«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛО ҺҮҘЕН ТЫҢЛАҒАН - ҠЫРЫН ЯТЫП ЙЫРЛАҒАН
+  - 

Заманалар бер аҙ болғанып, рухи ҡиммәттәр алышынып торған мәлдә бигерәк тә йәш быуын аҡыллы һүҙгә, кәңәшкә мохтаж икәнен беләбеҙ. "Йәштәргә әйтер һүҙем..." тигән яңы рубрикабыҙҙы З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы һәм Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВтың кәңәштәренән башлайбыҙ.

Маҡсат ҡуйырға өйрән!

Ер йөҙөндә өсөнсө мең йыллыҡтың башында барған киҫкен һынылыштарға, фәнни-техник һәм глобалләшеү процесы һөҙөмтәләренә, Ай менән Ҡояштың торошо, Күк йөҙөндәге башҡа планеталарҙың, йондоҙҙарҙың хәрәкәтенә ҡарайһың да, кешенең сәләмәт рухына ҡурҡыныстар янауын аңлайһың. Кешене биҙәмәгән битарафлыҡ, ғәмһеҙлек, аҙғынлыҡ, бәйелһеҙлек, аяуһыҙлыҡ, ҡанһыҙлыҡ, боҙоҡлоҡ һәм әшәкелек кеүек насар сифаттар өҫкә ҡалҡып сыҡты. Йәмәғәтселеккә ҡаршы ҡылынған хаяһыҙ күренештәр, язаһыҙ ҡалдырылған енәйәттәр кире тойғолар уята. Алдын-артын уйламай эшләгән аумаҡайҙар, шикәйәтендә үҙ исемен йәшергән ошаҡтар майҙанға сыҡты. Дәүләт-ара сәйәсәттәге дошмансылыҡ, баҫҡынсылыҡ, реакцион һәм агрессив даирәләрҙең мәнфәғәтен яҡлаған террор, диктатура һәм милләтселек күп илдәргә төҙәлмәҫлек ҡаты яралар, ҡот осҡос бәхетһеҙлектәр килтерә.
Әммә тормош нисек кенә ауыр, көнкүреш ҡалай ғына насар булмаһын - халыҡ донъянан төңөлмәгән, яҡты көндәргә өмөтөн өҙмәгән. Тормош үҙенең бөткөһөҙ ғәмдәре һәм йәмдәре менән әүрәтеп, көн артынан көн, йыл артынан йыл үтеп кенә тора. Шул үтәсәк ваҡыт арауығының башында уҡ үҙеңә дөрөҫ маҡсат ҡуя белеү бик мөһим. Йәш кешенең күңелендә ҙур хыялдар, оло маҡсаттар ҡайнарға тейеш, уларҙы тик "энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыуға" тиң ныҡышмалы һәм фиҙаҡәр хеҙмәт аша тормошҡа ашырып була. Һәр кем был донъяға үҙ өлөшө, үҙ бәхете менән тыуа, шулай ҙа ул өлөштө, ул бәхетте йәшәйештә ғүмер буйы көндәлек эш, аҡыл һәм көс менән яуларға тура килә. Даръялар ҙа кескәй инештәрҙән башланғандай, оло эштәр, оло асыштар көндәлек даими көс түгелгән тыйып тотҡоһоҙ дәрт менән башҡарылған бәләкәй эштәрҙән ғибәрәт. Үҙеңде уҡымышлы, илеңә, халҡыңа файҙалы кеше булырға әҙерләү - йәштәрҙең һәр береһенең мөҡәддәс бурысы. Әйтергә кәрәк, бурыс тойғоһо - ул тик кешелекле һәм кеселекле булып ҡала белгән заттарға ғына хас сифат. Бары тик үҙ хоҡуҡтарын ғына даулап йөрөгән ялған шәхес булырға ынтылыусы буш ҡыуыҡтарға бирелмәй ул бөйөк тойғо.
Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" тигән васыят һүҙҙәре бөгөн дә бик актуаль. Уҡыу һәм тәбиғәт биргән һәләттәреңде үҫтереү, донъялағы бөтә нәмәне лә белергә ынтылыу һәм етмеш төрлө һөнәргә эйә булыу - киләсәк тормошоңа баштан уҡ ныҡлы нигеҙ ҡороп, ожмах һарайында тулы ҡанлы донъя көтөү ул. Мәктәптә, юғары уҡыу йортонда иңгә-иң терәшеп, тоғро дуҫтар менән уҡыған йылдар ҙур-ҙур хыялдар менән талпынып йәшәгән ынтылышлы осор булып ҡала. Мәшһүр ғалимыбыҙ Зиннур Ураҡсин әйтмешләй: "Башҡортҡа ла сәйәси дипломатияға, ҡатлы-ҡатлы фекерҙәрҙе асырға өйрәнергә кәрәк. Башҡорт йөрәкле, донъя күләмендә фекер йөрөтөрлөк сәйәсмәндәребеҙ, дипломаттарыбыҙ үҫһен ине". Был урында үҙебеҙҙең иҡтисадты үҫтерерҙәй, эшҡыуарлыҡ, бизнес менән шөғөлләнгән отҡор, аҡыллы, егәрле йәштәребеҙ булырға тейешлекте лә өҫтәргә кәрәк.

Ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланһын!

Йәмғиәтебеҙҙең, илебеҙҙең нигеҙен һәм рухи сәләмәтлеген тәшкил итеүсе ғаилә мәсьәләһе бик етди һәм яуаплы бурыстарҙан һанала. Ғаилә ҡороу һәр халыҡта, тарихи үҫештең һәр дәүерендә кеше тормошондағы иң яуаплы ғәмәлдәрҙең береһе иҫәпләнгән. Уны башҡорт халҡының йәштәрҙе ҡауыштырыр алдынан үтәлә торған боронғо йолаларынан да күрергә була. Мәҫәлән, һырға һабағы, ҡыҙ күҙләү, яусылау, димселек, ҡыҙ әйттереү, ҡоҙалыҡ, кейәүләп йөрөү, ҡоҙалашыр алдынан ике яҡтың да нәҫел-нәсәбен тикшереү һ.б. Ҡыҫҡаһы, эште туйға алып барып еткереү алдынан өйләнәсәк ҡыҙ менән егетте һәм уларҙың туған-тыумасаһын төрлө яҡтан һынар өсөн булдырылған был йолаларҙың маҡсаты тик бер генә - ғаиләнең ныҡлығын тәьмин итеү һәм шуның менән йәштәрҙе бәхетле яһау. Хәҙерге йәштәребеҙ ҙә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы һаҡлаһын ине.
Һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә шәжәрә байрамдары уҙғарыу йолаһы киң ҡолас алды. Һүҙ юҡ, ысынлап та, бындай саралар йәш быуынды илһөйәрлек һәм рух тойғоларында тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Рухлы булыу - ул ата-бабаларҙан килгән ғөрөф-ғәҙәткә, телгә, иманға, булмышыңа, халҡыңдың ауыҙ-тел ижадына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, тыуған ереңә һәм туған халҡыңа, ҡан-ҡәрҙәштәреңә тоғро ҡалыу. Кешеләге рухи ныҡлыҡ бала саҡтағы дөрөҫ тәрбиәнән, милли рухты барлыҡҡа килтереүсе нигеҙ күҙәнәктәренең кесе йәштән һалыныуынан. Тимәк, кеше күңеленә рухиәт орлоҡтары бала саҡтан һалына, улар артабан үҫмерҙең булмышын формалаштырыуға, уға ҡабатланмаҫ милли һыҙаттар өҫтәүгә булышлыҡ итә.
Йәш быуындың физик һаулығын нығытыу, рух сәләмәтлеген булдырыу, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғролоҡ тәрбиәләү - барыбыҙҙың хәстәрлеге. "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" әйтеме бөгөнгө көндә уғата ауаздаш яңғырай. Үҫеп килеүсе йәштәребеҙгә бөгөн төрлө мәғәнәһеҙ компьютер уйындары, көнө-төнө интернетта ултырыу һөҙөмтәһендә төрлө сирҙәр янай. Был осраҡта тормошобоҙҙан юйылыуға дусар ителгән башҡорт халыҡ балалар уйындарын тергеҙеү кеүек сараларҙың әһәмиәте бермә-бер арта. Әҙәм балаһының һаулыҡтан да ҡәҙерле нимәһе бар был донъяла!

Бәхетле булыу сере

Йәштәр, ғәҙәттә, киләсәк тормошон тик бәхетле генә итеп күҙ алдына килтереүсән. Бәхет төшөнсәһе үҙе лә һәр кемде ныҡ уйландыра. Берәүҙәр бәхетте хыялының тормошҡа ашыуында, кешеләргә файҙа килтереүҙә йәки саф мөхәббәттә күрә. Икенселәр тормошта артыҡ борсолмай йәшәүҙе, үҙ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙе, йә булмаһа яҡшы костюм, күлдәк һатып алып театрға, концерттарға йөрөүҙе бәхет тип һанай. Бындай осраҡтарҙа бәхет төшөнсәһе йөкмәткеһендә һәр кемдең тормошта тотҡан урыны, уның тормошҡа булған шәхси ҡарашы, холҡо, тәрбиәлелеге, әҙәплелеге, әхлаҡлығы һәм рухи байлығы сағыла.
Йәш уҡыусым! Әгәр һин, тормош йүгәнен ҡыҫып тотоп, бәхет ҡапҡаһын үрелеп асам, тиһәң - ололар һүҙенә ҡолаҡ һал. Оло һүҙен тыңлаған - ҡырын ятып йырлаған, ти боронғолар. Оло һүҙен тотмаған - оролған да бәрелгән. Бөгөнгө еңел булмаған заманда йәштәргә фәһем булһын тип, халыҡ мәҡәлдәрендә ярылып ятҡан хаҡ һүҙҙәрҙе ишеттерәйек.
"Тыуған-үҫкән илең алтын бишек" бит ул. "Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул". Юғиһә, "Ил ҡәҙерен белмәһәң - башыңды юғалтырһың, ер ҡәҙерен белмәһәң - ас ултырырһың".
"Ата-әсәһен тыңлаған - әҙәм булған, тыңламаған - әрәм булған". "Ата-әсәһен хурлаған үҙен юҡҡа сығарған". Шуға ла "Ата-әсәңә ни ҡылһаң, үҙең дә шуны күрерһең".
"Ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ - егетлек, ә уңғанлыҡ һәм матурлыҡ - ҡыҙ сифатылыр".
"Белгән белеменән таяныр, белмәгән беләгенә таяныр". "Беләге йыуан берҙе йыҡһа, белеме булған меңде йығыр".
Тормошто хеҙмәттән башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр. "Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар", - ти халыҡ та.
Әхлаҡлы, ҡаты ихтыярлы һәм осҡор ынтылышлы булыу - һәйбәт ғәҙәттер. "Ихтыярлы кеше - иғтибарлы кеше, ихтыярһыҙ - юҡ кеше". "Кеше булыу ҡыйын түгел, кешелекле булыу ҡыйын".
Бармаҡтар тиң булмағандай, әҙәм менән әҙәм дә тиң түгел. Изгелек баҡсаһынан ҡыуылған, яҡшылыҡты белергә теләмәгән кешеләр менән дуҫлашма. Улар дуҫлыҡҡа лайыҡ түгел. "Яҡшы әҙәм билдәһе - асыу менән үсе юҡ". "Асыуыңды сабырлыҡ менән һыуындыр". "Асыу - дошман, аҡыл - дуҫ, асыуыңа аҡыл ҡуш".
"Ололарҙы ололаһаң, ололарҙар үҙеңде". "Оҫта барҙа ҡулыңды тый, сәсән барҙа телеңде тый". "Өлгөлө һүҙҙең дә үлсәүе була, уйлап һөйлә һәр ерҙә". Туған тел яҙмышы - халҡың яҙмышы бит ул. Ғаиләгеҙҙә балағыҙ телен туған телендә асһын, юғиһә, балағыҙҙың кешелек хоҡуғын боҙаһығыҙ. Бер-берегеҙгә тел ярҙамы, ҡул ярҙамы күрһәтеп, милли берҙәмлекте нығытайыҡ. Уяу, һиҙгер, һаҡ булайыҡ, башҡорттоң быуаттар һуҙымында ҡалыплашҡан юғары әхлаҡи ҡағиҙәләрен онотмайыҡ.
Киләсәк тормошобоҙҙоң бәхетле булыуы беҙҙең үҙебеҙгә ҡайтып ҡала. Бәхетте беҙ, үҙебеҙ бер булып, һандалда сүкеп ҡойорға тейешбеҙ. Ул еңел генә бирелмәй. Уны эҙләргә, ысын бәхет өсөн көрәшергә кәрәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ололар һүҙендә быуаттар буйы тупланған халыҡ аҡылы, тос фекер, йәштәр өсөн фәһем ятыр. Тик уларҙы тыңлаусылар һәм ишетә белеүселәр генә булһын. Остаздың һүҙен бөгөн бәхет дилбегәһен үҙ ҡулына алырға йыйынған һәр кем күңел түренә һалып ҡуйғандыр, тип ышанайыҡ. Йә, һүҙҙе тағы кем дауам итә?

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.15 | Ҡаралған: 1555

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru