11-се һабаҡ: "Иблис мутлыҡтары"
Араҡы эскән кешенең эсенә Иблис инеп урынлаша, тинек. Урынлаша ла, үҙенең ҡыйратҡыс ғәмәлдәрен башҡарырға, уны эске яҡтан тарҡатырға тотона. Бер аҙҙан ул күңелде яулай, рухты үлтерә, яйлап ҡанды ағыулай барып, бауырҙы, бөйөрҙө, ашҡаҙанды эшлектән сығара, кешене юҡ итә. Эскелеккә бирелгән кешенең физик үлемгә дусар булғанға тиклем, тәүҙә күңеле үлә, рухы һына. Күңеле үлеп тә оҙаҡ йәшәгән кешеләр бар. Ниңәлер уларҙы "зомби" тиҙәр. Уйлаһаң, уйылып китерлек: кеше ҡәҙимге тормош менән йәшәй, һулыш ала, туҡлана, йоҡлай, ер өҫтөнән атлап йөрөй, әммә үҙе юҡ, сөнки күңеле үле. Ундайҙарҙың күҙ ҡараштарында өмөт осҡондары юҡҡа сыға, бары тик "мәғәнәһеҙлек" кенә сағыла. Хахылдап көлөүҙәре лә үҙенеке түгел, Иблистеке…
Хәмер кешелеккә Иблис тарафынан ебәрелгән афәт, ағыу. Ҡаршы тора алғандар, йәғни эсеүҙән ваз кискәндәр уның менән ғүмер буйы көрәшеп йәшәргә тейеш. Беренсенән, был көрәш үҙеңдең артыңдан башҡаларҙы эйәртер өсөн кәрәк булһа, икенсенән, Иблис һине бер ҡасан да онотмай. Аҙымың һайын һәр саҡ һағалап ҡына тора: холҡоңдоң йомшаҡ яҡтарын барлай, көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларҙа албырғатып, ауыҙыңа араҡы ҡойорға самалай. Хатта үҙ-үҙеңде белмәй, яңылыштан ғына йотоп ҡуйҙыңмы, бойороҡтарын бирергә тотона. Иң тәүҙә, әлбиттә, өҫтәп эсеүеңде талап итә. Оҙаҡ ваҡыт эсмәй йөрөп, ҡабат "ысҡынып" киткәндәрҙән Иблис үткән көндәре өсөн үсен ала. Күптәр был саҡта бер туҡтауһыҙ эсә.
Араҡыға ҡаршы көрәште, айыҡ тормошҡа ынтылышты Иблискә ҡаршы көрәш тип аңлағанда ғына ниәтеңдең бойомға ашырына тулы ышаныс бар. Был йәһәттән хәмер - хәрәм ризыҡ, ул градуслы шыйыҡса ғына түгел, Иблис тәғлимәтен бойомға ашырыусы ҡорал, кешене әхләҡи яҡтан тарҡатыусы идея. Шәхесте бер ниндәй идеология ла араҡы кеүек эстән ҡыйрата алырлыҡ көскә эйә түгел. Беҙ көн дә ашаған бойҙайҙан яһалған ризыҡты, икмәкте алайыҡ. Икмәк кешене күпме аслыҡ һәләкәттәренән ҡотҡарған, шул уҡ ваҡытта уның "бер туғаны" булған хәмер кешелекте һәләкәткә алып килә. Әйтерһең дә, Әҙәм балаһы был ризыҡ аша һынау үтә. Улай ғына ла түгел, уға бер үк бойҙайҙан яһалған ике ризыҡты һайлау хоҡуғы бирелгән. Айырма шунда ғына: икмәк - Аллаһы Тәғәләнеке, хәмер - Иблистеке.
Иблис миңә үҙенең илселәрен бер туҡтауһыҙ ебәреп торҙо. Ниндәй генә сүрәткә инеп килмәне улар? Күңелемде сәбәпһеҙ күккә күтәргән ҡыҫыр шатлыҡ, әрһеҙ ҡупайыу, урынһыҙға сығырымдан-сығарған көтөлмәгән сәбәләнеү, йөрәгемдең һәм йәнемдең барлығын иҫемә төшөргән тәнемдәге ауыртыныу тойғоһо, эшемдәге бер-бер артлы килгән уңышһыҙлыҡтар, һәм башҡалар, һәм башҡалар.
Эй ныҡышты Иблис, эй тырышты. Уның маҡсатын башта уҡ төшөнөп алдым: нисек булһа ла сығырымдан-сығарып, күңелемдең бушап ҡалған мәлен ҡарауыллап, ауыҙыма үҙенең ризығын ҡоймаҡсы ниәте. Шул саҡта: "Ни өсөн кеше тиктән-тиккә эсә?"- тигән һорауға ла яуап таптым, буғай. Иблис ике осраҡта кешегә араҡы эсерә ала. Беренсеһе, әйткәнемсә, күңел бушап ҡалғанда. Күңел был саҡта ҡорғаҡһыған мискәгә оҡшаш була. Кеше Иблис һыуынан күңеллелек ала ла, иртәгәһен кисә ҡорғаҡһып ҡына торған күңеленең инде ҡорой барыуын тойоп, тағы ла йота, өсөнсө көндә кибә башлағанынан һиҫкәнеп, ҡурҡышынан мәжбүри рәүештә эсеп, Иблистең ҡармағына бөтөнләйгә ҡаба.
Тик буш һауытҡа ғына нимәлер ҡойорға була. Был, ысынлап та, шулай. Буш күңел дә буш һауытҡа бәрәбәр. Әммә Иблис хискә, тойғоға, шатлыҡҡа тулы күңелгә лә үҙенең һыуын ҡойорға һәләтле. Был - артыҡ шатланыу, елкенеү бәләһе. Ни өсөн тиһегеҙме? Кеше күңеле ашып-ташып торғанда, уның сиктәренән артылып түгелгән тойғо аҡылды, зиһенде томалап күмә. Иблис был осраҡта әҙер генә тора. Артығыраҡ түгелеп, күңелдең бушаңҡырап ҡалған өлөшөнә үҙенең эсемлеген ҡойоп та өлгөрә. Аҙаҡ былай ҙа хискә тулы күңелде осондорорға тотонмаһынмы…
Шулай итеп, уларҙы ҡужғытып ебәрә лә, бушай барған урынға тағы ла шул эсемлекте тултырырға тотона.
Күңелемдең бушап ҡалған саҡтары булманы түгел, булды. Тормош бит, беҙ уның көтөлмәгәнлектәренән бөтөнләйгә азат түгелбеҙ. Әммә ул мәлдәр ҡыҫҡа ғына тойолдо, ни өсөн тигәндә, мине Мөхәббәт тойғоһо ялмап алғайны. Донъяла яҡын кешем барлығын иҫемә төшөрөүем була, йәһәт кенә мөлдөрәмә тулыша инем һәм Иблис үҙенең этлектәрен ҡылырға ла өлгөрмәй ҡала ине.
Бер нисек тә мине алдыра алмаған Иблис күңелемдән ошо оло тойғомдо алып ташлар өсөн үҙенең артабанғы уй-мәкерен ҡорҙо. Әйтергә кәрәк, маҡсатына иреште ул, ҡәһәр һуҡҡыры!
Бер көн яныма шундайын йәш һәм сибәр һылыу килде. Күҙҙәремә ҡараны ла, яғымлы йылмайҙы. Беҙ ир-ат бигерәк бер ҡатлы шул, һәр ҡыҙҙың үҙебеҙгә ҡарап йылмайыуын, күҙ ҡыҫыуын айырым иғтибар тип ҡабул итергә әҙер генә торабыҙ. Бер секунд эсендә күҙ алдыбыҙға уның менән буласаҡ яҡынлыҡты күҙ алдына килтереп, тамшанабыҙ. Мин, барыһын да онотоп, ҡапыл үҙгәрҙем кеүек.
Ысынында иһә, был күңелемдәге оло тойғоға һынау ғына булған икән. Уның шулай икәнлеген мин теүәл бер йыл үткәс кенә аңланым. Иблистең был ғәләмәтенең мәғәнәһенә лә төшөндөм. Тимәк, мине бер нисек тә алдыра алмағас, ул иң тәүҙә күңелемдәге тойғоно үлтерергә, аҙаҡ инде бушап ҡалған "һауытҡа" шарап ҡойорға ниәтләнгән. Иблискә "кукиш" күрһәттем һуңынан. Хәҙер инде шуны беләм: әгәр ҙә күңелдәге Мөхәббәт ысын тойғо икән, Иблис көсһөҙ. Сөнки ул тойғоно кешегә Аллаһы Тәғәлә бүләк итә, уны үҙе генә тартып ала. Ә Иблис иһә, һөйөү шарабы менән минең башты ҡатырып, ҡаңғырғанымда кәсәләрҙе алмаштырырға самалаған.
Оҙаҡ эсеүҙән күңелдәре үлеп, рухтары ҡыйралған кешеләрҙе осратһам, уларҙың йөҙөндә, күҙ ҡараштарында күрәм мин Иблисте. Улар миңә эсергә тәҡдим итһә, быны тик бер төрлө генә баһалайым: Иблис ми-ңә нисек тә яҡынларға итә. Берсә инәлә, ялбара, хатта йоҙроҡ төйнәп ҡурҡытырға, өҫтөмә ташланырға ла яҫҡына уларҙың булмышындағы дошманым. Эсергә аҡса һораттыра, нисек булһа ла үҙенә хеҙмәт иттерергә тырыша. Тәүге осорҙа мин ундайҙарҙы йәлләп, "баш төҙәтерлек" бирә торғайным, аҙаҡ Иблискә мөнәсәбәтле булыуҙан бөтөнләйгә тыйылдым.
Әхмәр ҮТӘБАЙ.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА