«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПИОНЕР БУЛЫП ӘРӘМ БУЛМАНЫҠ, ӘҘӘМ БУЛДЫҠ
+  - 

Осраҡлы тап килдеме, әллә махсус эшләндеме, октябрь аҙағында, комсомолдың тыуған көнөндә, ил Президенты Владимир Путин "Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте" дөйөм Рәсәй ижтимағи-балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһын булдырыу тураһында" Указға ҡул ҡуйҙы. Был күптән көтөлгән ҡарар ине, әлбиттә. Уны көтә торғас, һуңғы пионер һәм комсомолдар менән бөгөнгө йәштәр араһында бер ниндәй йүнәлеш тәьҫире татымаған тотош бер быуынды "юғалттыҡ". Үҫмерлек йәшен күптән уҙып, утыҙын тултырҙы улар хәҙер.

Ҡайһы берәүҙәр әлеге утыҙҙағыларҙы, ысынлап та, "юғалған быуын" тип атай. Бында дөрөҫлөк барҙыр, бәлки. Ләкин был ярлыҡты тотош бөтәһенә лә тағыу дөрөҫ тә булмаҫ. Белем генә түгел, тәрбиә биреүҙе лә бурысы тип һанаған энтузиаст уҡытыусылар, төплө ғаилә тәрбиәһендә үҫкәндәре үҙҙәрен бына тигән шәхестәр һәм һөнәр эйәләре сифатында раҫлап, илгә файҙа килтерә. Урта йәштәрҙәге эшҡыуарҙар ҙа байтаҡ. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең тәғәйенләнешен, маҡсатын таба алмай йүңкегәндәре лә күп. Уларҙың күбеһе осраҡлы һөнәргә эйә булып, күбеһе күңеленә ятҡан эш таба алмай, һаман үҙ асылын эҙләү юлында аҙашып йөрөй. Ә бит киләсәккә йүнәлеш, ғәҙәттә, бала, үҫмер саҡтан уҡ күңелгә төйнәлә. Тик бөгөн беҙҙең балалар тыуғандан башлап көнбайыш яғына йөҙ бороп үҫә: сит ил музыкаһы тыңлай, уларҙың фильмдарын ҡарай, уларҙың ризыҡтарын ашай, сит идеология йоғонтоһона бирелеп, шикле ойошмаларға ла барып эләгә. Билдәле режиссер Станислав Говорухин яңыраҡ бөгөнгө үҫмерҙәр хаҡында шулай тип әйткәйне: "Жан-Жак Руссо 250 йыл элек, цивилизацияның юғары формаһы ҡырағайлыҡҡа алып киләсәк, тип яҙған. Бөгөн беҙ ана шул күренештең шаһитыбыҙ ҙа инде. Террорсылар 16-18 йәшлек үҫмерҙәр булыуына иғтибар иттем. Бына шундай балалар үҫеп килә. Был Рәсәйҙә лә һиҙелә. Техник прогресс, компьютер, текә телефондар... Йәштәр тормош "энциклопедияһын" кеҫәләрендә генә йөрөтә хәҙер, ә баштарында хәтер ҙә, белем дә юҡ". Указда әйтелеүенсә, бөгөн балалар һәм үҫмерҙәрҙең "Рәсәй йәмғиәтенә хас ҡиммәттәр нигеҙендә шәхес булып үҫеүенә йоғонтолоҡ итеү" төп маҡсат итеп ҡарала. Пионерия тураһында һүҙ ҙә юҡ әле, яңы проекттың маҡсаты бик дөйөм, ә барыбер был документ илдең үткәнен күрә алмаусы ҡайһы берәүҙәрҙең ҡотон осорҙо. "Улар яңы проект хаҡында ишеткәс, хафаға ҡалды: пионерияны хәтергә төшөрөү совет системаһын тергеҙеүгә аҙым булмаҫмы?" - тип яҙа "АиФ" күҙәтеүсеһе В. Костиков (№46). Әйткәндәй, автор үҙе лә ҡайһы бер совет традицияларының тормошобоҙға әйләнеп ҡайтыуына ҡырҡа ҡаршылығын белдереп, уны хәүефле күренеш тип атай һәм ни өсөндөр үҙенең быуат төпкөлөндә ҡалған батша империяһы заманының да вариҫы булыуын иҫенә төшөрә.
Кем әйтмешләй, бөтәбеҙ ҙә пионер, комсомол мәктәбен үткәнбеҙ, тик беребеҙ ҙә әрәм булманыҡ, ә әҙәм булдыҡ. Киләсәккә маҡсат ҡуйып йәшәнек, шуға өлгәшергә ынтылдыҡ. Әлеге абитуриенттарҙы алып ҡараһаң, ҡайҙа балл йыя ала, шунда инә лә, ошо уҡыуын тамамлағас, бөтөнләй икенсе профиль буйынса эшләп йөрөй. Дөрөҫөн әйткәндә, тамаҡ аҫырау өсөн генә эшләй улар. Совет идеологияһы, тиҙәр ҙә - ҡоттары оса. Идеология йоғонтоһо, сәйәсиләштереү тигән нәмә булманы түгел булды, ләкин идеологияһыҙ йәмғиәт буламы? Бер ниндәй ҙә идеология юҡ икән, тимәк, ул маңҡорттар һәм дә ҡулланыусылар төйәгенә әйләнәсәк бит. АҠШ йә булмаһа көнбайыш илдәре идеологияһыҙ ғына көн күреп ятамы ни әллә? Башҡа илдәрҙең эске эштәренә ҡыҫылыу, баҫып алыу, һуғыш асыу, йә булмаһа, тыныслыҡ өсөн көрәшеү, милләт-ара килешеп йәшәүгә өндәү, граждандарға етеш, матур тормош тәьмин итеү - былар барыһы ла ахыр сиктә ниндәйҙер кимәлдә барыбер шул уҡ идеология бит.
Совет идеологияһы беҙҙе аламалыҡҡа өйрәтте, тип әйтә алмаҫ инем. Ҡанэскес Сталин заманын иҫәпләмәгәндә. Шәхес культы әйләнеп ҡайтыр, тип ҡурҡалармы? Улай тиһәң, диктаторлыҡ социализм ҡоролошона ғына хас нәмә лә түгел (Гитлер, Муссолини кеүек палачтарҙы иҫләгеҙ). Социализмдың кешелекле, позитив тәжрибәләрен дә оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Һәр хәлдә, ул саҡта йәш быуынды хеҙмәтте һәм Ватаныбыҙҙы һөйөүсе, әхлаҡ кодекстарына ярашлы шәхес итеп тәрбиәләргә ынтылыш беренсе урында торҙо. Яңылыҡ - ул үткән тәжрибәләрҙең фәҡәт яҡшы яҡтарын ғына алыуҙа һәм уны артабан үҫтереүҙә лә кәүҙәләнә бит.
Рәсәй Президенты В. Путин 3 декабрҙә Федерация Советына Мөрәжәғәтнамәһендә тап шул турала бик асыҡ итеп әйтте лә: "...элекке пионерҙар һарайы, йәш техниктар эшендәге тәжрибәләрҙең иң һәйбәттәрен алырға һәм эште тамырынан яңыса, заманса нигеҙҙә, бизнес, юғары уҡыу йорттары ҡатнашлығында" ойошторорға ҡушты. Быныһы инде мәғариф һәм йәштәр эштәре буйынса чиновниктарҙың бурысы. Ҡулдарынан килерме - әйтеүе ҡыйын. Сәйнәп биргәнде генә көтөп ултыралар юғиһә. Өр- яңы проект уйлап сығарһындар, әйҙә: пионерҙы ла, комсомолды ла телгә алмаһындар, коммунизм төҙөргә лә саҡырмаһындар, тик был балалар һәм үҫмерҙәрҙе белемгә, изгелеккә, ижади хеҙмәткә әйҙәүсе, уларҙы илебеҙ патриоттары итеп тәрбиәләүсе хәрәкәт булһын һәм ул балаларҙы ҡыҙыҡтыра, үҙенә йәлеп итә алһын. Юғиһә, бөгөнгө баланы виртуаль донъя һәм компьютерҙан айырып алыуы бик ауырға төшәсәк. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.12.15 | Ҡаралған: 1247

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru