«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢА СЕРҘӘШ БУЛ!
+  - 

Ҡыҙыҡ заман килеп етте: бала йә үтә ҡәҙерле, йә бер кемгә лә кәрәге булмаған артыҡ йән. Сабыйға уҙа алмағандар менән быуа быуырлыҡ, шул уҡ ваҡытта уларҙы үлтереп, ташлап китеү күренештәре көн һайын тигәндәй ҡабатланып тора. Педофилдар за күбәйеп китте. Ауыр бөгөн бала-сағаға…

Тиҙ ышаныусандармы?

Әле беҙ үҫкәндә генә урамда иркен уйнай, ялан-ҡырҙарҙан, йылға буйҙарынан ҡайтып инмәй инек. Эт тешләүҙән, һағыҙаҡтан, кесерткәндән сағылыу, ата ҡаҙ баҫтырыуынан яманыраҡ зыян күрмәнек. Хәҙер ни, күршенән дә шикләнә торған заман килеп етте. Баланы бер нисә метрға ла яңғыҙ ебәреүе хәтәр. Хәйер, ундай хәүеф-хәтәр элегерәк тә осрамай тормағандыр инде - белмәйем. Һәр хәлдә, әсәйем менән атайымдың ҡалаға интернат-гимназияға оҙатҡанда, таныш булмаған кеше саҡырһа, янына барма, әйткән һүҙҙәренә ышанма, тип ҡат-ҡат тылҡып ебәргәне иҫемдә. Туҡһанынсы йылдар ине. Бишенсе класс уҡыусыһы ғына булһам да, яҡындарымдың әйткәнен ҡолағыма ныҡ ҡына киртеп ҡуйҙым. Юғары кластарҙа ла ҡала урамдарына тәрбиәсенән һорап ҡына, дәфтәргә ҡултамға ҡуйып ҡына сыҡтыҡ. Хәҙерге бала-саға тиҙ ышаныусанмы, әллә ата-әсә яуапһыҙыраҡмы? Әллә беҙ үҫкәндә бигүк күҙгә салынып бармаған ҡот осҡос әҙәм заттары күбәйҙеме?

Артыҡ ун биш мең

Һүҙҙе баланың эскерһеҙлегенән башлайыҡ. Күптәрегеҙ беләлер, нимә өсөндөр мыжый башлаған баланың иғтибарын бүтән нәмәгә йүнәлтһәң, ул ни өсөн бәлә һалғанын оноторға әҙер генә тора. Ана ҡош осоп бара, бесәй китеп бара, туңдырма, чупа-чупс, киндер-сюрприз…. Ниҙер вәғәҙә итһәң, ышанып көтөп йөрөй. Серле һандыҡ эҙләү, ниндәйҙер ролдәргә инеү, берәй көтөлмәгән сюрприз эшләү, шаҡ ҡатырыу кеүек уйындар ярата. Сер һаҡлай белә. Асыуын, үпкәһен тиҙ генә онота ла ҡуя. Иптәше менән ғүмерҙә лә аралашмаҫлыҡ булғандай үпкәләшһә лә, иртәгәһенә һин дә мин уйнап йөрөүҙәре ихтимал. Хәшәрәт заттар уларҙың ошо сифаттары менән файҙалана ла инде. Ә инде ҡыҙы йә улының көн дауамында кем менән аралашыуын, кемдең нимә әйтеүен йә вәғәҙә итеүен бөтә ололар ҙа белеп тора алмай. Бының өсөн бәләкәс менән тығыҙ мөнәсәбәттә булыу кәрәк. Йыш серләшеү, йыш аралашыу, йыш бергә булыу ныҡ мөһим. Ләкин мәңге эштән бушамаған атай-әсәй балаһы менән яҡындан аралашамы икән? Арып-талып өйгә ҡайтҡан әсәйҙе кухня эштәре ҡосағына ала, шунан ятып ҡына ял иткеһе килә. Телевизор ҙа үҙенә иғтибар там итә. Балаһы ни, мәктәптән ҡайттымы - ҡайтты, ашанымы - ашаны, дәресе әҙерме - әҙер. Еткән инде шул. Хәҙер артыҡ бимазаламай ғына иртәрәк йоҡоға талһа - шул инде барлыҡ тәрбиә. Бөгөн әсәйҙең өйҙә булыуы ғаилә тылын тәртиптә тотоу өсөн бик мөһим тип һөйләүселәр күбәйҙе. Мөһим икәнен, бәлки, аңлайҙыр ҙа күптәр, мөмкинлек юҡ шул. Артыҡ ун-ун биш мең ғаилә бюджетына шаҡтай ҙур ҡушымта һанала. Бер уйлаһаң, Өфө ҡалаһы өсөн был сумма хәҙер аҡса ла түгел инде. Шулай ҙа көндән-көн артҡан аҙыҡ-түлек, торлаҡ, бензин өсөн бик тә ярап ҡала.

Һине онотасаҡтар

Аҡса артынан ҡыумай сара ла юҡ. Күптәрҙең кеҫәһе көндәлек ихтыяждар өсөн ярайһы булған хәлдә лә, барыбер ул аҡса артынан ҡыуа. Эйе, барыбыҙҙың да тәмле ашағыбыҙ, ысын тиренән тегелгән аяҡ кейеме кейгебеҙ, иномаркаларҙа йөрөгөбөҙ килә. Кеше бер рәхәткә өлгәшһә, тағы ла яҡшыраҡ тормош кимәленә менергә теләй. Шуға күрә ул бер ваҡытта ла бушамай. Бер мәсьәләһен хәл итһә, икенсеһе көтөп тора. Ә был ваҡытта балаларҙы һағалап йөрөүселәр аҙым һайын. Һеҙ хәшәрәт заттарҙы ғына әйтәһегеҙме? Сит илдәрҙә генә ятып та һөжүм итәләр хәҙер. Йәмһеҙ йәнһүрәттәр, психиканы ҡаҡшатыусы компьютер уйындары… Үҫмерлек ҡоронда төрлө еңел наркотиктарға, спиртлы эсемлектәргә ылыҡтырыу ҙа һөжүмдең бер төрө бит әле. Барыһы ла атай-әсәйҙең балаһы менән парктарға сығырға, сәйәхәт итергә, ҡыҙыҡлы туңәрәктәргә, файҙалы кисәләргә йөрөргә ваҡыты табылмау бәләһе, минеңсә. Ә бала ҡыҙыҡты интернеттан таба. Мин бер башланғыс класс уҡыусыһының гуглдан "дети целуются" тип эҙләгәнен күреп, иҫем киткәйне. Шуның кеүек, ул күрергә, белергә теләгәнен ҡайҙандыр эҙләмәһен, үҙенсә һығымталар яһамаһын, дуҫтарын ғына абруй итмәһен өсөн эргәләге балаһына ла иғтибар бүлһен ине, тип теләргә ҡала. Эш эш менән… Эш урынында бер аҙна булма - һине онотасаҡтар. Хаҡлы ялға сыҡ, ғәфү итегеҙ - бер кемгә лә кәрәгең юҡ. Яҡындарыңдан башҡа… Әҙәм хәшәрәттәре

Википедияла был төр яуыздар хаҡында, психик ауырыу кешеләр, тип яҙғандар. Интернет ундайҙарҙың күбеһе үҙен тыя һәм ғәҙәти тормош менән йәшәй ала, тип тә мәғлүмәт бирә. Был сир баш мейеһенең һелкенеүе арҡаһында барлыҡҡа килә тип тә һығымта яһала. Нимә генә тимә, Хоҙай тарафынан шундай заттар ҙа яратылған, тип әйтәйемме… Бындай сирлеләрҙе ғалимдар ҙа тикшереп, хатта дауалап та ҡарағандар. Беҙгә улар хаҡында төбөнә төшөп, өйрәнеп ултырырға кәрәкмәй, әлбиттә. Шулай ҙа, ундай тайпылышлы кешелар Хоҙай ҡушҡан һәм тыйылғандарынан тайпылып, күп ваҡытын эске табындары артында үткәргән, теләһә ниндәй тормош менән йәшәгән ата-әсәләрҙән тыуалыр. Бар шундай тәбиғәт хаталары, бар. Быны белеү, һаҡланыу зарур. Бала көн оҙоно кем менән аралашҡан, ниҙәр күргән, кисергән - барыһын да һорашырға кәрәк. Тик был биш-ун минут эсендә генә башҡарылмаһын. Беҙҙең, мәҫәлән, ошолай: ҡыҙымды мәктәптән барып алам да, ҡайтып еткәнсе һөйләшәбеҙ. Күберәк ул бытылдай. Шымып ҡалһа, үҙем һорашам. Ошо арала борсоуҙарын да, шатлыҡтарын да, ҡаҙаныштарын да белеп өлгөрәм. Берәй сере барлығын белһәм, әсәйгә генә белергә ярай ул, сис тә ҡуй, тип әйтәм. Бер кемгә лә әйтмәүемде белдерәм. Ышана саф күңелле балаҡай. Әлбиттә, ул сер хаҡында аҙаҡ берҙе лә телгә алмайым…
Эйе, күптәр матур итеп эшләп тә йөрөй, балаһын да ҡарап өлгөрә. Ҡыҫҡаһы, бар нәмәгә лә өлгөрә. Ләкин… Уларҙың ләкиндәре күп икәнен яҡшы беләм. Һәр кем үҙе һығымта яһар. Үҙең белмәгән ни эш бар.

Гөлсинә БАЙҒУЖИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.15 | Ҡаралған: 1266

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru