«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАМЫРҘАРЫБЫҘҘЫ БАРЛАНЫҠ, Ә УЛАР ҠЕҮӘТЛЕ ҺӘМ НЫҠ
+  - 

21 ноябрҙә баш ҡаланың Конгресс-холында IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙҙы. Уның эшендә Башҡортостандың район-ҡалаларынан, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙән, сит илдәрҙән 419 делегат ҡатнашты.

"Оло йыйын Башҡорт автономияһы өсөн башланған милли хәрәкәт лидеры, публицист, тарихсы, шәрҡиәтсе, төркиәт белгесе, философия фәндәре докторы, профессор Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу ваҡыты менән тура килде. Шуға ла оло ҡорҙа ҡараласаҡ мәсьәләләр башҡорт, Башҡортостан халҡы өсөн генә түгел, ә Рәсәйҙең барлыҡ халыҡтары өсөн дә мөһим булып тора. Быны Ҡоролтайҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе К. Толкачевтың, РФ Федерация Советындағы Башҡортостан вәкилдәренең, депутаттарҙың ҡатнашыуы, РФ субъекттары вәкилдәренең, халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары ағзаларының, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙың, РФ Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Светлана Смирнованың булыуы ла раҫлай", - тине тантананы асып БР премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.
Тәрбикләү һүҙе менән сығыш яһап, БР Башлығы Рөстәм Хәмитов был көндөң көтөп алыныуын билдәләне, сөнки фекер алышыр мәсьәләләр - туған тел яҙмышы, рухи хазиналарҙы һаҡлау, башҡорт милләтенең бөгөнгө көнкүреше, республика тормошо һәм башҡалар бик күп йыйылған. "Беҙҙең төп бурысыбыҙ - Башҡортостанды үҫтереү, уны көслө республика булараҡ танытыу, күтәреү. Беҙ бары тик яңырыу, үҫеш юлынан ғына атларбыҙ, - тине ул. - "Ағас тамыры менән көслө", ти халыҡ мәҡәле. Ә беҙҙең быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан тамырҙарыбыҙ, ысынлап та, ҡеүәтле, көслө һәм ныҡ. Республикабыҙ һәр саҡ бөйөк Рәсәйҙең терәге булған һәм буласаҡ.
Башҡортостан халҡының Көнсығыш сифатына хас булған ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ, изге күңеллелек, ярҙамсыллыҡ, ойошҡанлығын Көнбайыштың цивилизация моделе: айыҡ прагматизам, маҡсатҡа өлгәшеүсәнлек менән байытырға тейешбеҙ. Республикабыҙ тәбиғәт хазинаһына бай, үҙенең иҡтисады, фәне, мәғарифы һәм һәләтле, хеҙмәт һөйөүсе халҡы менән көслө. Фиҙаҡәр хеҙмәт һөҙөмтәһендә Башҡортостан йылдан-йыл Рәсәйҙең динамикалы үҫешкән төбәктәре араһында үҙенең позицияларын нығыта бара. Шуға ҡарамаҫтан, эшләйһе эштәребеҙ күп. Иң беренсе бурыс - яңы эш урындары булдырыу, белем, медицина, фән өлкәһендә үҫештәргә өлгәшеү. Шуға ҡала һәм ауылдарҙа тормош сифатын төрлө яҡлап күтәрергә тырышырға кәрәк. Туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау, йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биреү, республикабыҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләү мөһим. Йәштәр дөрөҫ юлдан барһын өсөн уңайлы шарттар булдырырға, ваҡыттарын һәм көстәрен кәрәкле эшкә йүнәлтергә тейешбеҙ.
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, ти халыҡ. Бөгөн төрлө фекерҙәр, теләктәр күп булыр, сөнки һәр бер делегат халҡы өсөн янып йәшәй. Уларҙың барыһының да фекере тыңланыр, Ҡоролтай мөһим ҡарарҙар сығарыр тип ышанам. Беҙҙең төп бурыс - бергә, татыу йәшәү. Илебеҙ, тыуған еребеҙ сәскә атһын, туған телебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлайыҡ".
Ике Ҡоролтай арауығындағы эшмәкәрлекте йомғаҡлап, БДБҠ Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев отчет доклады менән сығыш яһаны. Уның тәҡдиме менән йыйылыусылар Ҡоролтайҙың беренсе рәйесе, күптән түгел генә арабыҙҙан киткән Нияз Мәжитовтың яҡты иҫтәлеген бер минут тын тороп хөрмәтләне. Румил Талғат улының сығышында яңғыраған тәҡдимдәр: Башҡортостан Республикаһын "Башкирия" тип атауға протест белдереү, ҡурай музыкаль уйын ҡоралын башҡа милләттәр үҙләштереүҙән һаҡлау, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренә һәйкәлдәр эшләү һәм уларҙың исемдәрен урамдарға биреү һ.б делегаттар тарафынан хуплау тапты.
Рәсәй Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Светлана Смирнова Ҡоролтайҙың ролен баһалап, уның башҡорттарҙың үҫешен, телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап тороусы иң ҙур йәмәғәт ойошмаһы ғына түгел, күп милләтле илебеҙҙең киләсәге буласаҡ Рәсәй милләте берлеген нығытыу мәсьәләләре буйынса фекер алышҡан иң абруйлы ойошма булып тора, тип белдерҙе. Шулай уҡ ул мәғлүмәт сәйәсәтенән башҡа бер генә халыҡтың да киләсәге булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан Халыҡтары Ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, башҡорттар бөгөн көслө, белемле, эш һөйөүсән, үҙенсәлекле мәҙәниәтле тыныслыҡ яратыусы халыҡ, тип билдәләне һәм бары тик Рәсәйҙең күп милләтле халыҡтары менән берлегендә генә уның этнос булараҡ һаҡланып ҡалыуы һәм үҫеше мөмкин булыуын белдерҙе.
Пленар ултырыштан һуң фекер алышыу "Хәҙерге Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ, туризм һәм ер мәсьәләләре", "Мәғариф системаһын реформалау шарттарында башҡорт милли мәғарифының проблемалары һәм үҫеш перспективалары", "Тарих һәм милли мәҙәниәт: үткәндәрҙән киләсәккә", "Башҡорт ғаиләһе: ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, һаулыҡ һәм демография", "Башҡорт телендә интернет, киң мәғлүмәт саралары: проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары", "Йәштәр - башҡорт халҡының стратегик ресурсы" темалары буйынса секцияларҙа дауам итте.
Йомғаҡлау пленар ултырышында 60 ағзанан торған яңы башҡарма комитет, яңы рәйес вазифаһына Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан фәнни-тикшеренеү институтының генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов һайланды. Резолюция проекты нигеҙҙә хупланып, уға тәҡдимдәр индереү ваҡыты 1 декабргә тиклем оҙайтылды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.11.15 | Ҡаралған: 1293

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru