«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЛАЙЫҠЛЫ ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕ - ТӨП СОЦИАЛЬ БУРЫСЫБЫҘ
+  - 

Рөстәм Хәмитов республиканың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 24-се ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Гәзит уҡыусыларға Мөрәжәғәтнамәнән ҡыҫҡаса тезистар тәҡдим итәбеҙ.

Республикала конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырыуҙың мөһим шарттарының береһе - ыңғай демографик хәл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылдан башлап бөтә ил буйынса күрһәткестәр насарая төштө. Кире динамиканың төп сәбәптәре - сабыйҙар һанының, бала табыу йәшендәге кешеләр күләменең дөйөм кәмеүе, тирә-яҡ мөхиткә саманан тыш техноген баҫым, һаулыҡ һаҡлау селтәрендәге етешһеҙлектәр.

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф министрлыҡтары, муниципалитеттар асыҡ спорт инфраструктураһын, шул иҫәптән ауылда әүҙемерәк ойошторорға, "сәләмәтлек киңлеге"н булдырырға тейеш. Тәрбиәүи эште традицион рухи ҡиммәттәргә, Рәсәй тарихына һәм күп милләтле мәҙәниәтенә таянып, яңы кимәлгә күтәрергә кәрәк.

Бөгөнгө шарттарҙа халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү селтәренә һөҙөмтәле идара итеү, иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарында һәм сегменттарында эш биреүселәр менән бәйләнеш булдырыу мөһим. Республика Хөкүмәтенән квалификациялы белгестәрҙе үҙебеҙҙә һаҡлап ҡалыу һәм кәрәкле кадрҙарҙы башҡа биләмәләрҙән йәлеп итеү буйынса сараларҙың комплекслы планын әҙерләүҙе һорайым. Ведомство-ара нигеҙҙә Башҡортостандан ситтәге вуздарҙы тамамлаған йәштәрҙең үҙебеҙгә ҡайтыуын дәртләндереү алымдарын булдырырға кәрәк.

Лайыҡлы йәшәү кимәлен тәьмин итеү - тәү сираттағы социаль бурысыбыҙ. Республика Хөкүмәтенә Эш хаҡын арттырыу саралары планының үтәлешен бөтә кимәлдә лә контролдә тоторға, хеҙмәтсәндәрҙең законлы хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эшмәкәрлекте көсәйтергә кәрәк.
Халыҡтың үҙмәшғүллеген, уның эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген арттырыу йәшәү кимәлен күтәреүҙең, эшһеҙлекте кәметеүҙең ысын факторын тәшкил итә.

2015 йыл беҙҙең бюджет системаһын ныҡлыҡҡа һынау осоро булды. Министрлыҡтар, ведомстволар һәм муниципалитеттарҙың эшен координациялау, ҙур предприятиелар, һалым органдары, башҡа федераль структуралар менән үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү хәлде контролдә тотоу ғына түгел, килемде 13 процентҡа арттырыу мөмкинлеген бирҙе.
Ил Президенты Владимир Владимирович Путиндың федераль Хөкүмәткә "Башнефть" компанияһы акцияларының 25 процентын Башҡортостанға тапшырыу тураһындағы күрһәтмәһе бюджетты тулыландырыу йәһәтенән республика өсөн яҙмышты хәл иткес ваҡиғаға әүерелде. Дивидендтарҙың тәүге 5 миллиард һумы төбәкте үҫтереүгә йүнәлтелде, халыҡҡа файҙа килтерә.

Йәмғиәттә финанс ғилемен үҫтерергә, граждандарға хоҡуҡи һәм иҡтисади белем биреү менән шөғөлләнергә, уларҙы алдаҡсыларҙан һәм финанс пирамидаларынан яҡларға кәрәк.

Киләһе үҫеш нөктәһе - ауыл хужалығы. Тармаҡты сифат йәһәтенән күләмле модернизациялау талап ителә. Беҙҙең бурыс - һәр ерҙә заманса технологияларҙың файҙаланылыуына, ныҡлы хужалыҡтар нигеҙендә эшкәртеүҙең тулы циклы булған агрохолдингтар асыуға, иң элек һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған, бүленгән һәр һумды аҡлаған етештереүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә күсеү. Ҡулланыусылар баҙарында фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың өлөшөн арттырыу өсөн ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу, һаҡлау һәм һатыу системаһын яйға һалыу талап ителә.

Бәләкәй һәм урта бизнестың ҡеүәтен тулыраҡ асыу фарыз. Ошо өлкәлә мәшғүл булғандар һанын эшләгән халыҡтың өстән бер өлөшөнә тиклем, ә тулайым төбәк продуктында эшҡыуарҙы сирек өлөшкә еткереү мөһим. Беҙ намыҫлы, кәрәкле эшҡыуарҙарға "йәшел ут" булдырырға тейешбеҙ.

Иҡтисади үҫештең тағы ла бер мөһим нөктәһе - төҙөлөш комплексы. Торлаҡ алыу мөмкинлеген арттырыу уның төп бурысы булып тора. Әле республикала был баҙар ныҡ монополияланған, төп уйынсылар хаҡты юғары ҡуя. Ошонан файҙаланып, намыҫһыҙ төҙөүселәр алдау юлы менән кешеләрҙе арзан торлаҡ һатып алыуға йәлеп итергә тырыша.
Республика Хөкүмәтенә хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә бындай енәйәттәргә юл ҡуймау сараһын көсәйтеү бурысын йөкмәтәм.

Беҙ властың бөтә кимәлдәрендә коррупцияны тамырынан юҡ итеү буйынса эште дауам итергә, бындай хоҡуҡ боҙоу осраҡтарында ҡәтғи сара күрергә тейешбеҙ. Республика ҡарамағындағы дәүләт унитар һәм башҡа предприятиелар эшмәкәрлегенә контролде көсәйтеү мөһим. Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә республика милкен, ер участкаларын шәхси структураларға күсереүгә бәйле енәйәти алымдарға ныҡлы кәртә ҡуйырға кәрәк. Һәм исемдәргә ҡарамаҫтан, барыһына ла берҙәй буласаҡ.

Башҡортостанда ҙур форумдар үткәреү хоҡуғын алыу буйынса эште системалаштырыу зарур. Беҙҙә был йүнәлештә уңышлы эшмәкәрлек миҫалдары бар. Мәҫәлән, бер ай элек 2020 йылда Өфөнөң Рәсәйҙә беренсе тапҡыр уҙғарыласаҡ Бөтә донъя халыҡ ижады фестивале - Фольклориаданың баш ҡалаһына әүереләсәге хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Был "мәҙәни Олимпиада"ла донъяның тиҫтәләгән иленән меңдәрсә артист ҡатнашасаҡ. Мөһим форумға әҙерлекте әле үк башларға, мәҙәниәт учреждениеларын һәм сәхнә майҙансыҡтарын, һабантуй үткәрелгән урындарҙы тәртипкә килтерергә, ҡала, райондарҙы төҙөкләндерергә кәрәк.

Республиканы танытыу өсөн сағыу медиалы образ, иҫтә ҡалырлыҡ визуаль бренд булдырыу зарур. Ошо мөһим эшкә төбәктән ситтә йәшәгән билдәле яҡташтарыбыҙҙы - ҙур уңышҡа өлгәшкән һәм бөгөн илдең ғорурлығы булған сәйәсмәндәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, сәнғәт эшмәкәрҙәрен тулыраҡ йәлеп итергә тейешбеҙ. Был шәхестәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырайыҡ, уларҙы "республиканың тулы хоҡуҡлы вәкилдәре" итеп күрһәтәйек.

Рәсәй халыҡ-ара терроризмдан бөтә планетаға янаған хәүефте бөтөрөү өсөн ҡәтғи саралар күрә. Власть органдарына, көс структураларына, бөтә йәмғиәткә бөгөн айырыуса уяу булырға кәрәк. Тыйылған ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә, йәштәрҙе пропагандалау маҡсатында эшкәртеүгә етди кәртә ҡуйырға, бының өсөн йәмәғәт берекмәлерен, киң мәғлүмәт сараларын, танылған дини үҙәктәрҙе йәлеп итеү фарыз.

Әле Рәсәй милләтен туплау мәсьәләһе иң мөһимдәрҙең береһенә әүерелә. Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын республикала һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу буйынса алдыбыҙҙа ҙур эш тора. Быйыл үткәрелгән Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезы һәм IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҙур әһәмиәткә эйә булды. Власть органдарына, милли-мәҙәни берекмәләргә, йәмәғәт ойошмаларына, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республикала күп быуатлыҡ дуҫлыҡ һәм татыулыҡ йолаларын артабан да һаҡлап ҡабул буйынса берҙәм аҙымдарҙы дауам итергә кәрәк.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.11.15 | Ҡаралған: 1339

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru