«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҒА ТИҢ ШӘХЕС ЮҠ, ЙӘКИ МӨХӘММӘТ БӘЙҒӘМБӘРҘЕҢ ИСЕМЛЕКТӘ БЕРЕНСЕ БУЛҒАНЫ
+  - 

Яраталар ҙа инде Ҡушма Штаттарҙа төрлө рейтингтар төҙөү менән булышырға. Иң бай кешеләр рейтингы бар, иң ышаныслы автомобилдәр теҙеме, иң матур кешеләр, иң ҙур уңышҡа өлгәшкән музыканттар һәм башҡа төрлө исемлектәр…

Электрон китапты уйлап сығарған американлы Майкл Харт бер көн баш ватырға тотона: "Миллиардлаған Ер шары йәшәүселәренән кем тарих ағышына иң мөһим йоғонто яһаған?". Ошо һорауға үҙ яуабын Харт 1978 йылда донъя күргән һәм 1992 йылда ҡабат баҫылып сыҡҡан "100 иң бөйөк кеше" энциклопедияһына индерә. Китапта күренекле шәхестәрҙең ҡыҫҡа биографияһы рейтинг системаһында бирелгән. Кешелек тарихына иң көслө тәьҫир итеүсене билдәләү ниәтен төп принцип итеп ҡулланған Харт, мәҫәлән, ғалимдың фән өлкәһен үҫтереүгә ғәйәт ҙур булышлыҡ иткәнен күҙ уңында тотоп, Исаак Ньютонды икенсе урынға ҡуя. Пенициллинды асҡан бактериолог Флемингты 43-сө урында табабыҙ, Колумб - 9-сы позицияла, Иосиф Сталин - 66-сы. Лао-цзы, Иоганн Бах, Фрейд, Кеннеди, Гомер, Елизавета I һәм башҡа шөһрәт ҡаҙанған әҙәм заттарын да күрергә мөмкин бында.
Ә ниндәй арҙаҡлы исем иң юғарыла урынлашҡан икән? Беренселекте, белергә теләһәгеҙ, "уникаль тарихи шәхес" яулаған. Ул да булһа - Мөхәммәт бәйғәмбәр. Был факт "бәғзе китап уҡыусыларын ғәжәпләндерер, икенселәрҙең ризаһыҙлығын тыуҙырыр, - тип яҙа автор. - Ләкин Мөхәммәт (с.ғ.с.) тарихта берҙән-бер ошондай кеше, кемдең эшмәкәрлеге дини өлкәлә лә, донъяуи, фани юҫыҡта ла ғәҙәттән тыш уңышлы ине. Сығышы менән түбән социаль ҡатламдан булған был кеше, бөйөк донъя диндәренең береһенә нигеҙ һалды, ифрат ҙур уңыштарға өлгәшкән сәйәси лидер булып китте. Бөгөнгәсә, үлеменән һуң ун өс быуат үтһә лә, ғаләмдә уның ҡаҙаныштары шауҡымы ғәжәйеп ҡеүәтле".
Ысын бөйөклөк ябайлыҡта, тиҙәр. Иҫәпһеҙ һынауҙарҙы үтеп, ауырлыҡтарҙы сабырлыҡ менән кисереп, изге миссияһын башҡарып, тауҙар бейеклегендәй дәрәжәләргә олғашты Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.). Тормош, ҡолас йәйеп, һәммә рәхәттәрен, байлыҡ-ниғмәттәрен яуҙырырырға әҙер ине, бар ерҙә ҡәҙер-хөрмәт көттө, данлы ҡалалар, ололап, тәхет башына ултыртырға ниәтләп, ишектәрен асты… Ләкин донъя ләззәттәрен үҙ итмәне Мөхәммәт (с.ғ.с.). Ябай йәшәйешен тамсы ла яҡшыртырға уйы булманы уның.
Бер көн Аллаһ рәсүленең өйөнә сәхәбәһе Ғүмәр (р.а.) килеп инә. Буш бүлмә, иҙәндә септә түшәк. Мөйөштә бер үлсәү арпа оно. Эргәһендә сөйҙә сүмес эленгән. Барлығы шул! Ғүмәр (р.а.) был ярлылыҡты күреп, илап ебәрә: "Византия хакимдары һәм Персия шаһтары хазинаға сумып йәшәйҙәр. Ә Аллаһ илсеһенең булған байлығы кипкән септәнән ғибәрәт!" "Ғаләмдә бар нәмә Аллаһы Тәғәлә бойондороҡлоғонда, беҙҙеке түгел. Ошо фани донъя нимәгә кәрәк миңә? Кешеләр йәйге көндә арып, ағас күләгәһендә бер аҙ ял итергә туҡтап, яңынан ҡуҙғалып киткән юлсылар һымаҡ бында", - тип яуаплаған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Бер нисә көн рәттән ут яғылмай торған замандар ғәҙәти хәл була Бәйғәмбәр ғаиләһе өсөн. Ҡарыны асҡан ваҡытта бер тапҡыр ҙа зарланыу һүҙҙәрен ысҡындырмай ул, киреһенсә, рәхмәтле булыуын белдереп, тәсбих әйтә Аллаһы Тәғәләгә. Ҙур байлыҡтар ҡулға килеп ингән мәлдәрҙә инде таң ҡалдырырлыҡ йомартлыҡ менән һуңғы тингәсә мохтаждарға тарата, ярлыларға өләшә, үтенгәндәргә ярҙам итә.
"Бер әҙәм балаһының рухы ла хакимлыҡ итеү һынауына сыҙай алмай". Платондың быуаттар төпкөлөнән билдәле ошо һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Власть татлы емеш, әммә күңел өсөн зарарлы шул. Уның зәһәренән рухты паклыҡта һаҡлап ҡалыу - ысын мәғәнәһендә мөғжизә. Бөйөктәрҙән-бөйөктәр генә атҡара алған кәрәмәттер ул.
Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм йәштән үк ырыуҙаштары араһында намыҫлы кеше булараҡ таныла, хатта халыҡ уны "әл-Әмин" (тоғро, ышаныслы) тип хөрмәтләп исемләй. Нәбилек дәүерендә Аллаһ илсеһенең (с.ғ.с.) күңел күркәмлеге тулыраҡ рәүештә асыла. Бәйғәмбәрҙең ҡатыны Ғәйшә (р.а.) ошондай иҫтәлектәр һаҡлаған ире хаҡында: "Бер кемде лә оялтманы, битәрләмәне; яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән түгел, ә ғәфү итеү, яҡшы мөнәсәбәт менән яуап бирҙе ул, ямандан, насарлыҡтан ситләште. Әсиргә эләккәнгә, хеҙмәтсегә, хатта бер йәнлеккә лә һуғыу ғына түгел, хаҡһыҙ ҡағылырға баҙнат итмәне".
Йәмғиәт менән идара итеү дөрөҫлөккә, хәҡиҡәткә нигеҙләнә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең дәүләтендә. Мәшһүр сәйәсмән, фәйләсүф Лафайет, киң билдәле "Кеше хоҡуҡтары декларацияһы"н нәшер итеү алдынан бар юридик системаларҙы өйрәнеп, ислам хоҡуғының өҫтөнлөгөн танып, һоҡланыуын йәшермәй: "О, Мөхәммәт! Ғәҙеллек, хаҡлыҡта шул тиклем юғары күтәрелдең һин - бөгөнгәсә берәү ҙә тиң түгел һиңә, һуңынан да тиңләшә алмаясаҡ!".
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм күп түрәләрҙең "профессиональ сире" - тәкәбберлектән азат була, мөъминдәрҙе үҙен артыҡ ололауҙан киҫәтә: "Һеҙ минең дәрәжәмде саманан тыш күтәреп, ҙурламағыҙ! Аллаһы Тәғәлә бит миңә "Рәсүл" тип өндәшер алдынан "Ҡолом" тигән".
Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм бер ҡасан да үҙен кемдәндер өҫтөн ҡуймаған. Инсандарҙы ғына түгел, бар йән эйәләрен ихтирам итеп йәшәгән. Бер мәл сиреүҙәре менән ҡайтып килгәндә юлда көсөкләгән инә эт ятҡанын белеп ҡала. Тәүҙә бер һалдатҡа эт эргәһендә тороп, уны ҡурсаларға бойороҡ бирә, ләкин хайуанды бөтөнләй маҙаһыҙламаҫ өсөн, 25 меңлек (!) ғәскәренең юлын үҙгәртә. Оло мәртәбәләре менән файҙаланып, махсус номерҙар тағып, светофорҙың ҡыҙыл утына елдереп үткән башлыҡтар, уларҙың башҡа "аҫыл заттарса" ғәмәлдәре күҙ алдына баҫҡан һайын, Мөхәмәт бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) ошо инсафлығы иҫте китәрә.
Тарихта яҡты эҙ ҡалдырырға, абруй ҡаҙанып, коллективта, йәмғиәттә лайыҡлы урын алып, булдыҡлы шәхестәр рәтен тулыландырырға теләмәгән кеше юҡтыр. Уңыш, бәхет ишегенә асҡыс эҙләп, беҙ йыш ҡына ниндәйҙер популяр замандаштарҙың көнитмешенә күҙ һалып, уларҙың тәжрибәһенә таянырға тырышабыҙ. Психолог, тьюторҙар, тренинг үткәреүселәрҙең төрлөсә аҡыл өйрәтеп маташыуын тыңларға әҙербеҙ. Ә меңәрләгән йылдар һуҙымында бәҫен төшөрмәгән, бөйөктәрҙән-бөйөк Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм мираҫына, нишләптер, мөрәжәғәт итмәйбеҙ. "Аһ, дәриға!" тип, Аҡмуллалай үкенерлек булмаһын өсөн Аллаһ илсеһе (с.ғ.с.) өлгөһөндә үҫешеү зарурҙыр. Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең феноменаль шәхесе бәрәкәт эстәгәндәр өсөн иң яҡшы үрнәк икәнлеге иң әүәл Ҡөрьәндә бирелгән һәм дәүерҙәр һуҙымында раҫланған хәҡиҡәт, уйлана белгәндәргә билдә.

Альбина ҒӘЛИЕВА.
Учалы ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.06.15 | Ҡаралған: 1590

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru