«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ТАРИХЫ
+  - 



Үткән быуаттың 20-30-сы йылдарында тыуған яҡты өйрәнеү дәүләт сәйәсәтенең мәҙәни-мәғариф өлкәһендәге мөһим йүнәлештәренең береһе булған. Яңы ойошторолған совет иленең автономия республикаларында, шул иҫәптән Башҡорт АССР-ында, тыуған яҡты өйрәнеү ойошмалары урындағы фәндәр академияһы функцияһын үтәгән. Шулай уҡ буласаҡ ғилми-тикшеренеү институттарына кадрҙар әҙерләүсе ойошма ла булған ул.

Тыуған яҡты өйрәнеү менән ҡыҙыҡһыныу Өфө интеллигенцияһында һәм ҡайһы бер чиновниктарҙа 19-сы быуаттың уртаһында барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, 1864 йылда Өфө губерна музейы асыла. Ә ХХ быуаттың 20-се йылдарында тыуған яҡты өйрәнеү эше башҡорттар һәм татарҙар араһында киң йәмәғәт хәрәкәтенә әүерелеп китә. Башҡортостанда ике тыуған яҡты өйрәнеү ойошмаһы барлыҡҡа килә: "Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте" һәм "Көньяҡ Уралды өйрәнеү йәмғиәте". 1924 йылда улар берләштерелеп "Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте" булып ҡала. Был ойошма Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты ҡарарына ярашлы, Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында (ул ваҡыттағы баш ҡалала) 1922 йылдың 16 февралендә "Башҡорттарҙың йәшәйешен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүсе ғилми йәмғиәт" исеме аҫтында барлыҡҡа килә. Йәмғиәт "башҡорт һәм татарҙарҙың бар ғилми көстәрен" берләштергән. 1922 йылдың авгусында ойошма башҡа учреждениелар менән яңы баш ҡалаға, Өфөгә күсә.
Йәмғиәткә Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендә 1922 йылдың сентябрендә булдырылған Академик үҙәк идара иткән. Йәмғиәт үҙ сиратында Башҡорт үҙәк музейына (хәҙерге Милли музей) етәкселек иткән, бергәләшеп тыуған яҡты өйрәнеүҙе алып барған һәм икеһе лә 1926 йылға тиклем бер үк йортта урынлашҡан. Ике йыл эсендә тыуған яҡты өйрәнеүселәр бик ҙур һәм мөһим эштәр башҡарыуға өлгәшкән. Ойошторолған көндән алып "Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте" ағзалары даими рәүештә фәнни эштәрен баҫтыра башлай. 18,5 баҫма биттең яртыһы башҡортса, яртыһы рус телендә нәшер ителә. Йәмғиәт башҡорттар һәм башҡорт халҡының тарихы буйынса мәҡәләләр тупланған өс баҫма әҙерләй - "Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендәге башҡорттарҙың йәшәйешен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүселәрҙең хеҙмәттәре" тип атала ул. Йәмғиәттең рәйесе Нуриәғзәм Таһировтың башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыларын өйрәнеү буйынса ҡулланмалары, "Башҡорт әлифбаһы" китабы донъя күрә. Шулай уҡ Ғабдрахман Фәхретдиновтың "Башҡорттар бөтәме ни?" китабы баҫылып сыға. Бер нисә карта төҙөлә: улар араһында ике нөсхәлә БАССР-ҙың ентекле этнографик картаһы, башҡорт ырыуҙары картаһы бар. Хеҙмәттәр араһында "Башҡа төрки халыҡтарҙа осрамаған башҡорт һүҙҙәре һүҙлеге" бар. Ойошма ағзалары тарафынан тупланған башҡорт мәҡәлдәре йыйынтығы Мәскәүгә нәшергә тапшырыла. Халыҡ ижады буйынса 150 әкиәт, 50 йыр, 500 йомаҡ һәм башҡа материалдар туплана. Башҡорт теле һөйләше буйынса һорауҙар әҙерләнә. Башҡорт Үҙәк музейы китапханаһы тәртипкә килтерелә һәм асыла. Башҡа бихисап эштәр башҡарыла башҡорт зыялылары тарафынан. Йәмғиәт ағзалары Академик үҙәктең, шулай уҡ Башҡорт телен тормошҡа ашырыу буйынса үҙәк комиссияның эшендә әүҙем ҡатнашҡан - пландар, күрһәтмәләр, ҡулланмалар, программалар төҙөгәндәр. Был эш Советтарҙың Икенсе Бөтә башҡорт съезында рус теле менән бер рәттән башҡорт теленә дәүләт статусы биреү тураһында ҡабул ителгән резолюцияға ярашлы башҡарылған.
"Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте" 1923 йылда Академик үҙәк менән берлектә Ағиҙел йылғаһы буйлап геологик экспедиция ойоштора. Һөҙөмтәләр буйынса докладтар, яҙма отчеттар әҙерләнә. Бар тупланған материал Үҙәк музейға тапшырыла. 1924 йылда эште яҡшыртыу маҡсатында йәмғиәт ағзалары тарихи-археология, этнография, әҙәби-фәлсәфәүи, иҡтисад һәм биология кеүек биш секцияға бүленә. Шулай уҡ заман талаптарына ярашлы, дингә ҡаршы бәләкәй бер секция ла барлыҡҡа килә. Ойошмала мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү программаһын тормошҡа ашырыу һәм урындарҙа тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәттәрен булдырыу буйынса ла эш алып барылған.
Йәмғиәтте күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, башҡорт милли хәрәкәте ағзалары Таһиров Нуриәғзәм менән Мерәҫев Сәғит һәм Бикбулатов Басир ойоштора. Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса хеҙмәттәрен генә иҫәпкә алғанда, Таһиров менән Мерәҫовтың был ойошмалағы эшмәкәрлеге айырым өйрәнеүгә лайыҡ.
Йәмғиәткә алыныусылар Эске эштәр халыҡ комиссариаты (НКВД) өсөн автобиографияһын яҙып, адресын, иҡтисад хәлен, сәйәси ҡараштарын күрһәтеп, анкета тултырып, ғариза яҙырға тейеш булған. Йәмғиәт барлыҡҡа килгәндә өс кеше булһа, оҙаҡламай уларҙың һаны унға еткән. 1924 йылда ойошма ағзаларының һаны 45 кешегә етә. Өфөнән - 33, кантондарҙан - 7, Мәскәүҙән- 3 (Ҡаскин, Йомағужин, Воронцов), Ҡаҙандан - 1 (Сәғәҙиев), Ташкенттан - 1 (Диваев) ағза иҫәпләнгән. 1928 йылда был һан 187-гә етә. Шулай итеп, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һаны артҡандан-арта барған.
"Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте"нең тәүге йылдарындағы эшмәкәрлеге ошолай башланған. Артабан маҡсаттар арта, мәсьәләләр күбәйә, өҫтәлә барған. Был инде ойошманың уставын ҡабул итеүгә, урындарҙа йәмғиәттәр ойоштороуға, хеҙмәттәр нәшер итеүгә, төрлө экспедицияларға сығыуға, Башҡортостандың күренекле эшмәкәрҙәренең тыуған яҡты өйрәнеү эшендә ҡатнашыуына булышлыҡ иткән. Иң мөһиме, бынан йөҙ йыл элек башҡорт халҡының рухи һәм матди ҡомартҡыларын өйрәнеүгә, туплауға башланғыс һалына, ул эш әле лә дауам иттерелә.

Үҙәк дәүләт тарих архивы һәм Милли музей фондтары материалдарын файҙаланып,
Зилә НИҒМӘТЙӘНОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.09.15 | Ҡаралған: 1414

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru