«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОРОЛТАЙ УЛ ҺИНӘН, МИНӘН, БЕҘҘӘН БАШЛАНА
+  - 

Бөтөн донъя башҡорттарының IV Ҡоролтайы үтәсәге тураһында Хөкүмәт ҡарары донъя күргәс, халыҡ аптырап ҡалды: бер ай эсендә генә оло ҡорға әҙерләнеп өлгөрөп буламы? Бөгөн Ҡоролтай Башҡарма комитеты ниндәй мәшәҡәттәр менән йәшәй һәм, ысынлап та, халыҡ борсолоуы раҫҡа сығып, сираттағы оло йыйын исем өсөн генә үтмәҫме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләү маҡсатынан редакцияға Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил АҘНАБАЕВты һәм уның беренсе урынбаҫары Хәләф ИШМОРАТОВты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

Румил АҘНАБАЕВ Р. Аҙнабаев: Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Уставы буйынса, һәр биш йыл һайын был йыйын үтергә тейеш. 2014 йылдың 21 февралендә уҙған Башҡарма комитет ултырышында 2015 йылда IV Ҡоролтай үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителеп, унда шундай юлдар яҙылғайны: "Хәҙерге шарттарҙа башҡорт халҡының үҫеш тактикаһын һәм стратегияһын әҙерләү маҡсатында сираттағы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайын 2015 йылда уҙғарырға". Хөкүмәт ҡарары шуның һөҙөмтәһе булып тора ла инде. Бында тағы бер мәлде әйтеп китеү мөһим: 2013 йылдан алып Башҡарма комитеттың ултырыштарында, советтарҙа, түңәрәк ҡорҙарҙа, конференцияларҙа оло йыйында ҡарала торған мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡтыҡ, яйлап ҡына әҙерлек эштәрен башланыҡ. Мәҫәлән, йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү буйынса 2013 йылдан бирле ҙур эш алып барабыҙ. Стәрлетамаҡта, Сибай, Бөрө, Өфө ҡалаларында конференциялар үткәрҙек. Улар ҙур сараға әҙерләнеүҙең бер йүнәлеше булды. Бынан тыш, мәғариф, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу проблемаларына арналған конференция уҙғарҙыҡ, күп етешһеҙлектәрҙе асып һалдыҡ. Был сараны ойоштороу, үткәреү алдынан бөтөн райондарҙы ла тиерлек йөрөп сыҡтыҡ. Сөнки туған телдә уҡытыу ҙа халыҡтан, үҙебеҙҙән тора. Мәктәптәрҙә балаларҙы башланғыс синыфтан русса уҡытыуға күсереп, уларҙың фекерләүен, донъяны ҡабул итеүен боҙабыҙ. Әсә теленең матурлығын, аһәңен, моңон тоймаған балалар үҫтерәбеҙ. Бына ошоға юл ҡуймаҫҡа тырышып көрәшәбеҙ ҙә инде. Шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында"ғы закон буйынса фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашып, тәҡдимдәребеҙҙе индертеүгә өлгәштек. Рәсәйҙең 2025 йылға тиклемге Милли стратегияһын ҡабул иткәндә лә үҙ һүҙебеҙҙе әйттек.
Ер мәсьәләһе буйынса ла райондарҙа йөрөп, фермерҙарҙың, СПК-ларҙың эше менән таныштыҡ, етешһеҙлектәрҙе асыҡланыҡ һәм бөтөн республика райондары, ауыл хужалығы министрлығы, фәнни институттар, белгестәр ҡатнашлығында Башҡарма комитеттың киңәйтелгән ултырышын үткәрҙек. Әлбиттә, унда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың 100 проценты тормошҡа ашты тимәйем. Ер мәсьәләһе буйынса бөтөн илдә барған етешһеҙлектәр беҙҙә лә бар, әммә хәҙер халыҡ нисек эшләргә икәнлеген аңлай башланы.
Хәләф ИШМОРАТОВ Х. Ишморатов: Ниндәй генә йәмәғәт ойошмаһын алһаң да, уның абруйы эшмәкәрлеген халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтеүенән тора. Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең Хушлашыу хатында өс йүнәлешкә: ер, тел, дин мәсьәләһенә иғтибар итергә, тип васыят ҡалдырған. Ошо өс йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып барһаҡ, милләтебеҙ йәшәйәсәк. Мин бында тағы йәштәр менән эшләүҙе лә индерер инем. Эйе, Ҡоролтай проблемалар күтәрә, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй, әммә мәсьәлә күтәрелде лә хәл ителде, тип әйтеп булмай, киләсәктә лә уларға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтырға тура киләсәк әле. Сөнки тормош бер урында тормай, ваҡиғалар йылдам үҙгәрә, яңы закондар ҡабул ителә. Ошо ваҡытта халҡыбыҙ аптыранып, аҙашып йөрөмәһен өсөн ниндәйҙер йүнәлеш биреүҙе үҙебеҙҙең маҡсатыбыҙ тип һанайбыҙ һәм киләсәктә лә ошо төп йүнәлештәр буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барһаҡ ҡына милләтебеҙҙең киләсәге яҡты буласаҡ. Ҡайһы берҙә халҡыбыҙ, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу кәмей, ерҙәребеҙҙе ситтәр алып бөтә, ағас баҫа, тип артыҡ меҫкенләнеп тә китә. Ә бит барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Әгәр кемдер килеп нимәлер эшләп бирер тип көтөп ултырһаҡ, бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Ҡоролтай Башҡарма комитетының был проблемаларҙы хәл итерлек аҡсаһы ла, башҡа ресурстары ла юҡ. Әммә берҙәм булһаҡ - төп көс берҙәмлектә, ошо проблемаларҙы еңеп сығасаҡбыҙ. Ни өсөн тигәндә, Ҡоролтай активистары араһында муниципаль, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ла, РФ Федераль Йыйылышының Федерация ағзалары ла бар. Беҙгә меҫкенләнергә түгел, киреһенсә, бер төптән булып, закондарға нигеҙләнеп, бергәләшеп проблемаларҙы хәл итергә, йоҡлап ятмаҫҡа, ә эшләргә, эшләргә, эшләргә кәрәк.

Халҡыбыҙҙың менталитеты шундай, уға кемдер килеп, нимә эшләргә икәнлеген төртөп күрһәтергә тейеш. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы эшләмәй, тип күпме генә ҡысҡырһаҡ та, Ҡоролтай - ул бит минән, һинән, беҙҙән, һеҙҙән тора. Уның район-ҡалаларҙа урындағы бүлексәләре бар. Шуға күрә һәр башҡорт мөмкинлегенән һәм хәленән килгәнсә ярҙам итергә, ә урындағы ҡоролтай етәкселәре үҙ территорияһында актив тупларға, Ҡоролтай Башҡарма комитетында күтәрелгән мәсьәләләрҙе халыҡҡа еткерергә бурыслылыр...

Р. Аҙнабаев: Ҡоролтай эшләмәй, тип әйтеү ул ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Беҙ йәмәғәт ойошмаһы һәм берәү ҙә ғариза яҙып инмәй, ағзалыҡ юҡ, ул элекке йыйын принцибына ҡоролған: бөтөн халыҡ унда үҙенең вәкиле аша фекерен белдерә, ҡатнаша ала, йыйын ҡабул иткән ҡарар бөтөн халыҡҡа ҡағыла. Шуға күрә, ҡоролтай эшләмәй, тигән һүҙ - ул һәр кем үҙенә-үҙе, мин эшләмәйем, тигәнгә бәрәбәр. Ҡоролтайҙа әйтелгән һүҙҙәр, ҡарарҙар һәр бер башҡортҡа барып етергә тейеш. Ә халыҡ һаман да Ҡоролтай үҙе Өфөнән килер, тип көтөп ята. Уйлап ҡараһаң, бер нисә йыл инде федераль законға нигеҙләнеп, Территориаль йәмғиәт үҙидаралығы (ТОС) тураһында һөйләйбеҙ, өйрәтәбеҙ, кешеләрҙе ойошторабыҙ. Әммә һәр бер ергә барып, ҡуҙғатып йөрөй алмайбыҙ бит. "Айыҡ Башҡортостан" йәмәғәт ойошмаһы егеттәре башлап ебәргән "Айыҡ ауыл" конкурсын да Ҡоролтай күтәреп алды. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа хатта закон ҡабул иттек, уға ярашлы, һәр ауыл үҙендә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйырға хоҡуҡлы. Шуны бит күтәреп алырға кәрәк. Әммә, үкенескә күрә, Хөкүмәт аҡса бүлмәүе арҡаһында, 2014 йылғы конкурсыбыҙға йомғаҡ яһай алманыҡ. Әммә бынан ғына халҡыбыҙҙың айыҡлыҡҡа ынтылышы һүнеп ҡалырға тейеш түгел, шуға ла беҙ райондарға, конкурс туҡтап ҡалмаһын, быйылға район-ара итеп үткәрегеҙ, тип мөрәжәғәт иттек. Бына шундай бәләкәй эштәрҙән тора Ҡоролтайҙың ҙур эше. Юҡһа, Ҡоролтай эше ниндәйҙер ҙур эш башҡарғанда ғына күренә, тип уйлайбыҙ. Барыһы ла бәләкәй эштәрҙән, халыҡ инициативаһынан башлана. Йәки бына республика райондарында, ауылдарында Ағинәйҙәр ҡорҙарын ойоштороп, уның эшен киң йәйелдереп ебәреү - ул Ҡоролтай эше түгелме ни? Был ойошма бөгөн халыҡтың рухын күтәреү, йолаларыбыҙҙы, боронғо шөғөлдәребеҙҙе тергеҙеү, ауылдарыбыҙҙағы йәшәйеште һаҡлау, айыҡлыҡҡа ҡайтыу, йәштәребеҙгә өлкән быуындың матур өлгөһөн күрһәтеү өсөн кәрәк.
Х. Ишморатов: Икенсенән, өҫтән күрһәтмә менән ниндәйҙер яһалма ойошма булдырһаҡ, партия, комсомол тарихынан беләбеҙ - ул юҡҡа сыға. Шуға ла, ҡайҙа инициативалы халыҡ бар - беҙ шуларҙы хупларға, ярҙам итергә һәм артабан йүнәлеш бирергә тейешбеҙ. Шулай уҡ Ҡоролтай эргәһендә милләтебеҙҙең үҫешенә ярҙам иткән барлыҡ ойошмаларҙы тупларға, улар менән берлектә эшләргә тырышабыҙ. Ыңғай йүнәлештә эшләгән ойошмаларҙың тәжрибәһен башҡаларға таратырға әҙербеҙ. Бөгөнгө баҙар шарттарында, бәлки, альтруист булып күренәбеҙҙер, әммә кемдер ошо йүнәлештә эшләргә тейеш. Әлбиттә, бөтөн проблемаларҙы һәм уңышһыҙлыҡтарҙы Ҡоролтайға ғына япһарыу дөрөҫ булмаҫ. Рәсәй Президенты В. Путиндың дәүләт һәм йәмғиәт ойошмалары ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә эшләгәндә генә ысын граждандар йәмғиәте төҙөргә мөмкин, тигән һүҙҙәренән сығып ҡарағанда, ҡоролтайҙың дәүләт органдары, йәмғиәт ойошмалары менән эҙмә-эҙлекле, ҡулға-ҡул тотоношоп, берлектәге эшмәкәрлеге генә уңышлы барасаҡ. Беҙ ошоно күҙ уңында тотабыҙ ҙа инде. Сөнки, әгәр ҙә ата-әсәһе өйөндә башҡортса һөйләшмәһә, балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө булһын, мәктәптә балалар башҡортса уҡыһын, тип, ата-әсәләр үҙҙәре йүгереп йөрөмәһә, Ҡоролтай Өфөнән тороп ҡына был мәсьәләне хәл итеп сыға алмаясаҡ.

4 Йәштәр менән эшләүгә иғтибар бүлеү тураһында әйтә биреп ҡуйҙығыҙ. Мәғлүм булыуынса, Ҡоролтай ҡарамағында Йәштәр советы бар. Ул III Ҡоролтай алдынан ойошторолоп, 2010 йылда беренсе Башҡорт йәштәре ҡоролтайы үтте. Йәштәрҙең баш бирмәҫлеге, буйһонмаусанлығы, саялығы, ҡыйыулығы менән ололарҙың тәжрибәһен һәм аҡылын бер маҡсатҡа йүнәлтеү буйынса ниндәй эш алып барыла?

Х. Ишморатов: Ҡоролтайҙа яйлап конструктив фекер йөрөткән егеттәрҙе туплайбыҙ. Улар быйыл Асҡын районына барып, Һөйәнтүҙ фажиғәһе булған урында ҙур сара үткәрҙе. Силәбе, Ырымбур өлкәһендә үҙҙәренең тиҫтерҙәре менән осрашыуҙар ойоштороп, унда үҙҙәренең ойошмаһының структураһын булдырҙылар. Ҡырмыҫҡалы районында йәштәр һабантуйы уҙғарҙылар. Был аҙнала Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында йәштәр проблемалары буйынса ҙур төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда пленар өлөштән һуң йәштәрҙе борсоған мәсьәләләр буйынса алты секция эшләне. Уларҙа ҡабул ителгән ҡарарҙар IV Ҡоролтайҙың резолюцияһын ҡабул иткәндә күҙ уңында тотоласаҡ. Йәштәрҙә динамика шул тиклем көслө, бөгөнгө йәш кеше иртәгә был категориянан сыға, арттарынан икенселәр үҫеп килә. Беҙ йәштәргә нисек эшләргә, нисек дәүләт органдары менән берлектә эш итергә өйрәтәбеҙ. Сөнки үҙебеҙгә алмаш әҙерләмәһәк, бөгөнгө эшмәкәрлегебеҙҙең баһаһы һуҡыр бер тингә тиң. Шуның өсөн дә ҡайһы ғына өлкәлә булмаһын, инициатив йәштәр осраһа, шунда уҡ үҙебеҙгә билдәләп ҡуябыҙ, киләсәктә улар менән бергә эшләүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Бөгөн йәштәр араһында алдынғы фекерле, алдан күреп эшләй белгән шәхестәр бар, беҙгә уларҙы: фермер булһынмы ул, уҡытыусымы, ғалиммы, спортсымы йәки ябай кешеме - күрә белергә кәрәк. Ҡоролтайҙың ишеге ниндәйҙер инициатива менән килгән йәштәрҙең барыһына ла асыҡ.
Әлеге йәштәр командаһы бик көслө һәм киләсәктә лә матур эштәр эшләрҙәр, тип уйлайым. Шуға урындарҙа делегаттар һайлау буйынса ҡоролтайҙар үткәргәндә уларҙың 30 проценты 35 йәшкә тиклемге йәштәр булырға тейешлегенә баҫым яһайбыҙ, сөнки IV Ҡоролтай ваҡытында йәштәр проблемаларына арналған айырым секция буласаҡ.

Тәүге ҡоролтайҙар шундай юғары күтәренкелек менән үтте, халыҡ өсөн ысын мәғәнәһендә рух байрамына әүерелде, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙән, сит илдәрҙән килгән милләттәштәребеҙ артабан да башҡорт булып йәшәү өсөн рух көсө алып ҡайта ине. Хәҙерге иҡтисади көрсөк ваҡытында күрше өлкәләрҙән, сит илдәрҙән делегаттар саҡырыу мөмкинлеге бармы?

Р. Аҙнабаев: Әлбиттә, тәүге ҡоролтайҙар халыҡтың рухын күтәреү өсөн шулай сағыу, матур үтергә, башҡорттарҙың барлығын, берлеген һәм ойошоуын бөтөн донъяға танытырға тейеш ине. IV Ҡоролтайҙа эшлекле һөйләшеү беренсе урынға сығасаҡ. Төп тема булып башҡорт телен үҫтереү, милли мәғариф, ер менән файҙаланыу һәм башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте мәсьәләләре торасаҡ. Шулай уҡ Ҡоролтайға төбәктәрҙән, сит илдәрҙән делегаттар киләсәк. Төрлө проблемалар буйынса һүҙ барасаҡ. Эшлекле һөйләшеү булһын өсөн алдан конференциялар уҙғарабыҙ. Уларҙа ҡабул ителгән резолюциялар секция ултырышында ҡаралып, фекерҙәр тыңланып, тағы ла өҫтәмәләр, тәҡдимдәр индереләсәк.
Х. Ишморатов: Бөгөн заман талабы икенсерәк, глобалләшеү шарттарында, телдәр юғала башлаған ваҡытта беҙгә милләтте нисек һаҡлап алып ҡалырға, нисек баҙар шарттарына күнегергә - һөйләшеү дөйөм алғанда ошо йүнәлештә булырға тейеш. Йәмғеһе 443 делегат буласаҡ. Шулай уҡ арҙаҡлы, ҙур ҡаҙаныштары булған аҫыл шәхестәрҙе почетлы ҡунаҡ итеп саҡырырға йыйынабыҙ. Был Ҡоролтайҙа халҡыбыҙҙың иң лайыҡлы ҡыҙ-улдары ҡатнашыр, тип уйлайбыҙ. Беренсе Ҡоролтайҙан алып делегат ҡына булып йөрөүселәр ҙә бар, әммә үҫеп килгән йәштәргә лә юл бирергә кәрәк. Әгәр ошо йүнәлештә эшләмәһәк, киләсәгебеҙ булмаясаҡ. Ҡоролтайҙа ла күсәгилешлек булырға тейеш.
Бынан тыш, Ҡоролтай алдынан Һамар һәм Һарытау башҡорттары көндәре үтәсәк. 20 ноябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уларҙың көсө менән ҙур концерт ойоштороласаҡ. Ойошманың Уставына үҙгәрештәр индереүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ һәм ҡасандыр милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнашып йөрөгән ағай-апайҙарыбыҙҙы, заманында суверенитет яулағанда ҙур өлөш индергән кешеләребеҙҙе Ҡоролтай Башҡарма комитеты ҡарамағында ойоштороласаҡ Ололар ҡоронда туплап, улар үҙҙәренең кәңәштәре менән киләсәктә Ҡоролтай эшмәкәрлегенә ярҙам итһендәр, үҙҙәренең багажында булған уй-фекерҙәре, тәжрибәләре менән бүлешһендәр, тигән ниәттәбеҙ.

Ҡоролтайҙың эшмәкәрлегендә Әхмәтзәки Вәлиди яҙған "өс тағанға" таянып эшләүегеҙ тураһында әйтеп киттегеҙ, тимәк, башҡорт халҡы уның васыятын үтәй, уның күрһәткән юлынан бара, уны үҙенә стратегик юл итеп алған. Ә бына ни өсөн һаман да Өфөлә Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл юҡ? Был мәсьәлә лә Ҡоролтай өсөн әһәмиәтле проблемаларҙың береһе түгелме?
Р. Аҙнабаев: Хөкүмәттең Ә.-З. Вәлидигә һәйкәл тураһында ҡабул иткән ҡарары бар. Ғәмәлдә, был документ яҙылған хаттар нигеҙендә, Ҡоролтайҙың, башҡорт халҡының талабы буйынса 2010 йылдың 10 мартында, бөйөк шәхесебеҙҙең тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы ҡабул ителде. Беҙгә бары был мәсьәләне даими күҙ уңында тоторға һәм уның үтәлешенә өлгәшергә генә кәрәк. Әлегә бары тик вәғәҙәләр менән генә һыйлайҙар.
Х. Ишморатов: Был мәсьәләне ҡабат-ҡабат күтәреп сығабыҙ. Шул уҡ ваҡытта Шәйехзада Бабичҡа Өфөлә бюст ҡуйыу буйынса 2014 йылда ҡарар сығарылды. Былтыр Муллаян Халиҡовтың тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан исемен мәңгеләштереү буйынса һүҙ күтәргәйнек, Хөкүмәттәге махсус комиссия Өфөлә һәм Нефтекамала яңы төҙөлгән урамдарҙың береһенә уның исемен бирергә тигән ҡарар ҡабул итте.
Р. Аҙнабаев: Күренекле кешеләрҙең исемен мәңгеләштереү эше Ҡоролтайҙа күптән бара. Исмәғил Тасимовты ғына алғанда ла, уның исемен күтәреп сығып, түңәрәк өҫтәлдәр үткәреп, эҙмә-эҙлекле эш алып барҙыҡ, Санкт-Петербургтағы Тау институтының стенаһына таҡтаташ ҡуйҙыҡ, конференция үткәрҙек. Хатта уҡыу йортоноң ректоры, был институт Исмәғил Тасимовтың тәҡдиме менән асылған һәм уның аҡсаһына тотолған, тип әйтергә мәжбүр булды. Был да беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы. Был эшмәкәрлектән беҙ бер ҡасан да ситләшмәйбеҙ һәм ҡасан да булһа Зәки Вәлидигә лә мотлаҡ һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Хәҡиҡәт бәхәстә тыуа, тигән кеүек, хәҡиҡәт сағыштырыуҙа ла күренә. Ни өсөн Татарстанда Татар конгресына иғтибар ҙур, уларҙың абруйы бар, ә беҙҙә республикаға исем биргән халыҡтың иң юғары ижтимағи йәмәғәт ойошмаһына икенсерәк мөнәсәбәт күҙәтелә һымаҡ...

Х. Ишморатов: Заманында Татарстан менән беҙҙең бюджет икеһе бер кимәлдә ине, һуңғы йылдарҙа улар алға ғәйәт ҙур аҙымдар эшләне. Иң ҙур ҡаҙаныштары - хосусилаштырыу ваҡытында "Татнефтте" республиканың милке итеп һаҡлап алып ҡалдылар һәм предприятиеның табышын үҙҙәренең рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү буйынса бик матур ҡуллана белделәр. Был йүнәлештә, әлбиттә, татар ҡәрҙәштәргә көнләшеп ҡарайбыҙ.
Р. Аҙнабаев: Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, 5 йыл элек улар һәр ваҡыт беҙгә көнләшеп ҡаранылар. Бөтөн милли мәсьәләләр буйынса беҙ алда барҙыҡ, улар беҙҙән үрнәк алды, беҙҙең тәжрибәне өйрәнергә килде. Тимәк, беҙҙең дә яуланған күп ҡаҙаныштарыбыҙ бар, шуға күрә, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Беҙ ҙә башҡаларҙа ниндәй ыңғай күренештәр, матур өлгөләр бар, үҙебеҙҙә файҙаланырға тырышабыҙ. Тормош шулай бит - бөгөн уларҙың сәнәғәте алға китте, хосусилаштырыуҙы уңышлыраҡ үткәрҙеләр, беҙ икенсе мәсьәләләр буйынса алдараҡ. Шуға киләсәккә өмөттәр ҙур.
Х. Ишморатов: Беҙгә, ысынлап та, һәр халыҡтың ыңғай сифаттарын күреп, уларҙы үҙебеҙҙә үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Бигерәк тә йәштәргә. Әлбиттә, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына ла дәүләт тарафынан Татарстан Республикаһында Татар конгресына булған кеүек иғтибар булһа, күп проблемаларҙы хәл итә алыр инек. Мәҫәлән, уларҙа ситтә йәшәгән татарҙарҙың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү буйынса дәүләт кимәлендә комиссия төҙөгәндәр, уға Дәүләт советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин үҙе етәкселек итә һәм был программаны тормошҡа ашырыуға 100 миллиондан ашыу аҡса бүленгән. Беҙҙә лә дәүләт органдары яғынан шундай иғтибар булһа, әлбиттә, уңыштар тағы ла артасаҡ.

Бөгөн йәмәғәт эшмәкәрҙәренә лә эшләү еңелдән түгел - бер яҡтан, Хөкүмәт баҫа, икенсе яҡтан, халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, ҡамсыһын һелтәп кенә тора. Әлеге ваҡытта Ҡоролтай етәкселеге һандал менән сүкеш араһында, тигән кеүек...

Р. Аҙнабаев: Дөрөҫөн әйткәндә, ике яҡтан да баҫым бар. Һәм бында дөрөҫ йүнәлеш алып, дөрөҫ сәйәсәт алып барыу - бик ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Шулай ҙа, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаты булараҡ та, Ҡоролтай Башҡарма комитеты етәксеһе булараҡ та, иң беренсе урынға башҡорт халҡының мәнфәғәтен ҡуябыҙ. Депутат булараҡ, республика мәнфәғәтен дә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Шунан сығып эш итәбеҙ. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа халыҡ мәнфәғәтенә ҡаршы килгән закондарҙы, ҡарарҙарҙы үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр менән сығыш яһайбыҙ. Ҡоролтай ултырыштары ла тыныс ҡына үтмәй, ниндәй ҙә булһа бәхәс тыуып тора. Бер ҡатлам шул тиклем кемделер тәнҡитләргә ярата, ә үҙҙәренә ниндәйҙер эш ҡушһаң, эшләмәйҙәр. Йәғни, ул кешеләр үҙҙәренең нимә эшләргә тейешлеген белмәй, әммә кешенең нимә эшләргә тейешлеген яҡшы белә.
Х. Ишморатов: Ундай милләттәштәргә, әлбиттә, эш менән булырға, күберәк халыҡ араһында йөрөргә, осрашыуҙарҙа ҡатнашырға, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә кәңәш итәбеҙ итеүгә. Халыҡ араһында йөрөп, уның нисек йәшәгәнен, нимә уйлағанын йөрәгең аша үткәрһәң генә халыҡ һине аңлай. Әгәр инде тел аша ғына үткәрһәң - көлөп кенә ҡарай...

Шулай итеп...
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетын эшләмәүҙә ғәйепләүсе йәки эшлекле тәҡдимдәре булып та, делегат булып үтә алмаған барлыҡ теләүселәрҙе 20 ноябрҙә Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә Киров урамы, 15 адресы буйынса уҙғарыласаҡ Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияға саҡырабыҙ. Сара сәғәт 2-лә башлана. Кемдең әйтер һүҙе бар - рәхим итегеҙ! Бынан тыш, Ҡоролтайҙың сайты эшләй. Уның аша ла әйтер һүҙегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе еткерә алаһығыҙ. Уларҙың эшлеклеләре резолюцияла сағылыш табасаҡ. Тағы ла, кем мине тыңлаһын, тип, өндәшмәй ултырып ҡалыуҙы хуп күрмәксеһегеҙме? Ә бит Ҡоролтай эше һинән, минән, беҙҙән башлана...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.15 | Ҡаралған: 2177

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru