Башҡорт йәштәре араһында, йәмәғәт ойошмаларына тупланып, халҡыбыҙ, республикабыҙ өсөн файҙалы эштәр атҡарырға теләгәндәр бөгөн дә бик күп. Тик улар ҡайһы саҡта дөрөҫ юл таба алмай ҡаңғырып та киткеләй кеүек. Берәүҙәр мәсьәләләрҙе дәғүәләр ярҙамында хәл итеүҙе алға һөрһә, икенселәр үҙ-ара һөйләшеп аңлашыуҙар юлын һайлай. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә ҡатнашыусылар алдына башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге йүнәлештәрен билдәләп ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Әңгәмәселәребеҙ - БР Мәҙәниәт министрлығының Мәҙәни ҡомартҡылар күсемһеҙ объектарын һаҡлау һәм файҙаланыу ғилми-производство үҙәге директоры, 90-сы йылдарҙа башҡорт йәштәре хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы булған Данир Әхмәҙи улы ҒӘЙНУЛЛИН һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Йәштәр советы рәйесе Рәмзил Рәмил улы БАЙНАЗАРОВ.
27 октябрҙә Өфөлә үткән "Йәштәр - башҡорт халҡының стратегик ресурсы" тип исемләнгән форумда башҡорт йәштәрен бергә туплау маҡсаты ҡуйылды. Белеүебеҙсә, был маҡсатты атҡарыу бик үк еңелдән түгел, буғай...
Рәмзил Байназаров: Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Йәштәр советына Өфөләге, республикалағы төрлө йәштәр ойошмалары инә. Белорет ҡалаһынан - "Ирек", Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан - "Салауат", Өфөнән - "Башҡорт", "Башҡортостан киләсәге", Башҡорт асыҡ КВН Лигаһы, Башҡорт йәштәре иттифағы кеүек ойошмалар Ҡоролтай янындағы Йәштәр советының нигеҙен тәшкил итә лә инде. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, әлеге мәлдә тарҡаулыҡ осоро кисергән ойошмаларҙы бергә туплап, бер төптән эшләргә хыялланабыҙ. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа бар. Һәр берлектең рәйесе үҙенсә амбициялы, фекерҙәре лә үҙенсә. Бер яҡтан, был яҡшы ла, шул уҡ ваҡытта насар яғы ла бар. Нимәһе насар? Йәштәр ойошмаһы артабан ниндәйерәк булырға тейеш, тигән һорауҙа әлегә бер фекергә килмәгәнбеҙ. Кемдер: "Беҙ бөгөн артыҡ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ, шуға пикеттар ғына ойошторорға тейешбеҙ", - тип бара. Кемдер был фекергә ҡаршы төшә. Минең уйымса, пикеттар ҙа кәрәк, кәңәшмәләр ҙә. Әммә ун кешенән торған митингылар үткәреүҙән халыҡҡа ни файҙа? Яңыраҡ, Республика көнөндә, бер төркөм йәштәр йыйылған, тиҙәр. Ул пикетта күпме кеше ҡатнашҡан, тиһәгеҙ, әйтәйем: 25-ләп кенә.
Данир Ғәйнуллин: Ундай митингыларҙың, пикеттарҙың файҙаһынан зыяны күберәк. Рәмзил йәштәр ойошмаларының күп булыуын билдәләне. Уның яҡшы яғы нимәлә? Фекер төрлөлөгөндә. Насар яғы - көслө, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртә алырлыҡ лидер булмаһа, ун ата балаһын бер идеологияға, фекергә килтереүе ауыр булыуында. Тарихты ҡараһаҡ, 90-сы йылдарҙа беҙ Башҡорт йәштәре иттифағын ойошторғанда, бер йәштәр ойошмаһы ла юҡ ине. Бушлыҡ ине. Беҙ бөтә республиканы бер Башҡорт йәштәре иттифағы байрағы аҫтына йыя алдыҡ. Һәр районда, һәр ҡалала уның филиалдары барлыҡҡа килде. Ойошмаға бер рәйес, бер идара һайланды. Бер фекерҙән сығыш яһаныҡ. Башҡорт йәштәре иттифағы "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге һымаҡ оло ойошмаларҙың терәге булды. Шул ваҡытта уҡ ойошмалар күп булһа, был үҙ-ара ыҙғышҡа килтерер ине. Беҙ быны ул ваҡытта Татарстан миҫалында күрҙек: унда Татар йәштәре берлеге менән параллель рәүештә бер нисә йәштәр ойошмаһы барлыҡҡа килде лә, үҙ-ара ыҙғышып, даирәләрҙе бүлешә алмай, бер платформаға инә алмай, беҙҙең күҙ алдында тарҡалыуға дусар булды. Әлеге көндә лә, иң идеаль осраҡтан сығып ҡарағанда, йәштәрҙең бер ойошмаға тупланыуы идеологик яҡтан яҡшыраҡтыр, тип уйлайым. Рәмзил дөрөҫ әйтә, һәр ойошманың үҙ идеологияһы, ҡарашы - уларҙы берләштереү ҡыйын. Ләкин бөгөн бының ыңғай яғы бар - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Йәштәр советына йыйылғандар икән, уртаҡ фекергә килеп, бергә барырға тейештәр.
Митингылар, пикеттар тураһында әйтелде. Мин үҙем тарих факультетында уҡыған студент инем ул саҡта. Башҡорт йәштәре иттифағын ойошторғанда ниндәй идеология менән сығыш яһаныҡ? Ул ваҡытта коммунистар партияһының, комсомолдың көслө өлгөләре бар ине. Беҙ ойошма эшләп китһен өсөн нимә кәрәк икәнен белдек. Тәү сиратта, матбуғат баҫмаһы, райондарҙа, ҡалаларҙа беренсел ойошмалар, көслө идеологик база булдырыу зарур ине. Иң тәүҙә һигеҙ кеше йыйылып, үҙебеҙҙе Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары итеп иғлан иттек, икенсе аҙымыбыҙ "Оран" гәзитен булдырыуға арналды. Бөгөнгө күп ойошмаларҙың хатаһы нимәлә? Айына бер тапҡыр сығып килгән баҫма йәки электрон гәзит булмаһа, халыҡты үҙенең эштәре менән таныштырмаһа, ул ойошманың киләсәге юҡ. Уны хатта сайт форматы ғына ла ҡотҡара алмай. Ойошманың платформаһын, бөгөнгө маҡсаттарҙы, башҡарылған эштәрҙе сағылдырып барған электрон гәзит мотлаҡ булырға тейеш. Бөгөнгө башҡорт ойошмалары тик Өфөлә студенттар араһында ғына ҡайнаша. Улар райондарға сыҡмай, филиалдары юҡ. Социаль базағыҙ булмайынса, һеҙҙең менән бер кем дә иҫәпләшмәйәсәк. "Өфөлә 10-15 кеше йыйыла, кемдәр һуң улар?" тип кенә ҡараясаҡтар. Ойошманың структураһы булһа, ул йәшәй. Структураһы төҙөлөп етмәһә, сүмесбаш һымаҡ килә лә сыға. Башы бар, йөҙөргә ҡойороғо ла, йөҙгөстәре лә юҡ. Сүмесбаш бик килбәтһеҙ йөҙә. Беҙҙең әлеге йәштәр ойошмалары ана шул сүмесбаш рәүешендәрәк.
Рәмзил Байназаров: Килешәм. Бер лидер һәм бер идеология юҡ бит. Бөгөнгө башҡорт йәштәре ойошмалары, улар ниндәй йүнәлештә эшләмәһен, барыбер Башҡорт йәштәре иттифағы нигеҙендә төҙөлгән. Йәштәр быны аңлай. Тик Башҡорт йәштәре иттифағы башлаған эштәрҙе тейешенсә дауам итерлек хәлдә түгел. Идеология аҡһай. Күптәр идеологияны барлыҡҡа килтерергә тырыша ла ул, ләкин башҡаларҙың "Беҙҙең идеология дөрөҫөрәк", тигән дәғүәһе арҡаһында эште аҙағынаса еткерә алмай. Ниндәй генә тарҡаулыҡ булһа ла, беҙ бөгөн эште дауам итергә бурыслыбыҙ. Әйҙә, һәр ойошма үҙ ҡаҙанында ҡайнаһын әлегә. Ошонан һуң берәй лидер өлгөрөп етер, бәлки, тип өмөт итәм. "Бер нәмә лә килеп сыҡмай ул барыбер, мине йәштәр аңламай", - тип, эште ташлап ҡуйһаң, был да дөрөҫ түгел. Был хыянат буласаҡ. Бәлки, яңылыш эшләйбеҙҙер. Шулай ҙа тәгәрмәсте артабан тәгәрәтергә кәрәк.
Данир ағайҙың тәҡдимдәрен тулыһынса хуплайым. 2010 йылда Бөтөн донъя башҡорттарының 3-сө ҡоролтайы ваҡытында, Йәштәр советы эшләй, тип билдәләнде, филиалдар асыу зарурлығы тураһында ла әйтелде... Ләкин ғәмәлдә нисек килеп сыҡты? "Өҫтән ҡушыу" арҡаһында район хакимиәттәренең йәштәр комитетын етәкләүселәр йәштәр советы рәйестәре итеп тәғәйенләнде. Ҡағыҙҙа - бар, эштә - юҡ килеп сыҡты. Данир Әхмәҙи улы юҡҡа ғына әйтмәне, бөгөн беҙгә райондарға сығырға кәрәк.
Данир Ғәйнуллин: Эйе, егеттәргә үҙҙәренә райондар буйлап йөрөп сығырға, инициативалы, рухлы егеттәрҙе табып, етәкселәр итеп ҡуйыуға булышлыҡ итергә кәрәк, тип уйлайым. Сөнки ауылда ла, ҡалала ла проблемалар уртаҡ. Йәштәрҙең матди хәле, уларҙың уҡыуы, эскелеккә ҡаршы көрәшеүе һымаҡ бөгөнгө йәштәрҙе босоған лозунгылар Өфө йәштәренең дә лозунгыһы. Ленин "Осҡондан ялҡын ҡабына" тигән бит. Башҡорт йәштәре иттифағының һәр осҡононан бер ялҡын барлыҡҡа килде. Башҡорт йәштәре иттифағы заманында "Отҡорҙар һәм зирәктәр клубы" ойошторғайны, шунан "Башҡорт асыҡ КВН лигаһы" хәрәкәте ҡалҡып сыҡты. "Һылыуҡай" конкурсынан донъя кимәлендәге башҡорт һылыуҙары студияһы - "Һомай" ойошторолдо. Спортта ла шул уҡ хәл. Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләрендәге Башҡорт йәштәре иттифаҡтары ла - һүнмәй ҡалған осҡондар улар. Был яҡтан миңә Гөлфиә апай Янбаеваның позицияһы оҡшай. Ул республика буйлап үҙенә күрә "Башҡорт әбейҙәре иттифағы"н ойоштороп йөрөй. Ул һәр районға бара, ағинәйҙәр ҡоро ойоштора, уның советтарын төҙөй. Ауылдарҙы, экологияны һаҡлаусы, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүсе, халҡыбыҙҙың тәрбиә мәктәбен аяҡҡа баҫтырыусы шул хәтлем көслө структураға әйләнде ул хәҙер. Уйлап ҡараһаң, бөгөн "Башҡорт әбейҙәре иттифағы" бар, "Башҡорт йәштәре иттифағы" - юҡ. Ниңә ағинәйҙәр үҙҙәренең алдына маҡсат ҡуйып, берләшә ала, ә йәштәр берләшә алмай?
Рәмзил Байназаров: Быға тиклем әйткәнсә, әлегә йәштәрҙең көслө лидеры юҡ, тәжрибә лә самалы. Икенсенән, халыҡ араһына сығыу мөмкинлектәребеҙ ҙә сикләнгән. Йәштәр советын яңынан тергеҙгәс, беҙ ҙә райондарға сыға башланыҡ ул. Быйыл Әбйәлил, Баймаҡ райондарында, Ырымбурҙа урындағы советтарҙы ойошторҙоҡ. Әүҙем егеттәр бар, эшләргә теләгәндәре беҙҙе үҙҙәре тапты, эшкә барымы булмағандар үҙҙәре китте. Ҡалған райондарға ла йөрөргә кәрәк, әлбиттә. Йәштәр ойошмаларының күп булыуы беҙҙең күҙгә күренмәгән "дошман"дарға ҡулайлы. Улар ойошмаларҙы бер-береһенә ҡаршы һөсләтеүгә лә күп һорап тормай. Шундай күренештәр ҙә бар шул...
Данир Ғәйнуллин: Һеҙҙең бөгөнгө хәлегеҙ, Рәмзил, 90-сы йылдар башында беҙҙең беренсе аҙымдар эшләгән сағыбыҙҙы хәтерләтә. Йәштәр киренән беҙҙең хәлгә ҡайтты. Минеңсә, бында юғалып ҡалырға ярамай. Лениндың бер-нисә томлығын уҡып сығырға ла, шул юл менән ойошманың эшен алып китергә кәрәк. Ленин бик шәп пиарсы булған. Беҙҙең халыҡ ташҡа баҫылғанға ышана. Бөтөн донъя башҡорттарының бөгөнгө иң ҙур хатаһы - үҙенең матбуғат органы булмауы. Һин интернетта нимә яҙһаң да, ул күрше әбейҙән ишеткән ләстит булып ҡала. Ташҡа баҫылған икән - дөрөҫ тип ҡабул ителә. Гәзиттә "һинең күршең ҡара тәнле", тип яҙылған икән, һин күршеңдең аҡ икәнлеген күрһәң дә, гәзиттә яҙылғандан сығып шуға ышанаһың. "Ҡара тәнлеләргә берәй туғанлығы барҙыр ул", тип уйлай башлайһың...
Кешеләр бер фекергә килһен өсөн уларҙың йышыраҡ бергә осрашыуы кәрәк. Беҙҙең йәштәр иттифағы идеологияһы "Аҡ тирмә" клубында оло ағайҙарҙың хәбәрҙәрен тыңлағандан һуң формалашты. Йәштәргә фекер алышыу өсөн ниндәйҙер сәйәси бәхәстәр клубы ойоштороу кәрәк. Шунда ғына йәштәр бер-береһен аңлап, берләшә. Һәр дуҫлыҡ аралашыуҙан, бәхәсләшеүҙән башлана. Элекке Башҡорт йәштәре иттифағы лидерҙары - беҙҙең менән бәхәсләшеп, беҙгә ҡаршы булып, уртаҡ фекергә килеп, беҙҙең майҙанға күскән кешеләр. Бында ла фекер айырымлығын аҙайтыр өсөн йәштәр аралашырға тейеш.
Социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәр әлеге арашалыу төрө була алмаймы?
Данир Ғәйнуллин: Юҡ, сөнки күҙмә-күҙ аралашыуҙар булыуы мотлаҡ. Йәмәғәт ойошмаларына тупланған йәштәр бит публика сәйәсмәндәре булырға ынтыла. Әгәр һин үҙеңдең уй-фекерҙәреңде кешенең күҙенә тура ҡарап әйтә алмайһың икән, сәйәсмән була алмайһың. Мин Башҡорт йәштәре иттифағына килер алдынан трибунанан һүҙ ҙә әйтә алмай инем. Ринат Байымов менән Артур Иҙелбаевтарҙың телдәре-телгә йоҡмай ине. Сөнки улар ҡалала үҫкән, рус телен яҡшы беләләр. Шунан яйлап, үҙ-ара аралашып, бәхәсләшеп, халыҡ араһында йөрөп, райондарға сығып, үҙемде тоторға, сығыштар яһарға өйрәндем. Шундай дәрәжәгә еттек: беҙҙең бер һыҙғырыуыбыҙ була - меңәр, ике меңәр кеше митингыларға йыйыла торғайны. Хәҙер инде мин йәштәр менән бик аралашмайым, Рәмзил уларҙы күберәк беләлер...
Рәмзил Байназаров: Эйе, диспут клубтарын төрлө формала эшләргә булыр ине. Ләкин нимәһе бар: күп йәштәр ойошмалары етәкселәре беҙҙең Йәштәр советын үҙенең шәхси ҡоралы итеп күрергә теләй. Бәхәсләшә башлаһаң, дәғүәне шәхси дәғүә итеп ҡабул итәләр. "Һин шулай иткәнһең, былай иткәнһең", - тип, ҡыҙыша башлайҙар. Беҙ бит халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлар өсөн берләшәбеҙ. Шуны аңлатыуы бик ауыр.
Данир Ғәйнуллин: Һеҙ ойошмаларҙың етәкселәрен генә саҡырмағыҙ ҡороғоҙға - ябай йәштәрҙе лә саҡырығыҙ. Изге ниәттәрегеҙҙе, фекерҙәрегеҙҙе күберәк йәштәргә еткерергә тырышығыҙ, шул саҡта сафтарығыҙ ҙа артасаҡ. Үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡандар, киреһенсә, ситләшәсәк. Беҙ бындай хәлдәрҙе күп күрҙек...
Рәмзил Байназаров: Ауылға ҡайтһаң, йыш ҡына уҡытыусылар ҙа: "Өфөлә нимәләр булып ята ул?" - тип, теге йәки был хәл тураһында беҙҙән һорайҙар. Мәғлүмәт заманында йәшәйбеҙ ҙә бит, ләкин күптәр ниндәй мәғлүмәт сығанағына ышанырға белмәй...
Данир Ғәйнуллин: Беҙҙең йәштәребеҙгә пикеттар түгел, ә бик күп мәҙәни, спорт саралары уҙғарыу фарыз. Беҙ теге замандарҙа иң тәүҙә "Йәшлек-шоу" фестивален ойоштора башланыҡ. Унан "Һылыуҡай" конкурсын, "Урал моңо" фестивален, йәштәр көндәре, йәштәр һабантуйҙары ойошторҙоҡ. Ул сараларға йәштәр ағылып килде. Йәштәр позитив халыҡ, улар яҡшыны тиҙ күрә, тиҙ аңлай. Бөгөн урамда 100 кешенән пикет ойоштороп тороуҙың файҙаһы юҡ. Элек ҡайһы бер ойошмалар, бөгөнгө беҙҙең ойошмалар кеүек, 5-10 кеше менән пикетҡа сығып, әҙәм көлдөрөп тора торғайнылар. Хәҙер беҙҙең ойошмалар шул көнгә төштө. Әгәр халыҡты үҙ хәҡиҡәтегеҙгә инандыра алмайһығыҙ икән, ул юлдан баш тартыу хәйерлерәк. Халыҡты матур мәҙәни сараларға йәлеп итергә, позитивлыҡ менән алдырырға кәрәк. Хәҙер заманаһы ла шулай. "Һинең иптәштәрең көнө-төнө эсә, ер һөрөлмәй, бөтөн хоҡуҡтарыбыҙҙы бөтөрәләр", - тип тылҡыу йәштәрҙе ныҡ албырғата. Киреһенсә, кешене яҡшы өлгөләр ярҙамында тәрбиәләү фарыз. Бына бит, матур фестивалдәр, концерттар, бүтән саралар ойоштора алабыҙ. Кешеләр әҙәмсә ял итә ала. Эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү буйынса ла эштәр алып барырға кәрәк. Эшҡыуар егеттәрҙе йыйып, уңышҡа өлгәшкән кешеләр менән түңәрәк өҫтәлдәр ойошторһаң, һөҙөмтәһе мотлаҡ буласаҡ.
Бокс буйынса донъя чемпионы Хәбир Сөләймәнов беҙҙең гәзиткә биргән интервьюһында: "Һиңә халҡың нимә бирергә тейеш, тип баш ватма, үҙең халҡыңа нимә бирә алаһың - шул турала уйла", - тигән бик шәп фекер әйткәйне. Ошоно йәштәргә һеңдерергә кәрәк түгелме икән?
Данир Ғәйнуллин: Йәш саҡта минең кабинетта Джон Кеннеди әйткән: "Не думай что может тебе дать нация. Думай, что ты можешь дать нации",- тигән лозунг эленеп тора торғайны. Был ҡанатлы һүҙҙәрҙе бына шулай күптәр күсереп алып, артабан таратты. Бындағы "милләт" тигән һүҙҙе "дәүләт" һүҙе менән алыштырырға ла була. Шул сағында, дәүләт органдары менән дә, Ҡоролтайҙағы оло ағайҙар менән дә, бүтән милли ойошмалар менән бергә эшләү еңелерәк буласаҡ.
Рәмзил Байназаров: Эйе, был ҡанатлы һүҙҙәр бөгөн дә актуаль. Беҙ бит йыш ҡына кемдәндер ярҙам өмөт итеп, кемдәндер хуплау һүҙе көтөп, идея көтөп ҡул ҡаушырып ултырабыҙ... Аҡса бирмәйҙәр, тип һуҡранабыҙ... Көтөргә түгел, ә халыҡ өсөн тип тырышып эшләргә кәрәк. Халҡыңа бер ниндәй файҙа ла, матди ярҙам да өмөт итмәйенсә, эскерһеҙ хеҙмәт итергә өйрәнергә кәрәк. Бына шул инде ул фиҙаҡәрлек. Юғиһә, беҙ әҙергә - хәҙер, тип йәшәйбеҙ.
Данир Ғәйнуллин: Халҡыңа хеҙмәт итергә теләһәң, бер ниндәй ҡаршылыҡ юҡ. Тик беҙ дәүләт органдары менән дә эшләргә өйрәнергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына барып, үҙегеҙ үткәрәсәк сараларҙы уларҙың планына индереп, раҫлатып, финанс ярҙамы алыу мөмкинлеген дә файҙаланып өйрәнергә кәрәк. Йәмәғәт ойошмалары бит дәүләт органдары эшенә ярҙам итергә, үҙҙәренә лә ярҙам алырға тейеш. Был хаҡта һуңғы ваҡытта ил Президенты Владимир Путин да туҡтауһыҙ ҡабатлай, йәмәғәт институттары эшен тергеҙеп, уларға таянырға саҡыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө башҡорт йәштәренең бер генә сараһы ла дәүләт тарафынан финансланмай. Ә элекке йылдарҙа үткәргән саралар, киреһенсә, йәштәр комитеттары ярҙамында үтә ине. Ни өсөн тигәндә, дәүләт органдары менән уртаҡ фекергә килә алған лидерҙарыбыҙ бар ине. Ә бөгөн беҙҙең йәштәребеҙ урамда плакат тотоп тороуҙы хуп күрә. Ә эштәр эшләнмәй. Плакат тотоп тороу - сараһыҙлыҡ күрһәткесе. Бөгөн һәр нәмәне уртаҡ фекергә килеп, һөйләшеп эшләргә кәрәк. Заманы шулай. Уйлап ҡараһаң, дипломаттар төрлө илдәргә йөрөп, фекер алыша, ә беҙ күрше ойошмаға инеп, ундағы хәлдәрҙе белергә йыбанабыҙ. Донъяла өҫтәл артында, сәй янында ултырып һөйләшеп килешеүҙән дә артығыраҡ, шәберәк ярашыу ысулы табылмаған. Һуғышып та, асыуланып та бер-береңә ярап булмай. Һәр һуғыш солох менән тамамлана, тиҙәр бит.
Рәмзил Байназаров: Әйткәндәрең уйландырырлыҡ, Данир ағай. Ысынлап та, беҙгә үткән быуындарҙың тәжрибәһен һанларға, ололарҙың кәңәш-төңәшенә ҡолаҡ һалырға, һығымталар яһарға өйрәнергә кәрәк. Бер маҡсат менән янабыҙ икән, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа тартырға түгел, ә ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшеп, бәхәсләшеп, уртаҡ фекергә килергә ваҡыт.
Данир Ғәйнуллин: Беҙ уникаль республикала йәшәйбеҙ: башҡорттар менән бергә йөҙҙән артыҡ милләт нисәмә йыл тыныслыҡта, дуҫлыҡта тормош көтә. Ошо дуҫлыҡтың һағында беҙ - башҡорт халҡы торорға тейешбеҙ. Сөнки бындағы тыныслыҡҡа иң беренсе беҙ яуаплыбыҙ. Беҙгә, аҫбаларға, икеләтә аңлы, икеләтә һаҡ булырға кәрәк. Күршегә бер ауыр һүҙ әйтер, интернетҡа бер ауыр һүҙ яҙыр алдынан икеләтә уйлау мөһим. Сөнки һинең һүҙең бүтән милләт халҡының һүҙе һымаҡ ҡабул ителмәйәсәк - ерҙең хужаһыныҡы итеп ҡабул ителәсәк. Республикала тыныслыҡтың гаранты беҙ - башҡорт халҡы.
Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА