«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛАУАТҠА ТИҢ БАТЫР УЛ - ШАЙМОРАТОВ ГЕНЕРАЛ!
+  - 

Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы - әле йәшәгән дәүеребеҙҙең генә түгел, тарихыбыҙҙың иң мөһим ваҡиғаларының береһе булып иҫәпләнергә лайыҡлы. Ул Башҡортостан Башлығы гранты, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм халыҡтан йыйылған сараларға төҙөлдө. Билдәле Рәсәй скульпторы Денис Стритовичтың ижад емеше Рәсәйҙә һуңғы ике йылда асылған Хәрби Дан мемориалдарының 40-ынсыһы. "Был һәйкәл тотош ил күләменән ҡарағанда артыҡ ҙур булмаһа ла, әһәмиәте буйынса бәләкәй түгел", - тине тантанала ҡатнашыусы Рәсәй мәҙәниәт министры, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский.

Ҡасандыр үҙе лә ошо дивизияла һуғышҡан шағир Ҡадир Даян һүҙҙәренә мәшһүр композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев яҙған "Шайморатов генерал" йырын нисә быуын йырлап үҫһә лә, был бөйөк хәрби командир тураһында нимә беләһең, тип һораһаң, уның 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры булыуынан тыш, бер кем дә әллә ниндәй мәғлүмәт бирә алмаҫ, моғайын. Халыҡ хәтерендә ҙур батыр булараҡ уйылып ҡалған Шайморатов генералды Салауатҡа тиңләргә булыр ине. Уның исеме, командирлыҡ һәләте Совет Армияһында легендалар тыуҙырған. Шайморатов етәкселегендәге дивизия Украинаны фашист илбаҫарҙарын азат итеүҙә ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөн Чернигов исеменә лә лайыҡ була. Хатта үҙе һәләк булған рейдта ла уратып алған дошман ҡыҫымынан 7-се кавалерия корпусын алып сығыуға өлгәшеп, үҙен иң талантлы командир икәнен тағы бер тапҡыр раҫлай. Әгәр ҙә үҙенән өҫтә торған командирҙың бойороғо булмаһа, был операция ла уңышлы тамамланыр ине лә бит, тик батырға яҙмыш әҙерләгән икенсе һынауҙы үтергә кәрәк булған, күрәһең.
- Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан легендар генералға һәйкәл асыуҙа ҡатнашыу минең өсөн ҙур хөрмәт. Һуңғы мәлдә беҙҙең атайҙарҙың, олатайҙарҙың ҡаһарманлығын шик аҫтына ҡуйыусылар йыш осрай. Шайморатов дивизияһының тарихына ла ҡара биттәр өҫтәргә теләүселәр юҡ түгел. Шундай кешеләр үҙҙәренә бер генә һорау бирһен ине: ә һин генерал Шайморатов урынында булһаң, нимә эшләр инең? Ул Манштейн ғәскәре тарафынан ҡамауҙа ҡалған башлыса ҡоралһыҙ, аҙыҡһыҙ атлы дивизия менән, бойороҡто үтәп, дошман ҡурғауылын өҙөүгә өлгәшә. Үҙ ғүмеренең хаҡы менән атлыларҙың күп өлөшөн ҡотҡара. Командирҙары һәләк булғандан һуң дивизия Шайморатов дивизияһы тип атала башлай һәм "Шайморатовсылар, алға!" тигән хәрби оран менән Еңеүгә тиклем һуғыша. Тап ошо дивизия Тыуған илгә 5 Дан орденының тулы кавалерҙары һәм 78 Советтар Союзы Геройын бирә. Был Советтар Союзының бер генә дивизияһы тарихында ла юҡ. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батырҙар һаны буйынса абсолют алдынғылыҡта, сөнки ул үҙ теләге менән һуғышҡа китергә теләүселәрҙән төҙөлгән, генерал Шайморатов уларҙы башҡорт ерендә йыйған, - тине Владимир Мединский үҙенең сығышында бөйөк генерал шәхесенә ҡарата ихтирамын белдереп. - Был һәйкәлгә ҡарап, беҙҙең балаларыбыҙ унан өлгө алһын ине. Шайморатов бик белемле булған, бер нисә сит телдә һөйләшкән, оҙаҡ йылдар хәрби разведкала эшләгән. Ул аҡыллы етәксе, хәрби зыялы, үҙ дивизияһының йәне булған...
Һәйкәл асыу тантанаһына Икенсе Донъя һуғышын ошо дивизия составында үтеүселәрҙең береһенең улы, Салауат ҡалаһында йәшәгән отставкалағы майор Әбүзәр Мирсаяпов та Шайморатовтың ғәҙел, һалдаттарға ҡарата изгелекле кеше булыуын телгә алды. "Атайым фин һуғышынан һуң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Командирын ҡыйыу, изге күңелле, бер кемгә насарлыҡ ҡылмаҫ шәхес итеп хәтергә ала ине. Бер ҡасан да һалдаттары ас, яланғас булманы, аттарҙы ла яҡшы итеп ҡарауҙы талап итә ине, тиер ине. Һәр йылдың 23 февралендә, Совет Армияһы көнөн билдәләгәндә, Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булған көнө, тип уны иҫкә алды, уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелер, тип аҙаҡҡы көндәренә тиклем ышанды", - тине Әбүзәр Йәһүҙә улы.
Әйткәндәй, Владимир Мединский 1948 йылдан күтәрелә башлаған темаға - бөйөк хәрби етәксегә Рәсәй Геройы исемен биреү мәсьәләһенә кире әйләнеп ҡайтырға тәҡдим итте. Республика Башлығы был инициативаны раҫланы һәм төбәк властары адресына республика халҡынан бындай мөрәжәғәттәр килеүен дауам итеүе, бик күп ҡултамғалар йыйылыуы тураһында белдерҙе.
Кавалерия дивизияһы командиры генерал Шайморатовтың скульптураһы һыбай атта торасағы алдан уҡ хәл ителә. Ә һәйкәлдең эскизы күп тапҡыр үҙгәртелә. Скульптор Денис Стритович был проектты үҙ ғүмерендәге иң мөһим проекттарҙың береһе, тип иҫәпләй. Бронза һынды Мәскәүҙә ҡоялар. Өс тонналыҡ генералды эвакуаторҙа биш көн алып ҡайталар. Машина туҡтаған һәр ерҙә урындағы халыҡ һәйкәлдең кемгә ҡуйыласағы менән ҡыҙыҡһына, шул рәүешле Шайморатов генералдың һыны оҙон юл буйына ерҙә тыныслыҡтан да ҡәҙерлерәк нәмә юҡлығын тағы бер хәтерҙәрҙә яңырта килә...

Шулай итеп...
Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Миңлеғәле Шайморатовтың данлы дивизияһы Тыуған илдә тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн Дондан Эльбаға тиклем меңәр саҡрым ер үтә. Шайморатовтың геройлығын оҙаҡ йылдар шик аҫтына ҡуйыусылар булһа ла, халыҡ үҙ батырын бер ваҡытта ла тапламаны, бөгөн дә ул утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ милли батырыбыҙ булып күңелдәребеҙҙә йәшәүен дауам итә. 1943 йылдың февралендә Украинаның Дебальцево станцияһында ысынында нимә булыуы һәм ни өсөн данлыҡлы командир Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителмәүенә лә бер аҙ аңлатмалар табылды, матур фильм да төшөрөлдө. Хәҙер килеп уға Рәсәй Геройы исеме лә бирелһә, батырыбыҙ иңенә төшкән ошо ябай булмаған һынауҙы ул үҙе лә, беҙ ҙә лайыҡлы үтә алдыҡ, тип тынысланыр инек. Был сараларҙы ошо изге юлдың башланғысы итеп ҡабул итәйек.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.15 | Ҡаралған: 2351

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru