«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
+  - 

8-се һабаҡ:"Ете сәбәп"

Бер кеше өс көн буйы эшенә бармаған, ти. Дүртенсе көндө эшенә килгәс, хужаһы саҡыртып алып, келәмгә баҫтырған.
- Өс көн буйына эшкә сыҡмай ҡайҙа йөрөнөң, ниңә хәбәр итмәнең? - тип ябырылған уға талапсан хужа.
- Ней бит әле, Фәлән Фәләнович! Эсеүҙе ташлағайным, шул шатлыҡтан эсеп ташлағанмын, - тигән, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, аҡланырға теләгән хеҙмәткәр.
- Шәп булған! Ярай, ташланың, ти, шатлығыңдан байрам да иттең, ти, ә иртәгәһен һуң, эшкә килергә була ине бит, - тип оторо ярһыған түрә, хеҙмәткәренә тишә ҡарап.
- Килә алманым шул, иртәгәһенә баш төҙәттем, - тип яуаплаған тегеһе.
- Ә өсөнсө көн, кисә ниңә килмәнең? - тип ябырылған бүлмә хужаһы.
- Ней бит әле, Фәлән Фәләнович! Бахмурҙан ауырыным… - тигән булған келәмдә баҫып тороусы.
Был лаҡапты ниңә һөйләйемме? Бер нисә тапҡыр уҡталып, эсеүҙән туҡталып, аҙаҡ кире башлап, тағы ташлап, иң һуңынан бөтөнләй туҡтаған кеше булараҡ, кешене араҡы эсеүҙе ташларға, аҙаҡтан кире эсеп китергә мәжбүр итеүсе сәбәптәргә туҡталмаҡсымын.
Наркологтар кеше өс осраҡта, өс сәбәп арҡаһында үҙенән-үҙе, тик ихтыяр көсө ярҙамында эсеүҙән ҡотола ала, тип иҫәпләй. Бына улар:
1. Кеше самаһыҙ күп һәм оҙайлы ваҡыт эсеп, йәшәү менән үлем араһында тороп ҡалғанда, әгәр ҙә йәшәүҙе һайлаһа, тәүбәгә килә һәм эсеүенән туҡтай.
2. Тормош иптәшенең йәки башҡа ғаилә ағзаларының: " Йә - беҙ, йә - араҡы!"- тип ҡуйған "ультиматум"ын тыңлағандан һуң, әгәр ҙә ғаиләһен юғалтҡыһы килмәһә, эсеүенән баш тарта.
3. Эшләгән ерендәге хужаһының йәки коллектив ағзаларының уның эсеүенә ҡарата белдергән дәғүәһенән һуң, әгәр ҙә эш урынын юғалтҡыһы килмәһә, араҡынан ваз кисә.
Былар кешене эсеүҙән үҙе теләп баш сөйөргә мәжбүр итеүсе сәбәптәр. Ошо осраҡтарҙа ғына эсеүҙән яфаланыусы кеше, үҙе теләмәһә лә, ғүмерен, ғаиләһен йәки эш урынын һаҡлап ҡалыр өсөн был аҙымға бара.
Ауырыуға дусар булғанда табибҡа әүереләһең, тигән һымаҡ, мин үҙемсә башҡа сәбәптәр тураһында ла уйландым. Наркологтар өс сәбәп тураһында белмәй әйтмәйҙер, был, ысынлап та, шулай. Әммә кеше тота килеп ошо өс сәбәпкә бәйле өс ҡурҡыныс янамаған хәлдә лә, эсеүенән туҡтай алмаймы ни? Туҡтай ала!
Беренсенән, ғүмер бер генә, нисек йәшәһәң дә, барыбер үтә. Спиртлы эсемлектәрҙән бөтөнләй азат булып, емертеп донъя көтөп, бәхетле йәшәүселәргә ҡарап һоҡланыусы һәм көнләшеүсе кеше, сәмләнеп һәм намыҫланып китеп, үҙе туҡтай ала. Мин бындай миҫалдарҙы күп беләм.
Икенсенән, кеше күңеленең иң мөҡәддәс тойғоһо - мөхәббәт. Ошо тойғо хаҡына кеше нимә генә эшләмәй, утҡа ла, һыуға ла инә. Төптән уйлағанда, донъялағы бар нәмә мөхәббәт өсөн яратылған, уйлап сығарылған, төҙөлгән. Аллаһы Тәғәлә тәүҙә Әҙәм менән Һауаны яралтҡан һәм яратҡан. Әҙәм менән Һауа үҙҙәренең мөхәббәт емеше итеп кешелекте тыуҙырған. Уларҙың мөхәббәт емештәре өсөн тора-бара йорт, ауылдар, ҡалалар, машина, сәнғәт кәрәк булған. Һәр тереклектең нигеҙендә лә мөхәббәт ята. Шул уҡ тойғо кешене иң ауыр саҡта барлыҡ һәләкәттәрҙән ҡотҡара ала.
Өсөнсөнән, ислам дине, "Ҡөрьән" китабы. Араҡы эскән кешенең күңеленә Иблис шайтанды индереп ултырта, тинек. Донъяла диндән дә, беҙҙең өсөн Ислам диненән дә йәшәйеш өсөн ҡулайлы һәм изге булған мәктәпте бер кем дә уйлап сығармаған әле. Динле булыу, намаҙ уҡыу үҙе үк шайтан ризығынан азат булыуҙы аңлата. Дингә бәйле уйҙарымды алдараҡ һөйләрмен.
Дүртенсенән, кешене һиҫкәндерергә мәжбүр иткән ваҡиға, ғибрәтле хәл. Аллам һаҡлаһын, әммә эсеү арҡаһында кемдәрҙер һаулығын юғалта, янып үлә, үҙ-үҙенә ҡул һала. Был хәлдәрҙе теләмәһәк тә, тормошобоҙҙа улар көн һайын тиерлек осрап тора. Ғибрәтме? Ғибрәттең дә ниндәйе бит әле! Был хәлдәрҙең шаһиты булған кеше киләсәк хаҡына ошо юлдарҙы уҡығас та эсеүенән ваз кисергә бурыслы.
Өс сәбәп янына тағы ла дүртәү өҫтәлгәс, улар барлығы етәү булып китте. Иң мөһиме - теләк һәм ихтыяр ғына булһын. Үҙемдән сығып, шуны беләм: был сәбәптәрҙең береһе тәүге аҙымды яһағанда ғына кәрәк, ҡалған алтауһы киренән эсеп китмәҫ өсөн берҙәм таяныс булһын.
Бер тапҡыр ташлап, киренән эсеп китеү өсөн сәбәп юҡ, сөнки ете сәбәп бер-береһенә ныҡ бәйләнгән, улар бер-береһен тулыландыра, береһен генә алып ташлаһаң, башҡалары ла эйәрә. Киренән эсеп китеү өсөн һылтау ғына булыуы ихтимал. "Һыныҡҡа - һылтау" тигәндәй, ҡулыңды рюмкаға үрелергә мәжбүр итеүсе хәл-ваҡиға һинең хужаңа әүерелә. Ә нисек итеп уны еңергә була? Әлеге лә баяғы, ихтыярға килеп еттек. Алдағы һанда Ихтыяр хаҡында һөйләшербеҙ.

Әхмәр ҮТӘБАЙ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.11.15 | Ҡаралған: 1208

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru