«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШИХАНДАР ҺАҠЛАП ҠАЛЫНАСАҠ!
+  - 

Республика шихандарҙы мотлаҡ һаҡлап ҡаласаҡ, был турала Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ижтимағи-сәйәси журналистика медиафорумы сиктәрендә республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа тәүге тапҡыр асыҡтан-асыҡ белдерҙе.

- Башҡортостан сода компанияһы" республика өсөн мөһим объект, - тине Рөстәм Зәки улы. - Ул эре һалым түләүсе булып тора, унда 2 меңдән ашыу кеше эшләй. "Каустик" менән "Сода"ны берләштергән предприятиела эшселәр һаны 10 меңгә яҡын. Шуға ла беҙ был предприятиеның яҙмышы өсөн яуаплыбыҙ. Был берләштерелгән компанияның 38 процент акцияларына республика хужа. Предприятие артабан да эшләргә тейеш. Уның сеймал менән тәьмин ителеүе - икенсе мәсьәлә. Барыһы ла белә, әле улар Шахтау тауының өҫкө өлөшөндәге сырьены эшкәртә, ул кәм тигәндә 5 йылға етәсәк. Ер аҫтында шулай уҡ эзбизташ ҡатламы бар, шулай итеп тағы ла 60 млн тонна эзбизташ балансҡа ҡуйылған. Йылына 4 млн тонна сеймал эшкәрткәндә лә был запастар 15-20 йылға етергә тейеш ине. Тик әлегә был урындағы гидрологик хәл аныҡ асыҡланмаған, төрлө баһалар буйынса, ҡаҙыныу эштәре башланғас, унда Ағиҙел менән Һәләүек йылғаларынан килгән ер аҫты һыуҙары менән дә "көрәшергә" тура киләсәк. Әлегә был мәсьәләнең хәл ителеше асыҡ ҡала, дөрөҫөндә, унда ҙур тикшеренеүҙәр үткәрелмәгән.
Торатау, Йөрәктау, Ҡуштау шихандары буйынса хәл түбәндәгесә. Йөрәктау менән Торатау - һаҡлана торған тәбиғәт объекттары. 50 йыл элек Башҡортостан Хөкүмәте бер ҡарар менән тиерлек айырыуса һаҡланырға тейешле объекттарҙы билдәләгән. Улар иҫәбенә Ҡандракүл, Асылыкүл, тағы ла бер нисә объект һәм Торатау менән Йөрәктау ҙа ингән. Бөгөнгө көндә уларҙың был статусын алып ташлау өсөн нигеҙ юҡ. Был тауҙарҙа "Ҡыҙыл китап"ҡа ингән үҫемлектәр күп. Тауҙың айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт объекты тигән статусын алып булмағас, уларҙы эшкәртеүгә биреп тә булмай.
Быйылғы йылдың май, июнь, сентябрь, октябрендә үткәрелгән социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Ишембай халҡы ғына түгел, республикала йәшәүселәрҙең бөтәһе лә шихандарҙы эшкәртеүгә ҡәтғи ҡаршы. Халыҡтың тауышын иҫәпкә алып, "Башҡортостан сода компанияһы"н сеймал менән тәьмин итеүҙең юлдары эҙләнде. Бөгөн Торатауҙан башҡа сеймал итеп ҡулланырлыҡ башҡа сығанаҡ юҡ, тигән фекер бар. Был дөрөҫ түгел. Ярты йыл буйына министрлыҡтар был хәлде ентекле өйрәнә.
Билдәле булыуынса, эзбизташ республикала киң таралған минерал. Стәрлетамаҡ, Ишембайға яҡын урынлашҡан территорияларҙа ла бар ул. Ҡасандыр Ҡаран, Ғүмәр ятҡылыҡтарында тикшеренеүҙәр ҙә үткәрелгән. Шулай уҡ эзбизташ Архангел, Баймаҡ, Әбйәлил райондарында, Сибай ҡалаһында бар. Тик химик сәнәғәт өсөн таҙа эзбизташ кәрәк, ҡушылмалар аҙыраҡ булған һайын яҡшыраҡ. Күп булһа иһә, эзбизташты яндырған мәлдә төрлө стационар булмаған процестар барлыҡҡа килә. Тик бөгөнгө көндә "Башҡортостан сода компанияһы" ҡулланған сеймал да юғары класлы түгел. Был үҙенсәлек күптән түгел генә асыҡланды. Шуға ла яңы сеймал сығанағы эҙләү күпкә еңелләште. Йәғни, Торатауҙан башҡа сеймал сығанағы юҡ, тигән гипотеза үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Хәҙер иҡтисади яҡтан файҙалыраҡ булған урынды һайлау ғына тороп ҡала. Сибайҙың Төйәләҫе, Әбйәлилдең Әлмөхәмәт эзбизташ ятҡылығына ҡарағанда, Шахтауҙан 35 саҡрымда ятҡан Ғүмәр ятҡылығы күпкә уңайлыраҡ. Хәҙер унда ҡабатлап разведкалар үткәрергә генә ҡала. Әлегә разведка эштәре һөҙөмтәһендә генә балансҡа ҡуйылған эзбизташ күләме - 180 млн тонна. Ул яҡынса 40 йылға етәсәк. Ҡаран, Ғафури районының ташлы ятҡылыҡтары ла күҙ уңында тотола. Әлегә Ғүмәр, Ташлы ятҡылыҡтарына разведка үткәреп, химик сәнәғәт өсөн сеймал булараҡ балансҡа ҡуйырға, 2017 йылдан яңы карьерҙарға транспорт, сәнәғәт инфраструктураһы менән тәьмин итә башларға һәм шул рәүешле "Башҡортостан сода компанияһы"н сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә. Был юл - конфликтһыҙ. Был юл перспективалы, компанияны оҙайлы йылдарға сеймал менән дә тәьмин итә, шихандарҙы эшкәртеү мәсьәләһен дә юҡҡа сығара.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары журналистары менән осрашыу барышында "Башҡортостан сода компания"һы өсөн икенсе сеймал сығанағы сифатында ҡаралған Ғүмәр ятҡылығын эшкәртә башлағас, Ишембай районының Ғүмәр ауылы халҡы өсөн яңы эш урындары булдырыласаҡ, тип тә белдерҙе. "Ғүмәр ауылы ҙур түгел, 300-ләп кеше йәшәй, - тине Рөстәм Зәки улы. - Ятҡылыҡты эшкәртеү урындағы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырмай ҡалманы. Мин уларҙы аңлайым. Бында, ысынлап та, бик матур: Егән йылғаһы, көтөүлектәр, эзбизташлы тау итәгендәге сабынлыҡтар. Әммә ошо ятҡылыҡты эшкәртеүҙе ауылдан 4 саҡрым алыҫлыҡта башлау күҙ уңында тотола. Шуға күрә халыҡҡа бер ниндәй ҙә техноген баҫым яһалмаясаҡ. Бынан тыш, кешеләргә эш буласаҡ. Бөгөн ауылда хеҙмәткә һәләтле 86 эшһеҙ бар. Хәҙер уларҙың бер өлөшө геология-разведкалау эштәренә йәлеп ителәсәк. Ҡалғандары карьерҙа эшләйәсәк..."

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.11.15 | Ҡаралған: 1299

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru