«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БУЙҺОНОУСАН БУЛҒАНДАРҘЫ АЛЛАҺ ҮҘЕНЕҢ ИҒТИБАРЫ МЕНӘН ҠЫУАНДЫРЫР
+  - 

Зөлхизә айының 10-сы көнөндә бөтөн донъя мосолмандары динебеҙҙең иң бөйөк байрамы - Ҡорбан ғәйетен билдәләй. Ул хаж ғәмәле тамамланыуға тура килә. Байрам өс-дүрт көн дауам итә.

Байрам бәйғәмбәребеҙ Ибраһим с.ғ.с. ваҡытына барып тоташа. Уның улын ҡорбанға килтереү өсөн күтәргән ҡулын Аллаһы Тәғәлә ситкә этеп, кешелеккә кеше ҡаны ҡойоуға тыйыу индерә. Ибраһим ғәләйһис-сәләм йондоҙҙарҙы һәм башҡа әйберҙәрҙе Алла тип иҫәпләүҙән һәм уларға табыныуҙан баш тартып, Аллаһтың берҙән-бер икәненә инана. Аллаһ уны һынап ҡарау өсөн Уға үҙенең улын ҡорбан итергә бойора. Ибраһим Уның ихтыярын үтәй, әммә Аллаһ кеше ҡаны ҡойолоуға ирек бирмәй, Уға ҡанлы ҡорбандар кәрәкмәй. Ошо мәлдән динебеҙҙең дә яңы - бер генә Аллаға ышаныу осоро башлана. Был байрамдың асылы - кеше ҡанын ҡойоуҙы тыйыуҙа. Ислам дине мәрхәмәтле дин, тыныслыҡ дине, унда ҡан ҡойошҡа ынтылыш булырға тейеш түгел. Бөгөнгө донъяуи йәмғиәт теле менән әйткәндә, Ҡорбан байрам - монотеизмдың, йәғни бер Аллалы диндең иң бөйөк байрамы һәм кешелек тарихындағы иң беренсе гуманлылыҡ, йәғни кешелеклелек байрамы.
Хоҙай Ибраһимды ғәмәлдә тикшереп ҡарағандан һуң, Ибраһимдың да, уның улы Исмәғилдең дә үҙенә ысын мәғәнәһендә бирелгәнлеген аңлай. "Эй, Ибраһим! Раббыңа тоғро булыуыңды иҫбатланың. Аллаһ һинән риза булды. Инде ҡорбан итеп улыңды түгел, ҡуй сал", - ти Ябраил фәрештә һәм Аллаһ бойороғона ҡуй бирә. Был көндө ҡорбанға мал салына, бының менән хаҡ мосолмандар Аллаһы Тәғәләгә ышаныуҙың ҡотолоу сараһы икәнен, шулай уҡ гонаһтарҙың эҙемтәләрен тағы бер ҡат иҫенә төшөрә. Ҡөрьәндә әйтелгән: "Ҡорбанға салынған хайуандарҙың ни ите, ни ҡаны Аллаһҡа түгел, Уға фәҡәт һеҙҙең тәҡүәлегегеҙ генә барып ирешә" (Ҡөрьән, 22:37).
Ҡорбан байрам Ислам мәҙәниәтенең иң боронғо йолаларының береһе һәм ул мәрхәмәтлек, изгелек, кешеләргә һөйөү идеалдарын сағылдыра. Исламдың бөтөн тәғлимәттәре кеүек үк, мосолмандар был байрамды ла ихтирам итә, сөнки ул һәр кешеләге әхлаҡи таҙалыҡ һәм инаныуҙы һаҡлауға этәреүсе үҙенсәлекле рухи мәғәнә менән тулған. Аллаһы Тәғәлә һәр мосолманға был ерҙәге тормоштан һуң ожмахҡа эләгеү тураһында хыялланыу хоҡуғы биргән. Бының өсөн беҙгә йәмғиәттәге бурыстарыбыҙҙы теүәл үтәүебеҙ ҙә, ғәҙел һәм тәртипле тормош алып барыуыбыҙ ҙа, кешеләргә иғтибарлы һәм изгелекле булыуыбыҙ ҙа, мәрхүмдәрҙе иҫкә алып тороуыбыҙ ҙа кәрәк. Иҫебеҙҙә тотайыҡ: Аллаһ буйһоноусан булғандарҙы Үҙенең иғтибары менән ҡыуандырыр.
Ҡорбан байрамы быйыл 24 сентябргә тура килә. 9-13 зөлхизә - Тәшриҡ көндәре. Ҡорбан байрамынан алда, 9-сы зөлхизә көнө - Ғәрәфә көнө. Ҡәҙер кисе йылдың иң мөбәрәк кисе булһа, йылдың иң ҙур, изге көнө - Ғәрәфә - хаж ҡылыусылар тарафынан Мәккә эргәһендәге Ғәрәфәт тауына барыу һәм тау итәгендә намаҙ уҡыу көнө. Был байрам көнөнөң исеме лә ошо тау исеменән алынып, Ғәрәфә көнө тип аталған. "Хаж - ул Ғәрәфә, - ти Бәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. - Был көн - Аллаһы Тәғәлә күп кешене уттан ҡотҡарған көн. Был көндө ураҙа тотҡан кешенең үткән йылғы һәм башҡа гонаһтары ла ғәфү ителер". Был ҙур көндө миллионлаған мөъминдәр хаж ҡыла. Ошо уҡ көндө Әҙәм менән Һауа йәннәттән ергә төшөрөлгәндән һуң, ошо Ғәрәфә ерендә гонаһтары ғәфү ителеп осраша.
"Зөлхизә айының беренсе ун көнөндә эшләнгән изгелектәрҙән дә Аллаһҡа һөйкөмлөрәк эш юҡ", - ти бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. Ғәрәфә көнөнөң иртәнге намаҙынан башлап, 13-сө зөлхизәнең икенде намаҙын тамамлап, һәр фарыз намаҙ артынан: "Аллаһу әкбәр лә иллаһә илләһ-лаһу үәл-ләһү әкбәр. Аллаһу әкбәр. Үә лил-ләһим-хәмдү", тип тәҡбир әйтелә. Ҡорбанды байрам намаҙынан һуң башлап, 12-се зөлхизәнең аҡшам ваҡытына тиклем салырға була. Мөмкинлектәре булған һәр ғаилә, хужа үҙе һәм ғаиләһе исеменән Аллаһты ҙурлап ҡорбан сала. Мосолмандар бер-береһен ҡотлай, ҡорбан табындарына саҡыра. Ғаилә ағзаларына, туғандарына, балаларына бүләктәр өләшә. Ҡорбанды фәҡәт Аллаһ хаҡы өсөн генә салалар. Әгәр берәйһе генә булһа ла ит өсөн тип ҡушылһа, башҡаларҙыҡы ла ҡабул ителмәй. Сөнки һарыҡ-кәзә берәр кеше исеменән булһа, һыйыр малы ете кеше йәки ғаилә исеменән һуйылырға мөмкин. Салынасаҡ мал һау-сәләмәт булырға тейеш. Һуҡыр, аҡһаҡ, тешһеҙ, ҡолаҡһыҙ, ябыҡ, мөгөҙө йәки ҡойроғо төбөнән үк өҙөлгән хайуандарҙы ҡорбанға салыу дөрөҫ булмай. Ҡорбан ите-тиреһе һатылырға тейеш түгел. Матди яҡтан етеш кешеләр ҡорбан итенең өстән бер өлөшөн саҙаҡа ҡылырға тейеш.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.15 | Ҡаралған: 1460

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru