«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАУЫБЫҘҘЫҢ ТЫНЫСЛЫҒЫ БОҘОЛМАҺЫН
+  - 

Үткән йәкшәмбе ике йөҙләп кеше йәнә Торатау итәгенә йыйылды. Төрлө партиялар һәм "Рус географик йәмғиәте" вәкилдәре, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалалары һәм ауылдар халҡы, парапланеристар, студенттар, эшҡыуарҙар, журналистар... Төрлө милләттәге, төрлө ҡарашлы, төрлө йүнәлешле, төрлө йәштәге был кешеләрҙе бер маҡсат берләштерҙе - Торатауҙы һаҡлау һәм яҡлау.

Дөрөҫөрәге, был сараны Стәрлетамаҡ "Сода" йәмғиәтенең тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Торатауҙы сеймал рәүешендә файҙаланыу буйынса алып барған ныҡышмалы эшмәкәрлегенә ҡаршы сираттағы акция тип атарға кәрәктер. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, халыҡ фекеренә, халыҡ аҡылына таянып, тауҙы һаҡлап алып ҡалыу яғында булыуын һәр ваҡыт һыҙыҡ өҫтөнә ала килде һәм күптән түгел "Торатау сеймал сифатында ҡулланылмаясаҡ!" тигән ныҡлы ҡарарҙы Башҡортостан халҡына еткерҙе. Был һүҙҙәрҙән һуң тауыбыҙ яҙмышы өсөн борсолған һәр кем еңел һулап та өлгөрмәне, "Сода" компанияһы, Мәскәүгәсә барып етеп, РФ Йәмәғәт палатаһы йыйылышында сығыш яһап, үҙ һүҙен һүҙ итергә маташты.
Мәғлүм булыуынса, предприятие үҙенең тәүге продукцияһын 1945 йылда етештерә башлай. Уның тәүге ҡорбаны булған Шәкетау сеймал сифатында 65 йылда юҡҡа сыҡҡан. Ғалимдар фаразлауынса, бөгөнгө производство ҡеүәттәренең мөмкинлектәре иһә Торатауҙы 5-6 йыл эсендә ер менән тигеҙләйәсәк. Ә артабан нимә? Артабан "Сода" предприятиеһы алдына йәнә ҡайҙан сеймал алырға тигән һорау килеп баҫасаҡ. Шулай булғас, ни эшләп предприятиены оҙаҡ йылдар сеймал менән тәьмин итерлек альтернатив варианттар эҙләмәҫкә? Ул варианттар тураһында ғаилимдар ҙа, Республика Башлығы ла асыҡ әйтте бит.
"Сода"ны 7-8 йыллыҡ эш менән тәьмин итеү хаҡына 285 миллион йыл самаһы йәшәгән тауыбыҙҙы юҡҡа сығарырғамы ни инде хәҙер? Быға йәмәғәтселек юл ҡуймаясаҡ. Матди байлыҡ артынан ҡыуып, тауҙарыбыҙҙы емереп, урмандарыбыҙҙы ҡырабыҙ, йылға-күлдәребеҙҙе ҡоротабыҙ икән, тимәк, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе лә юҡҡа сығарабыҙ. Былай ҙа бит Ер шарының әле теге, әле был мөйөшөндә таланған, таушалған тәбиғәт, яраланған йыртҡыс һымаҡ, кешелеккә ҡаршы аяуһыҙ ташлана. Торнадо, цунами, ер тетрәүҙәр күпме халыҡты ҡорбан итте. Шуның кеүек, Торатау ҙа, үҙен-үҙе яҡлап, баш ҡалҡытмаҫ, тимә. "Торатауҙың тыныслығын боҙа күрмәгеҙ, юҡһа, ул кешеләргә бик ҙур афәт килтерәсәк", тип тиккә генә әйтеп ҡалдырмаған бит боронғолар. Бына ошо һорауҙар, уларға бәйле борсолоуҙар, күңел әрнеүҙәре йыйҙы ла инде халыҡты Торатау буйына.
- Һуңғы ваҡиғаларға бәйле беҙ, иң беренсе сиратта, Торатауҙы яҡлап сығыш яһарға йыйылдыҡ. Уның ни тиклем уникаль булыуын тағы ла бер тапҡыр үҙ күҙебеҙ менән күреп, артабанғы эш алымдарыбыҙҙы тикшерергә кәрәк беҙгә, - тине тау итәгендә үткәрелгән митингыла сығыш яһап, Башҡортостандың йәмәғәт башланғысындағы экологик хәрәкәт етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова. - Бөгөнгө поход эске туризмды үҫтереүгә үҙ өлөшөңдө индереү ҙә ул, Торатауға сеймал булараҡ түгел, ә турист, үҙ ереңдең патриоты күҙлегенән ҡарарға кәрәк.
Башҡортостан Республикаһындағы Рус географик йәмғиәтенең бүлексә рәйесе урынбаҫары Вячеслав Аброщенко ла был идеяны хупланы.
- Беҙҙең йәмғиәттең маҡсаты - Рәсәй буйлап сәйәхәт итеп, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү. Күптән түгел Асылыкүлгә барҙыҡ, ә бөгөн Торатау түбәһенә күтәреләбеҙ. Ул, ысынлап та, Башҡортостандың хазинаһы, бында "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән һирәк үҫемлектәр үҫә, һоҡланғыс коралдар үҙҙәре генә ни тора! Иң мөһиме, тау халыҡ өсөн изге һанала, - тине ул.
Ялҡынлы сығыштарҙан һуң, ҙур бер төркөм, һуҡмаҡ яһап, изге тауыбыҙға табан атланы. Торатау башына күтәрелгәс, улар ҡулға-ҡул тотоношоп: "Торатауҙы һаҡлайыҡ!", "Йәштәр Торатау менән!", "Мәңге йәшә, Торатау!" тип тирә-яҡҡа оран һалды. Улар тауышына Ишембай районы Ғүмәр ауылынан йыйылып килгән халыҡтың дәррәү тауышы ҡушылды: "Беҙ Торатауҙы ла, үҙебеҙҙең Бүжә тауын да емермәү яғында!" (Билдәле булыуынса, "Сода"ға сеймал рәүешендә альтернатива итеп Ғүмәр ятҡылығы ла ҡарала).
Нисек кенә булмаһын, бында йыйылған халыҡты тыуған еребеҙгә булған һөйөү тойғоһо берләштерҙе. Артабан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәктәбендә үткәрелгән түңәрәк өҫтәл артында ла һүҙ ошо хаҡта барҙы. Һөҙөмтәлә "Сода" компанияһы өсөн сеймал проблемаһын хәл итеүҙә бойондороҡһоҙ эксперт комиссияһы төҙөргә һәм башҡа альтернатив сығанаҡтарҙы ҡарарға, ә Торатауҙы һис шикһеҙ һаҡларға тигән берҙәм ҡарарға киленде.
Ләкин Торатау буйына бер сыҡтыҡ та, шуның менән эш бөттө, тип тынысланырға ярамай. Бөгөн тауыбыҙ яҙмышы бизмәнгә һалынған. Уның бер яғында - Торатауҙы бары сеймал сығанағы итеп кенә ҡараған ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһы, икенсе яғында - тәбиғәтте бер ниндәй байлыҡҡа ла алыштырып булмай тип иҫәпләгән халыҡ. Айыҡ аҡыл барыбер еңергә тейеш.

Гөлнур ДӘҮЛӘТЙӘРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.12.15 | Ҡаралған: 1458

Киске Өфө
 
Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru