«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘТИРӘЛӘР - Әхмәтзәки ВӘЛИДИ ТУҒАН
+  - 

Ырымбурҙың большевиктар тарафынан баҫып алыныуы һәм Башҡортостан хөкүмәтенең ҡулға алыныуы

Ике айҙан ашыу Өфө, Һамар виләйәттәрен ҡулында тотҡан большевиктарға ҡаршы Ырымбур казактары генерал Дутов етәкселегендә көрәшә ине. Казактар араһында ла Каширин исемле офицерҙар ғаиләһе коммунистар булған һәм Башҡортостандың Верхнеуральск ҡалаһын үҙ йоғонтоһо аҫтына алған, Ырымбурҙа ла байтаҡ абруйлы казактар Советтар менән йәшерен бәйләнеш урынлаштырған. Шул сәбәпле ҡаланың таянысы ышанысһыҙ ине. Ғәскәребеҙ әҙер булмағанлыҡтан, хәл мөшкөл дә күренгәс, беҙ был эштәргә ҡыҫылманыҡ. Ниһәйәт (Советтарҙың ошо йыл башында ҡабул иткән Европа календары буйынса 18 ғинуарҙа), большевиктар Ырымбурҙы баҫып алды. Турғай виләйәте вәлийе Ғәлихан Бүкәйхан һәм башҡа ҡаҙаҡ менәүәрҙәре шәрҡи Ҡаҙағстанға, Семипалатинск ҡалаһына күсте. Беҙ Ырымбурҙа ҡалдыҡ. Ғәскәр ойоштороу һәм мөхтәриәт тәьмин итеү эштәребеҙгә ҡамасаулай ҡалһалар, Баймаҡҡа китеп, өлкә менән шунан идара итергә ҡарар иттек. Рәйестәре Цвиллинг булған большевиктар тәүҙә беҙҙең менән мөләйем мөғәмәлә итте. Совет хөкүмәтенә ҡаршы сыҡмаһағыҙ, үҙ өлкәгеҙҙә үҙ аллы идара итерһегеҙ, тик сит илдәр менән сәйәси эштәрҙе Советтарға тапшырырһығыҙ, Коммунистар партияһы доктринаһын ҡабул итеүегеҙ шарт түгел, тип аңлатып, быны яҙыу аша ла белгертте. Ойоштора башлаған полкты ла шул уҡ төп шарттарға яраҡлаштырыу маҡсатында, мине үҙҙәренә саҡырҙылар. Унда Аллабирҙе Йәғәфәр улы менән бергә киттем. Офицерҙарыбыҙ Үҫәргән кантонындағы Ҡаҙырша ауылына киткәйне. Беҙ, ҡаҙаҡтар кеүек, Ҡытай сигенә китмәҫкә булдыҡ, сөнки Советтар унда ла барып етәсәк. Полк төҙөп, эске эштәребеҙ менән үҙ аллы шөғөлләнергә мөмкинлек биреү шарты үтәлһә, Советтарҙың юғары хакимиәтен ҡабул итеүебеҙҙе белдереп, 27 ғинуарҙа Мәскәүгә телеграмма ебәрҙек. Башҡортостанда инҡилаб тарихын яҙған коммунист Ш. Типеев, йәнәһе, беҙ Мәскәүгә янау телеграммаһы ебәргәнбеҙ, тип яҙып сыҡты. Ул саҡта кеше ҡурҡытыр хәлдә түгел инек. Ғәскәребеҙгә сабыр һәм һаҡ эш итергә кәңәш биреп, Советтарҙың саҡырыуы буйынса улар менән күрешеү өсөн Ырымбурға киттек. Цвиллинг бик ихтирамлы күренде. Бер нисә мәжлескә саҡырҙылар. Был мәжлестәрҙә иҫке Дума ағзаһы булған татарҙар Кәлимулла Хәсәнов менән Борһан Шәрәф большевиктар янында иҫке дуҫтары кеүек урын алғандар һәм беҙгә ҡарата прокурор кеүек ҡыланалар ине.
Биш көн ваҡыт үтте. З февраль көнө беҙҙе ҡулға алдылар. Ҡулға алыусылар татар һалдаттары икән, улар беҙгә Советтар исеменән эш итеүҙәрен танытҡан ялған ҡағыҙ күрһәткәс, төрмә начальнигы, быларҙы ҡулға алыу хаҡында беҙгә әмер килмәне, ваҡытлыса ғына алып ҡалам, тине. Беҙҙе бында бикләмәүҙәрен талап итеүгә ҡолаҡ һалманылар, һуңынан аңлашылды, был хаҡта: "Ҡалалағы Мосолман Хәрби комитетының талабы буйынса улар тарафынан ҡулға алынған башҡорттарҙы совет төрмәһенә бикләүгә рөхсәт бирелде", - тип яҙҙылар. Ырымбур виләйәт Советы комитеты был ҡарарын 4 февралдә (яңы иҫәп буйынса 18 февралдә) Ырымбур "Известия"һында иғлан итте. Аллабирҙе Йәғәфәр, Сәғит Мираҫ - бөтәһе һигеҙ кеше ҡулға алындыҡ. Бер-ике көндән мине һорау алырға саҡырҙылар. Ғәйепләү досьеһында Камил Кәримов менән Ибраһим Бикчәнтәев исемле ике татар зыялыһы Ырымбурҙа большевик казактар нәшер иткән "Казачья Правда" газетаһында "Башҡорт контрреволюционерҙары" исеме аҫтында беҙҙе монархист һәм ер биләүсе реакцион капиталист итеп күрһәтеп яҙған ике мәҡәләне һалып ҡуйыуҙарын күрҙем. Баштан-аяҡ ялған булыуы большевиктарға ла мәғлүм был мәҡәләнән бер ни ҙә килеп сыҡманы. Әммә ул саҡ большевиктар кеше атыуға шул тиклем күнеккән, секретарь вазифаһын үтәгән йәмһеҙ бер ҡатынға тиклем, комиссарға мөрәжәғәт итеп: "К стенке что ли?" - тип һорап тора. Комиссар бик етди рәүештә: "Погоди", - тип туҡтатты һәм мине кире төрмәгә яптылар.
Ул арала беҙҙең эштәр нығыраҡ ҡатмарлашты. Сөнки беҙҙе төрмәгә ябыу айҡанлы халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ башланған. Баймаҡтағы ғәскәрҙәребеҙ ҙә рус алтын рудниктарында конфискацияланған өс йөҙ кило самаһы көмөш һәм йөҙ ҙә утыҙ алты кило тирәһе алтын, күп миҡдарҙа аҙыҡ, ҡорал туплаған, беҙҙе азат итеүҙе һорап, Мәскәүгә телеграмма ебәргәндәр. Орскиҙағы рустар ойошторолған полкыбыҙҙы юҡ итергә булған. Баранов исемле комиссар Баймаҡтағы башҡорт ғәскәре комитетына осрашырға саҡырып, абруйлы кешеләр аша хат ебәргән. Билдәләнгән күрешеү урынында йәшерен засада ойоштороп, ҡыҙыл ғәскәр беҙҙән килгән комитет ағзаларын көтмәгәндә ҡулға алып, кисенә атып үлтергәндәр. Беҙҙең иң хөрмәтле офицерҙарыбыҙҙан Ғимран Магазов, Ғабдулла Иҙелбаев яуыздарса үлтерелде. Бынан һуң һәр тарафтан ҡыҙыл ғәскәрҙәр Баймаҡҡа ебәрелгән, полк сардары Әмир Ҡарамыш, мөхәррир һәм шағир Хәбибулла Ғәбитов, шөбһәләнеп, осрашыу еренә бармағандар. Ғәскәрҙе туплап, үҙҙәрен юҡ итергә килгән рустарға һөжүм иткәндәр, бер нисәһен үлтереп, ҡалғандарын Орск яғына ҡыуғандар. Әммә улар күберәк көс менән кире килгәнсе, беҙҙекеләр, ғәскәрҙе таратып, үҙҙәре аҙ ғына көс менән Бөрйән улусының таулы ерҙәренә йәшеренгән. Уларҙың иң ҡурҡҡаны - төрмәлә ултырған хөкүмәт ағзаларын атып ҡуйырҙар тигән уй була. Беҙ төрмә һаҡсыларының ҡайһы береһен бүләк биреп һатып алдыҡ, икенселәре беҙгә ыңғай ҡарашта ине. Ҡыҫҡаһы, мин иректән һәр саҡ хәбәр алып, шифр менән хәбәр оҙатып торҙом. Шул арала Әмир Ҡарамыштың үҙ ирке менән килгән егеттәрҙән тауҙарҙа ғәскәр туплауы һәм Ырымбурға һөжүм өсөн казактарға ҡушылырға тырышыуы хаҡында хәбәр килде. Бер көн мине дөйөм бүлмәнән алып сығып, айырым бикләнеләр. Мин төрмәлә 1915 йылда уҡ яҙа башлаған "Нуғай тарихы" исемле әҫәремде тамамлау менән мәшғүл булдым. Бер көн Мөхәммәт Таһиров исемле татар егете килде. Миңә ашарға ризыҡ, ҡағыҙ һәм ҡул сәғәте килтергән. Ул элек Ҡаҙанда минең шәкертем булған икән, коммунистарға ҡушылған һәм Ҡаҙандағы "Мосолман Хәрби шураһы" уны Башҡортостан хөкүмәтен тарҡатыу маҡсатында Ырымбурҙағы Советтар менән бергә шөғөлләнергә хеҙмәткәр итеп ебәргән. Төрмәгә минең яныма килеп, был зат: "Остазым, беҙ һеҙҙе ул саҡ ҡурҡытыр өсөн һәм мөхтәриәт фекеренән ваз кистермәк булып ҡулға алғайныҡ, әммә эш ҙурайҙы, һеҙҙе ҡотолдорорға тырышабыҙ, ҡотҡара алмайбыҙ. Хәҙер һеҙ Советтарҙың дошманына әүерелдегеҙ, сөнки тауҙарҙа башҡорттар үҙ теләктәре менән ғәскәр төҙөй, шуның өсөн һеҙҙе аманат итеп тоталар, эштең ни менән бөтөүенән ҡурҡам", - тип иланы, һуңынан Раимов исемле берәү "Башҡортостан Йөмһүриәтенең ҡоролош тарихы" исемле русса ҙур бер әҫәрҙә "Татар хәрби шураһы"ның, Ырымбурҙағы Советтар менән бәйләнештә булып, беҙҙең менән мәшғүл булыуы хаҡында яҙғанын уҡығас, Мөхәммәт Таһировтың һүҙҙәре дөрөҫ булһа кәрәк, тип уйланым. Мин, ни булһа ла булыр, тип "Нуғай тарихы" ки-табымды яҙыуҙы дауам иттем. Халыҡ араһындағы ҡуҙғалыш беҙҙең өсөн хәйерле булмаясағын башҡорттоң күренеклеләренә хәбәр итһәм дә, был тулҡынланыу тынманы, һәр яҡтан "ҡулға алынғандарҙы сығарығыҙ", тип Мәскәүгә лә, Ырымбур виләйәт комитетына ла телеграммалар, хатта махсус делегациялар ебәрелде, һөҙөмтәлә беҙҙең хәлебеҙ көндән-көн хәүефлерәк була барҙы.
Бер көн (ихтимал, 27 март булғандыр) төрмә коменданты миңә, Ырымбур виләйәт комитеты рәйесе Цвиллинг киләсәк, тип хәбәр итте. Янымдағы китаптарҙы түшәк аҫтына йәшерергә ҡушты. Сөнки ҡәләмдәрҙе, китаптарҙы тартып алырға әмер килгән икән. Цвиллинг миңә төрмәлә ятҡан килеш Башҡортостан тауҙарында доброволец отрядтары төҙөүҙе туҡтатырға, бер аҙна эсендә ҡоралдарын тапшырырға, тип ғәскәргә әмер бирергә ҡушты. Ҡорал тапшырылмаһа, беҙҙе язаға тарттырасаҡтарын әйтте. Мин уға: "Төрмәнән ебәрелгән әмерҙең ни тәьҫире булһын", - тип яуапланым. Ул да: "Үҙегеҙ беләһегеҙ", - тип сығып китте. Бынан һуң режим бик ҡырҡыулашты. Минең архивымды, китап, ҡағыҙҙарымды алдылар, һәр ун-ун биш минут һайын береһе килеп, ишек тишегенән ҡарап китә ине.

(Аҙағы. Башы 48-49-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.12.15 | Ҡаралған: 1700

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru