«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫМЫҠ ДЕКАБРЬ, ҠАРЛЫ ҒИНУАР ҺӘМ БУРАНЛЫ ФЕВРАЛЬ
+  - 

Көҙ нисек кенә ҡаршылашмаһын, ҡыш яйлап үҙ хоҡуҡтарын яулай башланы. Әкиәти донъяны хәтерләткән был миҙгел үҙенең матур байрамдары менән һәр кемдең күңеленә яҡын. Ап-аҡ ҡарға төрөнгән ер ҡышҡы йоҡоға талып, яҙғылыҡҡа үҙенә көс-ғәйрәт йыя. Тормош та был миҙгелдә үҙенең һиллеге, тыныслығы, әкрен ағыуы менән айырылып тора. Уҙып барған декабрь, уны ҡыуып килгән ғинуар һәм февраль беҙгә ниндәй һауа торошо әҙерләй? Ошо хаҡта үҙенең күҙәтеүҙәре менән Бөрйән районы Ҡотан ауылында йәшәүсе фенолог Алмира ХӨСНӨТДИНОВА бүлешә.

- Элегерәк декабргә көрткә бата-сума килеп инһәк, хәҙер ҡыштың тәүге айын ҡарһыҙ тиерлек үткәреп ебәрергә өйрәнеп тә барабыҙ. Айырыуса айҙың башы ҡарһыҙ, йылы булыуы менән айырылып тора. Быйыл да был ҡағиҙә боҙолманы һәм айҙың тәүге аҙналарында ҡар бөртөктәренең ерҙе тулыһынса ҡаплауын күреп булманы. Ғөмүмән, декабрҙең мул яуым-төшөм менән ҡыуандырмаясағы июндә үк билдәле ине: ул саҡта ямғырлы көндәр бик һирәк булды бит. Ләкин июнь һуңында ямғырҙың етерлек яуыуы Яңы йылды ҡарлы декабрь менән ҡаршы алыуға өмөт уята.
Декабрҙең тәүге ҡары епшек, ауыр булып ергә ятты, тимәк, киләһе йәйҙең дымлы булыуын көтөргә кәрәк. Миләштең күп булыуы ҡарҙың әҙ буласаҡ икәнен белдерә. Июнь көслө еле, хатта дауылдары менән хәтерҙә ҡалды. Тимәк, ҡыш башында ла ошондай уҡ һауа торошон көтөргә кәрәк.
Ғинуар башы ҡарлы, буранлы буласаҡ, тип фаразлайым. Шул уҡ ваҡытта үҙәккә үтерлек һыуыҡтар көтөргә кәрәкмәй. Тәбиғәт беҙгә Яңы йыл уңайынан бирелгән ялдарҙа күберәк саф һауала йөрөү, алыҫ араларға ҡунаҡҡа сығыу мөмкинлеге бирәсәк. Ләкин ҡыш барыбер үҙенең холҡон күрһәтәсәк - ай уртаһында термометрҙың терегөмөшө аҫҡа тәгәрәйәсәк. Был ваҡытта 20-25 градустан да түбәнерәк һыуыҡтарға әҙер булырға кәрәк. Ай һуңы ҙур күләмдәге ҡарҙары, әсе елдәре һәм көслө һалҡындары менән киләсәк.
Февраль - ҡыштың һуңғы айы. Был ваҡытҡа кеше һыуыҡтарҙан ялҡып, йылы көндәрҙең тиҙерәк етеүен түҙемһеҙләнеп көтә башлай. Ләкин ҡыш февралдә ялға китергә теләмәйенсә айырыуса тартҡылаша - көндәр тағы ла нығыраҡ ҡырыҫлана. Элек-электән февраль үҙенең ыжғыр бурандары һәм йонсоу көндәре менән билдәле. Быйылғы февраль башы ла һыуыҡ, елле, ҡарлы-буранлы буласаҡ. Ай уртаһында сағыштырмаса тынлыҡ урынлашһа ла, һыуыҡ көндәр битте семетәсәк әле. Ләкин был айҙың һыуыҡтары даимилыҡ менән айырылмай, йәғни бер көн үтә лә һалҡын булһа, икенсе көнөнә йылытып ебәрергә лә мөмкин. Ай аҙағында күпләп ҡар яуыуы, көндәрҙең болотло тороуы көтөлә. Ғөмүмән, февраль "ике йөҙлө", ул үҙенә ҡышҡы һалҡынды ла, яғымлы йылыны ла һыйындыра. Тимәк, был айҙа һауа торошо төрлө көтөлмәгәнлектәр бүләк итергә мөмкин.

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.12.15 | Ҡаралған: 1436

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru