«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АВГУСТ КӘҢӘШМӘЛӘРЕ МИЛЛИ МӘҒАРИФҠА БАҒЫШЛАНҺЫН
+  - 

"Киске Өфө" гәзите милли мәғарифҡа, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу проблемаларына әленән-әле мөрәжәғәт итеп тора. Быйыл 3-сө һанда "Ҡоролтай зыңғыры" рубрикаһында баҫылып сыҡҡан сығышында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев милли мәғариф өлкәһендәге етешһеҙлектәргә, проблемаларға ентекле анализ яһағайны. 13-сө һанда Сибай ҡалаһы "Ирәндек" лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Назиә Бикбова ла мәғарифтағы бөгөндән хәл итергә кәрәкле мәсьәләләр хаҡында тос фекерҙәр әйткәйне. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәләре алдынан мин дә үҙемде борсоған бер нисә проблемаға туҡталып үтмәксе булдым.

Үҙенең эш тәжрибәһенә таянып, 2011 йылда 141-се мәктәптә башҡорт телен уҡытып йөрөгән Фәүзиә Фәһим ҡыҙы Мортазина рус телле 1 класҡа тәғәйенләнгән, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу өсөн методик комплекты яҙғайны. Балаларҙың коммуникатив телмәрен үҫтереүгә күберәк иғтибар биреү маҡсатына хеҙмәт итерлек дәреслек ине ул. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул комплект быйылғы 2014/2015 уҡыу йылы башланыр алдынан ғына донъя күрҙе һәм башҡорт туған телен өйрәнеүсе 1-селәр өсөн тәғәйенләнде. Сөнки, үкенескә ҡаршы, 1-се класта икенсе быуын стандарттары индерелгәндән бирле башҡорт дәүләт теле уҡытылмай. Үткән уҡыу йылы башланыр алдынан ошо комплекттың "Эш дәфтәре"н башҡорт дәүләт телен беренсе йыл өйрәнәсәк 2-се кластарҙың ата-әсәләренә, һатып алыуҙарын үтенеп, мөрәжәғәт иттек. Рәхмәт ата-әсәләргә, беҙҙең үтенесте күтәреп алдылар, хатта 2-се класта уҡыған Батталова Әҙилә исемле ҡыҙҙың әсәһе, барса уҡыусыға етерлек итеп төҫлө сканер аша үткәреп, "Эш дәфтәре" менән тәьмин итте. Рәхәтләнеп, яратып башҡаралар уҡыусыларым ундағы эштәрҙе. Ошоноң кеүегерәк тәжрибәнән сығып, йәғни дәреслектәр сығарыу эше ентекле ойошторолһон өсөн Милли мәғариф институтының филиалын тергеҙеү маҡсатҡа ярашлы булыр ине, тип хыяллана уҡытыусылар. Ваҡытында Башҡортостан Милли мәғариф институты Рәсәйҙәге көслө методик үҙәктәрҙең береһе ине. Тимәк, оптималләштереү алға ынтылышты тотҡарлай, регресҡа әйләнә, тип әйтергә генә ҡала. Эштәр көйләнеренә һаман ышанабыҙ, өмөттө өҙмәйбеҙ.
Милли мәғариф өлкәһендәге проблемалар бының менән генә тамамланмай шул, үкенескә күрә. Иғтибар итегеҙ әле, Өфө мәктәптәрендә уҡып йөрөгән һәр башҡорт балаһы башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнәме? Юҡ, өйрәнмәй. "Туған тел" дәрестәре, тип балаларыбыҙ күп осраҡта рус теленән төп йомғаҡлау аттестацияһына йә БДИ-ға әҙерләнә. Ата-әсәләр "Балам рус теленән көсһөҙ, имтиханды насар биреп ҡуймағайы", тип хафаланып, балаһын туған башҡорт теле дәресенә йөрөтөргә ризалыҡ бирмәй. Класс етәкселәре, мәктәп етәкселеге, ата-әсәләрҙе махсус йыйып, башҡорт теле белгестәрен, абруйлы, рухлы кешеләр менән осраштырып, туған тел өйрәнеүҙең кәрәклеге тураһында инандырырлыҡ йәнле әңгәмәләр ҡорамы? Юҡ инде, юҡ! Ошонан сығып, күптәрҙең теләген, шулай уҡ Бөтөн донъя башҡорттары Башҡарма комитеты күтәреп сыҡҡан тәҡдимде тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: 2015 йылғы август кәңәшмәһе Башҡортостан Республикаһындағы милли мәғариф торошона бағышланһын ине.
Былтырғы уҡыу йылы башланғас, Дим районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары менән Дим районы мәктәптәрендә "Башҡортостан Республикаһында дәүләт телдәре тураһында"ғы закондың үтәлешен тикшереп йөрөнөк. 103-сө һәм М. Шайморатов исемендәге 104-се мәктәптәр етәкселәренең башҡорт туған телен уҡытыу буйынса шәхсән позитив ҡарашы миңә бик оҡшаны. Улар (үҙҙәре рус милләтлеләр) моңһоҙ ата-әсәләр менән әңгәмәләр ҡороп, башҡорт милләтле уҡыусыларҙың башҡорт туған телен өйрәнеүенә булышлыҡ итәбеҙ, тинеләр. Ысынлап та, "тыңлауһыҙ" етәкселәргә күрһәтмә документтар ебәрергә, уларҙан РФ Конституцияһында һәм Балалар хоҡуҡтары Декларацияһында яҙылған "Һәр баланың туған телен өйрәнергә хоҡуғы бар" тигән пунктты мотлаҡ үтәүен талап итергә кәрәк ине ул.
Дөрөҫөн әйткәндә, тел булмаһа, илең дә юҡ. Миңә академик Роберт Ниғмәтуллиндың Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһындағы сығышында (2000 йыл) әйткән һүҙҙәре иҫкәртеү кеүек яңғырай: "Әгәр беҙ Башҡортостанда башҡорт телен һаҡламаһаҡ, беҙҙе тарих ғәфү итмәйәсәк". Ә ғалим Вәкил Исмәғил улы Хажиндың "Туған телде белеү милли идеяға әйләнергә тейеш", тигән тәҡдиме һәр башҡорт кешеһе өсөн әйҙәүсе күрһәтмә булырға, телен хөрмәт иткән, уны популярлаштырыу өсөн әүҙем эшләгән һәр башҡорттоң тормош девизына әйләнергә тейеш. Теле өсөн янып йөрөгән һәр башҡорт кешеһе, ата-әсә булараҡ, Хөкүмәтебеҙҙән, исмаһам, альтернатив дәреслектәр талап итһә, хакимиәттәрҙәге дәүләт телдәре буйынса комиссиялар, Яҙыусылар союзы, мәҙәниәт әһелдәре (Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарына рәхмәт, мәктәптәргә киләләр, башҡортса йырҙар яңғыраталар, милли бейеү башҡаралар), Башҡортостан телевидениеһы, матбуғат хеҙмәткәрҙәре мәктәптәргә барып, осрашыуҙар үткәрһә, башҡорт телен белгән балаларҙы, уларҙың ата-әсәһен хуплау һүҙҙәре менән дәртләндерһә, уларға ҡанат ҡуйһа, туған телгә ҡараш бермә-бер ыңғай яҡҡа үҙгәрер ине.
Методикаһын заманса алымдар менән байытып эшләп йөрөгән башҡорт теле уҡытыусыларына ла маҡтау, һәләттәрен тейешенсә баһалау бик тә кәрәк. Эрудициялы, Тыуған ил тарихын, мәҙәниәтен биш бармағы кеүек белгән, үҙенең балалары һәм ейәндәре сатнатып башҡортса һөйләшкән, үҙенең ғаилә шәжәрәһен генә түгел, ауылындағы нәҫелдәр шәжәрәләрен өйрәнгән, уҡыусыларын туған тел менән бәйле төрлө тикшеренеү эштәренә йәлеп иткән башҡорт теле уҡытыусыһы ғына туған теленә бар ҡеүәте менән хеҙмәт итә һәм башҡаларға өлгө була ала тип раҫларға мөмкин. Күрә һәм баһалай белергә кәрәк һәләтле уҡытыусыларҙы. "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашыу - үҙе бер һынау, үҙенсәлекле бер БДИ. "Киске Өфө"лә Фәүзиә Яхина апай уҡытыусыларға һынау үткәрергә, бар яҡлап үҫеш кимәлен, ижади мөмкинлектәрен үлсәргә тәҡдим итә, бәлки, был да дөрөҫтөр. Һәр уҡытыусы аудитория алдында тотлоҡмайынса сығыш яһай белергә, һәр ваҡыт белемен арттырыу, ижади һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә арымай-талмай эшләргә, үҙенең ҡыҙыҡһыныуҙарын уҡыусыларына ла "йоҡторорға" тейеш. Үҙен хөрмәт иткән һәр уҡытыусының "Йыл уҡытыусыһы" һәм башҡа профессиональ, мәҙәни-интеллектуаль конкурстарҙа, йәмәғәтселек ойошторған сараларҙа ҡатнашыуы, эрудициялы булыуы мотлаҡ. Башҡорт теле уҡытыусыһы, үҙе һайлаған йүнәлеште белеү генә түгел, донъя әҙәбиәтенең, мәҙәниәтенең тарихы, бөгөнгө үҫеше менән даими ҡыҙыҡһынырға, рус телендә иркен аралашырға тейеш. Шунда ғына ул ысын уҡытыусы була ала. Күптән түгел Үҙәк телевидениела ойошторолған бер тапшырыуҙа педуниверситет студенттарына, буласаҡ уҡытыусыларға, белем кимәлдәрен тикшереү маҡсатында, еңел генә һорауҙар бирҙеләр. Бер һорауға ла дөрөҫ яуап бирә алманы шул хәсрәт тоҡсайҙары.
Ләкин ябай уҡытыусы ғына хәл итә алмаған проблемалар бик күп. Әйтеп үттем бит: ябай башҡорт теле уҡытыусыһы үҙ инициативаһы менән дәреслек яҙған, "бишле" уға. Тик бындай башланғыстарҙы күтәреп алырға, шундай дәреслектәрҙе фәнни эшкәртеүсе методист-ғалимдарҙың ярҙамы кәрәк. Әгәр стандарттарға ярашлы дәреслектәр ваҡытында әҙер булһа, БР Мәғариф министрлығынан мәктәп етәкселәренә башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ уҡытыу буйынса мотлаҡ үтәлерҙәй аныҡ ҡына күрһәтмәләр ебәрелһә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү дәрестәре күләмен һаҡлап ҡалыр инек. Кәңәшмәләрҙә, түңәрәк өҫтәлдәрҙә осрашҡанда шул турала һораһаң: "Башҡорт телен дәүләт теле һәм туған теле булараҡ уҡытыуҙы һаҡлап ҡалыуҙы һеҙ үҙегеҙ талап итегеҙ, директорға инеп һөйләшегеҙ, төбәк компонент дәрестәренә шунсама процент сәғәт бүленергә тейешлеген аңғартығыҙ", - тип, уҡытыусыларҙың үҙҙәренә бурыс һала ла ҡуялар. Талап итергә тейеш урында ултырғандар нимә эшләргә тейеш һуң улайһа?
Һүҙемдең һуңында шуны әйткем килә: туған башҡорт телебеҙ, ни тиклем парадоксаль яңғырамаһын, Хөкүмәт яҡлауына мохтаж. Тиҙ арала Федераль стандарттар талаптарына тура килгән альтернатив дәреслектәр сығарылмаһа, БР Мәғариф министрлығы хәл иткес ҡарарҙар ҡабул итмәһә, республикаға исем биргән халыҡтың туған теле, Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт телдәренең береһе тағы ла ауырыраҡ һынау алдына ҡуйыласаҡ. Мәсьәләне һуң булмағанда хәл итеп ҡалырға кәрәк. Ә милләттәштәргә шуны әйтке килә: туған телде һаҡлау бурысын милли идеяға әйләндерәйек, башҡа милләттәрҙе хөрмәт итеп, үҙебеҙҙе яратып йәшәйек!

Миңһылыу АБДУЛЛИНА.
Өфөләге 123-сө лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.08.15 | Ҡаралған: 1606

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru