XIX быуаттың 20-се йылдарында батша хөкүмәте феодаль системаны кризистан сығарыу юлын эҙләп, империяның көнсығыш губерналарын, шул иҫәптән Башҡортостанды ла, колониялаштырыуҙың варианттарын уйлай башлай. Ул саҡта тарихи Башҡортостан территорияһы Ырымбур, Пермь, Вятка һәм Һарытау губерналары составына ингән була. Был яҡҡа халыҡтар күсеп килеүен тәртипкә һалыу өсөн батша властары башҡорт ерҙәренең хоҡуҡи статусы менән бәйле мәсьәләләрҙе өйрәнергә ҡарар итә.
Шуның менән бәйле, Ырымбур губернаһының коллегия кәңәшсеһе Степан Мертваго Ырымбур межа контораһы документтары нигеҙендә материалдар туплай. Йыйылған мәғлүмәттәрҙе Мертваго "Башҡорттарҙың 1562 йылдан хәҙерге көнгә тиклем Ырымбур губернаһындағы ерҙәргә, ул ерҙәрҙәге бөтә нәмәгә һәм хоҡуҡтарға эйә булыуы тураһында ҡыҫҡаса тарихи күсермә" тип атай. Был эшен автор Сенаттың межа департаментына биргән, күрәһең, сөнки хәҙер ул Санкт-Петербург ҡалаһындағы Рәсәй Дәүләт Тарихи архивы фондында һаҡлана.
Автор, башҡорттар Рус дәүләтенә "ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә" үҙҙәре теләп ҡушыла, бының өсөн батша Иван Грозный башҡорттарға ергә мәңге хужа булыу хоҡуғы бирелеүе тураһында грамота ебәрә, тип билдәләй. Дөйөм батша грамотаһынан тыш, һәр ырыуға батша "һаҡлау грамоталары" тапшыра. Һуңғы документтар барлыҡҡа килеүенең асылын С. Мертваго "...ундағы башҡорттарҙы үҙ биләмәләрендә бер кем дә ҡыҫырыҡламаһын өсөн" дәүләт яғынан гарантия булған тип аңлата. Ошонан һуң батша властары, башҡорттар дәүләт файҙаһына яһаҡ түләгәс, уларҙың ергә хоҡуҡтарын раҫлау сифатында "һаҡлау грамоталары"нан күсермәләр биргән. Мертваго, грамоталарҙың үҙенсәлекле текстары һәм уларҙан күсермәләр башҡорттарҙа һаҡланып ҡалған, тип раҫлай. Был эштә Өфө ҡалаһының барлыҡҡа килеү ваҡыты һәм урыны тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар. Автор ҡалаға ҡасан нигеҙ һалыныуының аныҡ ҡына датаһын әйтмәһә лә, ҡәлғә барлыҡҡа килеүенең яҡынса осорон күрһәтә. Уның фекеренсә, ҡәлғә батша Федор Иоаннович батшалыҡ иткән осорҙа, йәғни 1584 менән 1598 йылдар араһында, төҙөлгән. Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыу урыны итеп "Мең улысының башҡорт ере" территорияһы һайланған.
1661 йылда хөкүмәт башҡорттарҙың үҙҙәре биләгән бөтә ерҙәргә аҫаба хоҡуғын рәсми раҫлай, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала автор. Бындай хәл 1730 йылға, батша указдары сығып, ҡәлғә һәм башҡа нығытмалар төҙөй башлағанға тиклем һаҡлана. Был терәк пункттары өсөн баҫып алыу, шулай уҡ һатыу кеүек төрлө ысулдар менән башҡорт ерҙәрен ҡабат тартып ала башлайҙар. Шуға ҡарамаҫтан, властар башҡорттарҙың ергә хоҡуҡтарын таныуҙан туҡтамай.
Документты төҙөүсе фекеренсә, башҡорт ихтилалдары арҡаһында батша хөкүмәте уларҙың ер биләмәләрен сикләргә маташа - ихтилалда ҡатнашыусыларҙың ерҙәрен тартып алыу ошондай сара булырға тейеш була. Мертваго, ергә волость хужа булыуы был санкцияны бойомға ашырыуға ҡамасаулай, тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, ер мөнәсәбәтендәге принципиаль үҙгәрештәр XVIII быуаттың 40-сы йылдарынан башлана. Ошо осорҙа рус дворяндары өсөн башҡорт ерҙәрен иркен һатыу-һатып алыу законлаштырыла, Ырымбур ҡәлғәһенә нигеҙ һалып, унда хәрбиҙәр килтереп тултырыла, заводтар төҙөлә башлана. Был йүнәлештә "1741 йылда Яйыҡ йылғаһы буйлап башҡорт һәм ҡырғыҙ халыҡтары араһында" нығытылған Ырымбур линияһы һуҙыу иң мөһим сара булып тора. Ҡәлғәләр селтәре барлыҡҡа килеү дәүләттең төбәктә ерҙе һатыу-һатып алыу процесын законлаштырыуын тиҙләтә.
Крайҙа ерҙәрҙе баҫып алыуға ҡарамаҫтан, хөкүмәт башҡорттарҙың ергә аҫаба хоҡуғын таныуҙан баш тартмай, тип раҫлай документты төҙөүсе. 1791 йылда батша манифесы буйынса бөтә башҡорттарҙы үҙ ерҙәренең хужалары итеп таныу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Бының менән властар ихтилалда ҡатнашҡан башҡорттар һәм уларҙың тоҡомдары өсөн ер биләүгә сикләүҙәрҙе бөтөрөү тураһында рәсми рәүештә иғлан итә.
Мертваго, XVIII быуаттың икенсе яртыһында төбәкте колониялаштырыу башҡорттарҙың мәнфәғәтен боҙоп алып барыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. Айырым алғанда, дворяндар һәм крәҫтиәндәр ер һатып алғанда килешеүҙәрҙе "сирек һәм дисәтинәләр иҫәбе менән түгел, ә ул ҡәлғәләрҙә билдәләнгән межалар һәм тәбиғи ыҙандар буйынса" төҙөүгә өлгәшә. Йәғни ер бүлеүгә документтар төҙөгәндә аныҡ майҙан күрһәтелмәй. Ә был күсеп килеүселәрҙең ерҙе артығы менән биләүенә мөмкинлек аса. Бер үк ваҡытта, улар төбәктә игенселекте үҫтереүгә булышлыҡ итте, тигән һылтау менән ерҙе һатып алыусыларҙың колониялаштырыу процесы аҡлана, ти ул.
Мертвагоның Өфө ҡәлғәһенә 1584-1598 йылдар араһында нигеҙ һалыныуы тураһындағы һығымтаһы нигеҙле күренә. Был танылған ғалим-академиктар П.П. Пекарский менән М.Н. Тихомировтың хеҙмәттәрендә лә раҫлау таба, улар 1586 йылды Өфөнөң башланғыс датаһы тип атай. Авторҙың, Өфө ҡәлғәһе Мең улысы башҡорттарының ризалығы менән уларҙың аҫаба ерендә төҙөлдө, тигән күрһәтмәһе бик мөһим. Был материалдарҙа, батша хөкүмәте сәйәсәтенең яңы этабы 1730 йылдан һуң башлана, тип телгә алына. Күрәһең, автор яңы осорҙоң башланыуын 1735 йылда Ырымбур экспедицияһының эшмәкәрлеге һәм 1736 йылдың 11 февраленән указ сығарыу менән бәйләй. Ул бында колониялаштырыу, ерҙе ирекле һатыу-һатып алыуҙы законлаштырыу, крепостар, заводтарға нигеҙ һалыу, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм крәҫтиәндәр күбәйеүен күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта, төп халыҡтың ерҙәрен тартып алыу сәйәсәте үткәреүгә ҡарамаҫтан, хөкүмәт XVIII быуаттың икенсе яртыһында башҡорттарҙың аҫаба хоҡуғын раҫланы, тип бик ғәҙел билдәләй.
Әммә Мертваго XVIII быуаттағы ер тураһындағы закондарға характеристика биргәндә ҡайһы бер тап килмәүҙәр осрай. Билдәле булыуынса, яңы хөкүмәт курсы 1735-1736 йылдарҙа башлана. Бынан тыш, башҡорттарҙың ергә аҫаба хоҡуғы 1664, 1790 һәм 1793 йылғы указдар менән раҫлана, ә 1661 һәм 1791 йылдарҙағы менән түгел, тип иҫәпләй документты төҙөүсе. Мертвагоның, XVII-XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары хөкүмәттең уларҙың еренә һөжүм итеүенә булышлыҡ итте, тигән фекере менән килешеп булмай. Киреһенсә, тап батша хакимиәтенең башҡорттарҙың ергә хоҡуҡтарын боҙоуы халыҡтың ҡорал күтәреп ҡаршы сығыуына килтерҙе. 1649 йылғы Собор Уложениеһы (Закондар йыйылмаһы) башҡорт аҫабаларының ергә хоҡуҡтарын сикләне: ерҙе һатыу тыйылды, уны арендалау сроктары кәметелде. Был закон XVII-XVIII йылғы ихтилалдар башланғанға тиклем үк ғәмәлгә индерелде.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Был документ Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәре проблемаларын анализлауға арналған. Унда ҡайһы бер аныҡ хаталар ебәрелеүгә ҡарамаҫтан, тотош алғанда, ваҡиғалар барышы объектив һүрәтләнгән. Автор хөкүмәт курсындағы ике ҡапма-ҡаршы тенденцияны күрһәтә алған: бер яҡтан, төбәкте аҡрынлап колониялаштырыуға йүнәлеш, икенсе яҡтан, башҡорттарҙың ергә хоҡуҡтарын өлөшләтә күҙәтеү. Ғөмүмән, Мертвагоның материалдары Башҡортостанда батша властары алып барған ер сәйәсәте тарихы буйынса мөһим сығанаҡ булып тора.
Ирек АҠМАНОВ,
тарих фәндәре докторы, профессор.
КИРЕ СЫҒЫРҒА