«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИРЕ ЛӘ ИҒТИБАР ТАЛАП ИТӘ
+  - 

"Ҡояш, һыу һәм һауа - беҙгә иң яҡшы дауа!" - ҡасан ғына әле ошо һүҙҙәр йәйге лагерҙарҙа ял итеүсе балаларҙың девизы ине. Ололар ҙа йәй етеү менән, йылыға туймағандай, күберәк ҡояшта булырға, үҙенә файҙа алып ҡалырға ынтылды. Бөгөн иһә күптәр, киреһенсә, ҡояш нурҙарынан да, һыуҙан да ҡасырға тырыша. Сөнки, белгестәр әйтеүенсә, әүҙем ҡояш нурҙары һәм насар һыу тән тиреһенә кире йоғонто яһай. Ә инде онкологтар белдереүенсә, тире яман шеше күрһәткесе йылдан-йыл арта бара. Был ысынлап та шулаймы, әллә халыҡ араһында тыуҙырылған сираттағы имеш-мимешме? Ошоларҙы асыҡлау маҡсатынан 1-се республика тире-венерология диспансерының беренсе категория табип-дерматовенерологы Алһыу ХАММАТОВАға мөрәжәғәт иттек.

Күптәр өсөн дерматология - тире ауырыуҙарын дауалаусы медицина тармағы. Әммә был тар мәғәнәлә генә шулай, ә табиптар күҙлегенән ҡарағанда, ул ниндәй дисциплина? Нимәне өйрәнә, нимәне дауалай?

- Дерматология - ул тәү сиратта фән, ул тире ауырыуҙарын диагностикалауҙан, дауалауҙан, профилактикалауҙан тыш, уның төҙөлөшөн, физиологияһын өйрәнә. Тире кеше организмының иң ҙур өлөшөн алып тора. Был ҡатмарлы һәм иҫ киткес ҡатлам беҙҙе инфекцияларҙан, йәрәхәттәрҙән генә һаҡлап ҡалмай, шулай уҡ тән температураһын көйләүгә, бөйөрҙәрҙән төрлө токсиндарҙы сығарырға ярҙам итә. Унда беҙҙе ультрафиолет нурҙарҙан һаҡлаусы пигменттар барлыҡҡа килә, һөйәктәрҙе формалаштырыуҙа ҡатнашыусы Д витаминын (бигерәк тә балалар өсөн мөһим) эшләп сығара. Бынан тыш, тирелә мейегә мәғлүмәт биреүсе төрлө - температура, ауыртыу, тактиль - рецепторҙар бар. Медицинаның был бүлегенә шулай уҡ тырнаҡ, сәс, лайлалы тән өлөштәре проблемаларын өйрәнеү ҙә инә. Ә врач-дерматолог төрлө сәбәптәр, шулай уҡ инфекция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тире ауырыуҙарын асыҡлап, уларҙы дауалау менән шөғөлләнә. Әммә ул диагноз ҡуя ла, тиҙ генә дауалау билдәләп, дауалай ҙа башлай тип уйларға ярамай - бында шулай уҡ башҡа сирҙәр менән дифференциаль диагностика ла үткәреү мөһим.

Һәр кеше үҙ тормошонда ниндәй ҙә булһа тире ауырыуы менән ауырыған йәки осрашҡан. Ләкин беҙ белгән иң ябай ҡысынма, тире ярылыу кеүек проблемалар - иң ябайҙары. Уйлап ҡараһаң, дерматологтарҙың исемлегендә әллә күпме атама булыуы мөмкин. Шуларҙың бөгөн ҡайһылары иң ныҡ таралғаны һәм улар йәмғиәттә хәүеф тыуҙырамы?

- Эйе, тире ауырыуҙары беребеҙҙе лә урап үтмәй. Һәр кем көндәлек тормошта тиреһен бешереп тә ала, теге йәки был ере киҫелеп-сыйылып та китә. Тәү ҡарашҡа, тире проблемалары ябай ғына кеүек - уларҙы күҙ менән күреп тә асыҡларға мөмкин. Әммә был һәр осраҡта ла шулай түгел, тире ауырыуҙары күп төрлө һәм бик йыш уларҙы диагностикалау, дауалау ауыр. Бөгөн йышыраҡ беҙгә псориаз, экзема, һытҡы ауырыуы, кесерткән биҙгәге, тиренең бәшмәк ауырыуы менән мөрәжәғәт итәләр. Шулай уҡ бик һирәк, ләкин ауыр сирҙәр тип һаналған һыулы ҡыуыҡсалар сире, дискиод ҡыҙыл сөсө ауырыуы, насар сифатлы яман шештәр ҙә осрай.
Тире ауырыуҙарының үҙенсәлеге булып уларҙың күҙгә ташланып тороуын әйтергә мөмкин. Күптәре йоғошло булмаһа ла, бәғзеләр тиреһендә ниндәйҙер үҙгәрештәр булыусыларға сикәнеп һәм ҡурҡып ҡарай. Был беҙҙең учреждение пациенттарында ниндәйҙер психологик проблемалар тыуҙыра һәм уларҙың сирен тағы ла көсәйтә. Шуға күрә гәзит аша кешеләрҙе иҫкәртеүҙе үҙемдең бурысым тип һанайым: әгәр кемдеңдер тиреһендә ниндәйҙер үҙгәрештәр күрәһегеҙ икән, был уның мотлаҡ йоғошло сир менән ауырыуын аңлатмай.

Әгәр тирелә ниндәйҙер үҙгәреш барлыҡҡа килһә, мәҫәлән, шул уҡ ҡысытыу ғына булғанда ла, был бары тик тире проблемаһы ғына булып торамы, әллә эске ағзаларҙың шулай сигнал биреп, үҙенә иғтибар йәлеп итергә тырышыуымы?

- Дөрөҫ әйтәһегеҙ, бик йыш тире ауырыуҙары эске ағзаларҙың патологик процестары сағылышы булыуы ла мөмкин. Дерматологтар әйтеүенсә, тире - организмдың көҙгөһө. Һәм ошо өлкәлә эшләүсе табиптың төп бурысы - тире ауырыуҙары барлыҡҡа килеүҙең эске сәбәптәрен табыу. Бик йыш ул эндокрин системаһы, ашҡаҙан-эсәк тракты, аутоиммун процестар, нервылар системаһы зыянлауы, аллергия менән бәйле булыуы мөмкин. Бында шулай уҡ нәҫелдән килгән сирҙәр тураһында ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Шуға күрә дерматолог дауалау билдәләр алдынан анализ тапшырырға ҡуша, башҡа белгестәргә консультацияға ебәрә икән, аптырарға ярамай. Сөнки бында эндокринологтың, неврологтың, ревматологтың, гастроэнтерологтың, гинекологтың, инфекционистың, терапевтың, ҡан тамырҙары хирургының консультацияһы талап ителеүен инҡар итеп булмай.
Тире ауырыуҙарын барлыҡҡа килтереүсе сәбәптәр бик күп. Эске ағзалар ауырыуҙарынан тыш, быға төрлө вирустар, бактериялар, бәшмәктәр сәбәп булыуы ихтимал. Тирелә сабыртма барлыҡҡа килеүгә йәки булған проблемаларҙы көсәйтеүгә насар ғәҙәттәр һәм дөрөҫ туҡланмау - саманан тыш шәрбәт, тоҙло, әсе ризыҡ ҡулланыу, стрестар, көсөргәнешле эш графигы, көн режимын һаҡламау, ҡуҙғытыусы химик матдәләр менән эшләү йоғонто яһауы мөмкин.
Хатта ҡояш та тире сабыртмаһының - фотодерматиттың сәбәбе булыуы ихтимал. Ҡояш нурҙарына һиҙгерлек артыуы ҡайһы бер дарыу препараттарын (антибиотиктар, ауыртыуҙы баҫыусы дарыуҙар, йөрәк-ҡан тамырҙарын дауалаусы препараттар), ҡояшҡа сығыр алдынан косметика ҡулланғанда, ялан үләндәре менән бәйләнеш булғанда барлыҡҡа килә. Хатта ҡояшта бик аҙ ғына булғанда ла тәндең ҡапланмаған урындары ҡыҙарып сығыуы, шешенеүе, ҡысыта башлауы, ҡайһы берҙә ҡыуыҡсалар сығыуы бар.

Тире ауырыуҙарына ниндәй сәбәптәр йоғонто яһай? Ниндәй симптомдар булғанда мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк?

- Тирелә сабыртма, таптар, эренле һытҡылар барлыҡҡа килгәндә, ҡысытҡанда, ҡауаҡланғанда, төҫө үҙгәргәндә, сәс ҡойолғанда, тырнаҡтарҙың төҫө һәм формаһы үҙгәргәндә мотлаҡ дерматологҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Тағы бер проблема тураһында әйтмәү мөмкин түгел - ул яман шештәр. Тире рагы (бик йыш ул меланома) онкология ауырыуҙарының иң хәүефлеһе тип һанала, сөнки ул тиҙ тарала һәм бик иртә метастазалар бирә. Һуңғы ваҡытта беҙҙең илдә генә түгел, тотош донъяла меланома менән сирләүселәр һаны арта. Был сиргә бигерәк тә аҡ тәнле һәм зәңгәр күҙле кешеләр, эштәре оҙайлы ваҡыт асыҡ һауала, ҡояш нурҙары аҫтында булған ваҡытта дусар була. Бала саҡта ҡояшта яныу йәки йыш ҡабатланған яныуҙар киләсәктә тире рагы хәүефен арттыра. Меланома өсөн иртә диагностика бик мөһим, шуға күрә миңдәргә бик иғтибарлы булыу зарур - әгәр миң төҫөн, формаһын, күләмен үҙгәртә, ҡанһырай башлай икән, мотлаҡ табипҡа күренегеҙ.

Тире ауырыуҙары проблемаһы менән осрашмаҫ өсөн ниндәй профилактика сараларын тәҡдим итәһегеҙ?

- Тирегә бала саҡтан уҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Йәйгеһен ҡояш нурҙарының ныҡ әүҙем ваҡытында (иртәнге 11-ҙән киске 4-кә тиклем) ҡояш нуры аҫтында булмаҫҡа, ҡулсатыр йәки тент аҫтында ғына ҡыҙынырға, урамға сығыр алдынан тәндең асыҡ өлөшөнә ҡояштан һаҡлаусы крем һөртөргә. Тәбиғи туҡымаларға: етен, кизе-мамыҡҡа өҫтөнлөк бирергә. Сәләмәт туҡланыу булырға тейеш, консерванттар, буяуҙар ҡушылған продукттар ҡулланыу ярамай. Физик күнегеүҙәр эшләргә кәрәк, сөнки тап спорт көсөргәнеш һәм стресс менән көрәшергә ярҙам итә. Баҡсала йәки өйҙә эшләгәндә тирене һаҡлау өсөн бирсәткә кейеү урынлы. Дөйөм мунсаға, бассейнға барғанда, бәшмәк ауырыуын эләктермәҫ өсөн ялан аяҡ йөрөмәгеҙ, кеше аяҡ кейемен кеймәгеҙ. Тәмәке тартыуҙан тыйылығыҙ, сөнки тәмәке тартыу тамырҙарҙың тарайыуына килтерә, тире тейешенсә туҡлана алмай. Әйтеп китеүемсә, тирелә ниндәй генә үҙгәрештәр күрһәгеҙ ҙә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Шулай итеп...
Әңгәмә барышында тирене һаулыҡ көҙгөһө менән юҡҡа ғына сағыштырманы табип. Ысынлап та, тәнебеҙҙең бар өлөшөн тигәндәй тире алып тора һәм организмдағы ниндәйҙер үҙгәрештәрҙе лә ул үҙендә сағылдыра. Ә инде тормошобоҙҙа тиренең ниндәйҙер проблемаһы менән осрашабыҙ икән, ғәйепте үҙебеҙҙән эҙләйек - тимәк, көндәлек мәшәҡәттәр, тормош ығы-зығыһына күмелеп, тейешле иғтибар биреп еткермәгәнбеҙ...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.15 | Ҡаралған: 1858

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru