«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЕРҘӘР ҺАНДЫҒЫ УЛ – АРХИВ
+  - 

Халҡыбыҙ тарихын байытыу, тулыландырыу, асыҡлау эшендә музей, архив фондтары алыштырғыһыҙ сығанаҡ. Дәүләт ҡарамағындағылары, үҙәкләштерелгәндәре генә түгел, ә мәктәп, ауыл музейҙарында ла әле булһа иҫ киткес, тарихи яҡтан ҡиммәтле әйберҙәр осратырға мөмкин.

Совет осоронда өйрәнелгән, фәнни әйләнешкә индерелгән тарихи сығанаҡтарҙың ҡайһы берҙәре бөгөн яңы күҙлектән баһалауҙы талап итә. Заманына ярашлы күп кенә документтар, мәҫәлән, милли мәсьәләләргә ҡағылғандары, әлбиттә, төшөрөп ҡалдырылған. Бындай осраҡта ғалимдарҙы ла тәнҡитләп булмай, ниндәй талап ҡуйылған, шуныһын үтәгәндәрҙер инде. Шул уҡ ваҡытта замана шауҡымына ҡарамай, эҙләнеүҙәрен еренә еткереп башҡарыусылар ҙа булған. Миҫалға башҡорттарҙың милли-азатлыҡ хәрәкәтен өйрәнгән абруйлы ғалим, тарих фәндәре докторы Билал Хәмит улы Юлдашбаевты килтерергә була. Ғилми хеҙмәт кенә яҙып туҡтамаған ул, бик күләмле документтар йыйынтығы ла әҙерләгән.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Ғилми архивында иҫәптә йөҙҙән ашыу фонд бар. Шуларҙың ун дүрте ғилми учреждениелар һәм ғилми институттарҙыҡы, ә 107-һе шәхси фондтар. 107 фондтың 27-һе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-ғалимдарҙыҡы. Был Ғилми архив 1956 йылда ойошторолған, тимәк, 2016 йылда уға 60 йыл туласаҡ.
Архив кәштәләрендәге документтар бер көндә тупланмаған, әлбиттә. Мәғлүмәттәр төрлө ысулдар менән йыйылған. 60-70-се йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Әхнәф Харисов хатта гәзит-журналдар аша халыҡҡа тарих буйынса мәғлүмәттәр хәбәр итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Яуаптар килгәндән һуң фольклор экспедициялары ойошторола, бик күп мәғлүмәттәр алып ҡайтыла. Шуға күрә, иң бай фондтарҙың береһе Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтыныҡы, тиһәк яҙыҡ булмаҫ.
Бөрйән ере легенда-риүәйәттәренең ҡайһы берҙәре 1950 йылда Байназар балалар йорто уҡыусылары тарафынан әҙерләп тапшырылған альбомға теркәлгән. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен пионервожатый М. Ә. Сөләймәнов йәйҙең матур көндәрендә Шүлгәнташ мәмерйәһен күрһәтергә алып барған. "Улар Шүлгән мәмерйәһе, Мәсем ташы, йәйләү урындарын күреп сыҡты. Был урындар балаларҙа тәрән тойғолар ҡалдырҙы. Улар тураһында телдән-телгә күсеп килгән халыҡ легендалары яҙып алынды", - тип яҙа уҡыусыларҙың етәксеһе М. Ә. Сөләймәнов. Документта был сәйәхәт тураһында бик ентекләп яҙылған. Альбомда 1916 йылда ғәрәп графикаһында яҙылған "Күҫәкбей" легендаһы бар. Уны Сабирйән Мөхәмәтҡолов яҙып ҡалдырған. Ул ваҡытта уға ни бары 26 йәш кенә булған.
Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһындағы мәғлүмәт айырым иғтибарға лайыҡ. Күп йылдар дауамында мәмерйәләге күлдең төбөндә ятҡан кәмә тураһында фаразлауҙар дауам итә. Был кәмәнең унда ҡасан, нисек хасил булыуын бер кем дә аныҡ ҡына итеп әйтә алманы бығаса. Был һорауға яуап Ғилми архивта һаҡланған булған икән. Бына нимә тиелә документта: "Бынан 62 йыл элек, 1888 йылда, Ырымбур ҡалаһынан губернатор үҙенең илле кешенән торған командаһы менән Таш өйҙө күрергә килә (ул ваҡытта Бөрйәндә халыҡ телендә мәмерйә "Ҙур таш өй" тип йөрөтөлгән). Был кешеләр араһында төрлө һөнәр эйәләре, хужалар, оҫталар була. Палаткалар ҡороп, Ағиҙел буйында ун көн яталар. 12 метрлыҡ баҫҡыс та улар тарафынан эшләнгән. Хәҙер ул серегән... Төптәге күлгә еткәс, улар кәмә мендерәләр һәм шуның менән ары сыҡмаҡсы булалар. Һыу эргәһенән бер нисә метр киткәс тә көслө ел сыҡҡан һәм кәмәне кире ярға килтергән. Улар бер нисә тапҡыр теге ярға сығырға маташып ҡарағандар, ләкин ел булыу сәбәпле сыға алмағандар. Һыуҙа шул кәмә ултыра, ул серегән", - тиелә документта. Был тарихты уҡыусыларға 1950 йылда Шәрәфулла Мөхәмәт улы Сафин һөйләгән. Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәгән олатайға ул ваҡытта 88 йәш булған. 1888 йылда Ырымбур губернаторы вазифаһын генерал Николай Алексеевич Маслаковец үтәгән. Тимәк, ул йөрөгән инде мәмерйәлә һәм ошоғаса тиклем сер булып ҡалған кәмәһен ҡалдырып киткән...
Архивта шулай уҡ Биксурин Миндийәр тарафынан төҙөлгән алты һүҙлектең күсермәһе һаҡлана. Биксурин 1760 йылдарҙа Ырымбур губернаһы канцелярияһында төрки телдәр тәржемәсеһе булып эшләгән. 1780-1781 йылдарҙа Бохара ханлығына ебәрелгән Рәсәй илселегенең башлығы, ә 1819 йылда Хиуа ханлығында Рәсәй илселегендә тәржемәсе булып эшләй. Сит илдәр менән дипломатик эшмәкәрлек иткән шәхес төрлө телдәге һүҙлектәрҙе 18-се быуаттың икенсе яртыһында төҙөгән. Был һүҙлектәрҙең төп нөсхәһе Рәсәй Фәндәр академияһында һаҡлана. Һүҙлектәрҙең һәр береһендә өсәр-дүртәр йөҙ һүҙ. Иҫ китмәле уҡымышлы, зиһенле кеше булған. Юғиһә, бер нисә тел белмәҫ ине. Һүҙҙәрҙе хиуа, бохара, ҡаҙаҡ, мишәр, ғәрәп, фарсы телдәренә тәржемәләгән. Бик оҫта итеп таблицаға тултырған, теге йәки был телдәге яңғырашын кириллицала теркәгән. Мәҫәлән, көмөш - ғәрәпсә физзат, фарсыса - сим, мишәрсә - кумуш, тип яҙа. Исем хиуаса - ад(т), бохараса - нам, ҡаҙаҡса - ат, мишәрсә - исим, тигән. Ғөмүмән, Миндийәр Биксуриндың биографияһы тураһында мәғлүмәт бик аҙ. Уның ҡайҙа, ниндәй ғаиләлә тыуып үҫеүе, ҡайҙа белем алыуы, яҡындары хаҡында мәғлүмәт әлегә табылмаған. Уның исемен билдәле шәхестәр рәтенә индерер өсөн бик ентекле эҙләнеү үткәреү талап ителә.
Ғилми архивта быға тиклем тикшеренеүсе тарафынан ҡаралмаған документтар араһында һис шикһеҙ иғтибарға лайыҡтары бар. Мәҫәлән, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡалмашбаш ауылы башҡорттарының ер биләү хоҡуғы тураһындағы жалованный грамоталарын раҫлауҙы һораған мөрәжәғәтнамәһе. 12 биттәге, рус телендәге текст һарғайып, уңып, юғалып бара. Шулай уҡ бер нисә тиҫтә биттән торған ғәрәп графикаһындағы уҡылмаған эш һаҡлана. Бында төрлө ауыл муллаларына указдар, иҡтисади һорауҙар, отчеттар, ҡайһы бер мәсеттәрҙең метрика китаптарының биттәре, хатта уҡылмаған, өйрәнелмәгән шәжәрә (!) лә бар.
Хаҡыбыҙҙың тарихы һәм ауыҙ-тел ижады документтарына йәш ғалимдар иғтибар итһә ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, архив кәштәләрендәге документтар үҙ тикшеренеүсеһен көтә.

Зилә НИҒМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.15 | Ҡаралған: 1348

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru