«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ КИТАПТАРЫ ЙӘМЕ БУЛҺЫН ҺӘР ӨЙҘӨҢ
+  - 

Был һанда яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Яҡуповаға үҙ һорауҙарыбыҙҙы төбәнек һәм, беҙҙеңсә, бик ихлас, матур яуаптар алдыҡ.

Әҙәбиәт йылында ижад итеү мөмкинлеге, ижади аралашыуҙар арттымы?

- Әҙәбиәт йылымы, түгелме, һөнәре шул булғас, яҙыусы даими эш өҫтөндә инде ул. Әлбиттә, дәүләт тарафынан иғтибар өмөт уята, күңелде ҡанатландыра һәм ижад утын дөрләтеп ебәрә. Мөмкинлек, тигәнде мин ниндәйҙер уңайлы шарттар, мәҫәлән, торлаҡ, ижади командировка, өҫтәмә отпуск һ.б. тип аңлайым. Яҙыусылыҡты эш тип танып, айырым статус биреү, хеҙмәт хаҡы түләү тураһында ла һүҙ сығып алғылай. Был осраҡта, моғайын, эш планы, күләм, сифат мәсьәләләре лә ҡалҡып сығыр. Ижад ул ҡыҫаларға һыймай шул...
Ә бына ижади аралашыуға килгәндә, эйе, был йәһәттән Әҙәбиәт йылының йоғонтоһо күҙгә күренеп тора. "Әҙәби нағыш" маршруттары менән яҙыусылар, төркөмдәргә бүленеп, республиканың һәр районын гиҙеп сығып бара. Сәфәрҙең маҡсаты - әҙәбиәтте пропагандалау, халыҡ фекерен ишетеү һәм йәш таланттар эҙләү. Миңә лә ҡәләмдәштәрем менән байтаҡ ҡына төбәктәрҙә булырға тура килде, һәр ҡайҙа хөрмәт менән, ҡыҙыҡһынып ҡаршы алдылар, осрашыуҙарҙа ихлас һөйләшеү барҙы, ҡулъяҙмалар тикшерелде. Баймаҡ, Бүздәк, Хәйбулла райондарында башлап яҙыусыларҙың күплеге, халыҡ шағирҙары Абдулхаҡ Игебаев, Факиһа Туғыҙбаева, Ҡәҙим Аралбаев вариҫтары үҫеүе ҡыуандырҙы.
Быларҙың барыһы ла бер йыллыҡ кампания, ваҡытлыса акция булмаһын ине, тип әйтеүҙән генә фәтүә юҡ, беҙ үҙебеҙ -яҙыусылар, йәмәғәтселек, тотош халыҡ әлеге әүҙемлекте артабан да юғалтмаҫҡа, ижади бәйләнеште өҙмәҫкә тырышһаҡ ине.

Уҡыусылар менән бәйләнеш ептәре лә төҫмөрләнгәндәй булғандыр?

- Әҙәбиәт менән уҡыусы араһында күпер һуҙылды, йәш ижадсылар байҡалды. Башҡорт әҙәбиәте тигән тиңһеҙ рухи, мәҙәни байлығыбыҙ, остаздарыбыҙҙың юғары мәктәбе бар - дәртебеҙгә дарман, ошо йылдың үрнәктәрен традицияға әйләндерәһе ҡала. Ошоғаса тупланған тәжрибәне лә ҡушып, әлбиттә.
Китап уҡыуға килгәндә, халыҡ телевизорға, интернетҡа һалышып китте, уныһы бар. Ләкин уҡымлы әҫәрҙәр барыбер кешеләрҙең зиһенен яулай, китапханаға әйҙәй. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйткәнсә: "Йәме булһын башҡорт китаптары, башҡорт бишек элгән һәр өйҙөң!"

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.11.15 | Ҡаралған: 1169

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru