«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
+  - 

6-се һабаҡ: "Үҙең тураһында һөйлә"

Минең "йәшел йылан" ҡоллоғонан ҡотолоуым тураһында иң тәүҙә, әлбиттә, бергә эскән шешәләштәрем белде. Әйтергә кәрәк, был ҡарарымдың ҡоро һүҙ генә түгел, етди аҙым икәненә иң тәүҙә улар үҙ күҙҙәре менән күреп инанды. Ни өсөн тигәндә, алда әйткәнемсә, Шешәбикә менән хушлашһам да, ҡайһы бер табындарҙа мин һаман да сәй йә һыу эсеп кенә ултыра инем әле.
Был хаҡта ишетеп кенә белеүселәр: "Һе, тумыртҡа тәүбәһе, алкаш, әллә кем булған булып, күпме ҡыланып йөрөр тиһең, күр ҙә тор, барыбер ысҡына бит ул", - тип, минең ҡабат эсеүемде түҙемһеҙләнеп көттө. Әммә көтә-көтә, өтөк булдылар. Ҡайһы берҙәре аҙаҡтан, мәжлестәрҙә бергә тура килеп, шулай уҡ үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
Башҡалар ҙа быға ышанһын өсөн апаруҡ ваҡыт кәрәк буласаҡ әле миңә. Был ҡыйыу аҙымым өсөн иң тәүҙә атайым менән әсәйем, башҡа туғандарым ҡыуанды. Бигерәк тә атайым спиртлы эсемлектәргә битараф булмаған туғандарыма мине өлгө итеп ҡуйҙы. Күҙ менән ҡаш араһында абруйым үҫеп киткәндәй тойолдо.
Яйлап-яйлап эсеүемде ташлауым тураһындағы хәбәр таралып, туғандарымдың, дуҫтарымдың һәм таныштарымдың ышанысында инаныуға әүерелә барған һайын, мин бер хәл-күренешкә диҡҡәтемде туҡтаттым. Иғтибар итеп кенә ҡалманым, уны артабанғы көндәремдә лә файҙаландым.
Быға тиклем һине яҡшы белгән, ара-тирә аралашҡан һәм ишетә-күрә таныған кешеләргә эсеүеңде ташлауың тураһында күберәк һөйләргә, был хәбәрҙе мөмкин тиклем күберәк таратырға кәрәк икән. Уларҙың араһында үҙең һәм башҡалар өсөн абруй һаналған, исемдәре халыҡ араһында киң танылыу яулағандары булһа, бигерәк тә һәйбәт. Ни өсөн тиһегеҙме? Аңлатып үтәм.
Беҙ һүҙҙе абстракт төшөнсә итеп кенә беләбеҙ. Уны тотоп, әйбер кеүек тойоп булмай, әммә аныҡ һүҙҙең йоғонтоһо теләһә ниндәй матдәнең тығыҙлығына ҡарағанда ла ҡеүәтлерәк көскә эйә. Юҡҡа ғына "Иң тәүҙә һүҙ булған" тип әйтмәйҙәр. Һүҙ менән кешенең тормошон балҡытып, шулай уҡ уны үлтереп тә була. Әгәр ҙә һинең хаҡта яҡшы хәбәр таралһа, яҡшы атҡа атланаһың икән. Таралған һүҙ кешеләр араһында әйләнеп йөрөй-йөрөй ҙә, үҙ эшен барыбер эшләй. Был һүҙҙәрҙең асылына тоғро ҡалһаң, улар һиңә ғүмерең буйы, хатта донъялыҡтан киткәс тә хеҙмәт итә. Һүҙ - иң аныҡ предмет, төшөнсә. Һүҙ - бумеранг, яҡшы ниәт менән осорһаң, һиңә изгелек булып әйләнеп ҡайта.
Һөҙөмтәлә һинең үҙ-үҙеңә ышанысың арта, ихтыярың нығый. Ә инде абруйлы кешеләргә килгәндә, һин уларға эсеүеңде ташлауың тураһында һүҙ еткерһәң, үҙеңдән-үҙең ошо һүҙең өсөн яуаплылыҡ тоя башлайһың. Был ябай ғына яуаплылыҡ тойғоһо түгел. Үҙ тәүбәңдән тайпылып ҡара - Аллаһы Тәғәлә алдында гонаһҡа батаһың. Үҙ һүҙеңдә тормай ҡара, киренән эсә башлаһаң, оятҡа ҡалаһың бит. Улай ғына ла түгел, шул абруйлы кешеләр алдында, уларҙың ҡарашында юҡҡа сығаһың. Был - рухи яуаплылыҡ, сөнки исемдәре билдәле шәхестәр был абруйҙы халыҡҡа хеҙмәт итеп яулаған. Улар ҡайҙа ғына булһа ла, бигерәк тә ситкә сыҡҡанда, тотош халыҡ исеменән сығыш яһай. Тимәк, улар алдында һүҙ биреү халҡың алдындағы антҡа ла тиң. Уларға нисек итеп әйтергәме? Яндарына килергә лә: "Ағай, апай, мин теге "йәшел йылан"дың муйынын быуып ырғыттым, һеҙ миңә ышанһағыҙ, ҡабат ауыҙыма ла алмаясаҡмын!" - тип кенә өндәшергә. Мин бик күптәрҙең янына барҙым һәм шулай тип әйттем, үҙемә рухи яуаплылыҡ, уларҙың ышанысы аша ихтыяр көсө алдым.
Тормош бит кешене төрлө хәлгә ҡуя, беҙ хатта бер-ике сәғәттән һуң, иртәгә нимә булырын да белмәйбеҙ. Әле генә шатланабыҙ, бәхетле тойғолар кисерәбеҙ, күп тә тормай, ҡайғырабыҙ, күңел төшөнкөлөгөнә биреләбеҙ. Әйләнәбеҙҙәге башҡа ваҡ-төйәк алдатҡыстар, ымһындырғыстар бер шешә һалҡын һыра, йәки йөҙ грамм шарап эсергә тамшандырып ҡына тора. "Бер шешә һыра, йәки йөҙ грамм шарап эс тә ҡуй, артығы кәрәкмәй" тигән аңлауҙар ҙа башҡа килеп ҡуя. Бына шул саҡта инде теге абруйлы кеше иҫкә килеп төшә. Үҙ-үҙеңде алдарһың да, уның алдында нимә тип яуап бирерһең. Күптәр тап ошондай мәлдәрҙә алдана ла инде. "Йөҙ грамм эскәндән ни булған?" тип, эсеп ҡуя ла, шундай уҡ хәл киренән ҡабатланһа, шул уҡ һүҙҙәрҙе тағы ла ҡабатлап, тағы ла түңкәреп ҡуя. Ә бит халыҡта "Тамсы ташты тишә" тигән бик тапҡыр бер әйтем бар. Көн һайын иллешәр-йөҙәр грамлап ҡына ҡабул ителгән шарапҡа өйрәнеү ай аҙағында ярты давайлай башлай. Тамсы эсте тишмәһә лә, ихтыярыңды бешә, телеңде сисә. Хәйер, "Тамсынан күл йыйыла" тип тә әйтәләр бит.
"Эсә белеп эсеү" тигән төшөнсәне хәҙер йыш ҡулланалар. Был осраҡта күберәк баҫымды "эсә белеп" тигәненә яһайҙар. Ә бит был һүҙбәйләнештең "эсеү" тигән төп өлөшө лә бар. Эсә белеп эскәндәр өсөн дә барыбер "Тамсы ташты тишә" һәм "Тамсынан күл йыйыла" бит. Был һүҙҙәрҙе мин уйлап сығарманым. Улар халыҡтың меңәр йыллыҡ тормош тәжрибәһенән, аҡылынан һәм зиһененән тупланған һығымта, һөҙөнтө һәм сырымта. Эсә белеп эсеүселәр төркөмөнә ҡараусылар үҙҙәренең шарап алдында көсһөҙлөгөн йәшерер өсөн ошо һүҙҙе ҡуллана, йәмәғәтселек алдында "ала ҡарға" булып күренергә тырыша. Эсеү - беҙҙең халыҡҡа, тәбиғәтебеҙгә һәм булмышыбыҙға бөтөнләй ят күренеш. Уны аҡлау һәм яҡлау өсөн һүҙҙәр юҡ беҙҙең лөғәттә. Күптәр йөҙ грамды ҡабул иткәндә аш һеңдереү, ҡан тамырын киңәйтеү, стресты бөтөрөү өсөн тип һылтана. Ошо өс маҡсат өсөн шараптан тыш әллә күпме башҡа ысул бар. Был хаҡта алдараҡ һөйләшербеҙ.
Нисек кенә булмаһын, халҡыбыҙ араһында ҙур абруй яулаған шәхестәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, минең был сирҙән ҡотолоуымда ныҡ ярҙам итте. Әйтергә кәрәк, үҙҙәренең донъяла булыуҙары, абруй яулауҙары менән. Шәхестең халыҡ һәм йәмғиәт алдында яуаплылығы тураһында күп һөйләйҙәр, әммә киреһенсә булған осраҡ өсөн аңлатма юҡ. Минең уйымса, йәмғиәттең һәм халыҡ вәкилдәренең шәхес алдындағы яуаплылығы тураһында ла асыҡтан-асыҡ һөйләшер мәл килеп етте. Сөнки талаптар ике яҡҡа ла ҡуйылырға тейеш. Бигерәк тә йәмғиәтебеҙҙе "йәшел йылан" быуып алған саҡта. Уларҙың башҡалар өсөн йәндәрен фиҙа ҡылып йәшәүҙәре минең тормошомдо ҡырҡа үҙгәртергә ярҙам иткән икән, мин уларҙы ысын мәғәнәһендәге шәхес, инсан тип атайым. Рәхмәт уларға!

Әхмәр ҮТӘБАЙ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.15 | Ҡаралған: 1335

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru