Халыҡ вәкиллеге органы булараҡ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, тәү сиратта, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы, милләтебеҙҙең терәге һәм таянысы булырлыҡ, барыбыҙҙың да ниндәй осраҡта ла күҙ терәп барырлыҡ, ярҙам һәм кәңәш һорап мөрәжәғәт итә алырлыҡ ойошма булырға тейеш. Ҡоролтай үҙе тирәләй республикала йәшәгән башҡорттарҙы ғына түгел, ә башҡа төбәктәрҙә һәм хатта сит илдәрҙә көн күргән милләттәштәребеҙҙе бергә туплаусы, тарихыбыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡлаусы, киләсәгебеҙҙең ышаныслы булырына өмөт уятыусы йәмәғәт берекмәһе дәрәжәһенә күтәрелергә тейеш.
Әлбиттә, Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты был йәһәттән ниндәйҙер эштәр башҡара, әммә республика район һәм ҡалаларындағы ҡоролтай ойошмаларының һүлпән эше дөйөм ойошма эшенә бәҫ өҫтәмәй. Шуның өсөн бынан ары урындағы ҡоролтай рәйесе һәм ағзалары итеп вазифа биләп ултырғандарҙы түгел, ә ысынлап та үҙ халҡы өсөн янып-көйгән, әүҙем, йәмғиәт эшендә ҡайнарға яратҡан кешеләрҙе һайларға кәрәк, тип тәҡдим итәм. Шул саҡта, бәлки, "Ҡоролтай эшләмәй", "Ҡоролтайҙың эше бармай", тигән һүҙҙәр ишетеүҙән туҡтарбыҙ. Ни тиһәң дә, халыҡ фекере үҙенең күҙ алдында булған кешеләрҙән, уларҙың эшенән сығып төйнәлә.
Ләкин халыҡтың үҙе яғынан да берҙәмлеккә ынтылыш булмаһа, һәр кемдең йөрәгендә үҙ милләте өсөн хәстәрлек ятмаһа, Ҡоролтайҙың ғына тырышлығы менән әллә ни эш ҡыйратып булмаясаҡ. Шуға күрә, эштәр ике яҡтан да алып барылырға һәм бер-береһен тулыландырып килергә тейеш. Бының өсөн Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты ағзаларының халыҡ менән йышыраҡ осрашыуы, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе һәм һорауҙарҙы халыҡтың үҙ ауыҙынан ишетеүе мөһим. Буласаҡ IV Ҡоролтайҙа комитет ағзаларының ҡасан һәм ҡайҙа осрашыуҙар үткәреүе тураһында график төҙөп, уны киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарыуына өмөтләнәм.
Бөгөнгө еңел булмаған замандың тәьҫире айырым кешегә, ғаиләгә генә түгел, ә ошондай йәмәғәт ойошмаларына ла ҡағылмайынса үтмәй, һис шикһеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ҡоролтай Башҡарма комитеты үҙ өҫтөнә алған бурыстарҙы теүәл үтәү һәм ошондай ҡорҙа бөтә халыҡ менән берлектә ҡабул ителгән резолюцияларҙың тормошҡа ашыуын контролдә тотоуҙан ситләшмәҫкә тейештер. Ошонан сығып, IV Ҡоролтай барышында бынан алдағы йылдарҙа ҡабул ителгән резолюцияларҙың үтәлеше тураһында халыҡҡа еткереү ҡамасауламаҫ ине.
Ҡоролтайҙарҙа күберәген тарихҡа, мәҙәниәткә, телгә, ғөмүмән, гуманитар йүнәлешкә арналған һорауҙар күберәк күтәрелә. Тик бөгөнгө ысынбарлыҡ Ҡоролтай Башҡарма комитетының һәм уның район-ҡалаларҙағы ойошмаларының тел, мәғариф өлкәһендәге көсһөҙлөгөн күрһәтә. Мәктәптәрҙең ябылыуына, башҡорт теленең ҡыҫҡартылыуына ҡарата Ҡоролтай тарафынан әйтелгән ҡырҡыу фекерҙәрҙе ишетергә тура килмәне. Шул уҡ ваҡытта халыҡты иҡтисади, сәйәси һәм башҡа ошондай донъяуи мәсьәләләр ҙә борсой һәм әлеге йыйында ошо юҫыҡта ла фекер алышыуҙар булыр, тип өмөтләнәм.
Хоҡуҡи һәм иҡтисади белемебеҙҙең түбән булыуы бәкәлгә һуға. Шуға күрә Ҡоролтай Башҡарма комитеты янында халыҡҡа иҡтисади һәм хоҡуҡи яҡтан ярҙам күрһәтеүсе, кәңәш биреүсе Үҙәк асыу тураһында ла һүҙ күтәргәндә һәм уны тормошҡа ашырғанда яҡшы булыр ине.
Мине генә түгел, ә күптәрҙе борсоған хәл - тәбиғәтебеҙҙең юҡҡа сығыуы, урмандарыбыҙҙың киҫелеүе, тауҙарыбыҙҙың ағасһыҙ һерәйеп, ҡола ялан булып ултырып ҡалыуы. Тәбиғи ресурсҡа бай республика булыуыбыҙ уны ҡомһоҙ рәүештә таларға хоҡуҡ бирмәй. Әгәр ҙә райондарҙағы ағас эше менән булған һәм тик аҡса тип күҙе тоноп, урмандарҙы ҡырған эшҡыуарҙарға урындағы власть органдарының көсө етмәй икән, Ҡоролтай Башҡарма комитеты, халыҡ ихтыярын кәүҙәләндереүсе ойошма булараҡ, уларҙың ҡомһоҙлоғон йүгәнләрлек сара табыу тураһында уйларға тейеш. Ошо тема ла күтәрелеп, урмандарыбыҙҙы яҡларлыҡ һәм һаҡларлыҡ ҡарар ҡабул ителеп, ул тормошҡа ашырылһа, Ҡоролтайҙың мәртәбәһе күтәрелер ине.
Ғәзинур НӘБИУЛЛИН.
Әбйәлил районы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА