«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҪЕРЕККӘ СӘЛӘМ БИРМӘ, СӘЛӘМ БИРҺӘҢ, СӘМ АЛМА
+  - 

Араҡынан күргән ыҙаларымды яҙып үтәйем әле. Миңә генә ҡағылып, башҡаларҙы урап үтһен ине ул хәшәрәт. Шешәбикә менән дуҫлашыуым әсәйемә, ғаиләмә, туғандарыма, дуҫтарыма күпме ҡайғы килтерҙе.

Бигерәк тә Өфөгә күсеп килгәс ауырға тура килде. Араҡы ҡоло булып, эшһеҙ аптырап йөрөгән саҡтарҙы һаман да тетрәнеп иҫкә алам. Башта дуҫтар ярҙам итергә тырышып ҡараны, килеп сыҡманы. Бөгөн һәр кем башта үҙен ҡайғырта, шунһыҙ мөмкин дә түгел. Ул саҡтарҙағы араҡы шауҡымы ғаилә тарҡалыуына тиклем алып барып еткерҙе. Иҫкә төшһә, әле лә тәнем зымбырлап, йөрәгем сәнсеп ҡуя. Бигерәк тә ике баланың йүнле кейеме булмауы үҙәккә үтә ине. Аҙыҡты ҡатыным эшенән алып ҡайтырға тырыша, аҡса тигән әйберҙе бик һирәк күрә инек. Ул саҡта атайым тере ине әле. Улы өсөн бигерәк тә ул ҡайғырҙы. Атайымдан, ҡәйнәмдән ярҙам булмаһа, упҡын ситенән тәгәрәүгә күп ҡалмағайны, шикелле. Туғандар ҙа ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ауылда йәшәгән апай менән еҙнәй, үҙҙәренең биш балаһынан арттырып, беҙҙең балалар өсөн кейем, картуф, ит ебәреп торҙо. Ярай әле ул саҡта балалар бәләкәй ине, уны-быны аңламайҙар, өлкән туғандарынан ҡалған кейемде кейеп үҫтеләр. Минең унда-бында эшләп тапҡан аҡсам араҡынан артманы.
Шулай бер көн эштән ҡайтыуға өй бушаған, ҡатыным арлы-бирле әйберҙәрен төйнәп, балаларҙы етәкләп, апаһына күсенеп киткән...
Бер ай самаһы илке-һалҡы йөрөгәндән һуң, башың эшләмәгәс, ҡулың эшләһен, тип, "шабашник" булып киттем. Иң мөһиме, мин эсеүҙе бөтөнләй ташларға ҡарар иттем. Айыҡ тормошҡа аяҡ баҫҡас, кеҫәлә аҡса күренә башланы, элек күрмәмешкә һалышып үтеп киткән таныштар һаҡ ҡына һаулыҡ һораша башланы. Ҡатын да кире ҡайтты. Эштәр яйға һалынды, тип, ҡунаҡҡа барғанда ғына яңынан рюмка тота башланым. Тик шуныһын белмәгәнмен: араҡы менән тәмәкене ҡайҙа ташлайһың, шул урындан яңынан күтәреп алып китәһең икән... Ярай әле, йылға яҡын эсмәй йөрөгән арала айыҡ тормоштоң яҡшы яҡтарын татып, күңелемә һеңдереп өлгөргәйнем. Таныш әбейгә йүгереп тигәндәй барып, яңынан ике йылға тәүбә ҡылдым. Шулай ике йыл үтте, артабан йылдар йылға йәбешеп, ғүмер алға китеп бара.
Тормошта һәр кеше үҙенең эшләнгән эшенә, ҡылығына үҙен аҡларҙай сәбәп таба белә. Эскеселәрҙең аңы был йүнәлештә уғата шәп эшләй. Әле бына тәүбәгә килеп, яҙып ултырам да, әммә эскелек арҡаһында күргәндәрҙең аяныслығын һөйләп тә, яҙып та аңлатып булмайҙыр, тигән фекергә киләм. Бахмурҙан сыға алмай хәл бөткәс, наркология диспансерында ла ятып сығырға тура килде бит хатта. Туғандар таныш табиптар менән һөйләшеп килешкәс, үҙ иркем менән барҙым. Башта ҡурҡыныс түгел ине, бөтә мәхшәр өс көндән һуң башланды. Күрше бүлмәләрҙә йәш кенә егеттәр наркоманлыҡтан дауалана. Аҡсаһы түләнгәс ни, уларҙың һәр береһен телевизоры, һыуытҡысы булған айырым палатаға урынлаштырғандар, теләгән ваҡыттарында ашарҙарына килтереп торалар. Тәү ҡарамаҡҡа, һап-һау әзмәүерҙәй ирҙәр, эштән арып, санаторийҙа ял итеп ята, тип уйларһың. Тик бикле ишектәр, һаҡсы менән саф һауала йөрөүҙәр генә үҙеңдең ҡайҙа эләккәнеңде иҫкә төшөрә. Ул егеттәрҙең эсендә ниндәй уйҙар ҡайнағанын улар үҙҙәре генә беләлер инде. Шул саҡта бөтөн донъя һиңә ҡаршы һәм һинең ауырыуыңа ғәйепле һымаҡ тойола.
Айыҡ тормош өсөн көрәшеү кешенән күп көс талап итә. Бигерәк тә бөгөнгө көндә. Киноларҙа, телевидениела бит хәҙер күп кешеләрҙең эсеп тә, бай, һәйбәт йәшәүен йыш күрһәтәләр. Йәштәр уны шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул итә. Урам буйлап һыра тотоп йөрөүсе йәштәрҙе күреп йәлләйем. Был ғәҙәт модаға инеп бара инде, буғай. Ул йәштәрҙең күбеһе уҡып, һөнәр алыу урынына физик эштә йөрөүҙе хуп күрә. Сығып булмай торған ҡуласаға эләгә түгелме ундайҙар? Юғары уҡыу йорттарына, техникумдарға инә алмағандар өсөн төрлө курстар, һөнәрселек училищелары бар ҙаһа. Һөнәрле кешегә һәр саҡ ҡулай эш табыла. Башҡаларҙың уңышына көнләшмәй, ҡыуанып, сәмләнеп йәшәр саҡта, ваҡыттары заяға үтмәһен ине. Йөҙөн тултырып үлгән олатайымдың әйткәне ҡолағымда әле лә сыңлай кеүек:
Иҫереккә сәләм бирмә,
Сәләм бирһәң, сәм алма.
Аңа яҡшылыҡ итмә,
Андин яҡшылыҡ көтмә.
Аҡыл өйрәтә был, тип уйламағыҙ, фәһем булһын тип яҙам. Йөҙйәшәр ҡарт белмәй әйтмәгәндер.

ӘЙТКӘНДӘЙ…
Тағы бер гәзит уҡыусыбыҙ эскелектән арыныуҙың ошондай юлын тәҡдим итә. Ышанһағыҙ - ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ - юҡ. Әммә ошо кәңәште ир-егеттәр мыйығына урап ҡуйһын ине: "Әгәр ҙә эсеүҙе ташларға үҙегеҙ теләмәһәгеҙ, һеҙгә бер кем дә ярҙам итә алмай - өшкөрөүҙең дә, үлән төнәтмәләренең дә, бал ҡортонан елкәгеҙҙе саҡтырыуҙың да файҙаһы юҡ. Гипноз да, нарколог та, һаулыҡ һаҡлау министры ла ярҙам итә алмай. Хәҙер элекке кеүек көсләп дауалау ҙа юҡ. Азатлыҡ! Аҡсаң булһа, миңә тиһә, ниңә араҡы менән ҡойонмағанһың, һөйөклө бисәңдән башҡа берәү ҙә бер һүҙ әйтмәҫ.
Эсеүҙе ташларға уйлаһаң, дарыуға аҡса сарыф итеп торма - бигерәк ҡиммәт улар хәҙер. Беләһегеҙме, дарыуҙарға ҡарағанда ла көслөрәк бер сара бар. Ул миңә ярҙам итте. Биллаһи. Ул... үҙегеҙҙең кесе ярау. Ысын!
Кәңәшем шул: кеҫәгеҙҙә йыйылмалы стакан алып йөрөгөҙ. Ғәҙәт буйынса, иҫерткес эскегеҙ килә башлаһа, кеше күрмәгән урынға ышыҡланып ҡына үҙегеҙҙән сыҡҡан шыйыҡсаны стаканға бушатығыҙ ҙа - һоп! Иманым камил, шунда уҡ эсеү теләгегеҙ юҡҡа сығасаҡ. Теләк тә юҡҡа сыға, табиптар әйтеүенсә, һейҙектең һаулыҡҡа ла файҙаһы бар.
Әгәр ҙә эсергә ерәнһәң, уны араҡы йә шарап, һис юғы, самогон тип күҙ алдына килтер. Ҡыҫҡаһы, башыңды эшләт, тик был турала ләм-мим - берәү ҙә белмәһен дә, һиҙмәһен дә. Шым ғына эсеп тик йөрө, һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ. Бер айҙан араҡыға ғына түгел, һыраға ла әйләнеп тә ҡарамаҫһың - быны мин үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм".

Сәми ҒӘББӘСОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.15 | Ҡаралған: 1334

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru