүлеп сығарыусы ауырыуҙарҙы айырым бикләп ҡуялар һәм бактерия бүленеү туҡтағансы бер ҡайҙа ла сығармайҙар. Хәл-тороштан сығып ҡарағанда, үкенескә күрә, үҫеп килеүсе йәш быуындың төрлө башҡа сирҙәр менән ауырыу осрағы арта. Әгәр анализлап ҡараһаҡ, беҙҙең сирлеләрҙең 24,9 проценты, йәғни һәр дүртенсе кеше, бер үк ваҡытта икенсе ауырыуҙар менән сирләй. Был инде өҫтәмә сығымдар талап итә һәм дауалау ҙа ҡатмарлаша.

Быға тиклем туберкулезды ярлылар ауырыуы тип нарыҡлаһалар, күптән түгел Беренсе каналдан уның менән байҙар ҙа сирләүен белдерҙеләр. Ғәмәлдә, кемдәрҙең ауырыуы ул "сихут"?

Х. Әминев: Эйе, ауырыу баймы, ярлымы, ҡарап тормай, әммә бер "ләкин" бар. Беҙҙең ауырыуҙарҙың 67 проценты - эшһеҙҙәр. Вич-инфекциялылар араһында 90 процент - эшһеҙҙәр. Шуға күрә, был ярлыларҙың өлөшөнә төшкән сир, тиергә мөмкин. Әммә килемдәренә зарланмаусылар араһында ла туберкулез сирлеләр һаны арта. Сәбәбен оҙаҡ уйлап йөрөй торғас, шундай һығымтаға килдем: стресс торошо. Был үҙ сиратында иммунитетты кәметә һәм теләһә ниндәй сир, шул иҫәптән туберкулез да, йоғорға мөмкин.
Килемдәре юғары каста тураһында һүҙ башлағас, бында шул турала ла әйтеп китеүҙе урынлы һанайым: бер бай сирле диагнозы асыҡланғас, сит илгә консультацияға барған. Уға: "Барлыҡ шарттар тыуҙыра алабыҙ, әммә Рәсәйҙәге коллегаларыбыҙҙан да яҡшыраҡ дауалай алмаясаҡбыҙ, сөнки беҙҙә туберкулез бөтөнләй тиерлек юҡ, тәжрибә онотолған", - тигәндәр. Бының менән нимә әйтергә теләйем: Рәсәй табиптары ла башҡаларҙан кәм түгел. Һуңғы йылдарҙа бронхоблокада ысулы индерҙек. Ул яраға имен генә уңалыу мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ тераскопия операцияһын, халыҡса әйткәндә, тишек аша ғына операция эшләү ысулын үҙләштерҙек. Хәҙер был ысулдар зыянлаған туҡыма бәләкәй күләмдә булғанда киң ҡулланылыш ала бара. Мөмкинлектәре булыусыларға мин генетикаһын билдәләргә тәҡдим итер инем. Бөгөнгә кешенең туберкулез микобактерияларына һиҙгер булған генотиптары билдәле. Генотип - Ошаго системаһы буйынса һиҙгер антигендарҙы асыҡлау. Төрлө милләттәрҙә ул төрлөсә. БР Фәндәр академияһы менән хеҙмәттәшлек иткәндә 27 тикшеренеү үткәргәйнек, әммә артабан тикшеренеүҙәр алып барыуға аҡса бирмәнеләр һәм эш туҡтап ҡалды. Генетик лаборатория мөдире, профессор Эльза Хөснөтдинова менән былтыр һөйләшеп килешкәйнек, әммә мәсьәлә тағы ла шул аҡса юҡлыҡҡа барып төртөлдө. Рәсәйҙең Үҙәк институты ла был эш менән шөғөлләнә башлағайны, әммә ҡыҙыҡһыныусылар үлеп бөттө, артабан дауам итеүсе булманы. Әгәр ошо генотиптарҙы белһәк, ул ваҡытта инде йыш ауырыусылар менән түгел, ә кем туберкулезға һиҙгер, шулар менән маҡсатлы эш алып барыр инек.

Башҡортостан, Рәсәй буйынса туберкулез сирлеләрҙең иҫәбе алып барыламы?

М. Азаматова: Беҙҙә һәр ауырыу иҫәптә, компьютерға индерелгән. Әгәр берәй сирле вафат булып, ул беҙҙә иҫәптә тормаһа, ә уны туберкулездан үлде, тиҙәр икән, ундайҙар барлығы дүрт кеше булды, уларҙы тикшерәбеҙ, сәбәптәрен асыҡлайбыҙ. Иң дөрөҫ мәғлүмәт - Росстаттың халыҡтың туберкулездан үлеү күрһәткесе. Әлбиттә, кеше туберкулездан үлергә тейеш түгел, әммә ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итмәй, профилактика маҡсатында ла тикшерелеү үтмәй йөрөүселәр бар. Шул сәбәпле 2013 йылда 398 кеше мәрхүм булды. Был 100 мең кешегә 9,8 кеше тигән һүҙ. Әммә былтыр был һан 333 кеше ине. Сағыштырып ҡарағанда, һиҙелерлек кәмеү күҙәтелә.
Иҫәптә тороусы бацилярлы ауырыуҙарҙы, башҡаларҙы зарарламаһындар өсөн, госпитализацияларға тырышабыҙ. Бөгөн дауалауҙың терапевтик алымдарын ғына түгел, хирургия ысулдарын да ҡулланабыҙ, хатта ауыр сирлеләргә лә операция яһайбыҙ Шулай уҡ беҙ Роспотребнадзор менән берлектә эшләйбеҙ. Туберкулез асыҡланған осраҡтар һәр саҡ етди контроль аҫтында була, сығанаҡтар эшкәртелә. Әгәр кеше ҡайҙалыр эшләгән икән, уның эш урынына хәбәр итергә һәм унда эшкәртеү үткәрергә тейешбеҙ. Әлбиттә, күптәр үҙенең ауырыуы тураһында эшендә белгертеп бармай, ләкин беҙ йәшереп ҡалдыра алмайбыҙ. Сөнки был сир башҡалар өсөн хәүеф сығанағы булып тора.

Туберкулез тормошобоҙға ныҡлы үтеп инмәһен өсөн ниндәй профилактик саралар үткәрергә мөмкин?

М. Азаматова: Тәү сиратта, сәләмәт тормош алып барыу, спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеү, ваҡытында ашау, тәмәке тартмау, спиртлы эсемлектәр эсмәү һәм, әлбиттә, сирлеләр менән аралашмау. Кемдең ауырығанын, кемдең ауырымағанын белеп булмай, әлбиттә, сөнки барлыҡ ауырыуҙар ҙа диспансерҙа ятмай. Әммә диспансер иҫәптә бик күп кеше тора. Балалар араһында был һан 10 мең. Улар ауырыу түгел, ә хәүеф төркөмө тип әйтер инем, йәғни йә Манту реакцияһы ыңғай булған, йә саманан артыҡ һиҙгерлек күҙәтелгән, оҙаҡ һәм йыш ауырыған балалар. Кәрәк икән, беҙ уларға дауаланыу билдәләйбеҙ. Бөгөнгә балаларҙа туберкулезды диагностикалау өсөн диакинтест тигән аллерген бар. Барығыҙ ҙа бала тыуыу менән уға БЦЖ прививкаһы эшләнеүен беләһегеҙ. Былтыр республикала 55 мең бала тыуһа, уларҙың 98 процентына прививка яһалған. БЦЖ бала организмында яһалма иммунитет булдыра һәм кешелә ғүмер дауамында Кох таяҡсаларына бирешмәүсәнлек барлыҡҡа килә. Хатта барыһы ла ауырығанда ла, был кеше сәләмәт тормош алып бара, ваҡытында һәм яҡшы итеп туҡлана, ваҡытында тикшерелеп тора икән, улар бер ҡасан да сиргә бирешмәйәсәк. Ете йәшкә тиклем йыл һайын Манту прививкаһы эшләнә. Ул инде БЦЖ организмда йәшәп киткәнме, юҡмы икәнлеген тикшереү өсөн яһала. Ете йәштә ревакцинация яһала, йәғни тағы ла яһалма иммунитет булдырыла.
Европаның туберкулез күрһәткесе түбән булған илдәрендә, мәҫәлән, Германияла, Испанияла туберкулезға ҡаршы прививкалар эшләнмәй. Унда 100 мең кешегә 5 ауырыу тура килә. Бәлки, беҙ ҙә ҡасандыр ошо кимәлгә төшөрбөҙ. Уйлап ҡараһаң, бөтөн ер шарында сәсәк бөттө һәм беҙ уға ҡаршы прививка яһамайбыҙ. Сәсәк бөткәйне, башҡа инфекциялар килеп сыҡты. Биҙгәк юҡҡа сыҡҡайны, Эбола, төрлө пневмониялар барлыҡҡа килде.
15 йәштән үҫмерҙәргә флюорографик тикшереү үткәрәбеҙ. Сәләмәт кешеләр, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бойороғона ярашлы, ике йылға бер тапҡыр был процедураны үтеп торорға тейеш. Балалар учреждениеларында, аҙыҡ-түлек блоктарында, йәмәғәт туҡланыуы урындарында, сауҙа өлкәһендә эшләүселәр йышыраҡ тикшерелә: кемдер йылына бер тапҡыр, кемдер йылына ике тапҡыр. Эш биреүсе тикшереү үткәреүҙе ойошторорға бурыслы. Ә эшләмәүселәр менән дөйөм медицина селтәре шөғөлләнә. Әгәр ауырыу төпкөл райондан, төпкөл ауылдан һәм түшәктә ята икән, беҙ уның ҡаҡырығын алып тикшерәбеҙ, микроскопия үткәрәбеҙ.
Х. Әминев: Бик йыш вакцинация һәм ревакциянация мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итәләр. Ҡайһы бер 100 мең кешегә 5-6 ғына ауырыу иҫәпләнгән илдәрҙә кешеләрҙе өҫтәмә дарыуҙар менән ағыуламаясаҡтар һәм был аңлашыла ла. Швецияла, сир ҡапыл кәмегәс, айырым территорияларҙа вакцинациянан баш тарттылар. Әммә бынан һуң туберкулез менингиты барлыҡҡа килде һәм улар ҡабаттан вакцинацияны тергеҙергә мәжбүр булдылар. Шуға күрә, бындай хәүеф тураһында ла иҫтән сығармайыҡ. Әлеге ваҡытта көрсөккә һылтанып, Манту прививкаһы һәм флорографиянан баш тартыу тураһында һүҙ алып баралар. Был идеологияны "дуҫтарыбыҙ" үҙгәртеп ҡороуҙар башланғандан уҡ тормошҡа ашырырға тырыша ине, хатта илдең баш фтизиатрын эштән дә ебәреүгә өлгәштеләр, әммә көрәш һаман дауам итә. Быға бер нисек тә юл ҡуйырға ярамай. Сөнки беҙҙең илдә туберкулез менән сирләүселәр һаны күп. Әгәр был күрһәткес 100 мең кешегә 10 кеше була икән, ул саҡта уйлап ҡарарға мөмкин. Ә инде вакцинациянан баш тартҡан илдәрҙә был һан 4,7 - 4,8 кеше тәшкил итә.
Францияла, мәҫәлән, вакцинация индергәс, өс йыл эсендә балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең туберкулез менән сирләүе 15 процентҡа кәмегән. Был вакцинаның туберкулезға ҡаршы эшмәкәрлегенең яҡшы күрһәткесе. Бөгөн тағы ла 12 вакцина эшләнелә, уларҙың икеһе - профилактика, 10-һы дауалау йүнәлешендә. Улар нисек тормошҡа ашырылыр - ваҡыт күрһәтер.

Туберкулез сирлеләрҙең тышҡы күрһәткесенең береһе - йүтәл. Беҙ ябай сир тип һанаған респиратор инфекция менән ауырыусыларҙың йүтәлен туберкулез сирлеләрҙекенән айырыу мөмкинме?

Х. Әминев: Үкенескә күрә, бер нисек тә айырып булмай. Туберкулез ОРВИ, ОРЗ, хатта киҙеү кеүек тә башланырға мөмкин. Әгәр ҡаҡырыҡ көслө бүленә, ҡан төкөрөү, төнөн тирләү, йүтәл барлыҡҡа килә, ябыҡтыра, аппетит юғала икән, тимәк, кеше туберкулезға дусар булған. Шулай ҙа туберкулезды ябай ауырыуҙан айырыуҙың бер ысулы бар: пневмония булғанда ҡаҡырыҡ еҫле булһа, туберкулезда бер ниндәй еҫ юҡ. Әммә кеше үҙенең сәләмәтлегенә битараф булмаһа, тәбиғәт уға һаҡланыу мөмкинлектәрен һалған. Микобактериялар тын юлдарына үтеп ингәс, ундағы керпекле (мерцательный) эпителийға эләгә, эпителий лайла бүлеп сығара һәм улар Кох таясаларын урап алып, кеше ҡаҡырғанда кире сығара. Ә инде тәмәке тартҡан кешеләрҙең йәки елһенеү, бронхит ваҡытында эпителий зарарлана һәм микобактериялар ҡаршылыҡһыҙ альвеолаға, ваҡ бронхиолаларға үтеп инә. Артабан инде лимфаген ҡан юлдары аша тарала. Туберкулез менән сирләүселәрҙең 98 проценты - тәмәкеселәр.

Шулай итеп...
РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2020 йылға туберкулезды бөтөрөргә тигән бурыс ҡуя... Әммә, әңгәмә барышында асыҡланыуынса, республикала әлегә йыллыҡ кәмеү - 3, ил буйынса 1,5 процент ҡына тәшкил итә. Һәм бөгөнгө динамика, сирҙең дарыуҙарға тотороҡлолоғо арта барыуы, ә яңы ысул - генетика буйынса тикшеренеүҙәр алып барырға финанстар юҡлығы, тағы ла күпмегә һуҙыласағы билдәһеҙ көрсөк фонында был талап хыял ғына булып ҡалмағайы. Сөнки ошо өлкәлә эшләүсе табиптарҙың быға өмөтө бик юҡ. Бында бары тик йәмғиәттең әхлаҡи принциптарын үҫтереү һәм күпләп сәләмәт тормош алып барырға ҡарар итеү генә үҙ һүҙен әйтеүе мөмкин. Ниндәй юлды һайлауыбыҙ үҙебеҙҙән тора.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.06.15 | Ҡаралған: 1807

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru